«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЗГЕ ЭШТӘРГӘ БЕРЛӘШЕП
+  - 


"Атайсал. Яҡташлыҡ көсө" форумы был юлы Ейәнсура районында уҙҙы. Форум Ейәнсура, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Йылайыр, Мәләүез, Хәйбулла райондарының, Күмертау ҡалаһының, Ырымбур өлкәһенең изге уйлы, изге ниәтле меценаттарын, әүҙем эшҡыуарҙарын, йәмәғәт эшмәкәрҙәрен, төрлө йүнәлештәге фекер алышыу майҙансыҡтарына йыйып, "Атайсал" проекты һөҙөмтәләрен, уңыштарын, еңеүҙәрен барланы, киләсәккә эш йүнәлештәре тураһындағы фекер-идеялар менән уртаҡлашты.

Белеүегеҙсә, "Атайсал" проекты 2021 йылда уҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров тарафынан тормошҡа ашырыла башлағайны. Шул ваҡыттан алып әллә күпме файҙалы эштәр башҡарылған! "Атайсал" проекты рухи яҡтан яҡындарҙы берләштерҙе, ул хәҙер проект ҡына түгел, ә тыуған төйәктәрен яратыусылар хәрәкәте, берҙәмлек символы", - тигәйне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. Эйе, хаҡ һүҙҙәр. Быны ҡайһы бер һандар-факттар ҙа раҫлай. "Дүрт йыл элек "Атайсал" проектын башлағанда беҙ был тиклем уңыштар тураһында күҙ алдына ла килтермәгәйнек әле. Бөгөн был ҡаҙаныштар артында 1,3 миллиард һум аҡса һалынған 23100 проект, 23100 ҡатнашыусы тора", - тип билдәләне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев.
Яҡташлыҡ көсө менән атҡарылған "Атайсал" проекттары - улар тыуған ауылыңда мәсет төҙөү, юл һалдырыу, ауыл зыяратын кәртәләү, клуб йә спорт залы һалдырыуға ярҙам итеү, мәктәп ремонтлатыу, дауаханаларҙы, мәҙәниәт усаҡтарын ҡиммәтле ҡорамалдар менән йыһазландырыу, балалар майҙансыҡтары төҙөү, конкурстарҙа бағыусы булыу, күп балалы әсәләргә йә һаулығы сикләнгәндәргә шифахаларға юлламалар бүләк итеү кеүек изге ғәмәлдәрҙе атҡарыу тигән һүҙ ул. Ысынында, был ғәмәлдәрҙең нигеҙендә халҡыбыҙҙың шул уҡ яҡташлыҡ, туғанлыҡ традициялары ла сағылыш таба бит. Башҡорттар элек-электән бер-береһенә терәк-таяныс булып, әле генә һанап үткән эштәрҙе бергәләп атҡарған: өй күтәргән, бесән әҙерләгән, һуғым һуйған, ауылдарыбыҙҙың тирә-яғын, йылға-күлдәребеҙҙе таҙартҡан. Ошондай күмәк көс менән башҡарылған эштәр халҡыбыҙҙы берләштергән, илһөйәрлек, ерһөйәрлек сифаттарын ҡанына һеңдергән.
Бына был иң мөһиме лә инде: халыҡтың изге эштәргә берләшеүе. Бөгөн беҙ башлыса Махсус хәрби операция майҙандарында ил именлеген һаҡлаусы уландарыбыҙ, ир-егеттәребеҙҙең ауыр хеҙмәтенә ярҙам итеү юҫығында берләшкәнбеҙ. Ейәнсуралағы форумда ҡатнашыусылар төрлө секцияларға бүленеп эшләһә лә, төп һүҙ барыбер ана шул берҙәмлек емештәрен барлауға арналды. Гуманитар ярҙам хәҙер ойоҡбаш, бирсәткәләр бәйләп, төрлө ризыҡтар әҙерләп, ағинәйҙәр оҙатҡан ваҡ йөктәрҙән генә тормай. Гуманитар ярҙам хәҙер автомобиль, мотоцикл, генератор, мотобысҡы кеүек ҡорамалдар, радио-электрон әйберҙәр, төрлө төҙөлөш материалдары, буралар, мобиль мунсалар тейәлгән оло-оло машиналар менән оҙатыла. Халыҡ ниндәй генә һөнәрҙәр үҙләштермәне был осорҙа: окоп шәмдәре, маскировкалау селтәрҙәре, дрондарҙан һаҡланыу плащтары һәм юрғандары, көнкүрештә ҡулланыу кәрәк-яраҡтары, боҙолмай торған аҙыҡ түлек - элек ҡулға ла тотоп ҡарамаған башҡа кәрәк-яраҡтарҙы эшләргә өйрәнде. Район мәҙәниәт һарайы фойеһына ҡуйылған бай күргәҙмәлә ҡунаҡтар ейәнсураларҙың ошондай продукциялары менән танышты ла инде.
Әлбиттә, Ейәнсурала үткән "Атайсал" форумындағы төп геройҙар ҙа МХО-нан ялға ҡайтыусы ир-егеттәр булды. Бына ҡыҫҡа ялға ҡайтҡан "Пчелка" ҡушаматлы егет сәхнәгә күтәрелә һәм яҡташтарҙың гуманитар ярҙамы өсөн рәхмәт белдерә. "Һеҙ ебәргән хаттарҙы ла беҙ ҡат-ҡат уҡыйбыҙ, улар аша тыуған яҡтың йылыһын тоябыҙ, улар беҙгә ярҙам итә", - ти ул. "Труба" ҡушаматлы егет ошо саранан туп-тура МХО-ға юлланыуы тураһында белдерә. Район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов уға дронға ҡаршы аппарат бүләк итеп, хәйерле юл теләй. Яуҙа һәләк булған Марсель Ҡәҙербәковтың әсәһе Рәсимә Ҡәҙербәкованың сығышы күҙҙәргә йәш төйөлдөрә. Ул улының иҫтәлеге итеп ауылындағы мәсет төҙөлөшөнә ярҙам итеүе, мәктәпкә лә матди ярҙам күрһәтеүе, төрлө спорт сараларына аҡса бүлеүе тураһында һөйләй. "Быларҙың барыһы ла - илһөйәр улымдың һәләк булғанға тиклемге эштәренең дауамы", - ти әсә.
"Атайсал" форумы программаһы сиктәрендә һигеҙ секция эшләне. Уларҙың барыһында ла яҡташтарҙың ауылдарыбыҙҙы һаҡлау, яҡлау маҡсатындағы изге ғәмәлдәре, халҡыбыҙҙың илһөйәрлек, телһөйәрлек традициялары, беҙҙең киләсәгебеҙ булған балаларҙы, йәштәрҙе атайсалға һөйөү рухында тәрбиәләүсе саралар тураһында һөйләнде. Мәҫәлән, "Ағинәй" һәм "Ир-егеттәр ҡоро" йәмәғәт ойошмалары ағзаларын бер майҙанға туплаған "Ғаилә именлеге. Беҙ - Атайсалдың усағын, йолаларын, именлеген һаҡлаусылар" секцияһында "Ауылдарыбыҙҙы, рухыбыҙҙы кем ҡотҡарыр?", тигән бик актуаль һорау ҡат-ҡат ҡабатланды. Төп яуап: "Ауылдарға ябырылған бар һынауҙарҙы ошо ауылдарҙа йәшәгәндәр, ошо ауылдарҙа тыуып-үҫкәндәр үҙҙәре еңеп сығырға тейеш", - булды. "Күрерһегеҙ, киләсәктә тыуған ауылдарына ябырылып ҡайтасаҡтар әле яҡташтар. "Атайсал" проекты ла бына ошоға булышлыҡ итә бит", - тип тә ҡабатланы бөгөн ауылдар йәшәһен, унда йәшәгәндәрҙең дәрте һүрелмәһен тип, төрлө өмәләр, саралар ойоштороп, фермерлыҡ, меценатлыҡ, эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнгән Риф Баймырҙин, Урал Таймасов (Хәйбулла), Рөстәм Тотманов (Йылайыр), Фәнис Бикташев (Мәләүез), Раил Араптанов (Көйөргәҙе), Марсель Ярышев (Күмертау), Шәһит Ҡолмөхәмәтов (Ейәнсура) кеүек ир-егеттәр.
Был һүҙҙәр, әлбиттә, бына 15 йыллап инде "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһына тупланып, үҙҙәренең ауылдарындағы ҡотто, утты һүндермәй тотоп тороусы ағинәйҙәрҙе лә дәртләндермәй ҡалмағандыр. Сөнки ошо йылдар эсендә улар әллә күпме онотола яҙған кәсептәрҙе, һәр ырыуға хас милли кейем һәм биҙәүестәрҙе, йолаларҙы тергеҙҙе. Улар үҙҙәренең иманлы йәшәү рәүеше менән башҡорт ҡатын-ҡыҙының төп асылы өлгөһөн иҫкә төшөрҙө. Ысынлап та, ҡайҙа ҡарама, ниндәй сараны алма - ағинәйҙәр майҙан уртаһында шул. Шуға ла уларҙың "Ир-егеттәр ҡоро" ағзаларын да әүҙемерәк булырға саҡырыуы, "Халҡыбыҙҙың ирҙәр генә эшләр шөғөл-кәсептәре, йолалары, тәрбиә мәктәптәре күптән көтә ир-егеттәребеҙ ғәмәлдәрен", - тигән һүҙҙәре бик тә урынлы яңғыраны. Ир-егеттәр хәрәкәтен әүҙемләштереү буйынса тәҡдимде Башҡортостан "Ир-егеттәр ҡоро" рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров та хуплап, былай тине: "Елкәң булһа, ауылда лә йәшәп, эш табып була. Бөгөнгө сарала ошо тәңгәлдә уңыш ҡаҙанған ир-егеттәр һәм ағинәйҙәр йыйылған, уларҙың тәжрибәһен таратыу кәрәк. Өйрән, эшлә, эш урындары булдыр, был эштәргә улыңды, ейәнеңде лә өйрәт - халҡыбыҙҙың кәсептәрен тергеҙеүгә үҙ өлөшөңдө индер".
Район хакимиәттәре башлыҡтары менән ошо секция ултырышына инеп, ҡайһы бер сығыштарҙы тыңлағандан һуң, республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Таһир улы: "Донъялар тыныс булмаған осорҙа һеҙҙең - атайсалын ҡәҙер итеп, һаҡлап йәшәгән ағинәйҙәрҙең, аҡһаҡалдарҙың, барлыҡ энтузиастарҙың төплө, хаҡ һүҙҙәре йәмғиәткә бик тә кәрәк. Аҡыл-кәңәштәрегеҙҙе барыһына ла еткерегеҙ", - тигәйне. Эйе, йәмәғәтселек бөгөн "Атайсал" кеүек маҡсатлы проекттарға ла, хаҡ һүҙҙәргә лә, изге ғәмәлдәргә лә мохтаж. Иң изге ғәмәл - ул атайсалыбыҙға, тыуған төйәгебеҙгә, туған телебеҙгә тоғролоҡ икәнен дә һәр кемгә аңлатаһы бар әле, ҡыҙғанысҡа ҡаршы...

Гөлбаныу ГӘРӘЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №46, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.11.24 | Ҡаралған: 10

Киске Өфө
 

Тормош ҡануны шулай: бер ишек ябыла икән, икенсеһе асыла. Ләкин бөтөн бәлә шунда: беҙ ябылған ишеккә ҡарап тороп, асылғанына иғтибар итмәйбеҙ.

(А. Жид).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru