(Генерал-майор И.В. Чернов яҙмаларынан)
Граф В.А. Перовский
(1833-1842 йылдарҙа Ырымбур губернаторы булған).
Обручев килеүгә бер йыл да үтмәй, поташ заводтары уның бойороғо буйынса ябыла. Икенсе бер рәүештә башҡорт урмандарынан килем Ырымбурҙың үҙендә алына, сөнки унда һәр саҡта ла Башҡортостандан килтерелгән төҙөлөш ағасы һәм утын ҡулланыла. Перовскийҙың юллауы буйынса батша ғали йәнәптәре башҡорттарҙан ағас һатып алыу, уны урындарҙа ирекле хаҡ менән киҫеү буйынса бойороҡ бирә, ә әҙер ағасты башҡорттар үҙҙәре Урал һәм Һаҡмар йылғалары буйлап, башҡа эшсе командалар кеүек үк хеҙмәткә ялланып, һал менән Ырымбурға тиклем килтерергә тейеш була.
Ошондай ҡағиҙәләр индерелеү менән ҡаҙна биналарын яғып йылытыу өсөн утын иң түбән хаҡҡа - 3 түмәрле сажин утыны хәҙерге хаҡ иҫәбе менән 1 һум 50 тиндән 3 һум 50 тингә тиклем аҡсаға һатып алына; шундай уҡ түбән хаҡҡа ҡаҙна эштәре өсөн бүрәнә килтерелә. Ағас әҙерләү өсөн сығымдар күберәк талап ителә, ә түбән хаҡҡа һатыуҙан хасил булған айырма шәхси кешеләр өҫтөнә һалына, уларға ағас күпкә юғарыраҡ хаҡҡа һатыла.
Ағас әҙерләү операцияһы менән төҙөлөш материалдарын әҙерләү буйынса айырым хужалыҡ идаралығы шөғөлләнә, ә икенсе бер хужалыҡ бүлексәһе төҙөлөш таштарын, известь, кирбес етештереүҙе етәкләй, улар үҙҙәренең йәмғиәте иҫәбенә көн иткән башҡорт эшсе командалары тарафынан башҡарылып, эштәре бик тә түбән баһалана: атһыҙ эшсегә, көнлөк эш положениеһына ярашлы (русса: урочная плата. - Тәрж. иҫк.), бер көнлөк эш өсөн 5 тин ярым, ә атлы булғанына 11 тин түләнә, ә был шул тиклем түбән хаҡлы эш булып, ысынында атлы эшсе көнөнә 5 тин, атһыҙы ни барыһы 2 тин аҡса ала.
Ике бүлексәне лә тәүге мәлдәрҙә инженер полковник Тафаев етәкләй, ә һуңынан был эштәр айырым чиновниктарға тапшырыла: беренсеһен губернаторҙың махсус бурыстар буйынса чиновниктары, икенсеһен инженер офицерҙары башҡара. Был операцияларҙан байтаҡ ҡына килем алына, ул тулыһынса Перовскийҙың үҙ ҡарамағында була һәм уға төбәктең баш етәксеһе идаралығы составын арттырыу мөмкинлеген бирә.
Уның шәхси штатында мәғрифәтле класс кешеләре, исем-шәрифтәре билдәле кешеләр күп була. Уның шәхси адъютанттарының барыһы ла йәш гвардия офицерҙары: Капустов, Челяев, Габбе һәм сәйәси яҡтан үҙен аҡлай алмаған, үҙ-үҙенә ҡул һалған Виткевич була. Граждан статусындағы чиновниктарҙан бер туған Ханыҡовтар, әҙәбиәттә "Луганск казагы" булараҡ билдәле булған Даль - уларҙың исемдәре барыһына ла билдәле. Барса был түңә-рәк, юғары вазифалар биләгән шәхестәрҙе лә индереп, бындағы интеллигенцияны тәшкил итә. Был түңәрәктең тормошо, иң юғары баш ҡала йәмғиәте йәшәйешенең сағылышы булараҡ, урта кластарға ыңғай йоғонто яһай.
Был ваҡытта Ырымбур губерна ҡалаһы Өфөнән күпкә юғарыраҡ торған, унда урындағы бай помещиктар бөтөнләйгә йәшәмәй, аристократия иҫәбенә канцелярия чиновниктарынан күтәрелгән төрлө палаталарҙың рәйестәре һәм советниктары ингән; йыш ҡына вице-губернаторҙар ҙа ошондай уҡ кешеләргә ҡараған, һәм губернатор, гәрсә ул мәғрифәтле кеше булһа ла, улар араһында юғалып ҡала.
Перовский идара итеүенең тәүге осоронда Ырымбурҙа йәшәй һәм йәмғиәт тормошон күп төрлөләндерә: Пасха байрамында көрәш һәм ат сабыштары уҙғарыла; приздарҙы, улар артыҡ ҡиммәтле булмаһа ла, Перовский үҙ иҫәбенән тапшыра, дөйөм алғанда улар ҙур ғына сумманы тәшкил итә; тағы ла ҙур ат сабыштары йәй көндәрендә Сулаҡ тауы эргәһендә, Ырымбурҙан 10 йә 12 саҡрым ерҙә уҙғарыла, һәм, ахыр сиктә, Перовский халыҡты үҙенә йәлеп итеү өсөн байрамдар барышында һыбай килеш бәүелсәктәр аҫтынан үткәндә һәм казак форштадында йыйылған халыҡҡа ваҡ көмөш тәңкәләр һибеп ебәргән.
Перовский йыш ҡына сиркәүҙәргә йөрөй, әммә Вознесенский сиркәүендә йышыраҡ була, сөнки ул уның фатирына иң яҡын урынлашҡан була. Сиркәүҙән сыҡҡан мәлдә ул доға ҡылырға килгән сауҙагәрҙәрҙең береһенә хәйерселәргә таратыу өсөн бер ус ваҡ көмөш тәңкәләр биреп китә. Перовский төбәк менән идара итергә икенсегә килгәнендә лә ошо ғәҙәтен ташламай. Петр һәм Павел сиркәүендә ошолай итеп аҡса таратыуҙы мин үҙем дә күрҙем. Ғөмүмән, халыҡҡа аҡса таратыу яғынан Перовский бик йомарт булды. Унан һуң килгән Катенин бәләкәй генә хеҙмәт күрһәткән өсөн дә аҡса биреү яғынан шулай уҡ һаран булмай, әммә генерал-губернаторҙарҙан башҡа бер кем дә хәйерселәргә асыҡтан-асыҡ хәйер өләшмәй.
Урындағы тауарҙар менән һатыу итеүҙән төшкән килем иҫәбенән иҡтисади капитал тип нарыҡланған аҡса йыйыла, ул тулыһынса төбәктең төп начальниктары ҡарамағында була.
Перовский үҙенең тәүге идара итеү ваҡытында каруанһарай төҙөттөрә, ул хәҙер губерна идаралығына һәм губернаторға фатир итеп бирелгән; хәҙер реаль училище урынлашҡан бина Перовский идаралыҡтан киткән мәлдә тулыһынса төҙөлөп бөтмәгән була, уны махсус файҙаланыу күҙаллана, әммә генерал Обручевтың юллауы буйынса унда Неплюев кадет корпусының 2-се эскадроны урынлаша, ә һуңынан халыҡ мәғарифы министрлығына тапшырыла: тәүҙә уны уҡытыусылар институты биләй, аҙаҡ ул реаль училище менән алмаштырыла.
Уның идаралығы ваҡытында дворяндар йыйылышы төҙөлә, ул ошо исем аҫтында 1879 йылға тиклем йәшәй; быйыл ҡаланың яртыһынан да күберәк өлөшөн харап иткән ҙур янғын ваҡытында бина ҙур зыян күрҙе; ремонт өсөн бында аҡса булмай, һәм генерал-губернатор Крыжановскийҙың бойороғо менән ул ҡалаға бирелә һәм йәмиғ йорто тип атала башлай; уны төҙөкләндереү ҡала банктан алған оҙайлы ссуда иҫәбенә башҡарыла. Ул, йәмәғәт йыйылышы тип аталған хәлдә лә, элеккесә интеллигент-чиновниктар ҡарамағында, ә сауҙагәрҙәр үҙҙәренең коммерция йыйылышын төҙөнө, бының өсөн шәхси йорттарҙы яллайҙар.
Йәмәғәт йыйылышы бинаһын дворяндарға кире ҡайтарырға була ине, әммә губерна башлығы Шотт, дворяндарҙың аҡсалары етмәүенә һәм ошо ваҡытта дөйөм дворян милеген Ырымбур һәм Өфө дворяндары араһында бүлешеү буйынса эштең хәл ителмәүенә һылтанып, быны бер ҡайҙа ла һорамай, ә мин башлыҡ булған ваҡытта дворяндар ошо бинаны ҡайтарырға теләне, әммә уның юридик яҡтан ҡала йәмғиәтенеке булыуы һәм старшиналар тарафынан идара ителеүе арҡаһында һуңғылары бинаны бирергә ризалашманы һәм хатта минең шарттар ҡуйған тәҡдимемә яуап та ҡайтарманы.
Урмандан төшкән килемдәр, төҙөлөштән башҡа, төбәк начальнигының шәхси ҡарамағы буйынса бүтән әйберҙәргә тотонолдо.
Перовский идара иткән осорҙа килем күп булды, бигерәк тә файҙалы поташ заводтары булған саҡта. Был ваҡытта чиновниктарға бүләктәр, пособиелар бирелде, улар араһынан ҡайһыларына түләүҙәр арттырылды. Перовский көтөлмәгән сығымдар өсөн ҡаҙнанан ни барыһы йылына 10 мең һум ассигнациялар ала ине, ә уның сығымдары күп булды: үҙенә йәйләүҙә һарай, йәйге торлаҡтар төҙөтә, уның менән һәм уның иҫәбенә йәшәгән ҙур хеҙмәтселәр штаты тотто. Уға мөрәжәғәт иткән фәҡирҙәр өсөн махсус аҡсалар булманы; бының өсөн ул өҫтәмә сығымдарҙы ҡапларлыҡ сараларҙы урындағы сығанаҡтарҙан таба ине. Әлеге ваҡытта начальниктар законда күрһәтелмәгән килемдәрҙе йыя алмай, әммә ул саҡта ошолай итеп килем алыуҙа хоҡуҡ боҙоуҙы күрмәнеләр, һәм Перовский үҙе башҡорттар хеҙмәтенән тупланған аҡсаларҙы тыныс намыҫ менән тотондо.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №46, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА