Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
Декабрь
|
|
ЫРЫМБУР ГУБЕРНАТОРҘАРЫ ҺӘМ БАШҠОРТТАР
|
(Генерал-майор И.В. Чернов яҙмаларынан)
Граф В.А. Перовский
(1833-1842 йылдарҙа Ырымбур губернаторы булған).
Перовскийҙың тәүге идаралығында ике шәхси таш йорт була: береһен хәҙер Герштейн аптекаһы биләй, икенсеһендә - Турғай губернаторы фатиры.
Был ике өй сауҙагәр Осоргиндыҡы була, ул һуңынан бөлә, һәм был өйҙәрҙең береһе шәхси кешегә, икенсеһе ҡаҙнаға бурыстарын түләтер өсөн һатыла.
Николаев урамындағы өй, хәҙер унда контроль палатаһы урынлашҡан, был йорт 1838 - 1839 йылдарҙа ҡаралама рәүешендә төҙөлөп бөткән булһа ла, уның хужалары - ир менән ҡатын унда күсеп килмәй: киң таралған хөрәфәткә ярашлы, яңы өй үҙенә мәйет һораясаҡ икән. 1852 йылда ошо өй генерал-губернаторҙың канцелярияһы өсөн һатып алына, һәм әлеге хөрәфәткә ышаныу дөрөҫкә сыға: канцелярияның ошо йортҡа күсеүенән һуң унда кешеләр йәшәй башлағас, уларҙың иң ҡарты, 80 йәшлек Зверев үлеп ҡала, ә ул кенәз Волконский һәм генерал Бахметев замандарын яҡшы белгән кешеләрҙән була.
Каруанһарайҙы төҙөтә башлау Перовскийҙың башҡорт кантондары начальниктарына ебәргән махсус циркулярҙары менән бәйле: улар бинаның башҡорт халҡы өсөн төҙөтөлөп, үҙ эштәре менән Ырымбурға барып йөрөүсе башҡорттар өсөн файҙалы булыуын аңлатырға тейеш була, сөнки улар быға тиклем шәхси йорттарға фатирға төшөргә мәжбүр булған, Каруанһарай төҙөлөп бөткәс, унда кешеләргә ҡунып китеү һәм үҙҙәренең аттарын тотоу өсөн уңайлыраҡ биналар буласаҡ, тип вәғәҙәләнә.
Бинала тәүҙә казармалар рәүешендәге һикеле ҙур бүлмәләр төҙөтөлә, аҫҡы ҡат ат һарайҙары өсөн тәғәйенләнә. Былар бөтәһе лә Перовскийҙың Азия тибындағы каруанһарайҙарҙы сәфәргә сыҡҡан мосолмандар һәм сауҙагәрҙәр өсөн рус еренә күсерергә теләүе тураһында һөйләй; шуға күрә ул биналар араһына мәсет тә һалырға ҡуша, сөнки Каруанһарайҙа йәшәгән башҡорттарға үҙҙәренең ҡанундары буйынса ихтыяждарын һәм намаҙҙарын тулыһынса үтәй алыу мөмкинлеген булдырыу фарыз; бының менән хөкүмәттең мосолмандарҙы көсләп христианлаштырыу уйынан үтә алыҫ булыуын күрһәтергә тырышалар, ә бындай имеш-мимеш хәбәрҙәрҙе фанатиклыҡтары хаттин ашҡан Ҡаҙан татарҙары йәшертен рәүештә тарата, ә хөкүмәт, киреһенсә, үҙ иҫәбенә төбәктә булған барса мәсеттәрҙән дә күркәмерәк мәсет төҙөтә.
Ошо маҡсатта бында яңы мәсетте биҙәү өсөн кәрәк булған хәйриә аҡсаларын йыйыу маҡсатында башҡорттарҙы саҡыралар. Ул хәйриә аҡсаларын йыйып туплау вазифаһы Түбәнге Себенле ауылы ахуны Абдулла Дәүләтшинға йөкмәтелә, ул сығышы буйынса татар булһа ла, башҡорт ғәскәренә теркәлгән була. Ул 30 мең һумға тиклем ассигнациялар йыя.
Мәсет бинаһын яҡтыртыу өсөн Петербургта инглиз магазинынан һатып алынған ҡиммәтле люстра элеп ҡуйыла. Шуларҙың барыһына ла өҫтәп, тышҡы яғынан аҡ кафель (изразцы) менән көпләнгән бейек таш манара күтәрелә.
1841 йыл аҙағында Каруанһарайға башҡорт ғәскәре командующийының канцелярияһы күсерелә һәм чиновниктарға, йәнә бында хеҙмәткә ебәрелгән, 50 кешенән торған башҡорт командаһына фатирҙар бирелә.
Башҡа башҡорттар өсөн бүлмәләр асыу хаҡында бер кем дә уйлап та ҡараманы һәм Каруанһарайҙа уларҙан бер кем дә бер ҡасан да туҡталманы. Бинаны ҡунаҡханаға әйләндереү уны йылытыу, таҙа итеп тотоу һәм ремонтлау йәһәтенән ҡиммәткә төшөр ине. Бинаның һикеле казармалар урынлашҡан уң фасады канцелярия бүлмәләре итеп үҙгәртеп ҡорола, ә һул яғында губернатор бүлмәләре урынлаша; аттар өсөн арандар булған түбәнге ҡат көмбәҙҙәре уның тәүге тәғәйенләнешен күрһәтеп тора.
Мәсетте асырға мөфтөй һәм 300-гә яҡын мосолман саҡырыла, унан башҡа бер ниндәй саҡырыуһыҙ, ҡыҙыҡһынып килгән кешеләр бик күп була.
Мәсетте асыу тантанаһы батша ғали йәнәптәре Николай Павловичҡа таж кейҙереү көнөнә тап килтерелеп, 22 августа уҙғарыла. Күңел асыуҙар азиаттарға хас зауыҡ менән ойошторола: көрәштә бер рәттән өс кешене еңеүсегә бүләккә яулыҡ йә иһә шәл бирелә, ат сабыштарында приздар итеп 20 һумлыҡ халаттар йә иһә кафтандар, шулай уҡ бер нисә аршынға тиклем ҡыҫҡара барған ситса киҫәктәре тапшырыла.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №51, 27 декабрь 2024 йыл - 2 Fинуар 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
Яҙылған: 26.12.24 | Ҡаралған: 26
|
|
Киске Өфө
|
|
Ҡото менән килһен Яңы йыл! Бәхет ҡошо ла, Сәләмәтлек тигән ҡорос арғымаҡ та, Мөхәббәт тигән серле хис-тойғо ла, Уңыш ғали йәнәптәре лә, "Донъябыҙ тыныс" тигән күңел һиллеге лә, "Минең балаларым" тигән кинәнес тә, асмандарға аштырыр Хыял-ҡанат та - барыһы ла мөғжизәләй көтөп торһон һеҙҙе яңы 2025 йыл тупһаһында, мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ!
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|