«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, тормош дауам итә: игенсе икмәк үҫтерә, малсы мал аҫрай, юлдар һалына, балалар мәктәпкә йөрөй, хатта ки өлкән йәштәгеләрҙең ғүмер оҙайлығы арта бара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә лә барлана бына ошондай темалар...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙЫЛАН АЯҒЫН КИҪЕРҘӘЙ ИТЕП ЙӘШӘЙЕК, ЭШЛӘЙЕК, АУЫРЛЫҠТАРҒА БИРЕШМӘЙЕК!
+  - 


Яңы йыл... Ошо ике һүҙ беҙ белмәгән-һиҙмәгән тылсымға эйә кеүек тойола. Был һүҙҙәр артында беҙҙең быуын кешеләре әле бала ғына саҡтағы декабрь айы һалҡындары, яңы ғына яуып, бар донъяны сафтан-саф, аҡтан-аҡ итеп биҙәгән йәш ҡарҙың һаран ҡояш нурҙарында меңәрләгән гәүһәр бөртөктәреләй баҙлап ятыуы, хеҙмәт дәрестәрендә мәктәбебеҙҙең бер бүлмәһенә ҡуйыла торған шыршыға үҙ ҡулдарыбыҙ менән төрлө биҙәүестәр, уйынсыҡтар әҙерләүебеҙ, нисек итеп булһа ла шыршы байрамына берәй ябай ғына булһа ла битлек табып, хатта тундың эсен тышҡа әйләндереп кейеп килеүебеҙ, һәм, әлбиттә, матур итеп биҙәлгән шыршы тирәләй бер-беребеҙҙең ҡулдарына тотоношоп, "Йәшел шыршым, һин минең, их, нуры урмандың, һин биҙәге Яңы йылда беҙҙең урамдың!" - тип йырлап йөрөүебеҙ кеүек хәтирәләр йәшәй.
Яңы йылды байрам итеү - кешелек донъяһының иң боронғо йолаларының береһе булғандыр. Аң-зиһен ҡеүәлә-ре үҫешә барған кешеләр тора-бара абстракт ваҡыт төшөнсәһенең асылына төшөнә башлай, шуның менән бергә уны иҫәпләү берәмектәре лә хасил була: иртә, төш, кис, кисә, бөгөн, иртәгә, көн, төн, тәүлек, аҙна, ай, яҙ, йәй, көҙ, ҡыш, йыл һ.б. Боронғо кешеләр аңында ваҡыт тәбиғәт күренештәренең туҡтауһыҙ алышынып тороуының сағылышы булараҡ формалаша. Йыл төшөнсәһе лә бер-береһен алыштыра килгән дүрт миҙгелдең тамам булған бер циклын белдерә.
Архаик замандарҙа һәр яңы йыл ерҙәге барса тереклектең яңырыу осоро - яҙ миҙгеле етеү менән башланған, һәм был мәңгелек күктең, тәбиғәттең кисектергеһеҙ ҡануны рәүешендә ҡабул ителгән. Кешеләр аңында яҙ башы - яңы йыл башы - яҙғы ерҙең сираттағы йәнләнеше, яңырышы рәүешендә сағылыш тапҡан. Тап шуның өсөн дә боронғо халыҡтар яңы йыл башын март айында байрам иткән. Боронғо төркиҙәр ҙә яңы йыл башланыуын март айында билдәләгән. Рәсәйҙә төрлө дәүерҙәрҙә йыл хисабын алып барыу һәм Яңы йыл башын билдәләү төрлөсә булған. Боронғо Рустә Яңы йыл, башҡа халыҡтарҙағы кеүек, 1 марттан башланған, ә йыл иҫәбе донъя яратылған ваҡыттан башлап алып барылған. XIV быуатта Мәскәү сиркәү соборы, грек календарына ярашлы, Яңы йыл башын 1 сентябргә күсерергә ҡарар итһә лә, был ҡарар бөйөк кенәз Иоанн Васильевич Өсөнсөнөң ҡәтғи талабы буйынса 1492 йылдан ғына сиркәү һәм граждандар йылын иҫәпләүгә нигеҙ булып китә. 1 сентябрь бер үк ваҡытта яһаҡ, пошлиналар һәм башҡа түләүҙәрҙе ҡабул итеү көнө, тип һанала. Был көндә батша Кремлгә килгән, унда сиркәүҙең юғары вазифалы руханиҙары менән тантаналы сараларҙа ҡатнашҡан, бында килгән һәр кем батшаға яҡлау һәм ғәҙеллек һорап мөрәжәғәт итә алған.
Рәсәйҙә 1 сентябрҙә Яңы йылды ҡаршылау һуңғы тапҡыр 1698 йылда булған. 1699 йылда Европала оҙайлы сәйәхәттә йөрөп ҡайтҡан Петр I йыл башын 1 ғинуарҙан башлап иҫәпләүҙе, йыл хисабын донъя башынан түгел, Христос тыуғандан алып барыуҙы талап иткән указ ҡабул итә. "Рәсәйҙә Яңы йылды төрлөсә иҫәпләү булғанлыҡтан, ошо числонан кешеләрҙең башын ҡатырыуҙы туҡтатырға һәм бар ерҙә лә Яңы йылды 1 ғинуарҙан алып иҫәпләй башларға. Ошо изге башланғыс һәм күңел асыу хөрмәтенә бер-береңде, эштә уңыштар һәм ғаилә именлеге теләп, Яңы йыл менән ҡотларға. Яңы йыл хөрмәтенә шыршылар ҡуйырға, балаларға уйындар ҡорорға, тауҙан санала шыуыу ойошторорға. Ә ололарға эскелек һәм танау емереү менән булышмаҫҡа - бының өсөн башҡа көндәр ҙә етерлек", - тиелә батша указында.
Боронғо Көнсығышта йыл иҫәбен алып барыу менән бәйле тағы ла бер традиция барлыҡҡа килеп, ул әлеге көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған. Ул, хайуан атамалары менән бәйләп, Ҡытайҙа ҡабул ителгән 12 йыллыҡ циклдан торған зодиакаль календарь рәүешендә билдәле. Уға ярашлы, 2025 йыл йылан йылына тура килә, дөрөҫөрәге, йәшел ағас йыланы йылы, тип атала.
Йылан - ғәжәпләндергес йән эйәһе, һалҡын ҡанлыларға ҡарай. Көнсығыш мәҙәниәтендә уға аҡыллылыҡ, зирәклек, хәйләкәрлек, алдан күрә белеүсәнлек, тоғролоҡ кеүек сифаттар хас, тип ҡабул ителгән. Шул уҡ ваҡытта йылан үҙ тормошонан ләззәт алып йәшәй, уға бигерәк тә ҡояш нурҙарында ҡыҙынып ятыу оҡшай.
Башҡорт әкиәттәрендә йылан образы йыш осрай: ул уҫал, яуыз йә иһә мәкерле итеп һүрәтләнә, шуға күрә "ҡара йылан" һүҙбәйләнеше яһил, аҫтыртын, "аҫтан килеп сағыусы" кешегә ҡарата берҙәй ҡулланыла. Ысынбарлыҡта йылан күптәрҙә ытырғаныс тойғоһон тыуҙырһа ла, башҡорт мөхитендә уны үлтереү тыйыла: йылан үлтереүсегә уның ҡоһоро төшөүе мөмкин, тип һанала. Боронғоларҙа аҡ йылан культы ла була, ул барса йыландарҙың батшаһы, уны күргән кеше тиҙ арала ырыҫҡа, байлыҡҡа өлгәшә ала, тип иҫәпләнгән. 922 йылда башҡорттар менән осрашҡан Ибн Фаҙлан уларҙың бер ҡәүеменең йыландарға табыныуы хаҡында мәғлүмәт ҡалдырған. Әйткәндәй, киләһе йыл беҙҙең йылан ырыуы башҡорттары өсөн икеләтә күркәмерәктер ул: донъяның башҡа бер төбәгендә тотош йыл исеменә үҙатамаһы тура килгән берәй ҡәүем бармы икән?
Йылан менән бәйле башҡорт халыҡ әйтем-мәҡәлдәрен дә иҫкә алып китеү урынлы булыр. Бына уларҙың бер нисәһе: "Егет булған егет еңенән йылан сығарыр", "Илай-илай һөйләгән илап йылан сығарыр", "Йылан менән дуҫ булһаң, ҡулың сағыр", "Йәне теләгән, йылан ите ашаған", "Йылы ергә йылан да эйәләшә", "Яла теле йыландан яман", "Еренә күрә ҡоланы, һыуына күрә йыланы, ҡыҙына күрә кейәүе, өйөнә күрә иләге", "Йортһоҙ - йылан, ерһеҙ - шайтан", "Йыланды үлтерергә дошманыңа ҡуш", "Йылан йыландың ҡойроғон уҙмаҫ, түрә түрәнең бойороғон боҙмаҫ".
Халҡыбыҙҙа бик тә уңған, йылғыр, өлгөр кешегә ҡарата "йылан аяғын киҫкән" тиҙәр. Әйҙәгеҙ, йәмәғәт, алдағы йылан йылында беҙ ҙә йылан аяғын киҫерҙәй итеп йәшәйек, эшләйек, ауырлыҡтарға бирешмәйек, ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшәйек. Йылан йылына ҡот теләп, иҫәнлектә-һаулыҡта, иптәшлектә-дуҫлыҡта, барса илебеҙ менән имен-аман йәшәргә яҙһын, тим.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №51, 27 декабрь 2024 йыл - 2 Fинуар 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.12.24 | Ҡаралған: 33

Киске Өфө
 

Ҡото менән килһен Яңы йыл! Бәхет ҡошо ла, Сәләмәтлек тигән ҡорос арғымаҡ та, Мөхәббәт тигән серле хис-тойғо ла, Уңыш ғали йәнәптәре лә, "Донъябыҙ тыныс" тигән күңел һиллеге лә, "Минең балаларым" тигән кинәнес тә, асмандарға аштырыр Хыял-ҡанат та - барыһы ла мөғжизәләй көтөп торһон һеҙҙе яңы 2025 йыл тупһаһында, мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ!

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru