«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, тормош дауам итә: игенсе икмәк үҫтерә, малсы мал аҫрай, юлдар һалына, балалар мәктәпкә йөрөй, хатта ки өлкән йәштәгеләрҙең ғүмер оҙайлығы арта бара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә лә барлана бына ошондай темалар...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҪРАҒАН ҺӘР МАЛЫ АШАТА ЛА, ЙӘШӘТӘ ЛӘ ХАЛҠЫМДЫ
+  - 

Башҡорт халҡының "Ат - дан, һарыҡ - байлыҡ" тигән тәрән мәғәнәле әйтеме бар. Башҡорттар борон-борондан мал аҫрап көн иткән бит, шунан килеп сыҡҡан да инде әйтем. Халыҡ табибы Ишмырҙа Һиҙиәтов та: "Башҡорт халҡының аҫраған малдары уны ашата ла, эсерә лә, кейендерә лә, йылыта ла, һауыҡтыра ла, йәшәтә лә, үрсетә лә", - тип бик хаҡ һүҙҙәр әйткән.

Баяғы әйтемдең икенсе өлөшөн алып, һарыҡты данлап, Байғужа ауылы мәҙәниәт йортонда "Һарыҡ - байлыҡ" тип аталған сара үткәрергә йыйылдыҡ. Ысынлап та, һарыҡ - торғаны менән байлыҡ. Беҙҙең ауылда халыҡ уны күпләп көтә һәм яҡшы ғына килем дә ала. Байрамға районыбыҙҙың ауылдарынан ағинәйҙәрҙе, оҫтабикәләрҙе саҡырҙыҡ.
Иң тәүҙә залды зауыҡ менән биҙәнек. Һарыҡ йөнөнән, тиреһенән тегелгән, бәйләнгән әйберҙәрҙән күргәҙмә әҙерләнек. Һарыҡ итенән, эс-ҡарыны, үпкә-бауырынан төрлө ризыҡтар бешерҙек.
Ә сарабыҙға килгән ҡунаҡтарыбыҙ ҡулдарына орсоҡ алып йөн иләп, бәйләм бәйләп, ярышып, байрамды йәмләп, йәнләндереп ебәрҙеләр. Эш барышы араһында һарыҡтарҙың бик боронғо замандан уҡ ҡулға эйәләштерелгәне, диндә лә ҙур роль уйнағаны, башҡорттарҙың уны төрөнә һәм йәшенә ҡарап, төрлөсә атауҙары тураһында әңгәмәләштек.
Мәҫәлән, Сыңғызова Зөлфирә апай күргәҙмәләге үҙе килтергән әйберҙәргә күрһәтеп, уларҙың яҙғы йөндән әҙерләнеүе тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Хәҙерге көндә балаларҙың һарыҡ йөнөнән бәйләнгән ойоҡбаш, бейәләйҙәрҙе бик үк кеймәүҙәре тураһында үкенеп һығымта яһаны өләсәй. Мортаева Рәхимә апай һарыҡ йөнөнән эшләнгән йылы ла, еңел дә булған юрғаны тураһында һөйләне. Рәхимә апайҙың өләсәһе теккән сәкмән тураһында һөйләүе үҙе бер танһыҡ мәғлүмәт булды. Сәкмән - халҡыбыҙ кейгән кейемдәрҙең бер төрө. Уның материалын эшләү күп ваҡыт һәм көс талап иткән, шуға ла уны бик егәрлеләр генә етештергәндер, тип уйланылды. Билдәләнеүенсә, был материалды яҙғы бәрәс йөнөн ҡырҡып, иләп, һуҡҡандар, аҙаҡ эҫе һыу менән бешекләп, һуҙғылап баҫҡандар. Хәҙергесә драп кеүек туҡыма килеп сыҡҡан. Шул материалдан тегелгән йылы өҫ кейемен сәкмән тигәндәр. Тиҙ бысранмаһын өсөн уны күбеһенсә ҡара йөндән эшләгәндәр. Ауылыбыҙҙағы ошондай оҫта, егәрле лә булған Һеләүһеновтар араһын "ҡара сәкмәндәр" араһы тип атау ҙа ошо кәсепкә, ошо оҫталыҡҡа бәйле булғандыр, күрәһең.
Солтанова Зилә иһә көҙгө йөндө нисек итеп төрлө ысул менән кейеҙ баҫыу өсөн файҙаланыу тураһында һөйләне, үҙе баҫҡан, биҙәгән, күҙҙең яуын алып торған кейеҙҙәрҙе күрһәтеп, оҫталыҡ дәресе лә үткәрҙе. Көҙгө йөндән баҫылған быймалар, быйма баштары бөгөнгө көндә лә бик кәрәкле аяҡ кейемдәре һанала, тип билдәләне ул.
Мырҙагилдина Шәмсикамал апай халыҡ медицинаһында һарыҡтың роле тураһында бай материал әҙерләгәйне. Килгән ҡунаҡтарыбыҙ ҙа был тема буйынса тәжрибәләре менән ихлас уртаҡлашты.
Ҡатнашыусылар билдәләүенсә, һарыҡты бүләккә биреү ҙә башҡорт халҡының йолаларында йыш сағыла. Мәҫәлән, туй һарығы биреү мотлаҡ үтәлә торған йола булған. Һабантуйҙарҙа көрәш батырын ҙур ҡусҡар менән бүләкләү йолаһы әле булһа һаҡлана. Туйға йәки тыуған көнгә һарыҡ бүләк итеү ҙә ғәҙәти күренеш. Беҙҙең яҡтарҙа яҡыныңды һуңғы юлға оҙатҡанда гүр хәйеренә тип, һарыҡ бирәләр.
Сара аҙағында һарыҡ көтөүен көткәндәге ҡыҙыҡлы хәлдәр тураһында һөйләшеп көлөштөк. Оҫта итеп йөн иләүселәр, бәйләм бәйләүселәр ярышына йомғаҡ яһалды, ҡатнашыусыларҙың һәр береһе үҙҙәренең бүләктәрен алып һөйөндө. Артабан ҡунаҡтарыбыҙҙы мул табын артына саҡырып, бәрәкәтле Байғужа еренең һутлы үләндәрен генә ашап үҫкән һарыҡ ите һурпаһына бешкән бишбармаҡ, тултырма менән һыйланыҡ. Файҙалы ла, фәһемле лә саранан: "Малдарыбыҙ үҙебеҙгә насип булһын, илебеҙгә тыныслыҡ килеп, ошондай табындар артында иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан ир-егеттәребеҙ менән аш-һыу уртаҡлашырға насип булһын",- тигән теләктәр менән таралыштыҡ.

Зилә СОЛТАНОВА.
Йылайыр районы Байғужа ауылы.

"Киске Өфө" гәзите, №48, 2024 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.12.24 | Ҡаралған: 74

Киске Өфө
 
Кешенең аҡыл туплауға өс юлы бар: уйланыуҙар юлы - быныһы иң изгеһе; башҡаларға оҡшарға тырышыу юлы - быныһы иң еңеле; үҙ тәжрибәң менән яуланған юл - быныһы иң ауыры.

(Конфуций).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru