«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01 


2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, тормош дауам итә: игенсе икмәк үҫтерә, малсы мал аҫрай, юлдар һалына, балалар мәктәпкә йөрөй, хатта ки өлкән йәштәгеләрҙең ғүмер оҙайлығы арта бара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә лә барлана бына ошондай темалар...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЛ ЙОЛАҺЫНА ХАН ДА БУЙҺОНА
+  - 


Көсөргәнеш сығанағы

Бөгөн Өфө урамдарында хиджаб кейгән, йәш бала күтәргән, икенсе ҡулы менән өлкәнерәген етәкләгән, ә өсөнсөһө итәгенә йәбешкән Урта Азия йә Кавказ тарафтарынан килгән ҡатындарҙың минут һайын юлыбыҙҙа осрауҙарына тәүҙәрәк ятһынып ҡараһаҡ та, хәҙер тамам өйрәндек инде. Хатта улар һөйләшкәндә шымып торорға, ситкә янтайып, юл бирергә лә өйрәнеп киләбеҙ, буғай, әммә шулай итмәһәң, өҫтөңә килеп менерҙәр төҫлө.
Үҙ закондары һәм үҙ төшөнсәләре менән тормошобоҙға хужаларса бәреп килеп ингән ниндәйҙер ят һәм сит тулҡын ваҡыт-ваҡыты менән йөрәкте сәнскеләп ала шулай ҙа: үҙ тыуған ерендә кемдең генә ситнәтелгән һәм килмешәк хәлендә ҡалғыһы килер икән! Рәсәйҙең почетлы адвокаты Дмитрий Краснов әйтмешләй, йәмғиәтебеҙ ситтән килгәндәрҙең сит йоғонтоһо баҫымында йәшәргә, һәүетемсә тормошобоҙға килеп ингән үҙгәрештәр менән килешергә мәжбүр була, ҡайҙа бараһың - беҙҙең бит төп төйәгебеҙ ошонда, башҡа илебеҙ юҡ. Ярай ҙа, урындағы халыҡтың хушкүңеллегенән разый булып, шым ғына йәшәп ятһалар, ни әйтерһең.
Ә бит мигранттар үҙҙәре генә түгел, үҙҙәре менән бихисап проблемалар ҙа алып килделәр. Тәүҙәрәк эшкә урынлашып, аҙмы-күпме аҡса туплап, мигранттар тыуған илендәге ғаиләләренә ебәреп ятһа, аҙаҡҡараҡ улар илдәге ҡайһы бер "йомшаҡлыҡ"тарҙы күреп ала һалды һәм үҙ файҙаларына бороп та ебәрҙе: тиҙ арала бихисап балалары, ҡатындары, ҡаҙандары менән һис бер ҡаршылыҡһыҙ илебеҙ түренә килеп тулды. Килеп тә тулдылар, һәләт кенә нисектер гражданлыҡҡа ла эйә булдылар, фатирлы ла булып бөттөләр... Етмәһә, үҙебеҙҙә лә хатта күптәргә тәтемәгән социаль льготалар менән һин дә мин файҙаланып яталар. Илдәрендә төштәренә лә кермәгән Әсәлек капиталы, күрәһең, уларҙы иң ҡыҙыҡтырғаны. Урта Азия һәм Төньяҡ Кавказ республикаларының ҡайһы бер етәкселәре ҡәнәғәтләнеү менән белдереүенсә, үҙҙәрендә Әсәлек капиталы ҡаралмаған, сөнки уларҙың илендә демография проблемаһы юҡ. Әлбиттә, РФ Президенты Владимир Путин былтыр уҡ Әсәлек капиталын балаһы тыуған ваҡытҡа Рәсәй гражданлығы булғандарға ғына бирергә тигән законға ҡул ҡуйһа ла, был әрһеҙ мигранттар өсөн әллә ни кәртә була алмағандыр, сөнки улар кемуҙарҙан ярышып, Рәсәй гражданлығы юлларға тотондо. Кем белә, уларҙың бөтәһе лә законлы рәүештә эйә буламы уға, әллә беҙҙең коррупцион система ярҙам итәме...
Әйткәндәй, әле ошо көндәрҙә генә РФ Эске эштәр министрлығы Мәскәү буйынса Баш идаралығының миграция бүлегендә эшләгән элекке ике полковник - Дмитрий Тахтаулов менән Вячеслав Фокиндың, шулай уҡ уларҙың ике эшҡыуар йөҙөндәге эшнәләре А.Школьников менән В. Абрамовтың 10 мең (!) сит ил кешеһен законһыҙ рәүештә Рәсәйгә индереүҙе ойошторғандары һәм ошо нигеҙҙә законһыҙ бизнес менән шөғөлләнгәндәре өсөн баш ҡаланың Басман район суды тарафынан енәйәт эшен ҡараны һәм улар 6 йылға колонияға хөкөм ителде. Әлеге ваҡытта полицияның экс-полковнигы Тахтауловтың һәм уның туғандарының коррупцион нигеҙҙә тупланған байлығын дәүләт файҙаһына ҡайтарыу буйынса эш ҡарала.
Әлеге көндә РФ Эске эштәр министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәйҙә 6 миллиондан ашыу мигрант йәшәй, шуларҙың 750 меңе, ә, бәлки, миллионға яҡыны, рөхсәтһеҙ рәүештә йәшәй. Ғөмүмән, был йәһәттән һандар менән аныҡ ҡына эш итеүе лә ҡыйын, сөнки төрлө сығанаҡтар төрлө һандар менән эш итә. Адвокат Краснов раҫлауынса, рөхсәтһеҙ йәшәгән һәр бер мигрант, йомшаҡ итеп әйткәндә, хоҡуҡ боҙоусы, әгәр енәйәтсе булмаһа. Өҫтәүенә, беҙҙең, йәнәһе лә, "демография һәм иҡтисад мәсьәләләрен хәл итеү өсөн" килеүсе мигранттарҙың белем кимәленә ҡарап та, уларҙың Рәсәйгә "ярҙам итеү" түгел, ә ярҙан этеү һәм илгә өҫтәмә проблемалар тыуҙырыу ғына икәнлеге күренә. Рәсәй Хәүефһеҙлек советы рәйесе урынбаҫары Дмитрий Медведев, Рәсәйгә мигранттарҙың ғаиләләре менән оҙайлы ваҡытҡа килеп тулыуы илдең социаль өлкәһендә көсөргәнеш тыуҙыра, тип бик дөрөҫ әйтте. Бөтәһенән дә бигерәк был улар тарафынан милләт-ара ығы-зығы, терроризм һәм экстремистик кәйеф тыуҙырыу хәүефенә ҡағыла, тине ул.

Телдәр белгән - ил гиҙгән

Мигранттарға ҡағылышлы күп һанлы проблемалар араһында урындағы халыҡ телен белеү иң мөһимелер ҙә, бәлки, сөнки үҙең күҙ терәп барған ил телендә һөйләшә белмәйенсә, урындағы ойошмалар, кешеләр менән аңлашмайынса, аралашмайынса, нисек йәшәмәк кәрәк? Дмитрий Медведев миграция буйынса кәңәшмәлә әйтеп китеүенсә, Рәсәй мәктәптәрендә... 200 мең мигрант балаһы "уҡый", 40 проценттан ашыуы рус телен бик насар белә. Ә был,тәбиғи, уларҙың дөйөм белем программаһына эйә булыу мөмкинлегенә кәртә булып тора. Былтырғы рәсми мәғлүмәттәр буйынса яҡындағы сит илдәрҙән килеүсе мигранттарҙың 36 проценты ғына урта мәк-тәп бөткән, ә махсус һөнәри белемдәре юҡ; ни бары 16 проценты профтехучилище тамамлаған, ә ситтән килеүселәрҙең 24 процентының документтарында белем кимәле хаҡында бер ниндәй мәғлүмәт тә юҡ. Рәсми статистика буйынса Рәсәй мәктәптәре уҡытыусыларының 53 проценты мигранттарҙың балалары русса бер ауыҙ һүҙ белмәүенә зарлана. Ниһайәт, былтыр 11 декабрҙә Дәүләт Думаһы рус телен белмәгән мигрант балаларын Рәсәй мәктәптәренә алыуҙы тыйыу тураһында закон ҡабул итте. 19 декабрҙәге тура бәйләнештә был закон РФ Президенты Владимир Путин тарафынан да хупланды. Шул уҡ ваҡытта ул Үҙәк Азия илдәренең үҙҙәрендә рус теле мәктәптәре һәм курстарын асыу буйынса эшләү кәрәклеген билдәләне. Әлеге закон нигеҙендә сит ил балалары дәүләт һәм муниципаль дөйөм белем биреү ойошмаларында рус теленән бушлай имтихандарҙы уңышлы тапшырған хәлдә генә Рәсәй мәктәбенә уҡырға инә ала. 2025 йылдың 1 апреленән уларҙың рус теленән белемен тикшереү буйынса тест башлана. Шул уҡ ваҡытта мигрант балаларына рус телен өйрәтеү буйынса Рәсәйҙә лә бушлай курстар ойоштороу мөмкинлеге ҡарала.
Ләкин рус теле буйынса ошо ҡарарға ризаһыҙлыҡ белдереүсе мигранттарҙың да барлығы асыҡланды. Ә бындай белемһеҙ, һөнәрһеҙ, бер ниндәй квалификацияһы булмаған, өҫтәүенә, күп балалы ғаиләләрен күсереп алып килгән мигранттар армияһы менән Рәсәй ни эшләргә тейеш һуң? Улар ил иҡтисадына, хоҡуҡ һаҡлау һәм социаль өлкәгә көсөргәнеш тыуҙырыуҙан башҡа, бер ниндәй файҙа килтермәһә лә, адвокат Краснов әйтмешләй, ситтәр өсөн беҙҙең "гуманлы һәм йомарт" дәүләт тарафынан мәғариф, медицина хеҙмәтләндереүе менән файҙаланып, социаль түләүҙәр алып йәшәп яталар.
Ә инде улар тарафынан ҡылынған енәйәттәр хаҡында күпме генә яҙылманы! Башҡортостан эске эштәр министры Александр Прядко белдереүенсә, беҙҙең республика күләмендә генә лә мигранттар йәшәгән һәм эшләгән объекттар буйынса рейдтар ваҡытында 8 меңдән ашыу хоҡуҡ боҙоу теркәлгән. Былтыр йыл башынан алып республиканан 1454 сит ил кешеһе, шуларҙың 1239-ҙы мәжбүри рәүештә ҡыуылған. Рәсәй Федерацияһы буйынса һандар тағы ла ҡот осмалыраҡ. РФ Тәфтиш Комитеты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быйыл 8 ай эсендә генә илдә мигранттар тарафынан 26 мең енәйәт ҡылынған. Йәғни, Рәсәйҙә законһыҙ йәшәүсе сит кешеләр тарафынан ҡылынған енәйәттәр һаны өс тапҡырға артҡан! Әле ошо көндәрҙә генә Яңы Мәскәү биҫтәһендә (Мәскәү ҡалаһы яны) 40 мигрант өс үҫмерҙе туҡмаған, Рәсәй Тәфтиш комитеты уларға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатты, тип хәбәр итә Эске эштәр министрлығы.

Тыйыуҙар һәм контроль көсәйтелә

Һуңғы ваҡыт шуның өсөн дә Рәсәй граждандары араһында мигранттарҙың хоҡуҡ һәм әхлаҡ нормаларына һыйғыһыҙ ҡылыҡтары менән ризаһыҙлыҡтар артты, уларҙың закондарҙы һанламай, үҙҙәрен иркен тотоуына ҡаршы һәм илде ташлап сығып китеүҙәрен талап иткән сығыштар айырыуса ҡырҡа һәм сәйәси төҫ алды. Ошо йәһәттән былтыр августа Дәүләт Думаһының бер төркөм депутаттары мигранттарға үҙҙәре менән ғаиләләрен алып килеүҙәрен тыйыу тураһында закон проектын ҡарауға индергәйне. Башҡортостан парламентарийҙары ла был мәсьәләгә битараф түгел. Мәҫәлән, республика депутаттарының Рәсәйгә мигранттар индереү ҡағиҙәләрен ҡәтғиләштереү буйынса закон проекты шулай уҡ Дәүләт Думаһында ята, ул быйыл яҙғы сессияла ғына ҡараласаҡ.
Күреүебеҙсә, көнүҙәк мәсьәләләр буйынса закондар сығарыу беҙҙә бик яй хәл ителә, үкенескә. Федерация Советы, ниһайәт, легаль булмаған миграция менән көрәшкә йүнәлтелгән закондар йыйылмаһын хупланы шулай ҙа. Эксперттар был закондарға әллә ни өмөт бағламаһа ла, унда аҡҡа ҡара менән ситтән килеүселәрҙән рус теле буйынса имтихандар алыу фәҡәт дәүләт учреждениеларына ғына рөхсәт ителә, тип яҙылған. Яңылыҡтарҙан тағы ла шул иғтибарға лайыҡ: киләһе йылдан Мәскәү аэропорттарында бөтөн ситтән килеүселәр өсөн дә биометрик контроль системаһын индереү, йәғни хәҙер визаһыҙ илдәрҙән килеүсе граждандарҙы Рәсәйгә килеп ингәс тә фотоға төшөрөү һәм бармаҡ эҙҙәрен алыу ҡарала. Мәскәүҙә шулай уҡ мигранттарға электрон паспорттар бирергә йыйыналар.
Бер һүҙ менән әйткәндә, бөтөн был саралар сит ил граждандарының берҙәм реестрын булдырырға ярҙам итәсәк. 7 ноябрҙән шулай уҡ уларҙан геном теркәүе өсөн биоматериал алынасаҡ. Мигранттар өсөн берҙәм цифрлы һәм геномлы мәғлүмәттәр базаһын булдырыу улар менән эште күпкә еңеләйтәсәк, ти белгестәр. 2025 йылдан, өҫтәүенә, хоҡуҡ боҙған мигранттарҙы илдән ҡыуыу буйынса махсус режим ғәмәлгә индерелә. Ундайҙарға Рәсәйҙә күсемһеҙ милек һатып алыу, кредит алыу һәм хатта автомобиль йөрөтөүгә тиклем тыйыу һалынасаҡ. Илдә законһыҙ миграция ойоштороу айырыуса ауыр енәйәт иҫәбенә индерелеп, ғәйепләнеүсене 8-15 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү һәм 3-5 миллионғаса штраф һалыу ҡарала. Әйткәндәй, легаль булмаған миграция ойошторған өсөн енәйәт яуаплылығы ҡаралған законға былтыр 9 ноябрҙә Владимир Путин ҡул ҡуйҙы. Унда шулай уҡ сит ил граждандарын законһыҙ рәүештә теркәгән һәм иҫәпкә ҡуйғандарҙы 5 йылға тиклем иркенән мәхрүм итеү кеүек яза сараһы ҡарала. Илдә законһыҙ йәшәгән мигрант тарафынан ҡылынған енәйәт яза сараһын уғата ауырлаштырасаҡ. Рәсәй Эске эштәр министрлығы 2025 йылдан визаһыҙ килгән сит ил граждандарына беҙҙең илдә булыуҙы 90 көнгә тиклем сикләне.

Шулай итеп...
Әлбиттә, миграция сәйәсәтен ҡәтғиләштереү кәрәк ине, сөнки был илдә хәүефһеҙлек тәьмин итеүгә һәм тотороҡлолоҡҡа булышлыҡ итәсәк. Мигранттарҙың терроризм акттарына йәлеп ителеүе, улар арҡаһында енәйәттәр ҡылыныуы, милләт-ара һәм социаль конфликттарҙың тыуып тороуы бөтәбеҙгә лә яҡшы мәғлүм. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер эксперттар, мәҫәлән, HAN цифрлы компанияның генераль директоры Леонид Бацев һәм башҡа ҡайһы бер чиновниктар фаразлауынса, миграцияны сикләү саралары, ахыр сиктә, илдә етди иҡтисади һәм социаль проблемаларға килтереүе ихтимал. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та: мигранттар менән - проблемалар, уларһыҙ - тағы проблемалар... Бацев билдәләүенсә, илебеҙҙә эшсе көстәр ҡытлығы күҙәтелә. Был айырыуса төҙөлөш, ауыл хужалығы, хеҙмәттәр күрһәтеү тармаҡтарына хас. Мәҫәлән, төҙөлөштә 200 меңләп, ауыл хужалығында 80 меңләп эшсе ҡул етешмәй. Сәйәсмән Илья Марголин иһә был проблеманы хәл итеүҙе урындағы халыҡ иҫәбенә һәм эш барышын автоматлаштырып, ҡул хеҙмәтен яңы технологиялар менән алмаштырыу юлында күрә. Беҙ үҙ проблемаларыбыҙҙы үҙебеҙ хәл итергә тейешбеҙ. Тура бәйләнеш мәлендә был хаҡта РФ Президенты Владимир Путин да тап шулай тигәйне: илдә мигранттар һанын кәметеү өсөн беҙгә хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәрергә һәм юғары технологиялар менән эш итергә кәрәк.

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №1, 9 – 16 ғинуар 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.01.25 | Ҡаралған: 62

Киске Өфө
 

Уйлап та тормайынса миңә яуызлыҡ күрһәткән кешегә мин баш эйәм һәм уны иң йомарт һөйөү менән бүләкләйем; ул ни тиклем күберәк яуызлыҡ ҡылһа, мин шул тиклем күберәк изгелек ҡыласаҡмын.

(Будда).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru