Ошо көндәрҙә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында йылдың иң сағыу сараларының береһе - "Байыҡ" башҡорт бейеүҙәрен башҡарыусыларҙың республика телевизион конкурсының Гала-концерты үтте. Ун етенсе тапҡыр үткәрелгән сараның еңеүселәре билдәләнде. Улар араһында Өфө фән һәм технологиялар университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының бейеү коллективтары үҙ номинацияларында еңеүҙәр яуланы. Ошо уңайҙан конкурс тураһында факультеттың деканы, филология фәндәре докторы, профессор Гөлфирә Риф ҡыҙы АБДУЛЛИНА менән һөйләштек.
Һеҙҙең факультеттан берәү түгел, өс коллектив "Байыҡ" башҡорт бейеүҙәрен башҡарыусыларҙың республика телевизион конкурсында ҡатнашҡан. Үҙегеҙ факультеттың мәртәбәле уҡытыусылары менән "Шаян ғалимәләр" ансамблен төҙөп, сәхнәгә күтәрелгәнһегеҙ. Нисек ҡатнашырға батырсылыҡ иттегеҙ был конкурста?
- Факультеттың мәҙәни тормошон йәнләндереү өсөн бер нисә йыл элек "Йәшлек" халыҡ бейеүҙәре ансамблен төҙөнөк. Сөнки факультетыбыҙ һәм университет кимәлендә лә яҙыусы-шағирҙар, дәүләт әһелдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар менән бик күп төрлө саралар йыш үтеп тора һәм осрашыуҙарҙы башҡорт мәҙәниәтен сағылдырған сығыштар, йыр-моң, бейеү менән биҙәмәй булмай. Бына шул ваҡытта үҙебеҙҙең бейеү ансамблен булдырыуға ихтыяж тойҙоҡ, бер юлы йәштәрҙе лә бейергә өйрәтергә булдыҡ. "Йәшлек" ансамбленең ҡыҙҙар төркөмөн студентыбыҙ Наҙгөл Исхаҡова етәкләне, ул хәҙер магистратурала белем ала. Ә егеттәр төркөмө менән ул ваҡытта аспирантыбыҙ, хәҙер инде фән кандидаты, йәш уҡытыусыбыҙ Илнар Байбулов шөғөлләнә. Бына шундай рухлы йәштәр һүҙебеҙҙе йыҡмай, үҙҙәре ойошоп, арттарынан йәштәштәрен эйәртеп, бик матур ғына эшләп киттеләр. Уларға шаяртып ҡына "Инде "Байыҡ"та ҡатнашырлыҡ булдығыҙ", тигәйнек, тағы дәртләнеп киттеләр һәм былтыр был конкурста егеттәр төркөмө - 1-се урын, ҡыҙҙар 2-се урын алып ҡыуандырҙылар. Быйыл "Йәшлек" халыҡ бейеүҙәре ансамбленең ир-егеттәр төркөмө Гран-при яуланы, ә ҡыҙҙар үҙ номинацияһында 3-сө урынға лайыҡ булды.
Факультет уҡытыусылары менән студенттарҙы күтәрмәләп, телевизион конкурстың сәхнәһе артында йөрөнөк, шунда: "Инде үҙебеҙ бейеп ҡараһаҡ та була", - тип шаярттым. Ошо һүҙҙе коллегаларым ҡолаҡтарына һалып ҡуйған икән, быйылғы "Байыҡ" тураһында иғлан ителгәс тә: "Ҡатнашмайбыҙмы ни?" - тиҙәр. Уҡытыусыларҙың башланғысын күтәрмәләп алдыҡ та киттек шулай: "Шаян ғалимәләр" ансамбленә ойошоп, көтмәгәндә 1-се урынға лайыҡ булдыҡ! Ансамблебеҙгә төрлө йәштәге уҡытыусыларыбыҙ ихлас ҡушылды, һүҙемде йыҡманылар, шөкөр. Үҙебеҙҙең йәште, абруйҙы, асылды сағылдырған бейеүҙәр өйрәнергә теләнек һәм уйлап ҡына эш иттек, халҡыбыҙҙың милли йолаларын, тормош-көнкүрешен күрһәтергә, тигән маҡсат ҡуйҙыҡ.
Беренсе бейеүебеҙ халыҡта "Ураҡсылар" тип йөрөтөлә, ә рәсми атамаһы "Көҙгө уңыш" тип аталды. Унда көҙгө ураҡ мәлен сағылдырҙыҡ, ҡатын-ҡыҙҙар эш араһында ял иткән мәлдәрендә шаярып, бейеп тә алғандар бит инде, шуны күрһәттек. Ә икенсе бейеүебеҙ "Кис ултырыу" тип аталды, был да элек бик матур йолаларҙың береһе булған. Кейемдәрҙе үҙебеҙ тектек, оҫта ҡуллы уҡытыусыларыбыҙ алъяпҡыстар, яулыҡтар тегеп алып килде, ихлас әҙерләндек. Ансамблебеҙгә бейеү һалышҡан Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Марат Солтановҡа бик рәхмәтлебеҙ, ул беҙҙән йәшерәк булһа ла "ағай" тип кенә йөрөттөк үҙен.
Университет тормошо былай ҙа ҡайнап тора, һәр сарала ҡатнашып өлгөр генә. Беҙҙең "Шаян ғалимәләр" инде башҡа ҡайһы бер коллективтар кеүек бар иғтибарын бейеүҙәр өйрәнеүгә йүнәлтеп, айҙар буйы шөғөлләнә лә алманы, һәр бейеүгә берәр аҙна тирәһе генә ваҡыт бүлә алдыҡ. Әммә ошо минуттар онотолмаҫлыҡ бер матур хәтирәләр бүләк итте: киске сәғәт алтынан һуң бер нисә машинаға ултырып, шаярып-көлөшөп репетиция залына барабыҙ, тирләп-бешеп бейеү өйрәнеп, ауыр эш көнөн "онотоп", физик яҡтан ниндәйҙер бер еңеллек тойоп ҡайтабыҙ. Был коллективыбыҙҙы тағы нығыраҡ берләштерергә, дуҫлашырға ла ярҙам итте. Уҡытыусыларҙың һәләттәре асыла, һәр кемдең шәхси сифаттары күренә бына шундай берҙәм эш атҡарған саҡта. Кемдер кейем әҙерләшә, кемдер реквизиттар яһай, берәү сәхнәгә сыҡҡанда кәрәкле керпектәр алып килә - шулай тупландыҡ. Үҙем инде күберәк ойоштороу эштәре менән булдым, тәртип яғын күҙәттем. Шул тиклем рәхәт күңел торошо барлыҡҡа килде, үҙенә күрә бик матур ял булды был әҙерлек минуттары.
"Байыҡ" телевизион конкурсының әһәмиәтен тағы бер тапҡыр билдәләп үтһәгеҙ ине...
- Был конкурс 17-се тапҡыр үткәрелә, мин һуңғы 7 йылда уның бер Гала-концертын да ҡалдырғаным юҡ, коллектив менән күпләп билеттар һатып алып тамаша ҡылырға күнектек. Йылдан-йыл конкурстың кимәле күтәрелеүен билдәләп китергә кәрәк, ҡатнашыусылар һаны ла арта, географияһы ла киңәйә. Тәү сиратта уны ойоштороусыларҙың - Рита Ришат ҡыҙы Өмөтбаеваның һәм уның коллективының хеҙмәтен юғары баһалап үтеү шарт, улар шул тиклем күп төрлө коллективтар, кешеләр менән оҫта эшләй, ойоштора ала. Ярай беҙ - уҡытыусылар, ойошҡаныраҡ халыҡ. Ә бит унда төрлө йәштәге, төрлө һөнәр эйәләре булған кешеләр күп килә, уларҙың барыһын да ашатыу-йәшәтеүҙәренә тиклем хәстәрләргә, иғтибар бүлеп өлгөрөргә, репетициялар үткәрергә, Гала-концертҡа әҙерләү өсөн әллә күпме көс түгергә кәрәк. Афарин, тиергә һәм һоҡланыу белдерергә генә ҡала.
Тағы ла "Байыҡ" конкурсының бер әһәмиәтле яғын билдәләп үтер инем: ҡатнашыусыларҙың кейемдәренә талаптарҙың ҡәтғи булыуы бик яҡшы хәҡиҡәтте асты: хәҙер сәхнә кейемдәре лә башҡорт халҡының боронғо өлгөләренә ҡарап тегелә, аллы-гөллө гөлсәскәле ялан кеүек сәхнә. Тәүге йылдарҙан айырмалы рәүештә, кейемдәр милли колорит йәһәтенән дөрөҫ тегелә, бейеүселәрҙең төҫтәр, биҙәктәр, тегелеше йәһәтенән белгестәр менән эшләүе күренеп тора.
Гала-концертта бер нисә бейеүҙе бергә ҡушып сығаралар, бында ла һәр белгестең үҙ эшен белеүен күрҙек, 1-2 көн эсендә яңы бейеү һалдылар ҙа ҡуйҙылар. Беҙҙең кеүек һәүәҫкәр бейеүселәр менән эшләүе бик еңел дә түгелдер, әммә өйрәттеләр. Иң мөһиме, "Байыҡ"та коллектив эсендә лә, коллектив-ара ла дуҫлыҡ мөнәсәбәте барлыҡҡа килә, төрлө ерҙәрҙән килгән ҡатнашыусылар менән тынышып-аралашып ҡайттыҡ. Ҡыҙыҡһыныуҙар буйынса танышлыҡтар булдырыр бер майҙан, иҫ китмәле матур, рухлы күренеш ул "Байыҡ"!
Тағы ла "Байыҡ" төрлө быуын кешеләрен берләштергән конкурс. Йәштәр, райондарҙа эшләгәндәре лә, баш ҡалала уҡып йөрөгәндәре лә, үҙҙәренең тыуған төбәктәре исемен яҡлап сығыш яһай. Урта һәм өлкән йәштәге һәүәҫкәр бейеүселәр күп, мәҫәлән, быйыл Учалы районынан 75 йәшлек ағинәйҙәр килгән, хатта 80 йәшлек ҡатнашыусы ла бар ине. Өлкән быуын кешеләре араһында йәш саҡтарында бейергә теләп тә, ошондай мөмкинлектәре булмаған, йәшлек хыялы кеүек күңелдәрендә бейеүгә ҡарата һөйөү йөрөткән кешеләр күптер. Мин үҙемде лә шундайҙар рәтенә индерәм: бейергә шул тиклем ынтылышым бар ине, әммә өйрәтеүсе булманы. Факультетыбыҙҙың "Йәшлек" халыҡ бейеүҙәре ансамблен дә ойоштороуға ошо үкенес-хыялым булышлыҡ итте: ваҡытында беҙҙең мөмкинлек булмаһа ла, йәштәребеҙгә хыялдарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итеү - беҙҙең төп бурыс бит.
ШУЛАЙ ИТЕП...
Гөлфирә Риф ҡыҙы менән әңгәмәне йомғаҡлап, "Бейей белгән бейеүенән кинәнер", тигән мәҡәлде иҫкә төшөрҙөк. Ысынлап та, "Байыҡ" телевизион конкурсында һәр ҡатнашыусы сәхнәлә оло кинәнес кисереп, үҙен бәхетле тойоп, ошо хисте тамашасыларына ла бүлешеп йөрөй бит. Конкурстың ғүмере оҙон булыр, ә унда ҡатнашыусылар тағы ла дәртләнеп, халҡыбыҙҙың хазина өлгөләрен йәш быуынға еткереү, мәҙәниәтебеҙҙе үҫтереү эшенә көсөн һалыр, тигән ышаныста ҡалабыҙ.
Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.
"Киске Өфө" гәзите, №46, 2024 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА