«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Халҡыбыҙ бер ниндәй ауырлыҡтарға ҡарамай, рухын төшөрмәй, МХО-ла ҡатнашыусыларға ла һуңғы тинен биреп ярҙам итә, үҙ донъяһын, ғаиләһен дә хәстәрләй. Ә шулай ҙа бөгөн һеҙ ҡышты бесәнле-һуғымлы, һөтлө-майлы ҡаршыларға әҙерме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МЕҢ ЙЫЛҒА БЕР ТЫУҒАНДАРҘАН
+  - 

Башҡорт һәм бөтә күп милләтле әҙәбиәттең бәхетенә күрә, Бөйөк Ватан һуғышының дәһшәтле уты Мостай Кәримде йота алмай. Иҫән ҡалған әҙип яңы башҡорт әҙәбиәтенә нигеҙ һалып, уны бөтә Союз, хатта донъя кимәленә күтәреүсе булып таныла. Әҙипте был бейеклеккә илткән юл һуғыш йылдарында уҡ ижад иткән шиғырҙарынан башлана, улар төрлө телдәргә тәржемә ителеп, киң танылыу яулай. Үҙе арабыҙҙа булмаһа ла, ижады күңелдәребеҙҙә мәңгелеккә урын алған Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулды быйыл. Ошо айҡанлы Башҡортостан буйлап бихисап саралар теҙмәһе ойошторолдо, шуларҙың береһе - Өфө фән һәм технологиялар университетында үтте.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең иҫтәлегенә бағышланған сарала Өфө фән һәм технологиялар университеты проректоры Илгиз Ҡәҙерғолов, БР мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, БР Яҙыусылар берлеге идараһы рәйесе урынбаҫары Тәнзилә Дәүләтбирҙина сығыш яһаны һәм һәр кем Мостай Кәрим ижадының һәр быуын кешеһе өсөн ни тиклем ҡәҙерле булыуын билдәләп үтте. Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай бөйөк әҙипкә бәйле хәтирәләргә бирелеп, уға арналған шиғырын да уҡып үтте. Ә бына шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова атаһының оло кинәнес менән ижад итеүе тураһында һөйләһә, билдәле тележурналист, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Шәүрә Ғилманова бөйөк шағирҙың ижадын өйрәнеүгә иғтибар йүнәлтте.
- Бөгөн, ысынлап та, республикабыҙ, университетыбыҙ, башҡорт йәмәғәтселеге өсөн тарихи мәл. Ошо залдан Мостай Кәрим йәш быуынға ҡарап нисә тапҡыр өндәште икән? Ул бит беҙҙең университетҡа бик йыш килгән әҙиптәрҙең береһе ине. Ошо матур хисте беҙ ай дауамында үҙебеҙҙең студенттарға күсерергә ынтылдыҡ. Студенттар ай дауамында төрлө конкурстарҙа, викториналарҙа ҡатнашты, инсценировкаларҙы сәхнәләштереү буйынса репетицияларға йөрөнө. Башҡорт балалары Мостай Кәримде былай ҙа белә, шуға Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән, сит илдән килгән балаларҙы мотлаҡ рәүештә уның ижады, шәхесе, рухы менән таныштырырға тейешбеҙ, тигән бурыс алғанбыҙ. Унан да юғарыраҡ бурыс - йәштәрҙең күңеленә рухиәт орлоҡтары сәсеү, - тине башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты деканы, филология фәндәре докторы Гөлфирә Абдуллина.
"Бөйөк гуманист Мостай Кәрим" тигән әҙәби-музыкаль композиция сараның төп биҙәге булды. Был донъяға һүҙ менән йәм һәм төҫ килтергән рәссамдың гуманизмы ниҙә сағыла? Был һорауға яуап ябай: ул яуызлыҡҡа дошман булырға ҡурҡмаған. Мостай Кәрим әҫәрҙәренә кешелекһеҙлек, яуызлыҡ һәм йәбер донъяһы менән килешмәү, социаль ғәҙеллек көҫәү, берҙәм йәмғиәттең бөтә кешелек идеалдары өсөн көрәш рухы хас. Бына ошоларҙың барыһын да әҙәби-музыкаль композиция үҙ эсенә алғайны. Тамашасыларҙы Азамат Тимеров, Сәйҙә Ильясова, Рэм Гәрәев ижады әсир итте, "Йәшлек" халыҡ бейеүҙәре ансамбленең дәртле сығыштары күңелдәрҙе елкендерҙе.
Шулай уҡ факультет студенттары "Туй дауам итә" тигән театрлаштырылған тамаша тәҡдим итте: 1947 йылда Мостай Кәрим был әҫәре менән драматургияла тәү тапҡыр үҙ көсөн һынап ҡарай. Бөйөк Ватан һуғышының фажиғәләрен, ауыр юғалтыуҙар аша яуланған Бөйөк Еңеү хаҡының ҡиммәтен үткер сағылдырған был әҫәрҙең бөгөн дә көнүҙәк булыуын күрһәтергә тырышҡан йәштәр.
- Шағирҙарҙың баһаһын, йылдар үткәс, заман үҙе бирә. Кемдәрҙер балҡып килеп инә лә, һүнеп, юҡҡа сығып ҡуя, кемдәрҙер әкрен-әкрен генә ижад күгенә күтәрелә бара һәм был йондоҙҙар, йылдар үткән һайын, сағыуыраҡ яна - ижади яҙмыштар шулай төрлөсә. Ә Мостай һымаҡтар йөҙ йылғамы, мең йылғамы бер тапҡыр тыуа, шуға күрә Мостайҙы ҡабатларлыҡ, Мостай кимәленә күтәрерлек шағирҙар бөгөн бар, тип әйтә алмайым. Уның ижадын бәхетле йә бәхетһеҙ саҡта ла, көрсөк кисергән мәлдәрҙә лә уҡып, үҙеңә көс алаһың һәм үҙ хәлеңә баһа бирәһең: был хәл-күренеште ошолай ҙа баһаларға мөмкин! Ғөмүмән, Мостай Кәримдең үҙе үткән тормош юлы ла, ғүмере буйы тир түккән ижад юлы ла һәр кемгә өлгө булып торорлоҡ. Шуға уны ентекле уҡып, был тормошто хатаһыҙыраҡ йәшәргә һәм йәмғиәткә, йәшәйешкә ҡараштарҙы донъяның ҡояшлы яғында торған ошо яҡты күңелле, бөйөк гуманистың позицияһынан сығып ҡорорға кәрәк, бигерәк тә йәштәргә, - тип йомғаҡ яһаны Мостай Кәрим ижады буйынса төҙөлгән әҙәби-музыкаль композицияны әҙерләгән уҡытыусы-етәксе Гөлфирә Гәрәева.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Бәлки, кемдер бөйөк кисерештәр заманындағы ижадсыларға ҡарағанда, тыныс тормошта ижад иткән шағирҙарға хөрмәт бик тәтемәй, тип тә уйлайҙыр. Ләкин нишләп башҡорт әҙәбиәтенең башында нәҡ Мостай Кәрим тора һәм тыныс ваҡытта әҫәрҙәр тыуҙырыу уға ижади Олимпҡа менергә ҡамасауламаған? Бәлки, ул кисергән тетрәнеүҙән сәселгән осҡондар бөйөк ижад ялҡынына ут төрткәндер, һәм шул ялҡындың йылыһы әле лә беҙҙе йомарт ҡояш кеүек йылыталар?..

Рәзил ШӘМСЕТДИНОВ,
Өфө фән һәм технологиялар университеты студенты.

"Киске Өфө" гәзите, №46, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 21.11.24 | Ҡаралған: 13

Киске Өфө
 
Тормош ҡануны шулай: бер ишек ябыла икән, икенсеһе асыла. Ләкин бөтөн бәлә шунда: беҙ ябылған ишеккә ҡарап тороп, асылғанына иғтибар итмәйбеҙ.

(А. Жид).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru