йәки Мәктәптең ҙур бер ғаиләгә әйләнеүе хаҡында
Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ - М. Исҡужин исемендәге 136-сы Башҡорт лицейы директоры Шәмсулла Хәбибулла улы ХӘБИБРАХМАНОВ. Ул 40 йылға яҡын педагогик эш стажы булған юғары категориялы белгес һәм етәксе. Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү буйынса маҡтаулы хеҙмәткәре, БР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Салауат Юлаев ордены кавалеры.
Шәмсулла Хәбибулла улы, әңгәмәбеҙ башында тыуып үҫкән яҡтарығыҙ, ата-бабаларығыҙ хаҡында бер кәлимә һүҙ әйтеп үтһәгеҙ ине...
- Мин Дәүләкән районының Сапай ауылында өсөнсө бала булып донъяға килгәнмен. Ауылыбыҙҙан 3 саҡрымда ғына Асылыкүл йәйрәп ята, ата-бабаларым унда күпләп балыҡ тотоп, сауҙа иткән, хужалыҡ биләмәләре бик ҙур, мал-тыуарҙары күп булғандыр, тим. Уларҙың баҡсалары аша Сәрмәсән йылғаһы ағып ята, шуны быуып, тирмән ҡорғандар. Ырыуыбыҙ - меңдәрҙең бер тармағы. Мин бәләкәй саҡта ололар һәр ғаилә кешеләренең нәҫелен дә атап әйтә торғайны, беҙҙең нәҫелебеҙҙе "ил ҡаймағы" тип йөрөттөләр.
Атай-инәйемдәр ябай колхозсы булды, атайым Хәбибулла Бөйөк Ватан һуғышы бөткәнсе фронтта булған, түшендә орден-миҙалдары ла байтаҡ булды. Минән 3 йәшкә кесерәк Азат туғаным тыуғас, әсәйебеҙ ныҡ ауырып киткән. Ул саҡта апайыма 10 йәш, ә беҙ бик бәләкәйбеҙ, ҡарарға кеше юҡ. Мине нәнәйем менән ҡарттайым тәрбиәләп үҫтерҙе. Ауылыбыҙҙа башланғыс мәктәпте тамамлағас, 2 саҡрым аралағы Ҡыҙрасҡа йәйәү йөрөп уҡыныҡ.
Һеҙгә белем биргән уҡытыусыларығыҙ ҙа иҫегеҙҙә ҡалғандыр?
- Ҡыҙрас мәктәбе бик матур итеп кирбестән һалынған типовой мәктәп ине. Уны фронтовик Фәрит ағай Зәйнуллин бик яҡшы итеп төҙөткән, ул 1965 йылда асылған. Әйтергә кәрәк, мәктәбебеҙҙә ул саҡта талап ителгән барса йыһаздар ҙа булды - физика, химия кабинеттары приборҙар, химикаттар менән тулыһынса тәьмин ителде. Уларҙа дәрестәрҙең бик тә ҡыҙыҡлы үтеүе хәтерҙә уйылып ҡалаған. Мәктәп мастерскойында ла уҡыусыларҙы ниндәйҙер һөнәргә өйрәтер өсөн станоктар, төрлө инструменттар, балта, ҡасау, йышҡы кеүек әйберҙәр бик күп булды. Мәктәптә юғары уҡыу йорттарын тамамлап ҡайтҡан йәш уҡытыусылар эшләне, физкультура уҡытыусыһы - штанга күтәреү буйынса Башҡортостан чемпионы, НВП-нан запастағы офицер ине. Ике туған Мөхәмәт ағайым Ҡыҙрас мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып эшләй ине, уның үҙенең балалары булманы, шуғалыр ҙа, мине йыш ҡына үҙе менән бергә йөрөтөп, күп нәмәләргә өйрәтте.
Ул ваҡытта мәктәптә уҡыусыларҙы ашатыу-фәлән ойошторолмағайны, шуға күрә йүгерә-атлап, ауылыбыҙға төшкө ашҡа ҡайтабыҙ ҙа, яңынан мәктәпкә йүнәләбеҙ - төштән аҙаҡ йәш уҡытыусылар төрлө түңәрәктәр уҙғара торғайны. Бер ваҡыт мин үҙем рәсем түңәрәгенә йөрөй башланым, башҡа балалар йөрөмәгәс, уҡытыусыбыҙ тик минең менән генә шөғөлләнде. Ул тәү башлап миндә рәсем төшөрөүгә ҡыҙыҡһыныу уятҡандыр, тим. Аҙаҡ ул мәктәптән китте, әммә миңә мәктәптә яңы эш табылды: ул саҡта мәктәп өсөн төрлө плакаттарҙы, лозунгыларҙы үҙебеҙ эшләй инек. Мәктәп директоры мине саҡырып ала ла, икәүләп, тейешле темаға плакат төшөрәбеҙ. Шул саҡта плакат перолары менән матур ғына итеп яҙырға ла өйрәндем. Аҙаҡтан, армияға хеҙмәткә саҡырылғас, файҙаһы тейҙе был һөнәремдең.
Мәктәпте тамамлағас, БДУ-ның математика факультетына имтихандар тапшырҙым, әммә конкурстан үтеп булманы. Шунан водителдәр курсына уҡырға барҙым. Унан ҡайтыуыма, ситтән тороп вузда уҡыған Мөхәмәт ағайым уҡыуын тамамлау өсөн мәктәптән китте лә, үҙе урынына мине ҡалдырҙы. Әрме хеҙмәтенә киткәнсе математика, физика фәндәрен уҡыттым. Минең уҡыусыларым үҙемдән 2-3 йәшкә генә бәләкәйерәк инеләр.
Әрме хеҙмәте нисегерәк үтте?
- Өфөнән беҙҙе, бер эшелон һалдатҡа алыныусыларҙы, тура Балтик диңгеҙе буйына, Калининград ҡалаһына алып барҙылар. Килеп төшкәс, меңләгән һалдат урамда баҫып торабыҙ. Шул саҡ бер капитандың: "Кем художник?" - тип ҡысҡырыуы ишетелде. Мин ҡулымды күтәрҙем. Ул тушь һәм перолар бирҙе лә, "Яҙып күрһәт! " тине. Күрһәттем. Оҡшатҡандыр инде, минең документтарҙы алып, машинаға ултыртып алып китте. Мине армия штабының һаҡ һәм хеҙмәтләндереүселәр ротаһы казармаһына урынлаштырҙылар, ул немецтарҙан ҡалған бер бина ине. Шунан "Йәш яугир курсы"на, йәғни карантинға алып киттеләр, унда бер ай самаһы булдым. Артабан армия штабының оператив бүлегенә 4 һалдатты чертежсы итеп тәғәйенләнеләр. Уларҙың береһе Ереван педагогия институтының художество-графика факультетын тамамлаған, икенсеһе Волгоградта архитектура-төҙөлөш институтында уҡыған - ижади кешеләр. Төп эшебеҙ - армия штабының карталары менән эшләйбеҙ. Унда учениелар ваҡытында ниндәй боевой хәрәкәттәр була - оборонамы, һөжүм итеүме - шуларҙы карталарҙа символдар менән күрһәтәбеҙ. Барса командирҙар шул карталар менән файҙалана. Командирҙарыбыҙ беҙгә шундай иғтибарлы булды, эш бүлмәбеҙгә йәнәш ял итеү бүлмәһе лә бар ине, унда диван ҡуйылған, ҙур булмаған китапханаһы ла бар. Беҙ эшләгән бүлмә "секретный" булғас, беҙҙең янға инеп йөрөү өсөн ни барыһы 3 офицерға пропуск бирелә ине. Минең менән эшләгән чертежсылар демобилизацияланғас, өлкән чертежсы булып ҡалдым, яңы килгән ике һалдатҡа эш айышын өйрәтергә тура килде.
Әрме хеҙмәтендә саҡта уҡ һеҙ педагогия институтының художество-графика факультетына инергә ҡарар иттегеҙ инде?
- Армиянан ҡайтҡас, өйләндем, колхозда биҙәлеш буйынса рәссам булып эшләнем, мәктәптә түңәрәк алып барҙым. Ауылыбыҙҙа БДПИ-ның художество-графика факультетында уҡыған студенттар ҙа булды, улар миңә ошо факультетҡа уҡырға инергә тәҡдим итте. Үҙем дә махсус юғары белем алыуға өмөт иттем. Физика-математика факультетының әҙерлек бүлегенә уҡырға индем. Ни өсөн? Художество-графика факультетының әҙерлек бүлеге булманы, ә уҡырға инеү өсөн 7 предметтан ҡабул итеү имтихандарын бирергә кәрәк: шул уҡ математиканан, физиканан, рус теленән һәм махсус предметтарҙан. Шулай итеп, 1980 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының художество-графика факультетының 1-се курсында уҡый башланым.
Һеҙ уҡыған факультет махсус һәләттәрҙе үҫтереүҙе талап итә. Был йәһәттән нисегерәк булды?
- Беҙҙе Мәскәүҙә, Ленинградта абруйлы махсус уҡыу йорттарын тамамлаған рәссамдар, скульпторҙар, үҙ һөнәрҙәре буйынса талантлы педагогтар уҡытты, художество сәнғәте алымдарына өйрәтте. Уҡыу шарттары яҡшы: һәр бер предмет буйынса махсус йыһазландырылған айырым аудиторияларҙа шөғөлләндек. Йәнә беҙҙең курста 2-се һанлы Өфө педагогия училищеһының художество-графика бүлеген тамамлаған студенттар ҙа уҡыны. Улар беҙҙең специальность буйынса яҡшы әҙерлекле булғас, эштәребеҙҙең етешһеҙерәк яғын күрһәтеп, төҙәтергә ярҙам итәләр. Педагогтар биргән заданиеларҙы мастерскойҙа башҡарабыҙ, кемдең нисек эшләгәнен ҡарап, күреп торабыҙ. Үҙебеҙ ҙә тырыша инек. Күп нәмәгә уҡытыусыларыбыҙҙан ғына түгел, бер-беребеҙҙән өйрәнә алдыҡ.
Тағы ла шуны әйтеп үтергә кәрәк: каникулдарҙа, йәй көндәрендә биҙәлеш буйынса рәссам вазифаһында эшләп, аҙмы-күпме аҡса туплау мөмкинлеге булды. Ул ваҡыттарҙа ойошмаларҙа, предприятиеларҙа ҡыҙыл мөйөштәрҙе, Ленин бүлмәләрен матур итеп биҙәргә тырыштылар бит. Башҡарған эшебеҙ художество һәләттәрен талап иткәс, эш хаҡы ла ҙур булды. Мәҫәлән, үҙебеҙҙең колхозыбыҙҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яугирҙар иҫтәлегенә арналған обелиск эшләп ҡуйҙым, ул хәҙер ҙә шул урында тора. Шулай бер ферманың айырым бинаһындағы ҡыҙыл мөйөштө буяуҙар менән биҙәп, Ленин портретын, ҡыҙыл флагтар төшөрөп эшләп ҡуйғайным. Ул ферма күптән бөткән, әлеге бинаның ҡыйығы ла юҡ, ә минең стенаға грунтовка һылап, тәбиғи буяуҙар менән фреска һымаҡ эшләгән һүрәттәрем әлегә тиклем һаҡланып ҡалған.
Уҡытыу эшен ниндәй мәктәптә башлап ебәрергә насип булды?
- Институтты тамамлағас, Өфө ҡалаһы Киров районының 34-се мәктәбенә эшкә алдылар, ул Кооператив яланы биҫтәһендә урынлашҡан. Унда рәсем һәм хеҙмәт уҡытыусыһы вазифаларында эшләнем. Һуңынан Һупайлы биҫтәһендә төҙөлә генә башлаған мәктәп директоры вазифаһына конкурста ҡатнашырға тәҡдим иттеләр. Комиссия конкурста ҡатнашҡан бер нисә кешенән директор итеп мине һайларға тәҡдим итте. 1993 йылдың 5 ноябренән яңы төҙөлөүсе мәктәп директоры вазифаһында эшләй башланым. Төҙөлөш эштәрен контролдә тотоу һәм асыласаҡ мәктәп өсөн барса кәрәкле мөлкәт-йыһаздарҙы алдан әҙерләп ҡуйыу менән шөғөлләнергә тура килде.
136-сы Башҡорт мәктәп-лицейы тип асылған дөйөм урта белем биреү усағының 30 йыллыҡ тарихы һеҙҙең етәкселектә формалашты бит инде. Ошо хаҡта ентекләберәк һөйләп үтһәгеҙ ине.
- Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында күп нәмә, шул иҫәптән мәктәптең уҡытыу-тәрбиә эшен матди яҡтан тәьмин итеү өсөн кәрәк булған әйберҙәргә ҡытлыҡ булды. Парталар, өҫтәл-шкафтарҙан башҡа, кабинеттар, мастерскойҙар, ашхана һәм стоматология кабинеты өсөн мотлаҡ кәрәк булған йыһаздарҙы мәктәп асылғансы уҡ әҙерләп өлгөртөү зарурлығы тыуҙы, ә уларҙы ҡайҙан да булһа эҙләп табырға кәрәк. "Башкомснаб" кеүек учреждениеларға күп йөрөргә тура килде. Октябрь районының 130-сы мәктәбенән ике бүлмә бирҙеләр, әйберҙәрҙе шунда ташыныҡ. Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Капиталь төҙөлөш идаралығынан мәктәп өсөн йөк машинаһы һоратып алдырҙым, әйберҙәрҙе шуның менән ташыныҡ. Шулай итеп, 1994 йылдың 1 сентябренә барса кәрәкле мебель һәм йыһаздарҙы әҙерләп бөттөм. Ата-әсәләр ныҡ ярҙамлашты, сөнки алып ҡайтылған йыһаздарҙы үҙебеҙгә йыйырға тура килде.
Асыласаҡ башҡорт мәктәбенең педагогик коллективын да туплап өлгөртөргә кәрәк, был мәсьәләне нисек хәл иттегеҙ?
-1994 йылдың февраленән уҡ ошо эште лә башлап ебәрҙек. Төҙөлөүсе мәктәптең ҡаршыһында ғына урынлашҡан 127-се мәктәптә эшкә саҡырылған уҡытыусылар менән әңгәмәләшеү мөмкинлеге булды. Асыласаҡ мәктәпкә һәләтле педагогтарҙы һайлап алыу өсөн конкурс ойошторҙоҡ. Уның эшендә билдәле йәмәғәт эшмәкәре, 1970 йылда баш ҡалабыҙҙа арҡадаштары Иҙел Агишев, Әмир Сиражетдинов һәм Хәниф Вәлиев менән бергә 20-се башҡорт мәктәбен астырыуға өлгәшкән Мөхәмәтғәли Ғәли улы Исҡужин да ҡатнашты. 1993 йылда ул Өфөлә тағы ла бер башҡорт мәктәбен астырыу маҡсатында Октябрь районының Һупайлы биҫтәһендә ата-әсәләрҙең ҡултамғаларын йыйыуҙы ойошторҙо, Мәғариф министрлығына, ҡала етәкселәренә мөрәжәғәт итте. Һөҙөмтәлә ул саҡтағы ҡала етәксеһе Фидус Ямалетдинов яңы төҙөлә башлаған белем усағын башҡорт мәктәбе итеп асыу тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйҙы. М.Ғ. Исҡужин һуңынан беҙҙең лицейыбыҙға йыш ҡына килеп йөрөнө, эштәр барышы менән һәр даим ҡыҙыҡһынып торҙо. Хәҙер 136-сы Башҡорт лицейы Мөхәмәтғәли Исҡужин исемен йөрөтә.
Һеҙ етәкләгән дөйөм белем биреү учреждениеһы Өфө ҡалаһында Фатима Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһы асылғандан һуң теүәл 24 йыл ваҡыт үткәс эшләй башланы. Ул ҡала мәктәптәре араһында тәүләп тигәндәй инновацион йүнәлеште һайланы...
- Элегерәк байтаҡ йылдар эшләгән, яҡшы ҡаҙаныштары булған мәктәптәргә гимназия йә иһә лицей исеме бирелде. Бындай уҡыу йорттарының, үҙенсәлектәре, ауырлыҡтары менән бер рәттән, билдәле бер өҫтөнлөктәре лә булды. Шуға күрә мин яңы башҡорт мәктәбенең документтарын лицей статусын бирерлек форматта төҙөп, Мәғариф министрлығына алып барҙым, унда ризалаштылар. Шулай итеп, беҙ мәктәп-лицей булараҡ асылдыҡ. 90-сы йылдарҙа был статус йүнәлешле уҡытыуҙа, уҡыу пландарын, программаларын төҙөүҙә, дәреслектәрҙе һәм уҡыу әсбаптарын ҡулланыуҙа педагогик коллективҡа билдәле бер кимәлдә ирек бирә ине. Шулай уҡ предметтарҙы тәрәнәйтеп өйрәтеү өсөн вуз уҡытыусыларын саҡырып, уларға йылына барлығы 1 500 сәғәт күләмендә эш хаҡын түләү мөмкинлеге булды. Йәнә мәктәптә 15 түңәрәк эшләй башланы. Лицейҙа уҡытҡан педагогтарға 15 процент өҫтәмә түләү ҙә ҡаралғайны, башҡа мәктәптәрҙә ир-егеттәр һанаулы ғына булғанда, лицейҙа тәүге йылда уҡ 20-нән ашыу ир кеше эшләне.
Мәктәптең концепцияһы тураһында ла әйтеп үтеү урынлы булыр. Ҡәҙимге ҡала мәктәптәрендә белем алған балаларҙы башҡорт мәктәбе уҡыусыһы итеп формалаштыра, үҫтерә алыу уҡытыу-тәрбиә процесында төп проблемаларҙың береһе булғандыр?
- Педагогика өлкәһендәге күренекле ғалимдарҙың, методистарҙың хеҙмәттәрен ентекләп өйрәндек, музыка һәм художество йүнәлештәрен баштан уҡ нигеҙле итеү маҡсатында Мәскәү ҡалаһының ошондай типтағы мәктәптәренең уҡыу пландарын ҡулландыҡ. Концепциябыҙҙың төп идеяларының береһе - башҡорт мәктәп-лицейын күп профилле дөйөм белем учреждениеһы итеп формалаштырыу ине. Әйтергә кәрәк, балаларҙың нимәгә һәләтле икәнен 1-се кластан уҡ аныҡларға тырыштыҡ. Тәбиғи фәндәрҙән математика предметын тәрәнәйтеп өйрәтеүҙе, гуманитар фәндәр, музыка һәм художество йүнәлештәрен тәҡдим иттек, бер аҙҙан инглиз телен тәрәнәйтеп өйрәнеү кластарын астыҡ. Был уңышлы башланғыс булды: мәҫәлән, 1997 йылда беҙҙең лицей олимпиадалар һөҙөмтәләре буйынса 2-се урынға сыҡты. Унан һуң, ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшеү өсөн үҙебеҙ төҙөгән уҡыу пландарын ул саҡтағы мәғариф министры урынбаҫары Юлмөхәмәтов Миңдебай Бәхтиәр улынан раҫлатып ала инек. Ул раҫлаһа, эште тейешле кимәлдә финанслау мөмкин була ине.
Дәрестәр һаны етерлек булғас, иркенләп эшләү мөмкинлеге бар ине ул йылдарҙа. Беҙ кластан тыш дәрестәргә ҙур иғтибар бирҙек: башланғыс кластар өсөн оҙайтылған көн булдырҙыҡ, уҡыусылар ике ҙур спорт залына секцияларға йөрөй, шулай уҡ милли көрәш, шахмат түңәрәктәре балаларҙы ныҡ ҡыҙыҡһындыра торғайны. Хореография залында бер юлы 3 бейеү түңәрәге эшләне. Төштән һуң вуз уҡытыусылары, мәҫәлән, тарих фәндәре докторы, профессор Нәзир ағай Ҡолбахтин, математика-физика фәндәре кандидаты Дамир Латипов һ.б. үҙ фәндәре буйынса уҡыусылар менән шөғөлләнергә килә. Литва ССР-ның мәғариф алдынғыһы, талантлы математика уҡытыусыһы Маһира Әбдрәхим ҡыҙы Хәкимова ла уҡыусыларҙың математика буйынса һәләттәрен үҫтереүгә күп көс һалды. Ишмөхәмәт Әхмәҙулла улы Шарапов, РСФСР Мәғариф министрлығының Милли мәктәптәрҙә белем биреү ғилми-тикшеренеү институтының Башҡортостан филиалында өлкән ғилми хеҙмәткәр вазифаһында эшләүенә ҡарамаҫтан, мәктәп-лицейҙа башҡорт теле уҡытыусыһы булып эшләй башланы. Бер нисә тиҫтә методик баҫмалар авторы, оло йәшенә тиклем йөрәгендә шиғриәт шауҡымын һаҡлап йөрөткән уҙаман, башҡорт телендә йүнләп һөйләшә алмаған, уҡый-яҙа белмәгән уҡыусыларҙа нисек итеп туған телдәренә һөйөү уятыу хаҡында уйланды, башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙы юғары методик кимәлгә еткереүгә күп көс һалды. Башҡортостан мәҙәниәте уҡытыусыһы Миңзәлә Ишбулды ҡыҙы Юлмөхәмәтова әле яңы ғына индерелгән предметты барса ижади көсөн һалып уҡытты, мәктәп кимәлендә әллә күпме мәҙәни саралар ойошторҙо. Беҙ уның кабинетын музей кеүек итеп эшләгәйнек, беҙгә килгән ҡунаҡтар шул кабинетҡа һоҡланып ҡарап китерҙәр ине, ҡала конкурсында уға 1-се урын бирҙеләр.
Бер үк ваҡытта тәрбиә эше лә күҙ уңынан ысҡындырылмағандыр?
- Эйе, мәктәбебеҙ яңы ғына эшләй башлаған көндәрҙән үк педагогик советта барса тәрбиә сараларын фәҡәт башҡорт телендә уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул иткәйнек. Әлбиттә, тәүҙә ауырлыҡтар ҙа булды, әммә был принцип теүәл үтәлә килде. Тәүге йыл аҙағында I Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайына арналған ҙур мә-ҙәни сара - "Мең ырыуы йыйыны" инсценировкаһын сәхнәләштереп, акт залын тултырып ултырған арҙаҡлы ҡунаҡтарыбыҙға, ата-әсәләргә күрһәттек. Был сарала уҡыусылары менән бергә уҡытыусыларыбыҙ ҙа ҡатнашты. Сара бөткәс, тамашасылар, аяғүрә баҫып, залды көслө алҡыштарға күмде. Был беҙҙең тәүге еңеүебеҙ булғандыр, тим. Хәҙер инде йыл һайын шәжәрә байрамын уҙғарыу лицей традицияһына әйләнде.
Унан һуң, уҡыусыларыбыҙҙың барыһы ла бейеү түңәрәктәренә бик теләп йөрөй торғайны. Әйтергә кәрәк, лицейҙың йәш бейеүселәрен, йырсыларын, вокаль төркөмдө төрлө сараларға концерт номерҙары менән сығыш яһарға йыш саҡыра башланылар. Улар филармония залында, элекке "Нефтсе" мәҙәниәт һарайында үҙҙәренең таланттарын күрһәтте. Лицейҙа 20 йылға яҡын директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары булып Хәтмуллина Гөлсирә Мөхәррәм ҡыҙы эшләне, ул бик һәйбәт ойоштороусы булараҡ танылыу тапты. Йыл һайын ул ойошторған шәжәрә байрамдарын, башҡа сараларҙы көтөп алалар ине, ул шул тиклем күркәм үтә, уны ҡарарға рус мәктәптәре уҡытыусылары ла килә торғайны хатта.
Йырсы, композитор Артур Туҡтағоловты уҡыусыларыбыҙҙың яңы ғына барлыҡҡа килгән "Шоңҡар" төркөмөнә етәксе итеп саҡырҙыҡ, ул беҙҙең йәш музыканттарыбыҙҙы бик тиҙ арала төрлө музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәтте. Хәҙер дәрестәр башланыр алдынан ҡәҙимге ҡыңғырау урынына Артур Туҡтағолов яҙған лицей гимнын беҙҙә уҡып сыҡҡан Алмас Шаммасов башҡарыуында репродукторҙарҙан бар мәктәпкә яңғыратабыҙ.
Һеҙҙең лицей эшләй башлағандан һуң баш ҡалабыҙ Өфөлә тағы бер нисә башҡорт белем усағы үҙ ишектәрен асты...
- Эйе, уҡытыу-тәрбиә эшмәкәрлегендә уңыш ҡаҙаныуыбыҙ Өфөлә яңы башҡорт мәктәптәрен асыуға юл һалды, тиергә булалыр. Ике йылдан Калинин районында З.Биишева исемендәге 140-сы Башҡорт гимназияһы, тағы ла бер йылдан Орджоникидзе районында 48-се Башҡорт лицейы асылды. 2004 йылда Ленин районында электән эшләп килгән бер мәктәп 2-се Башҡорт лицейы тип үҙгәртелде, 2006 йылда Киров районында М.Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһы һәм Дим районында Рауил Бикбаев исемендәге 102-се Башҡорт гимназияһы эшләй башланы. Уларҙан башҡа, Калинин районында 122-се Башҡорт гимназияһы бар. Ғөмүмән, беҙҙең лицей Өфө ҡалаһында башҡорт милли мәғарифын үҫтереү буйынса өр-яңы дәүерҙе асты, тип һығымта эшләргә ерлек бар.
Тора-бара 136-сы лицей башҡорт мәктәптәре өсөн үҙенә күрә бер методик үҙәккә әйләнде: беҙҙең педагогик эшмәкәрлегебеҙ менән танышыу, тупланған тәжрибәбеҙҙе өйрәнеү маҡсатында Өфөнән генә түгел, республикабыҙҙың башҡа ҡалаларынан һәм райондарынан делегациялар килә башланы. 1997 йылда Өфө ҡалаһы мәғариф хеҙмәткәрҙәренең август конференцияһы беҙҙең лицей базаһында уҙғарылды. Бер йылда БР Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Миҙхәт Әхмәтхан улы Мәмбәтов махсус рәүештә республикабыҙҙың ҡала-райондары башлыҡтарының социаль эштәр буйынса урынбаҫарҙарын лицейҙы күрһәтергә алып килде.
Башҡа башҡорт мәктәптәре балаларҙы уҡырға ҡабул итеү буйынса беҙҙең тәжрибәне ҡуллана башланы. Республикабыҙҙың гимназиялары, лицейҙары - үҙенә күрә "элитар" уҡыу йорттары бит, улар тәртип ҡағиҙәләрен үтәмәгән, уҡыуға илке-һалҡы ҡарағандар өсөн тәғәйенләнмәгән. Шуға күрә уҡыусыларҙы 1-се кластан башлап һайлап алдыҡ, мәктәп психологы, айырым предмет уҡытыусылары лицейҙа уҡырға теләүсе балалар менән тестар, имтихандар уҙғарҙы. Беҙҙә башҡа мәктәптәргә ҡарағанда уҡыусыларға талаптар ҙа, уҡытыу сифаты ла бермә-бер юғарыраҡ ине, шуға күрә ата-әсәләр араһында лицейҙың абруйы ҙур булды. Йәйге каникулдарға сыҡҡас, ата-әсәләр көн һайын тиерлек балаларын уҡырға алырға һорап килә башланы. Иң мөһиме, кластарыбыҙ балалар менән тулы. Быйылғы уҡыу йылында 1-се кластар өсәү, һәр береһендә 34-әр бала уҡый.
Лицейҙа уҡытыусыларҙың методик эшенә ҙур иғтибар бирелеүен билдәләп үтергә кәрәктер?
- Ул саҡта гимназияларҙағы, лицейҙарҙағы тағы ла бер яңылыҡ - фән һәм методика эштәре буйынса директор урынбаҫары вазифаһын индереү. Методик эштәрҙең әһәмиәтен күтәреү маҡсатында кафедралар булдырылды - математика, башҡорт теле, рус теле, сит ил телдәре һәм башҡа предмет уҡытыусылары айырым кафедраларға берләште, уларҙың һәр ҡайһыһының етәксеһе һайлап ҡуйылды. Уҡытыусыларҙы аттестациялау буйынса һәр даим систематик саралар ойошторолдо, лицейҙың үҙенең аттестация комиссияһы эшләй башланы. Һөҙөмтәлә 2-се, 1-се һәм юғары категориялы уҡытыусылар күбәйҙе. Аттестация комиссияһы етәксеһе вазифаһын байтаҡ йылдар Ирек Ғәлиулла улы Вәлиев башҡарҙы, ул методик эштәрҙе заманса талаптарға ярашлы ойоштора алды.
Йәнә лицейҙа эш тәжрибәһен туплап, үҙҙәрен яҡшы ойоштороусы итеп танытҡан байтаҡ ҡына педагогтарҙың һуңынан власть органдарына, башҡа ойошмаларға саҡырылып, юғары вазифаларға тәғәйенләнеүен дә билдәләп үтеү урынлы булыр...
- Эйе, был беҙҙең лицейҙың абруйын бермә-бер күтәрҙе. Сынтимир Баязитовты 140-сы Башҡорт гимназияһы директоры итеп ҡуйҙылар, аҙаҡтан ул Өфө ҡала хакимиәтенең Мәғариф идаралығын етәкләне, байтаҡ йылдар Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары вазифаһын башҡарҙы. Тағы ла бер йәш директор урынбаҫары Азамат Абдрафиҡов республикабыҙҙың дәүләт органдарында яуаплы вазифаларҙа эшләне. Ә Рөстәм Ишмөхәмәтов Дәүләт Думаһы депутаты, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары вазифаларын биләне. Искәндәр Санъяров - БР Башлығы хакимиәтендә идаралыҡ начальнигы урынбаҫары. Минзиә Юмалина, Зәйтүнә Мөхәмәтова, Мөхтәр Собханғолов БР Мәғариф министрлығында эшләне. Шулай уҡ ошондай яҡшы карьера эшләгән уҡытыусыларыбыҙҙан Гөлнур Сәлимованы, Маргарита Түлебаеваны, Илдар Моталовты, Альбина Баязитованы, Анфиса Шакированы, Әхмәт Искәндәровты атап китергә булыр ине.
Һәр мәктәп уҡыусылары менән данлы. Лицейҙы тамамлаусылар тураһында бер кәлимә һүҙ әйтеп үтегеҙ әле.
- 30 йыл арауығында лицейҙы меңгә яҡын уҡыусы тамамланы. Уларҙың барыһы ла тормошта үҙ юлын, үҙ һөнәрен тапты. Улар башлыса юғары белемле. Төрлө яуаплы вазифаларҙа эшләүселәр күп. Уларҙан БР Башлығы хакимиәтендә өлкән референт булып эшләүсе Алмас Шаммасовты, Хөкүмәт аппаратында бүлек начальниктары вазифаһын башҡарған Азат Кәримовты һәм Ания Ғәниеваны, БР Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы буйынса идаралыҡ начальнигы, тарих фәндәре кандидаты Салауат Ҡолбахтинды, Мәскәү дәүләт университетында медицина биотехнологиялары буйынса белем алып, махсус предприятиела эшләүсе Розалия Ғәбиҙуллинаны, филология фәндәре кандидаты, башҡорт теле уҡытыусыһы Венер Әсмәндиәровты, эшҡыуар Муса Мәзитовты, Мәскәүҙә Щепкин исемендәге театр училищеһын тамамлаған, әлеге ваҡытта БР-ҙың атҡаҙанған артистары Милена Сираеваны һәм Гөлнара Айытбаеваны, Санкт-Петербургта кино һәм телевидение режиссураһы факультетын тамамлаған Әлиә Яруллинаны, Өфө фән һәм технологиялар университеты уҡытыусыһы, фән кандидаты Әлиә Рәхмәтуллинаны, өс вузды ҡыҙыл дипломға тамамлаған, психология һәм һаулыҡ һаҡлау магистры, тәржемәсе-полиглот Сәғит Бәҙретдиновты исемләп атап китеү урынлы булыр. Унан башҡа, урындағы власть органдарында, төрлө ойошмаларҙа хеҙмәт иткәндәр, бизнес менән шөғөлләнгәндәр бик күп. Шулай уҡ хеҙмәт урынын Японияла, Ҡытайҙа, Төркиәлә, башҡа илдәрҙә тапҡандар ҙа бар. Әлеге мәлдә Мәскәү дәүләт университетында, Санкт-Петербург һәм башҡа ҡалаларҙың вуздарында белем алыусылар байтаҡ.
Һуңғы йылдарҙа лицейҙа ниндәй үҙгәрештәр булды?
- Әлеге ваҡытта беҙ лицейҙың матди-техник базаһын нығытыу, уҡыусылар һәм уҡытыусылар өсөн комфортлы шарттар булдырыу мәсьәләләре менән күберәк шөғөлләнәбеҙ. Башҡортостандың Беренсе Президенты Мортаза Ғөбәйҙулла улы етәкләгән "Урал" хәйриә фондына рәхмәтлебеҙ: лицейҙың 20 йыллығын заманса ремонтланған, реконструкция эшләнгән, өр-яңыға әүерелгән бинала ҡаршыланыҡ. Барса материалдар, йыһаздар, эштәр Фонд аҡсаһына башҡарылды. Белем йортобоҙ бермә-бер яҡтырып китте. Ашханабыҙ ҙа яңынан ҡоролдо. Уҡыусылар өсөн бильярд, теннис өҫтәлдәре ҡуйҙыҡ, уҡытыусыларға тренажерҙар менән массаж кабинеты астыҡ. Яңыраҡ эстетик зауыҡлы күргәҙмә залы асылды. Эшҡыуар Муса Мәзитовтың хәйриә аҡсаһына һынлы сәнғәт студияһы һәм медиостудия булдырып, барса кәрәкле йыһаздар менән тәьмин иттек.
Яңылыҡтарҙан лицейҙың Мәскәү физика-техник институты менән хеҙмәттәшлек итә башлауын билдәләргә булалыр. Танылған юғары уҡыу йорто Өфөлә физика-математика мәктәбе асырға йыйыныуын белдереп, беҙгә бәйләнешкә сыҡты. Әлегә бәйләнештәр онлайн форматында бара, уҡытыусыларыбыҙ улар ойошторған вебинарҙарҙа ҡатнаша, улар беҙгә үҙҙәренең программаларын, конспекттарын ебәрҙе лә инде. Лицейҙа был эш әлегә түңәрәк форматында бара.
Мәктәп үҙе бер ҙур ғаилә кеүек бит ул, һәр кемгә заманса шарттар ҙа, иғтибар һәм ихтирам да кәрәк. Беҙ мәктәптә йылы психологик атмосфера булдыра алдыҡ, тип уйлайым. Уҡыусыларыбыҙҙың барыһы ла тәртипле, тырыштар, махсус иҫәптә торғандар бөтөнләй юҡ. Ниндәйҙер мәктәптәрҙә педагогик кадрҙар етешмәгән хәлдә лә, беҙҙә ундай проблема юҡ: беҙ икенсе урындарҙа эшләгән, беҙҙең талаптарға тура килгән педагогтар резервын булдырҙыҡ. Берәй урын бушаһа, шундуҡ резервтағы уҡытыусыны саҡырып алабыҙ. Уҡытыусыларҙы уҡытыу-тәрбиә процесына ҡағылмаған эштәргә йәлеп итмәйбеҙ, был йәһәттән беҙгә ата-әсәләр даими ярҙам итеп тора.
Һуңғы осорҙа полилингваль мәктәптәр асыу республика мәғарифының трендына әйләнеп бара. Уйлап ҡараһаң, беҙҙең башҡорт гимназиялары һәм лицейҙары күп теллелеккә, йәғни полилингваль мәктәптәр йүнәлешенә юл ярҙы бит инде ул. Алла бирһә, барса эштәребеҙҙе әле бәйән ителгән юҫыҡта дауам итәсәкбеҙ.
Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ
әңгәмәләште.
(Автор 1994 - 1999 йылдарҙа 136-сы Башҡорт лицейы директорының фән һәм методик эштәр буйынса урынбаҫары булып эшләгән).
"Киске Өфө" гәзите, №46, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА