«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КИНОЛАРЫ ГРАН-ПРИ ЯУЛАЙ!
+  - 


Режиссер, сценарийҙар авторы Фәрзәнә Утарбаеваның фильмдары иғтибар үҙәгенән төшөп ҡалғаны юҡ. Тормош, йәшәү мәғәнәһе тураһында уйланырға, үҙеңдең ғүмереңде күҙ алдынан үткәреп, киләсәккә икенсерәк ҡараш ташларға ярҙам иткән фильмдар төшөрә ул. Һәр геройы кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәтен нығыраҡ аңларға ярҙам итә. Кино сәнғәтендә үҙенең йөҙө, һүҙе булған режиссерҙың эштәре берәүҙе лә битараф ҡалдырмай. 30 октябрҙә Краснодарҙа XX "Молодой киновек" халыҡ-ара һәүәҫкәр һәм профессиональ фильмдар кинофестивале еңеүселәре бүләкләнде. Фестивалдә бар донъянан 500-ҙән ашыу фильм ҡатнашты. Ойоштороусылар булып Краснодар крайының Мәҙәниәт министрлығы һәм губернаторы сығыш яһаны. Ә Гран-приҙы Фәрзәнә Утарбаеваның "Нигеҙ" фильмы яуланы. Ошо уңайҙан еңеүсегә бер нисә һорау бирҙек.

Кино сәнғәтенә юлдарҙы берәү ҙә асып ҡуймай. Ул беҙҙең республикала әле саҡ ҡанат нығыта, тип кенә әйтә алабыҙ. Тимәк, ауырлыҡтар ҙа, һынауҙар ҙа етерлек. Ә һеҙҙә кино сәнғәтенә булған һөйөү ҡайҙан?

- Мин бала саҡтан кино сәнғәте менән ҡыҙыҡһындым. Хатта актриса булыу тураһында ла хыяллана торғайным. Телевизорҙан ул саҡтарҙа "Оскар" кинопремияһын биреү тантанаһын да күрһәтәләр ине бит. Ул таңға табан, төнгө өс-дүрттәрҙә, тура эфирҙа бара, шул сараны ҡалдырмай ҡарап барам, гәзит-журналдарҙан кино йондоҙҙарының һүрәттәренән альбомдар төҙөйөм. Бына шулай кино донъяһынан айырылмай үҫтем, тип әйтә алам.
Өфөгә килгәс, профессиональ камера алдым, артабан "E7E-media" егеттәре Артур Батыршин, Батыр Ғәлимовтар менән клиптар төшөрҙөк. 2015 йылда Өфөлә "Көмөш Аҡбуҙат" халыҡ-ара кино фестивале ойошторҙолар, шунда беренсе башҡорт сценарийҙар питчингы булды, унда мин дә "Ҡайтыу" тигән сценарийым менән ҡатнашып, призлы урын яуланым. Питчингта һин эксперттар алдында үҙеңдең идеяларың менән сығыш яһайһың, уңышлы тип табылһа, улар һиңә артабан ярҙам итә. "Башҡортостан" киностудияһы был фильмды төшөрөр өсөн ҡорамалдар менән тәьмин итте. Һуңынан әлеге сценарийҙы Рәсәй кинематографистар союзының питчингына ла ебәрҙем. "Ҡайтыу" унда тәҡдим ителгән алты йөҙ эш араһынан иң яҡшы ете сценарий иҫәбенә инде.
Артабан уның атамаһы "Ҡырағай"ға әйләнде. 2016 йылда "Ҡырағай"ҙы төшөрҙөк. Төп ролде Гөлли Мөбәрәкова уйнай. Уны фильмға төшөрөп өлгөргәнемә бик ҡыуанам. Ошо бөйөк актрисаның миңә ышанғанына бик рәхмәтлемен. 2017 йылда рус телендә икенсе фильмым сыҡты. Уныһын "Мой лечащий враг" тип атаныҡ. "Ҡырағай" фильмына спонсорҙар эҙләп, "Медстандарт" компанияһы етәксеһе Азамат Рәмзә улы Байтимеровҡа мөрәжәғәт иткәйнем. Ул аҡсалата ярҙам күрһәтте, беҙҙең табиптар менән бәйле берәй фильм да төшөрһәгеҙ ине, тигән тәҡдим яһағайны. Шатланып риза булдым, тиҙ арала сценарий яҙылды. Уны бик оҡшаттылар. Фильмды Халыҡ-ара неврология медицина форумына өлгөртөү кәрәк ине, бер ай эсендә төшөрөп бөтөрөргә тейеш инек. "Ҡырағай"ҙа әсәй менән ул мөнәсәбәте сағылдырылһа, был фильмда атай менән ҡыҙҙың бик ҡатмарлы яҙмышы, мөнәсәбәте тасуирлана. Уңышлы фильм булды.

Ижадығыҙҙы үҙ итеүселәр, әлбиттә, һеҙҙән тағы ла яңы фильмдар көттө. Ысынлап та, уларҙың өмөтөн аҡланығыҙ. Дәрт менән яңы фильмға тотондоғоҙ. Күп номинацияларҙа еңеү яулаған "Нигеҙ" фильмы нисек тыуҙы?

- Минең элегерәк яҙылған "Атай йорто" тигән сценарийым бар ине. Уны грантҡа биреп ҡарағайным, үтмәне. Ә былтыр сценарийҙы "Росмолодежь. Гранты" федераль йәштәр программаһы грантына тәҡдим итеп ҡараным, һәм уңыш йылмайҙы. 2018 йылда яҙылған был сценарийҙа күп нәмәне үҙгәртеп яҙырға тура килде - донъя ла үҙгәрҙе, мин дә үҙгәрҙем, донъяға ҡарашым да үҙгәрҙе. Гранттан тыш, үҙемдән дә аҡса өҫтәнем, йәнә спонсор таптым. "Башҡортостан" киностудияһы ярҙамы менән "Нигеҙ" фильмын төшөрҙөк. Күгәрсен районы Иртөбәк ауыл совет биләмәһендә урынлашҡан Түләбәй ауылында төшөрҙөк уны. Розалия һәм Азат Айытҡужиндар фильмды үҙҙәренең атай йортонда төшөрөргә рөхсәт итте. Төп ролдәрҙе Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Риф Сәйфуллин һәм Стәрлетамаҡ театры актеры Рәсил Сынбулатов башҡарҙы. Фильмдың ҡуйыусы операторы Дамир Ғәйетҡолов, ҡуйыусы рәссамы Руслан Мәғәлимов, тауыш операторы - Гөлнара Сәйетова.
Беҙ был ауылды оҙаҡ эҙләнек, сөнки эргәһендә кешеләр, машина менерлек бәләкәй генә тауы булған, боронғо матур өйҙәрҙән торған бәләкәй генә ауыл кәрәк ине. Алты районды йөрөп сыҡтыҡ. Өфөнән дә алыҫ булмаҫҡа тейеш, тинек. Сәрүәр Сурина "Күгәрсен районынан ҡарағыҙ", - тип тәҡдим итте. Бына шулай Күгәрсен районына барып юлыҡтыҡ. Түләбәй ауыл халҡы ла ныҡ ярҙам итте. Бер аҙна буйы төшөрҙөк. Артабан постпродакшн булды. Апрель айында Мәскәүгә барып, фильмды буяныҡ, тауыш менән эшләүҙе тамамланыҡ. Май аҙағында Өфөлә ябыҡ премьера булды. Әле бына ноябрҙә асыҡ премьера итеп эшләрбеҙ, тип торабыҙ.
Май аҙағында Чебоксарыла үткән фестивалдә лә ошо фильм менән ҡатнаштыҡ һәм ул "тамашасы һөйөүе" номинацияһында еңде. Унда Рәсәйҙең генә түгел, сит илдәрҙең фильмдары ла ҡатнашты. Беҙҙең номинацияла егерме биш фильм ине, һәр бер киноны ҡарарға инер алдынан баһа ҡуйырға тип, тамашасыларға купондар тараттылар. Шул егерме биш фильм араһынан беҙҙең фильм иң юғары балды йыйҙы.
"Нигеҙ" тағы ла бер нисә фестивалдә ҡатнашты. Вологда өлкәһендә, Татарстанда... Көньяҡ Кореяла үткән фестивалдә Ер шарындағы бәләкәй ауылдар, шунда йәшәгән халыҡ тураһында ун биш кенә фильм һайлап алынды һәм шуларҙың береһе - "Нигеҙ". Ойоштороусылар үҙҙәре фильмды корея теленә тәржемә иттеләр, субтитрҙар ҡуйып күрһәттеләр. Тағы октябрь айында Силәбелә үткән фестивалдә лә беҙҙең фильм еңеү яуланы.

Октябрь айында йәнә лә Краснодарҙа булып, унан Гран-при яулап ҡайттығыҙ. "Нигеҙ" фильмының иң юғары баһаны алырына ышана ингеҙме?

- Краснодарҙа Ғаилә һәм ғаилә ҡиммәттәренә арналған халыҡ-ара фестиваль ине ул. Был ҙур сара егерменсе тапҡыр үткәрелде. Беҙгә призды Краснодар крайы мәҙәниәт министры Виктория Юрьевна Лапина үҙе тапшырҙы. Эй, Гран-при алырмын тип өмөтләнә инем. Хәйер, бөтөн фильмдарымды ла шундай маҡсат менән эшләргә тырышам. "Нигеҙ" фильмын унда бик оҡшаттылар. Призерҙарҙы бүләкләгәндән һуң, эргәмә килеп: "Хаҡлы баһа, ҡотлайбыҙ!" - тип әйтеүселәр күп булды. Күпме хеҙмәт, һөйөү, күңел һалынды уға. "Фильмың шәп сыҡты бит, унда ниндәй тәрән мәғәнә ята, йәш булыуыңа ҡарамаҫтан, шундай тәрән йөкмәткеле фильмдар төшөрәһең",- тип миңә һәр саҡ ихлас әйтәләр.
Ярославль ҡалаһынан режиссер Владимир Вобликов: "Балалар өсөн берәй драма яҙ әле",- тигәс, "Ку-ку" фильмының сценарийын яҙғайным. Ул фильм да фестивалдәрҙә ҡатнаша, күп приздар йыйып йөрөй. Яңыраҡ ике урында Гран-при алды. Өс ҡыҫҡа метражлы фильмдың режиссеры, дүрт фильмдың сценарисы мин. Хәҙер инде тулы метражлы фильмдар эшләргә ваҡыт, тип уйлайым. "Нигеҙ" фильмы - минең юлымдың башы ғына тип уйлайым.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №46, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.11.24 | Ҡаралған: 14

Киске Өфө
 

Тормош ҡануны шулай: бер ишек ябыла икән, икенсеһе асыла. Ләкин бөтөн бәлә шунда: беҙ ябылған ишеккә ҡарап тороп, асылғанына иғтибар итмәйбеҙ.

(А. Жид).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru