«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01 


2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, тормош дауам итә: игенсе икмәк үҫтерә, малсы мал аҫрай, юлдар һалына, балалар мәктәпкә йөрөй, хатта ки өлкән йәштәгеләрҙең ғүмер оҙайлығы арта бара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә лә барлана бына ошондай темалар...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯҘҒАНЫҢДЫҢ ФӘҺЕМЕ ФӘҺЕМЛЕ БУЛЫРҒА ТЕЙЕШ
+  - 


Айбулат - Башҡортостан юлдаш радиоһындағы "Теге өсәү"ҙең береһе. Телевидение, радио эфиры кешеләрҙе тиҙ популярлаштыра. Шуға беҙ уны тауышы, йәнле башҡорт һөйләше, радиотапшырыуҙары аша бик яҡшы беләбеҙ, әммә респондентымдың күптәргә артыҡ уҡ билдәле булмаған бөтөнләй икенсе сифаттары, тормошҡа, бөгөнгө йәштәргә хас булмаған, үҙенсәлекле ҡараштары бар. Айбулат СӘСӘНБАЕВҡа, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы булыуға ҡарамаҫтан, әлегә яҙыусы, драматург, сценарийҙар яҙыусы мөһөрөн артыҡ ҡуша һалып бармайҙар, ижадын күп яҙыусылар кеүек шиғри китаптан башлауын да белеп етмәйҙәр шикелле. Күрәһең, популяр булыу менән уҡымлы булыу икеһе ике төрлө бер-береһенә бөтөнләй ҡағылышы булмаған төшөнсәләрҙер. Беҙ Айбулат менән Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында уның пьесаһы буйынса Зиннур Сөләймәнов ҡуйған "Беҙҙең байлыҡ" спектакленең премьераһында осраштыҡ. Һүҙ сәсән тамырлы йәш яҙыусыға.

Тәүге пьесалар

Тәүге пьесамды студент саҡта уҡ мәктәп программаһы буйынса үтелгән классик әҫәрҙәргә оҡшатып яҙып маташтым. Әмин батыр тураһында ине ул тәүге драма әҫәрем. Тәнҡитсе булараҡ, ни әйтер, тип, яҙғанымды уҡытыусым Зәки Әлибаевҡа уҡырға бирҙем. Ул мине театр тормошон яҡшы белгән Зиннур Сөләймәнов менән таныштырҙы. Пьесамды ҡарап сыҡҡас, билдәле режиссер Стәрлетамаҡ ҡалаһында үтәсәк өс көнлөк драматургтар семинарына саҡырҙы. Шунда мин пьеса яҙыу өсөн иң башта төп фекер кәрәк икәнлеген аңланым. Ул фекер күңелде өйкәгән, ныҡ борсоған проблемаға ҡағылышлы булырға тейеш.
Беҙгә бер һөйләм менән буласаҡ пьесаларыбыҙҙың төп фекерен яҙырға ҡуштылар. Тыуған ерҙе һаҡлау, атай нигеҙен ҡоротмау проблемаһы мине күптән борсой ине. Матди яҡтан бай булып йәшәү яҡшымы, әллә рухи байлыҡ мөһимерәкме, тигән һорауҙы ла үҙемә йыш бирә инем. Ошо мәсьәләне күтәргем килде. Уны ниндәйҙер драма, йә трагедия итеп түгел, ә көлкөлө, әммә етди төшөнсәләр тураһында уйландырғандай итеп яҙырға тигән ниәт тыуҙы. Маҡсат булғас, тарҡау уйҙарым ипкә килде, персонаждар төҫмөрләнде, сюжет ҡоролдо, ваҡиғалар үҫешеп китте.
Семинарҙа ҡатнашҡандар пьесаларыбыҙҙы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яҙып бөтөп, бер-беребеҙгә уҡып ишеттерҙек. Зиннур ағай пьесамды оҡшатты, әммә әлегә ниҙер етмәй, сәхнәгә әҙер түгел, тигән фекерен әйтте, һәм яңы бешкән сәхнә әҫәрем 3-4 йылға онотолоп торҙо. Һуңынан бер осрашҡанда Зиннур ағай пьесаны тағы бер ҡарап сығып, урын-еренә еткерәйек, тине. Шулай итеп сәхнәгә сыҡҡандай кимәлдәге пьеса барлыҡҡа килде.

Быуа быуырлыҡ

Драматургтар семинарҙары бик файҙалы һәм һис шикһеҙ кәрәк сара, тип уйлайым. Сөнки улар йәш драматургтарға юл яра. Мәҫәлән, Баныу Ҡаһарманованың Стәрлетамаҡтағы семинарҙа яҙылған "Шахтер"ын да Сибай драма театры ҡуйҙы. Ике йыл элек Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында Башҡортостандың Драматургия һәм режиссура үҙәге менән берлектә "Замандаш" тип аталған республика заманса драматургия семинары ойошторолдо. Шул семинарҙа ла "Супер Булат" тигән пьеса яҙып ҡатнаштым.
Йәш драматургтар юҡлығын бөгөнгө йәштәрҙе аҡса менән генә ылыҡтырып бөтөрөп булалыр, тип уйлайым. Мәҫәлән, IT-белгестәргә шундай мөмкинлектәр булдырылғас, улар һаны күпләп арта бара. Әгәр ижади өлкәгә лә шундай иғтибар булһа, әҙәбиәттә йәштәр быуа быуырлыҡ булыр ине.

Күләмдән - кимәлгә

Шиғырҙарҙы бала саҡтан яҙа башланым. Әле уҡый белмәгәндә үк Рәшит Назаровтың "Йөрәк" шиғырын яттан һөйләй торғайным - атайымдың ҡысҡырып ятлап йөрөгәнен тыңлап, уға эйәреп ятлағанмын. Шулай шиғыр яҙыу менән мауығып киттем. Мәктәп йылдарында әҙәбиәт дәрестәрендә инша урынына шиғыр яҙып ҡотола торғайным. Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан "Китап" нәшриәтендә "Йәштәр тауышы" серияһында "Күләүектәге болоттар" исемле тәүге китабым баҫылды. Ҡайһы бер уйҙарымды шиғыр күләменә һыйҙыра алмағас, хикәйә итеп яҙа башланым, аҙаҡ яйлап повестарға күстем. Әле һаман үҫешәм, ижад итәм.

Сценарийҙар

"Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһында эшләй башлағас, "Башҡорт йыры" концерты өсөн сценарий яҙырға ҡуштылар. Эфир өсөн яҙғаным бар ине, ә бында концерт өсөн булғас, башта баҙап ҡалдым. Шиғырҙар, хикәйәләр яҙғас, булдыраһың, тинеләр. Ҡалайтаһың, яҙҙым инде, һәм ул сәхнәгә ҡуйылды. Шунан "Башҡортостан" дәүләт концерт залында үткән тамашаларҙың күбеһе өсөн сценарийҙар яҙа башланым. Өфө ҡалаһының 450 йыллығына арналған тамашаларҙың береһендә лә минең өлөшөм бар, ғөмүмән, хәҙер сценарийҙар яҙыу менән күберәк шөғөлләнәм, тиһәң дә була.

Ижад һәм яңы технологиялар

Мин компьютер заманы балаһы, шуға уйҙарымды ноутбукта йә телефонда яҙам, ҡул менән яҙғанда ҡай саҡ үҙемдең почергымды таный алмайым хатта. Интернет ярҙамын ныҡ тоям. Мәҫәлән, сценарийҙар яҙғанда темаға ҡағылышлы цитаталар тапһам, аҡыллы фекерҙәрҙе башҡортсаға тәржемәләйем. Бөгөн бер нисә көндә бөтөнләй хәбәрҙар булмаған өлкәлә белгескә әйләнергә була. "2021: диван, себен, Венер" тигән повесымдың төп геройы - ветеринар. Һөнәрем буйынса филология факультетын бөтөргәс, мин был өлкәне бөтөнләй белмәйем, мал тотоп тәрбиәләгән кеше лә түгелмен. Ярай, кәләшем ветеринар, белмәгәнде унан һораштым, ҡалғанын интернеттан өйрәндем, кәрәкле терминдарҙы төп геройҙың телмәренә индереп яҙҙым, һәм повесть тыуҙы.

Ҡәнәғәтлек тойғоһо

Ижад миңә тик ҡәнәғәтлек тойғоһо килтерә, һәр ваҡыт ниндәйҙер проект, сценарий, йә күләмле проза әҫәре менән янып йөрөйөм. Береһен бөтһәм, икенсеһенә тотонам, буш торған ваҡытта нимә эшләргә белмәй аптырап ҡалам хатта. Башҡалар нисек көн үткәрә икән, тип аптырап ҡуям ҡай саҡ. Яҙыу ваҡыты төнөн булһа, шәберәк, әлбиттә, тик әлегә ундай мөмкинлек һәр саҡ тәтемәй, сөнки көн һайын иртәнге эфирҙа эшләгәс, таңғы биштә торам, шуға иртәрәк йоҡларға ятырға кәрәк. Эфирҙан һуң киләһе көнгә сценарий яҙғас, рубрикаларымды, тапшырыуҙарымды барлап, дүрт-биштәрҙә генә бушайым, шунан өйгә ҡайтмай кабинетта үҙемдең ижад менән шөғөлләнәм. Уҡығанда ла бер генә китап уҡымайым, береһен башлайым да, ҡайһылыр ерендә ҡалдырып торам, икенсеһенә тотонам. Шулайтып, ҡай саҡ ике-өсәүҙе бер ваҡытта уҡыйым. Яҙғанда ла шулай уҡ бер нәмәне яҙа башлайым да, стенаға бәрелгән һымаҡ туҡтаһам, көрсөккә эләкһәм, икенсе нәмәгә тотонам. Баш әҙерәк ял итһә, яңы уйҙар тыуа ла, беренсеһенә кире ҡайтыуы еңелерәк була.

Пьесалар

"Әмин батыр"ҙан башлап һанағанда, дүрт пьесам бар. "Беҙҙең байлыҡ"ты Сибай театры сәхнәләштерҙе. Буллинг, йәғни бөгөнгө йәштәр араһында йәйелә барған агрессив үсекләшеү тураһында "Пиф-паф" тигән пьеса яҙҙым. Сюжет буйынса йәберләнгән егет атаһының мылтығын тотоп, мәктәпкә килә. Яңылыҡтарҙа бындай ваҡиғалар йыш ишетелеп тора. Буллингты туҡтатырға буламы, кем ғәйепле, кеүек һорауҙарға яуап эҙләргә тырыштым. 2022 йылда радио һәм тыңлаусылар мөнәсәбәте тураһында яҙған "Буран ФМ" тигән пьесамды "Юлдаш" коллективы менән сәхнәләштереп, Әбйәлил районы Күсем ауылында күрһәттек, аҙаҡ БСТ каналы уны фильм итеп тә төшөрҙө. Сәхнәгә Зилә Лира сығарҙы, телефильм режиссеры Фрәнгизә Илбәкова булды. Коллегаларыма ҙур рәхмәтлемен, улар һәр башланғысты хуплап, уңыштарым өсөн үҙемдән дә нығыраҡ ҡыуаналар. Шундай дәртләндереүселәр булғанда тағы ижад итке килә.

Көнүҙәк проблема

Ошо тормошта үҙ урыныңды табыу проблемаһы борсой мине. Ветеринар тураһындағы повесым да, "Супер Булат" та шул турала. Совет заманы кешеләре тураһындағы әҫәрҙәрҙе уҡығанда, йә өлкән быуын кешеләре менән һөйләшкәндә, улар "Беҙ уҡып һөнәр алдыҡ, йүнәлтмә буйынса эш, ятаҡ бирҙеләр, барыһы менән дә тәьмин иттеләр", тиҙәр. Уларҙың күбеһе һаман да һөнәре буйынса эшләйҙәр, йүнәлтмә буйынса барған ҡалала, йә ауылда төпләнгәндәр. Бөгөнгө заманда улай түгел. Мәҫәлән, һабаҡташтарымдың күбеһе һөнәре буйынса эшләмәй. Был хәл эш урындары юҡлыҡтан түгел бит. Мәҫәлән, уҡытыусылар һәр ерҙә лә кәрәк. Был тормошта кем булырыңды алдан белмәүҙең касафатылыр, тип уйлайым. Шуға был проблеманы хәл итеү көнүҙәк булырға тейеш.

Ауыл һәм ҡала

Күп геройҙарым, үҙем кеүек, ҡалала йәшәй. Ә пьесалағылары - ауыл кешеләре. Бәләкәй саҡта ауыл кешеләрен һүрәтләгән спектаклдәргә йыш йөрөнөм, шуға сәхнәлә мотлаҡ ауыл кешеләре булырға тейеш, тигән уй ҡанға һеңеп ҡалған микән? Әлегә ошо стереотиптан ары китеүе ҡыйыныраҡ. Беҙҙең әҙәбиәттә әлегә ҡала прозаһы ла үҫешмәгән бит. Әммә ҡала уҡыусыһы булһа, ҡала прозаһы ла булыр, тип уйлайым.

Төп шөғөл

Яҙышыу бәләкәйҙән килгән мауығыуым булғас, уны тормошомдоң төп шөғөлө тип ҡабул итәм. Бәлки, яҙыусылыҡ йәшәү рәүешемдер ҙә. Радиола эшләү - килемле эш урыны ғына. Ҡыҙыҡ, әммә мин уҡып бөтөүемә ныҡ ҡыуандым, сөнки төрлө курс эштәре менән булышмай, ихласлап, рәхәтләнеп, ижад менән шөғөлләнеү мөмкинлеге тыуҙы. Әлбиттә, университетта ла, "Тулҡын" әҙәби берекмәһе ағзаһы булараҡ, ижад өсөн мөмкинлектәр бар ине, әҙәби-ижад гәзиттәре лә сығара торғайныҡ. Шул берекмәлә гәзит-журналдарға мәҡәләләр яҙырға өйрәндем. Әҙәби төркөмдө беҙҙән ике курсҡа өлкән Денис Ғилманов етәкләй торғайны. Уға киләм дә, миңә яҙырға өйрәт әле, тим. Хәҙер икмәк сәйнәгесеңә бер тондорһам, яҙырһың, ти был. Шунан үҙең ултыраһың да яҙаһың инде, ни эшләйһең, яйлап өйрәнеп киттем.

Яҙыусы һәм уҡыусы

Яҙыусы йәмғиәттә булған проблемаларҙы күтәреп сыға, ҡайҙалыр тураһын әйтеп, ҡайҙалыр кинәйәләп, халыҡҡа үҙ һүҙен әйтә. Уҡыусы ла бит буштан-буш ваҡыт үткәрер өсөн уҡымай, ниндәйҙер фәһем алырға теләй. Шуға фәһем матур булырға тейеш.

Грант һәм китап

Аксаков урамындағы билдәле 6-сы ятаҡ Яҙыусылар союзы эргәһендә генә. Шуға беҙ күршеләге ойошмаға йыш йөрөнөк. Ул осорҙа Союзды Наил Ғәйетбай етәкләй ине. Ҡулъяҙмаларыбыҙҙы Рауил Бикбаев, Лариса Абдуллиналар тикшерә торғайны. БДПУ-ның "Тулҡын"ы, БДУ-ның "Шоңҡар"ына йөрөгәндәр, осрашып, фекер алыша инек. Шул ултырыштарҙа тикшерелгән шиғырҙарымдан Зәйнәб Биишева исемендәге "Китап" нәшриәтендә "Йәштәр тауышы" серияһындағы "Күләүектәге болоттар" шиғри йыйынтығы сыҡты. Әле үҙемдең яҙғандарымды беренселәрҙән булып Мөнир ағай Ҡунафинға уҡырға бирәм. "Патриот бабай" тигән романымдағы төп герой сығышы менән Ғафуриҙыҡы. Шуға күрә уны шул райондан сыҡҡан Әмир Әминевҡа, Мөнир Ҡунафинға, Салауат Әбүзәргә уҡырға бирҙем, уларҙың фекерҙәрен ишеттем. Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ойошторған "Заман ауазы" конкурсында ошо романым менән ҡатнаштым, эре проза өлкәһендә өсөнсө урын алып, Республика Башлығы Грантына лайыҡ булдым. Был әҫәрем "Инеш" нәшриәтендә китап булып баҫыласаҡ.

Ижад байыу сығанағымы?

Гранттар мәсьәләһенә килгәндә, улар һөҙөмтәгә ҡарап бирелергә тейештер, тигән фекерҙәмен. Ижадсы ас булырға тейеш, сөнки туҡ булғанда, нимәлер уҡырға, яҙырға теләк кәмей. Әйҙә, телевизорҙа, интернетта күбәйгән күңел аса торған шоуҙар, программаларҙы ҡара ла ултыр, һине бер нәмә лә борсомаҫ. Ашарға, фатир өсөн ҡуртымға түләргә аҡса кәрәк булған саҡта, теләйһеңме-теләмәйһеңме, ултыраһың да яҙаһың, яҙған һайын яңы фекерҙәр, уйҙар килә. Әлбиттә, ижадты байыу сығанағы тип уйларға ярамай, сөнки, дөрөҫөн әйткәндә, уның менән байып булмай. Элек гәзит-журналдарға баҫтырған өсөн гонорарҙар елле булған, тиҙәр, әле бер-ике йөҙ һум килеп төшһә, был хәтлем табыш ҡайҙан килде икән, тип аптырайһың.

Хыялдар һәм тормош

Студент саҡта уҡ төп хыялым Яҙыусылар союзы ағзаһы булыу һәм үҙемдең китабымды баҫтырыу ине. Китап булғас, ҡалын булырға тейеш, тип, күләм яғын нығыраҡ ҡайғыртҡанмындыр. Хыялым тормошҡа ашҡас, ашығыуымды аңланым, хәҙер сифат яғына күберәк иғтибар итәм. Бәлки, ысынлап та, йәштәрҙе китап менән ҡыҙыҡһындырып булалыр. Һәр хәлдә, мине ҡыҙыҡһындырып була ине...

Ижад юлы бормалы

Әле шиғырҙар һирәк яҙыла, кризис хәлендәмен. Элек улар күҙаллауым ысынбарлыҡ менән тап килмәгәндә, катарсис булғанда хистәрем шиғыр булып бөрөләнә торғайны. Йәшәй торғас, барыһына ла күнегеп бөттөм микән, белмәйем, артыҡ бер нәмә лә ғәжәпләндермәй ҙә, ҡыуандырмай ҙа. Шундай осорҙа шиғырҙар яҙылмаһа, ҡыйын булып, нимә эшләргә белмәй, ижадымдағы юлым ошоноң менән туҡтанымы икән, тип аптырайым. Һәм шул саҡта прозаға тотоноп, үҫешә башлауым өмөт уята. Ҡайһыныһы ауыр, прозамы, драматургиямы, әлегә әйтә алмайым. Мәленә ҡарап, әле миңә проза яҙыуы еңел, ә шиғыр менән драма ауыр бирелә. Пьеса яҙғанда, киреһенсә, пьеса еңел тойола, ҡалғаны ауыр һымаҡ.

Әҙәби тел

Мин башҡортса фекерләйем, башҡортса яҙам, аң кергәндән алып русса ла, башҡортса ла белә инем. Башҡортса һөйләшһәм, башҡортса уйлайым, урыҫсаһы ла шул уҡ кимәлдә. Мәктәптә уҡығанда класташтар, дуҫтар менән күберәк русса һөйләшә инек, һуңынан башҡорт филологияһы буйынса уҡый башлағас, башҡортсаға күстем. Хәҙер эштә башҡортса һөйләшәбеҙ, көнкүрештә һирәк ҡулланғас, ҡайһы берҙә русса һүҙҙәрҙе онотоп та ҡуям. Һуңғы йылдарҙа диалекттарға иғтибар бирә башланылар, диктантты ла шулай яҙҙыралар, әҙәби әҫәрҙәрҙә лә улар йыш ҡулланыла башланы. Элек бит әҙәби телдә генә ижад иттеләр, хәҙер һәр яҙыусы үҙ диалектында яҙыуҙы хуп күрә. Был телде байытыуҙың һәм һаҡлауҙың бер ысулылыр, тип уйлайым. Бөгөн иҫәп өсөн көрәш бара. Иҫәп нығынғас, сифат өсөн көрәш башланыр. Йәш яҙыусылар ҙа әҙәбиәтте йәштәр телмәре менән байыта. Тик бына заманса технологиялар төшөнсәләренең башҡортсаға тәржемә ителмәүе, нисек бар, шулай ҡабул ителеүе күңелде өйкәй. Уйлай башлаһаң, берәй 20-30 йылдан телебеҙ рус һәм инглиз телдәренән ингән һүҙҙәрҙән генә тороп ҡалмаҫмы икән? Был ныҡ борсолдора.

Кино

Драматургияла ғына сикләнмәй, кино өсөн дә сценарийҙар яҙырға хыялым бар. Булат Йосоповтоң "Слово земли" тигән проектында киносценарийҙар яҙырға өйрә-тәләр, һөҙөмтәлә ҡыҫҡа метражлы фильм төшөрөү ҡаралған. "Китапханасы" тигән ҡыҫҡа метражлы фильм эшләнем ул. Киносценарий өлкәһендә лә белемле булдым, тип, русса бер нисә синопсис яҙып, төрлө конкурстарға ебәреп ҡараным. Кино фонды ярты йыл һайын "Автор" тигән программалар ойоштора. Унда киносценарийҙар ҡабул итеп, 5-6 кешене бер йыл буйына уҡытып, тулы метражға тиклем еткерәләр. Шунда ла ярты йыл һайын ғаризаларымды ебәреп торам. Әлегә ҡабул итмәнеләр. Тимәк, күберәк уҡырға, күберәк яҙырға кәрәк. Ҡыҙыҡһыныу булғас, һуҡмағы табылыр.

Шулай итеп...
"Үәт, беҙ шәп булдыҡ, хәҙерге йәштәр улай түгел", тигәнерәк фекерҙәр йыш яңғырай бөгөн. Бәлки, киреһенсә, "Үәт, бөгөнгө йәштәр шәп!" тиергә, уларҙы дөрөҫ, адекват баһалай белергә кәрәктер. Һис юғы, улар ҙа, беҙ ҙә шәп, кемдеке - шуныҡы, тиергәлер!

Радик ӨМӨТҠУЖИН яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №1, 9 – 16 ғинуар 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.01.25 | Ҡаралған: 62

Киске Өфө
 

Уйлап та тормайынса миңә яуызлыҡ күрһәткән кешегә мин баш эйәм һәм уны иң йомарт һөйөү менән бүләкләйем; ул ни тиклем күберәк яуызлыҡ ҡылһа, мин шул тиклем күберәк изгелек ҡыласаҡмын.

(Будда).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru