«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, тормош дауам итә: игенсе икмәк үҫтерә, малсы мал аҫрай, юлдар һалына, балалар мәктәпкә йөрөй, хатта ки өлкән йәштәгеләрҙең ғүмер оҙайлығы арта бара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә лә барлана бына ошондай темалар...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАШҠА ҠАҘАҠ ҠАҠҠАН ЕГЕТ
+  - 


Бөгөнгө әңгәмәсебеҙ - тарихсы, Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры Данир Әхмәҙи улы ҒӘЙНУЛЛИН.

Әңгәмәбеҙ башында ата-бабаларығыҙ, нәҫел-ырыуығыҙ хаҡында әйтеп китеүегеҙҙе һорар инек.

- Мин Стәрлетамаҡ районының Мәҡсүт ауылында тыуғанмын, ырыуыбыҙ - юрматы, нәҫел-нәсәбебеҙ Дауыт Иманов исемле тархан тоҡомона барып тоташа. Дауыт тархан 1735 - 1740 йылғы ихтилал етәкселәренең береһе булған Килмәк Нурышевтың ике туған ҡустыһы була. Ул да Килмәк ағаһы менән ихтилалда ҡатнаша, ҡулға алынып, 1741 йылда, Аҡай батыр һәм Килмәк абыҙ кеүек үк, Минзәлә ҡәлғәһендә язалап үлтерелә. Ул замандарҙан алып минең быуынға тиклем 10-дан ашыу нәҫел алышынған. Әсәйем Стәрлебаш районының Түбәнге Аллағыуат ауылынан, 5 йәшемдән бирле шул ауылда үҫтем, мәктәпте лә шул ауылда тамамланым. Ауыл атамаһы Аллағыуат старшина исеме менән бәйле. Тарихи сығанаҡтарҙа ул мырҙа булараҡ телгә алына. Әйтергә кәрәк, тархан исеме батырлыҡ, яуҙарҙа күрһәткән ҡаҙаныштар өсөн бирелһә, мырҙалыҡ тик нәҫел буйынса бирелгән. Йорт старшинаһы Аллағыуат мырҙаның да яҙмышы ҡыҙыҡлы: ул 1735 - 1740 йылдарҙағы ихтилалда әүҙем ҡатнаша, Солтан Морат хан менән Ҡырым аша Төрөк солтанына ярҙам һорап барған башҡорт делегацияһы составында дипломат булыуы хаҡында ла тарихи мәғлүмәт бар. Бихисап старшиналар баш күтәргән өсөн ҡулға алына, язаға тарттырыла, каторгаға оҙатыла. Бер төркөм старшиналар менән Аллағыуат старшина ла власть менән килешеүгә өлгәшә һәм иҫән ҡала, тик вазифаһын ғына юғалта.

Ата-бабаларығыҙ хаҡында тәүге мәғлүмәттәрҙе кемдәрҙән ишеттегеҙ?

- Иң тәүҙә олатайымдан. Ул 1911 йылғы ине, тыуған яҡ тарихын яҡшы белде. Мин уның менән бергә көтөү көттөм, бесән сабырға йөрөнөм, шул саҡта ул миңә күп нәмәләр тураһында һөйләне. Иҫке зыярат урынын күрһәтә лә, элеккерәк замандарҙа йәшәгән кешеләр хаҡында бәйән итә. Уның һәр нәмә буйынса үҙ фекере булды. Мәҫәлән, ошо иҫке зыяраттың бер яғына ерләнгән кешеләрҙең малдарынан ҡалған тиреҫтең ҡалынлығы 3 метрға еткән, 20-се йылдар тирәһендә уға ут ҡабып, йыл буйына янып ятты, тип һөйләгәне хәтерҙә ҡалған. Тимәк, был ауылда революцияға тиклем кешеләр малды күп тотҡан. Йылға буйына төшһәк, ҡарайып, ташҡа әйләнеп бөткән ағас олондарын күрһәтер ҙә, бында борон ҡарағай ағастары үҫкән ул, тип аңлатыр ине. Далаға сыҡһаҡ, "Өс уба" тигән изге урынды күрһәтеп, унда батырҙар күмелеүе, халыҡ байлығына яҫҡынып килгәндәрҙе бында һис бер үткәрмәүҙәре тураһында ғорурланып һөйләр булды. Һәр бер барған урындың атамаһын белә ине, мәҫәлән, бында Йәшмәт буйы, бында Мөхәмәт утары һ.б., уларҙың ни өсөн шулай аталыуҙарын, тарихын ҡыҙыҡлы итеп аңлатып та бирә. Тыуған яғының топонимикаһын яҡшы белгән кешеләрҙән булған ул. Бик бәләкәй генә булһам да, уның һөйләгәндәре хәтеремә һеңеп ҡалған.

Тарих фәне менән бәләкәйҙән ҡыҙыҡһынғас, тарихсы һөнәрен һайларға ла еңел генә хәл иткәнһегеҙҙер?

- Ауылда 8 йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се интернат-мәктәпкә уҡырға индем. Теләктәрем бик ҙур ине минең: ауыл хужалығы институтына уҡырға инергә, агроном булып эшләп, артабан колхоз председателе булып китергә... Әммә миңә икенсе юлдан китергә насип булды. Беҙҙе тарих фәненән Марат Мөхәмәтйән улы Хафизов уҡытты, тап ул үҙенең уҡыусыларында тарихҡа ҡарата һөйөү уята алды. Шуға күрә мин, аттестатты алыу менән, туранан-тура БДУ-ның тарих факультетына йүнәлдем. Имтихандарҙы уңышлы биргәс, ошо университет студенты бүлып киттем.
Ғөмүмән, тормош юлында миңә яҡшы, киң күңелле кешеләр осрап торҙо. Бер саҡ шулай университет ашханаһынан сығып килгәндә ишек төбөндә ниҙелер эҙләп маташҡан бер олпат ҡына ағайҙы осраттым. "Улым, ошонда асҡысым төшөп киткәйне, табып бир әле", - ти был ағай. Асҡысын таптым. Ул минән һорай: "Ҡайҙанһың, ниндәй мәктәптә уҡының?" "Стәрлебаштан, 1-се интернатта уҡып сыҡтым", - тим. "Мин дә әүәлерәк шунда уҡығайным",- ти ағай. Ул Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов булып сыҡты. "Әйҙә, беҙҙең кафедраға кил, шунда специалләшеү үтерһең", - ти. Һуңынан ул мине, беренсе курс студентын, ярты ставкаға кафедраға лаборант итеп эшкә алды.
Уҙған быуаттың 80-се йыл аҙаҡтары - 90-сы йылдары. Күрәһең, был БДУ-ның тарих факультетының алтын осоро булғандыр. Профессорҙар Н.А. Мәжитов, И.Ғ. Аҡманов, Н.М. Ҡолбахтин, М.М. Ҡолшәрипов, Ә.З. Әсфәндиәров, Р.З. Янғужин - һәр береһе юғары кимәлдәге белгес. Улар 1-се интернат-мәктәпте тамамлаған беренсе курс студенттары менән һөйләшеп, әңгәмә үткәрәп, аҡыллы һүҙҙәре менән әүрәтеп, үҙҙәренең кафедраларына һайлап алдылар: кемдер Мәжитовҡа, икенсе берәүҙәр Әсфәндиәровҡа, өсөнсөләре башҡа ғалимдар ҡарамағына эләгә. Беҙҙе уҡытыу менән генә шөғөлләнмәнеләр улар, тарих фәнен дөрөҫ аңларға өйрәттеләр, тәрбиәләнеләр.

Тарих теорияһынан башҡа, һөнәргә ғәмәли өйрәтеүгә ныҡлы иғтибар булғандыр?

- Беҙҙе 1-се курстан һуң каникулдарҙа экспедицияларға ебәрәләр ине. Нияз Абдулхаҡ улы миңә: "Ысын археологияның ниндәй булыуын күрергә тейешһең", - тип, 1989 йылдың йәйендә Ырымбур өлкәһенең Илек районына, археолог Пшенючник ҡаҙыу эштәре алып барған алтынлы убаларға экспедицияға ебәрҙе. Икенсе йылына Силәбе өлкәһенә, археолог Здановичтың Арҡайым ҡаласығын ҡаҙышырға йүнәлтмә бирҙеләр. Йыл һайын ошондай арҙаҡлы, бар донъяға билдәле ғалимдар ҡулы аҫтында ябай студент-ҡаҙыусы ғына булһаҡ та, ғилми эштең нисек ойошторолоуын күреп-өйрәнеп үҫтек.
Шул уҡ Арҡайымда Ҡаҙағстандан килтерелгән ҙур бер тирмә була торғайны. Көн һайын ғалимдарҙың береһе ғилми доклад яһай, шунан дискуссиялар башлана. Ул ваҡытта Арҡайым ҡаласығын асыу археология өлкәһендәге ҙур ҡаҙаныш, тип ҡарала ине. Мәскәү, Санкт-Петербург ғалимдары сығыш яһаны. Һәр кемебеҙ, дөрөҫмө ул, яңылышмы, үҙ фекерен әйтә ала ине. Әлбиттә, беҙ, башлыса, тыңлап, фәһем алып ултырҙыҡ. Билдәле ғалим, тарих фәндәре докторы Сергей Боталовтың сығышын тыңларға насип булды. Беҙҙең егеттәр Беренсе башҡорт республикаһының флагын алып килделәр (йәшел, зәңгәр, аҡ төҫтәрҙәге). Сергей Боталовтан һорайбыҙ: "Был Башҡортостандың тәүге флагы, мөмкинме шуны экспедицияның флагштогына элеп ҡуйырға?" Боталов: "Был бит боронғо башҡорт ерҙәре, элегеҙ", - тип рөхсәт итте. Ошо флаг беҙҙең 20 көнлөк экспедицияның аҙағына тиклем шунда елдә тулҡынланып, күңелдәребеҙҙә сикһеҙ ғорурлыҡ уятып, рәхәтлек биреп торҙо.

Күптәребеҙҙең ғаиләләрендә ата-бабаларҙан ҡалған шәхси ҡомартҡылар була: боронғо китаптар, көмөш ҡашлы эйәрҙәр, сукеп яһалған биҙәүесле йүгәндәр, ҡылыстар, ҡатын-ҡыҙ кейемдәре, биҙәүестәр һ.б. Беҙ уларҙы ҡәҙерләп һаҡлайбыҙ, музейҙарға тапшырабыҙ. Шул уҡ ваҡытта башҡорт йәмғиәтенең меңәр йыллыҡ тарихы булған дөйөм матди һәм рухи мираҫы ла бар. Был мираҫ бик бай ул, уның төрлө формалары бар. Мин туған еребеҙҙе, урмандарыбыҙҙы, тауҙарыбыҙҙы, йылға-күлдәребеҙҙе, ғөмүмән, Көньяҡ Урал тәбиғәтен халҡыбыҙҙың мәңгелек матди мираҫы тип атар инем.

- Башҡорттар халыҡ булараҡ Көньяҡ Уралда формалашҡан, һәм был процеста Урал тәбиғәтенең роле бик ҙур. Бәғзе бер тарихсыларыбыҙ раҫлауынса, б.э. IV - V быуаттарында уҡ халҡыбыҙ ошонда берҙәм этнос булараҡ ойоша башлаған. Ә инде Булғар ханлығына сәфәр сыҡҡан ғәрәп хәлифе илселеге сәркәтибе ибн Фаҙлан 922 йылда көньяҡ башҡорт далалары аша уҙып киткән хәлдә лә, Көньяҡ Уралдың Башҡорт иле булыуын белгән. Хатта ки уны башҡорттарҙан бик ныҡ ҡурҡыталар: йәнәһе, сит-ят кеше килеп сыҡһа, уның башын киҫеп алып китәләр икән. Әлбиттә, ошолай итеп яттарҙы ҡурҡытып тороу һаҡланыу сараһы ла булғандыр. Мосолман, уҡымышлы ибн Фаҙлан, башҡорттарҙы мәжүсиҙәр тип атаған хәлдә лә, уларҙы тап айырым башҡорт халҡы итеп таныған.
Ул замандарҙа тирә-яҡта байтаҡ башҡа халыҡтар йәшәгән - шул уҡ булғарҙар, ҡимаҡтар, Енисей ҡырғыҙҙары, уғыҙҙар, емектәр, бәшнәктәр һ.б. Улар бөгөн ҡайҙа һуң? Исемдәре тарихи сығанаҡтарҙа ғына ҡалған, үҙҙәре донъя буталыштары замандарында таралышып, ассимиляцияға бирелеп, башҡа халыҡ булып йәшәй: булғарҙарҙың бер өлөшө татарға, бер өлөшө сыуашҡа әйләнгән, Енисей ҡырғыҙҙары иһә хакас исемен йөрөтә. Бөтөнләйгә юғалған ҡәүемдәр бихисап. Ә башҡорт 2000 йыл элек тә башҡорт булған, хәҙер ҙә башҡорт, үҙ ерендә, үҙ Уралында, үҙ республикаһында хужа халыҡ булып йәшәй бирә.
Көньяҡ Уралдың ландшафты хаҡында бер фекерем бар - ул башҡорт халҡы өсөн үҙенә күрә бер тәбиғи ҡәлғә булған. Донъялар имен саҡта халыҡтың бер өлөшө, иҫәпһеҙ күп малдарын ҡыуып, көньяҡ далаларына сығып киткән. Ҡайһылары Себер яҡтарына, Тобол, Иртыш буйҙарына тиклем барып еткән, бәғзе берәүҙәре Яйыҡ, Волга буйҙарында көн иткән. Донъялар аламаланып, ҡырылышлы яуҙар башланһа, улар яңынан үҙ Уралына ҡайтҡан, тау-урмандар араһына инеп боҫҡан. Тарихта билдәле факттар бар - дошмандарынан ҡасып китер ерҙәре булмаған ҡәүемдәр йә ҡырылып бөткән, йә ҡоллоҡҡа һатып ебәрелгән. Ә Уралыбыҙҙа халыҡ быуаттар буйына бөтмәгән, кәмемәгән, ошонда йәшәп, киләсәк көндәр өсөн көс туплаған. Бына XIII быуаттағы Сыңғыҙ хан яуын алып ҡарайыҡ. Бөйөк монгол ханының ал ғәскәрҙәренең Тарихи Башҡортостандың көньяҡ дала тарафтарында башҡорт яугирҙары менән дә алышҡа ингәне билдәле. Азия халыҡтары тарихын ентекләп өйрәнгән Л.Н. Гумилев башҡорттарҙың монголдар менән 14 йыл буйына айҡашыуы хаҡында яҙа, әммә башҡорттар һис бер еңелеү белмәй. Әлбиттә, улар Уралға ҡыҫырыҡлана. Ул-был була икән, улар үҙҙәренең тәбиғи ҡәлғәһенә - Урал тауҙары армыттары, ҡуйы урмандар араһына инеп юғала. Ә монгол ғәскәренең төп тактикаһы - асыҡ урында, далала алышыу. Улар тау араларында, урмандарҙа һуғыш хәрәкәттәре алып бармай.

Ә ни өсөн Сыңғыҙ хан башҡорттарҙы үҙенә союздаш итеп ала, был башҡорт шәжәрәләрендә лә сағылыш тапҡан бит?

- Башҡорттар көслө, яугир халыҡ. Алышта бер-береһе өсөн йәнен бирергә әҙер. Яу яланын ташлап ҡасмайҙар. Былар барыһы ла Сыңғыҙ хандың төп законы - "Яса" положениеларына тура килә. Килешеү буйынса һәр бер ырыуҙың аҫаба ерҙәре хужаларына ҡалдырыла, ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар тыйылмай. Ә бер ни тиклем башҡорт яугирҙары монгол ғәскәрендә хеҙмәт итергә тейеш була. Шуның өсөн Алтын Урҙа көсәйгән ваҡытта (XIII - XIV б.б.) башҡорттар иркен, үҙаллы тормош көтә, улар, көньяҡ далаларына сығып, һис бер хәүефһеҙ мал көтә алған. Алтын Урҙа дәүләтенең XV быуаттың урталарында тамам тарҡалыуы башҡорттар өсөн уңайлы булмай. Башҡорт илен Ҡаҙан, Себер, Ҡаҙаҡ ханлыҡтары уратып ала, Нуғай урҙаһынан башҡорт халҡы ныҡ йәбер күрә. Бындай ҡыҫырыҡлау XVI быуат урталарына тиклем дауам итә, башҡорт ырыуҙары, яҡлау эҙләп, Рус дәүләте составына инергә мәжбүр була.

Тимәк, һеҙҙеңсә, башҡорт ҡәүемдәренең йә далаларға таралып китеп йәшәүе, йә Көньяҡ Уралға кире ҡайтыуы сәйәси ваҡиғалар менән бәйле булып, билдәле бер циклдарҙы тәш-кил иткән?

- Тап шулай. Бына нуғайҙарҙы алып ҡарайыҡ. Улар XVI быуатҡаса Башҡортостан ерлегенә бер килеп, бер китеп йөрөйҙәр. Бик көслө урҙаға тупланып йәшәйҙәр. Әммә улар беҙҙең яҡтарға яҙҙан көҙгәсә генә килеп йәшәй, сөнки бындағы климат шарттарына түҙә алмайҙар. Ә XVII быуатта тарҡалыуға дусар булған Волга буйы нуғайҙары тыуған төйәктәренә - Кавказ яҡтарына, Кубангә ҡайтып китергә ҡарар итә, үҙҙәре менән китергә юрматы ырыуы башҡорттарын да өгөтләп ҡарайҙар. Әммә юрматы башҡорттары: "Беҙҙең Ватаныбыҙ ошонда, тыуған еребеҙҙе ташлап бер ҡайҙа ла китмәйәсәкбеҙ", - тиҙәр. Ә бөгөнгө нуғай тоҡомдары ҡайһыһы ҡайҙа таралып йәшәй, дәүләтселектәре лә юҡ.
Әйткәндәргә өҫтәп, тағы ла бер проблемаға асыҡлыҡ индерәйек. Бына матбуғатта, социаль селтәрҙәрҙә ҡыҙыу бәхәстәр бара: башҡорттар күсмә халыҡ булғанмы, әллә ултыраҡ тормошта йәшәгәнме? Ғөмүмән, күскенселек, күсмә халыҡ төшөнсәләре беҙҙең ҡайһы бер зыялыларыбыҙҙы ныҡ ҡуҙғытып, хатта ярһытып ебәрә. Минеңсә, башҡорттар ярым күсмә, ярым ултыраҡ тормош рәүешен үҙ иткән. Ни өсөн? Бының үҙ сәбәптәре бар. Ата-бабаларыбыҙ малсылыҡ менән шөғөлләнгән, яҙ етеү менән меңәрләгән баш малдарын далаларға алып сыҡҡан, ҡайҙа көтөүлектәр яҡшыраҡ, шул яҡтарға күсә барған. Ҡышҡа табан улар Көньяҡ Уралға кире ҡайтҡан, унда ауылдары, ҡышлаҡтары булған, яҙ еткәнсе шунда торғандар. Малдары, башлыса, тибенлектә йөрөгән. Әгәр далаларҙа хәүеф-хәтәр тыуһа, яу килһә, башҡорттар Урал армыттарына, ҡуйы урмандар араһына һырыҡҡан. Урал тауҙары - башҡорт халҡының мәңгелек һаҡсы-ҡурсалаусыһы ул. Йәнә, солоҡсолоҡ, һөнәрселек менән шөғөлләнгән башҡорттар ултыраҡ тормошта йәшәй, боронғо башҡорт ҡалаларында йәшәүселәрҙе лә иҫәпкә алырға кәрәк.

Тарихи Башҡортостаныбыҙҙың тәбиғәте бик гүзәл, уның менән һоҡланмаған кеше юҡтыр. Бихисап тәбиғәт объекттары - беҙгә Аллаһыбыҙҙан бирелгән бүләк һәм ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған гүзәл мираҫ ул. Тәбиғи мираҫ объекттарынан һуңғы йылдарҙа Шүлгәнташҡа иғтибар ҙур булды, унда уникаль "Шүлгәнташ мәмерйәһе" тарихи-мәҙәни ҡурсаулығы һәм уның нигеҙендә "Шүлгәнташ" музей комплексы төҙөлдө. Ошо хаҡта уҡыусыларыбыҙға ентекләп һөйләп китһәгеҙ ине.

- Ысынлап та, Шүлгәнташ - ер йөҙөндәге уникаль мәмерйәләрҙең береһе ул. Уның стеналарында таш быуатында (палеолит дәүерендә) йәшәгән боронғо кешеләрҙең һүрәттәре һаҡланып ҡалған. Уның тарихы былай. Бынан 20 мең йылдар самаһы элегерәк боронғо кешеләр бер урындан икенсе урынға күсеп йөрөп йәшәргә мәжбүр булған. Тап шул осорҙа һуңғы бөйөк боҙланыу осоро башлана, туңған океандан шыуышып сыҡҡан үтә ҡалын (3 000 метрға тиклем) боҙ ҡатламдары Европаның яртыһын ҡаплап ала, боҙҙар Урта Волгаға тиклем килеп етә. Шуныһы үтә ҡыҙыҡ: төньяҡтан шыуышып килгән боҙ юлында Урал тауҙары ята, шуға күрә боҙ ҡатламы был яҡтағы ерҙәрҙе Пермь яғынан урап үтә, байтаҡ ҡына территория боҙ менән ҡапланмай. Климат йылынғас, бында тундра далаһына оҡшаш тәбиғи зона хасил була: төрлө үҫемлектәр, бәләкәй ағас-ҡыуаҡтар гөрләп үҫә, сөнки һыу ҙа, йылы ла етерлек. Әлбиттә, ҡырағай хайуандар күпләп үрсей: мамонттар, йөнтәҫ носорогтар, ҡырағай аттар, дөйәләр. Кешеләргә туҡланыу өсөн уңайлы шарттар тыуа, шуға күрә был тарафтарға көнбайштан, хатта Европанан күсеп килеүселәр ҙә күбәйә.
Боҙҙар ҙа баҫа алмаған Урал тауҙары тыуып ҡына килгән кеше аңында сакраль сағылыш таба, Шүлгәнташ мәмерйәһе лә үҙенә күрә бер сакраль урынға әйләнә. 20 мең йыл әүәл кешенең аңы, зиһене ныҡлап үҫешә, уның тәбиғәткә, хайуандарға айырым ҡарашы формалаша башлай. Был дәүерҙе тәү дин башланғысы итеп тә ҡарап була. Элек үҙен тәбиғәттән айырып ҡарай алмаған кеше донъяла кем булыуын асыҡларға теләй: ул үҙенең башҡа тереклектәрҙән айырымлығын күрә. Иң мөһиме - тап ошо дәүерҙә уның тәү ижади ҡеүәһе формалаша башлай, ә был сәнғәткә илтә торған юл. 36 - 20 мең йылдар элегерәк Испанияның төньяғында, Францияның көньяғында йәшәгән боронғо кешеләр шулай уҡ мәмерйәләрҙә төрлө һүрәттәр төшөргән. Хайуан һүрәттәре менән бер рәттән, төрлө геометрик фигуралар - трапециялар, өсмөйөштәр һ.б. төшөрөлә. Тикшеренеүселәр Европа мәмерйәләрендәге һүрәттәр менән беҙҙең Шүлгәнташтағы һүрәттәрҙең бер иш булыуына иғтибар итә. Шуға күрә боронғо Европа кешеләренең Көньяҡ Уралғаса килеп етә алыуы хаҡында фараз барлыҡҡа килә.

Боронғо кешеләр мәмерйә стеналарына ни сәбәпле ҡырағай хайуандарҙы төшөргән икән?

- Мамонттар, носорогтар, ҡырағай аттар, дөйәләр - таш быуат кешеләре өсөн аҙыҡ сығанағы, уларҙың күп булыуы ул дәүерҙәге тормош торошон билдәләгән. Кешеләрҙең шул йәнлектәрҙең сакраль һүрәттәрен табыныу өсөн төшөрөүҙәре мөмкин. Унан һуң, беҙ таш быуат кешеләрен йөн баҫҡан, тире ябынып йөрөгән итеп күҙалларға күнеккәнбеҙ. Ә улар кейем тегә белгән. Беҙҙең музейыбыҙҙа ошондай кейем өлгөһө ҡуйылған: тире салбар, оҙон тоҡ рәүешле өҫ кейеме һәм капюшон, аяҡтарында ла тире ситек. Бындай кейем һалҡын ҡыш көндәрендә кешеләр өсөн бик уңайлы булған. Энәне һөйәктән эшләгәндәр, еп урынына мал һеңере ҡулланылған.
Әйткәнемсә, бындай боронғо ҡомартҡылар бик һирәк: Испанияла, Францияла электән билдәле, яңыраҡ Балканда ла табылды шундай һүрәтле мәмерйә. Ә 1959 йылда тикшеренеүсе А.В. Рюмин Шүлгәнташ мәмерйәһендә (Капова пещера) беренсе булып палеолит эпохаһы һүрәттәрен таба. Барлығы 170 һүрәт табыла. Был донъя кимәлендәге сенцация була, сөнки әүәл ғалимдар Уралда таш быуат кешеләре йәшәүен инҡар иткән. Ул осорҙа барлығы 50-нән ашыу һүрәт табыла, әммә беҙгә бөгөн 190 һүрәт барлығы билдәле. Хәҙерге ваҡытта Японияға, Ҡытайға, Монголияға, Францияға, йә иһә башҡа бер илгә барып, Шүлгәнташ атамаһын әйтһәң, уны күбеһе белә.

Тимәк, беҙҙең Тарихи Башҡортостан территорияһында бынан 20 мең йыл элек кешеләр йәшәгән, бында ла буласаҡ цивилизация башланғысы яралған, тип һығымта яһарға буламы?

- Әлбиттә. Улар, таш быуат кешеләре булһа ла, үҙҙәренә күрә сәнғәт менән шөғөлләнгән. Юҡ, уларҙы ҡәҙимге ҡырағай кешеләр тип әйтеп булмай. Беҙ, шаяртыбыраҡ, Шүлгәнташ һүрәттәрен Рәсәй территорияһындағы иң боронғо картиналар галереяһы, тип атайбыҙ. Франция ғалимдары, Шүлгәнташ һүрәттәре менән танышҡас, бик ҡыҙыҡлы һығымтаға килде: Испаниялағы, Франциялағы һүрәттәр реалистик алым менән эшләнгән, йәнлек ысынбарлыҡта ниндәй - һүрәттә лә шундай. Ә Шүлгәнташта һүрәт төшөрөүҙә схематизм ҡулланылған. Таш быуат рәссамы шул уҡ атты йә иһә дөйәне үҙенсә, үҙе күҙ алдына килтергәнсә, схематик рәүештә сағылдырған. Беҙ, шаярта биреп: "Башҡортостан - абстракционизмдың тыуған иле", - тибеҙ. Ә абстракт һүрәттәр, символдар ҡулланыу аң үҫешенең билдәле кимәлдә юғарыраҡ булыуын талап итә. Абстракт фекерләү менән мифтар уйлап сығара алыу ҙа бәйле. Абстракт фекерләүҙе, схематик, символик һүрәттәр төшөрөүҙе һәм мифология башланғыстарын бер рәткә ҡуйып ҡарап була.

Таш быуаттан ҡалған мәҙәни мираҫ һаҡлауҙы һәм яҡлауҙы талап итә. Ә беҙҙә бындай өлкәлә эшләүсе ғалимдар юҡ тиерлек. Сит ил белгестәре менән бәйләнешкә сығырға тура килгәндер?

- 2010 йылда Башҡортостандың күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге директоры булып килгәнемдән алдараҡ үҙем өсөн, уңышлы, һөҙөмтәле эш өсөн мөһим булған бер принципты тоторға кәрәк, тигән идеяға килгәйнем. Һәр бер ойошманың төп миссияһын, төп бурысын билдәләп, шуны үтәй алырлыҡ команда туплау. Әгәр ошо миссияны командаңа аңлата, еткерә алһаң, эш алға барасаҡ. Бында килгәс, командамды йыйып алып, асыҡтан-асыҡ һөйләшеү ойошторҙом. Беҙ тиҙ генә үтәп булырлыҡ ваҡ эштәр менән булышмайыҡ, ә иң боронғо, иң ҡиммәтле, иң ҙур ҡомартҡыларыбыҙы һаҡлау һәм дөрөҫ файҙаланыу мәсьәләһен төп миссиябыҙ итеп алайыҡ. Ҙур эш башҡарып сыға алһаҡ, абруйыбыҙ ҙа юғарыраҡ буласаҡ, тимен. Шүлгәнташ - шундай ҡомартҡыларҙың береһе. Иң беренсе эшебеҙ - ҡомартҡыны таҙартыу, реставрация эшләү, һуңынан Европа талаптарына тура килерлек музей комплексын төҙөү. Эш 2012 йылда башланды. Ә 2014 йылда бында ЮНЕСКО эксперттары килеп, тикшереү уҙғарҙылар. "Шүлгәнташ мәмерйәһе - Европалағы иң бысраҡ мәмерйә", - тинеләр улар. Икенсенән, баҫҡыстар шул тиклем иҫкергән, ҡаҡшаған, хатта Италиянан килгән эксперт былай тине: "Әгәр мин экскурсияға килгән кешеләрҙе ошо баҫҡыстарҙан йөрөтһәм, мине төрмәгә ябырҙар ине". Өсөнсөнән, мәмерйәне мотлаҡ ябыу һәм таҙарта башлау менән бер рәттән, уның янында төҙөләсәк музей проекты өҫтөндә эште башлап ебәреү кәрәк ине.

Эште ниҙән башлап ебәрҙегеҙ?

- Тәбиғәт ҡомартҡыларын нисек таҙартырға икәнен, музей комплексы ниндәй булырға тейешлеген бер кем дә белмәй. Ә улар Европала барҙар. Ике архитектор менән Испанияға йүнәлдек. Унда Альтамира мәмерйәһе музейы бар, ундағы һү-рәттәр шулай уҡ палеолит осорона ҡарай. Беҙҙе музей директоры Хосе Антонио Лачерас бик ихлас ҡаршы алды: йөҙөндә ныҡ аптырағанлығы ла сағылыш тапҡан. Шүлгәнташты беләләр, насар хәлдә икәне лә уларға билдәле, ә бына ошо ауыр эште башҡарып сығырға теләгәндәрҙең үтә йәш булыуына аптырағандарҙыр инде. Музей менән таныштыҡ, мәмерйәне ҡарап сыҡтыҡ. Реставрация тураһында һүҙ ҡуҙғатҡас, директор шулай тине: "Европала һеҙгә бер генә кеше ярҙам итә ала - ул Андоррала йәшәүсе реставратор Эудаль Гийамет". Испанияла башҡа бер мәмерйәләрҙе ҡарап сыҡҡас, автобус менән Францияға киттек. Ласко музейын ҡараныҡ. Унда билдәле тикшеренеүсе, археолог Жан-Жак Климер, музейҙы һаҡлаусы Жан-Мишель Женест менән осрашып һөйләштек. Улар ҙа бик аптыраны, беҙгә бындай эш менән бығаса Рәсәйҙән бер кеше лә килеп йөрөмәне, тиҙәр. Улар ҙа ярҙамға әлеге Андорра реставраторы Эудаль Гийаметты саҡырырға кәрәк булыр, тине. Франциянан ошо кешегә шылтыратып һөйләштек, ул беҙҙең менән хеҙмәттәшлек итергә риза булды. "Әлегә буштан-бушҡа йөрөмәгеҙ, 2015 йылдың йәйендә буласаҡ ғилми конференцияға саҡырабыҙ, шунда Шүлгәнташ менән танышырһығыҙ", - тинек.
Икенсе йылға реставрация эштәрен башлап ебәреү өсөн Бөрйәнгә Испаниянан, Франциянан белгестәрҙе саҡырҙыҡ. Бәләкәй генә ҡунаҡханалар төҙөп өлгөрҙөк, ҙур булмаған экспозициябыҙ ҙа бар ине. Эудаль Гийамет әйтә: "Был бик ҡыҙыҡлы, әммә үтә ауыр эш. Франциянан килтерелгән реставраторҙар һеҙгә бик ҡиммәткә төшәсәк, шуға күрә бер нисә кешене үҙем өйрәтәсәкмен". Беҙ 5 кешенән торған эшсе төркөмдө уның ҡарамағына бирҙек. 2017, 2018, 2019 йылдарҙа Эудаль Гийамет етәкселегендә йылына ике тапҡыр - яҙ һәм көҙ айҙарында мәмерйәлә таҙартыу һәм реставрация эштәрен башҡарҙыҡ.
Мәмерйәнең 120 кв. м майҙаны таҙартылды. Таҙартыу эштәре еңелдәрҙән булманы: ниндәй генә граффитиҙар юҡ ине бында: майлы буяуҙар, күмер, ҡором, элекке химик ҡәләм, хатта ҡатын-ҡыҙҙарҙың ирен помадаһы менән дә сыймаҡлағандар. Мәҙәни кимәлдең түбән булыуы вандализмға килтерә лә инде. Иң ауыры - ирен помадаһын һәм химик ҡәләм эҙҙәрен юйыу булғандыр - улар стеналарға ныҡлап һеңешкән ине. 2017 йылда стеналағы кальциттың бер өлөшөн алған саҡта дөйә һүрәте асылды. Был һүрәттең бер өлөшө 60-сы йылдарҙа асылған булған (дөйәнең артҡы аяҡтары), әммә тотош таҙартылмағас, кеше һүрәтелер тип, антропоморф тип нарыҡлағандар. Эудаль беҙгә әйтә: "Был һүрәт тотош асылмаған, һаҡ ҡына таҙартығыҙ". Йоҡа кальцит ҡатламын стоматологияла ҡулланылған бормашина менән таҙарттыҡ. Был һүрәт хәҙер донъялағы иң боронғо дөйә һүрәте. Күрәһегеҙ, дөйәләрҙе беҙгә Урта Азиянан алып килмәгәндәр, улар таш быуатынан бирле Уралда йәшәгән. Әйткәндәй, Монголия далаларында әле лә ҡырағай дөйәләр һаҡланып ҡалған.

Заманында Шүлгәнташ мәмерйәһенә кем етте, шул, нисек етте, шулай кереп йөрөнө. Мәмерйә шулай бысранды ла инде. Тимәк, был процесты мәҙәниләштереү өсөн музей төҙөү зарур ине. Был мәсьәлә нисек хәл ителде?

- Иң элгәре Рөстәм Әлибаев етәкселегендә йәш архитекторҙарыбыҙ проект эшләй башланы. Проекттың конструкторы - Илфат Аҡтуғанов, фәнни эште археолог Николай Григорьев алып барҙы. Дизайн эштәрен Тимур Сабитов етәкләне. Проект 2018 йылға әҙер булды, дәүләт экспертизаһын да уңышлы үттек. Экспозицияларҙы эшләргә башҡа музейҙар хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеп торманыҡ - быны ла яңыса, заманса итеп башҡарыу теләге көслө булды. Егеттәребеҙҙе сит ил музейҙары экспозициялары менән танышыу өсөн сит илдәргә - Испанияға, Францияға, Швецияға, Данияға, Төркиәгә командировкаларға ебәрҙем. Ундағы музей етәкселәре, төп белгестәре менән осрашырға, кәңәш һорарға, заманса технологияларҙы өйрәнергә кәрәк булды. Унан һуң, ғилми конференциялар ваҡытында музей проектын билдәле ғалимдарға күрһәтеп, уларҙан тәҡдимдәрен проектҡа индерә барҙыҡ.
Музейҙың фундаментын һала башланыҡ. Ә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов музей төҙөүгә 350 миллион һумдан артыҡ бирә алмайбыҙ тине. Был бик аҙ. Ни эшләргә? Егеттәр менән һөйләшкәндә сметаны бер аҙ кәметергә ҡуштым. Улар: "Улай итеп музей төҙөп булмаясаҡ", - тиҙәр. Мин хәйләләшергә булдым. Ни булһа ла булыр, иң мөһиме - төҙөй башларға кәрәк. Шаяртыбыраҡ, Хужа Насретдин әйткәнсә, уға тиклем йә ишәк үлер, йә хан йән бирер, тигәндәй булды. Бер башланған төҙөлөштө ташламаҫтар, тип уйланылды. Эш башы ауырға төштө. Унда электән ҡурсаулыҡ булды бит. Ундағы хеҙмәткәрҙәрҙең күбеһе музей төҙөүгә ҡаршы булды: "Ниңә кәрәк ул, кем йөрөһөн бында, йүнле юл да юҡ, етмәһә, тәбиғәтте исрафлайһығыҙ", - тип бәйләнәләр. Улар ҡырағай туристарҙан башҡаны белмәй ҙә, күрмәй ҙә йәшәне бит. Халыҡты ризалатыуы был йәһәттән еңел булманы.
Октябрҙә республикаға Р.Ф. Хәбиров ҡайтты. Оҙаҡламай ул музей буйынса Хөкүмәттә кәңәшмә уҙғарҙы, бар эштәр, проекттар менән ентекләп танышты, беҙ ҙә музейҙың милли әһәмиәтен аңлата алғанбыҙҙыр, тим. Донъя кимәлендәге тәбиғәт ҡомартҡыһын һаҡлау, Шүлгәнташты донъя кимәлендәге ҡомартҡы сифатында ЮНЕСКО реестрына индереү, ахырҙа, был объектты төпкөлдәге Бөрйән районы өсөн үҙенсәлекле иҡтисади якорь-проект итеү ине. Европала сәнәғәт объекттары булмаған райондарҙы бына ошондай ысул менән күтәрәләр икән. Был сәбәп Радий Фәрит улына айырыуса ныҡ оҡшаны. Ул проекттың мотлаҡ бойомға ашырыласағы һәм тулыһынса финансланасағы хаҡында белдерҙе һәм һүҙендә торҙо. Төҙөлөшкә йылына бер-ике тапҡыр килеп, эш барышын контролдә тотто. Ә аҙаҡтан, 1922 йылдың 9 июлендә музейҙы асҡан саҡта уның биналары, тышҡы күренеше, эске биҙәлеше шул тиклем мөһабәт булып күренде, һоҡланмаған кеше ҡалмағандыр ул. Экспонаттарҙы Рәсәйҙәге иң яҡшы материалдарҙан, иң маһир оҫталарҙан эшләттек. Һөҙөмтәлә Бөрйән урман-тауҙары араһында Европа кешеләрен дә аптыратырлыҡ та, һоҡландырырлыҡ та заманса музей комплексы төҙөлдө. Халыҡта юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит: "Тырышҡан - тапҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан", - тип.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Әлеге көндә Данир Ғәйнуллиндың егәрле командаһы, ең һыҙғанып, тағы ла ҙур бер проектты ғәмәлгә ашыра: улар Күсмә цивилизацияларҙың Евразия музейын төҙөй. Бөтөн донъя төркиҙәрен генә түгел, ә башҡа бер цивилизация вәкилдәрен дә үҙенә тартып торасаҡ ул. Ошо музейҙың яңы ғына асылған визит үҙәгенә килгән туристарҙың һаны 83 меңдән артып китте. Киләсәктә музей проектында ҡаралған башҡа объекттар ҙа төҙөләсәк. Быныһы - айырым һөйләшеү темаһы.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ әңгәмә ҡорҙо.
"Киске Өфө" гәзите, №48, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.12.24 | Ҡаралған: 66

Киске Өфө
 

Кешенең аҡыл туплауға өс юлы бар: уйланыуҙар юлы - быныһы иң изгеһе; башҡаларға оҡшарға тырышыу юлы - быныһы иң еңеле; үҙ тәжрибәң менән яуланған юл - быныһы иң ауыры.

(Конфуций).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru