2025 йылда фольклорсы-ғалим Мөхәмәтша Буранғоловтың Ғәбит сәсән Арғынбаев менән Хәмит сәсән Әлмөхәмәтовтан "Урал батыр" ҡобайырын яҙып алыуына 115 йыл тула. Ошо мөһим сараға арнап, Башҡортостандың Милли музейы "Урал батыр уҡыуҙары"н ойошторҙо. Ҡорҙа фәндең төрлө тармағын өйрәнеүсе ғалимдар - филологтар, этнографтар, тарихсылар һәм философтар, шулай уҡ рәссамдар, скульпторҙар һәм эпос менән ҡыҙыҡһынған башҡа шәхестәр ҡатнашты. Сарала башҡорт халҡының төп эпосын өйрәнеү, уны танытыу, киләсәктә ҡобайырҙы мәңгеләштереү һорауҙары менән бергә аныҡ тәҡдимдәр ҙә яңғыраны.
Башҡортостандың халыҡ сәсәне Мөхәмәтша Буранғоловтың халҡыбыҙҙың аҫыл сәсәндәренән мәшһүр эпосты яҙып алып, атын бүләк итеп, үҙе йәйәүләп ҡайтып китеүе лә һис бушҡа булмаған. Башҡорт әҙәбиәте классиктарын тыуҙырған Ырымбур еренең иң олуғ шәхестәренең береһе ул Мөхәмәтша Абдрахман улы. Ул 1888 йылдың 15 декабрендә Һамар губернаһы Быҙаулыҡ өйәҙе Үрге Ильяс ауылында (халыҡ телендә - Тәңес) тыуған. 1900 йылда эпосты яҙып алыуын иҫәпкә алғанда, был мәлдә егеткә ни бары 22 йәш кенә булған. Ғәжәпләнмәҫ ереңдән ғәжәпләнерһең дә, тағы ла бер тапҡыр "Аллаһҡа шөкөр!" тип ҡуярһың!
"Урал батыр" эпосы халыҡтың аҫабалығын, уның боронғолоғон раҫлаусы ҡомартҡы. Башҡортостандың Милли музейы, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеүҙәр үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты менән берлектә ойошторолған беренсе ғилми-ғәмәли түңәрәк ҡорҙа ошо хәҡиҡәти һүҙ күптәр тарафынан әйтелде. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, ҡор модераторы Зөһрә Рәхмәтуллина ғилми-ғәмәли түңәрәк өҫтәлде асып, "Урал батыр" эпосының ата-бабаларыбыҙҙың донъяға ҡарашы һәм боронғо мифологияһы ғына түгел, ә тәү сиратта, рухи ҡиммәттәрҙе, илһөйәрлекте, ғәҙеллекте һәм халыҡ йолаларын, шулай уҡ өлкәндәргә хөрмәт һәм ихтирам өлгөһө лә булып тороуын телгә алды. БР Милли музейы директоры Рөстәм Исхаҡов "Урал батыр" эпосын өйрәнеү, таратыу һәм популярлаштырыуҙың әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм музейҙа ошо темаға ярашлы экспозиция ойоштороу кәрәклеген билдәләне. "Урал батыр" эпосын өйрәнеү һәм популярлаштырыу процесын әүҙемләштереү, уның ҡиммәттәрен һаҡлауға һәм киләһе быуындарға тапшырыуға булышлыҡ итеү - беҙҙең төп маҡсаттарҙың береһе. Бөгөн башҡорт халыҡ ҡобайыры күп телдәргә тәржемә ителгән, әммә уның бөтә версиялары ла бер урынға йыйылмаған. Эпос өҫтөндә эшләгән кешеләр күп түгел. Әлеге сараға ла ҡобайырға битараф булмаған белгестәр, тикшереүселәр йыйылды", - тине Рөстәм Әхмәт улы.
Филология фәндәре докторы Гөлнур Хөсәйенова үҙ сығышында эпостың боронғолоғон, унда һүрәтләнгән кешеләр, тәүтормош йәмғиәте һәм бөтә донъя туфан һыуы тураһындағы космогоник мифтар барлығын, шулай уҡ башҡорт халҡының донъяға ҡарашы, бай тарихы һәм мәҙәниәте тураһында бәйән ителеүен билдәләне. "Урал батыр" эпосы донъя яралыуы тураһындағы боронғо мифтарҙың сатҡыларын, донъяның космик моделе өс ҡатлы булыуын (күк, ер, ер/һыу аҫты), донъя тауы, донъяны барлыҡҡа килтереүҙә геройҙың роле тураһындағы мәғлүмәттәрҙе һаҡлауы менән ҙур әһәмиәткә эйә", - тине ул.
Тарих фәндәре кандидаты Вячеслав Котов "Урал батыр" эпосының тарихи тамырҙары" тигән докладында эпик әҫәрҙең һәм уның мифологик нигеҙҙәренең боронғолоғон билдәлән үтте. Ғалим эпостың тексын, уның төҙөлөшөн һәм йөкмәткеһен анализлай, тарихи сығанаҡтарға һәм археологик табыштарға мөрәжәғәт итә. Бындай һәр яҡлы ҡараш эпостың йөкмәткеһен яҡшыраҡ аңларға ғына түгел, уның милли үҙаңды формалаштырыуҙағы ролен дә күрергә мөмкинлек бирә. "Эпос палеолит дәүерендә барлыҡҡа килгән боронғо мифтар нигеҙендә формалаша. Урал-Алтай халыҡтары мифологияһының уртаҡлығы бик боронғо булыуын раҫлай, ә мифтарҙың эпосҡа әйләнеүе беҙҙең эраға тиклем II-III мең йыллыҡта төрлө мәҙәниәттәрҙең үҙ-ара тәьҫир итешеүе йоғонтоһонда булған. Шулай итеп, "Урал батыр" эпосы Төньяҡ Евразия территорияһында иң боронғо эпик текст булып тора", - тип билдәләне Вячеслав Котов.
"Урал батыр" эпосы контексында башҡорттарҙың космогоник ҡарашы философия фәндәре кандидаты Закирйән Әминев тарафынан яҡтыртылды. Филология фәндәре докторы Гөлнур Бохарова "Урал батыр" эпосының ономастик киңлеген анализланы. Ғалимә ҡобайырҙа Башҡортостандың географик объекттарының эпик геройҙар рәүешендә күрһәтелеүенә иғтибар итте. "Эпоста был образдар яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ, яҡтылыҡ һәм ҡараңғылыҡ, тормош һәм үлем көрәшен, шулай уҡ кеше менән тәбиғәт араһындағы бәйләнеште лә символлаштыра", - тине ул.
Рәсәй скульпторы, Рәсәй художество академияһы академигы һәм Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Салауат Щербаков ҡорҙа онлайн бәйләнеш аша ҡатнашты һәм "Урал батыр" эпосының һәр башҡорт өсөн әһәмиәтле булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Салауат Дәүләтхажи улы (Александрович) Урал батыр образын әҙәбиәттә, кино һәм театр кеүек башҡа сәнғәт төрҙәрендә башҡорттарҙың стилистикаһында һәм фекерләүендә нығытыуҙың мөһимлеген еткереп, был теманы өйрәнеүҙе дауам итергә теләүен белдерҙе. Скульптор бигерәк тә эпостың Йыһан ваҡиғаларына һәм уның бәләкәй сюжеттарына иғтибар бүлә. Замандашыбыҙ фекеренсә, эпос үҙендә ҙур энергия, көс һәм фәлсәфә туплаған. Салауат Щербаков шулай уҡ Башҡортостанда ҡанатлы атта осоусы һыбайлының скульптура образын тыуҙырыу кәрәклеген билдәләне.
Түңәрәк ҡорҙа ҡатнашыусылар әҫәрҙе һаҡлау һәм популярлаштырыу мәсьәләләрен тикшереп кенә ҡалманы, уның Башҡортостан мәҙәниәтен һәм тарихын үҫтереүгә индергән өлөшөн дә баһаланы. Фекер алышыуҙа "Урал батыр" эпосын популярлаштырыуға ҙур өлөш индергән профессиональ һәм һәүәҫкәр фольклорсылар өсөн махсус премия булдырыу тәҡдим ителде. Шулай уҡ Мөхәмәтша Буранғоловтың исемен мәңгеләштереү, һәйкәл ҡойоу, урамдарҙы уның исеме менән атау, йәмәғәт урындарын эпос персонаждары менән биҙәү кеүек тәҡдимдәр ҙә яңғыраны.
ТЕМАНЫ ДАУАМ ИТЕП...
Салауат Щербаков, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы: Республикала башҡорт халҡының эспосы мәңгеләштерелгән тотош скульптура комплексын булдырыу мөһим. Уның аша балалар, өлкәндәр ҙә үҙҙәрен был тарихтың бер өлөшө итеп тойорға, уның рухын өйрәнергә һәм дә үҙләштерергә мөмкинлек аласак. Беҙгә тәүҙә берләшергә, комплексты булдырыуға әҙерлек алып барырға кәрәк, был эпостың әһәмиәтен грамоталы һәм тулы сағылдырыу өсөн бар яҡлап, шул иҫәптән идея, әҙәби һәм тарихи эшкәртеүҙе үҙ эсенә алырға тейеш.
Зәйтүнә Шәрипова, филология фәндәре докторы, профессор: Эпослы халыҡбыҙ, аҫабалыҡ тураһында һүҙ йөрөтәбеҙ. Әммә, ниңәлер, ул һаманғаса һүҙҙә генә ҡала килә. Ни өсөн "Шүлгәнташ" мәмерйәһе үҙ атамаһында түгел? Шулай уҡ эпосҡа ҡағылышлы ниндәйҙер экспозиция булдырылмауы аптырауға һала. "Урал батыр"ҙың әһәмиәтен мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә, экскурсоводтарға аңлатыуҙы тәү сиратта Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты - фән сығанағы булараҡ, үҙ өҫтөнә алырға һәм белгестәрҙе уҡытыуҙы ойошторорға ла тейеш. "Шүлгәнташ"ҡа һуңғы барғанымда миңә мәмерйәләге һүрәттәрҙең Франция традициялары буйынса эшләнгән тигәнен ишетергә тура килде. Тимәк, борон заманда Франция кешеләре "Шүлгәнташ" мәмерйәһенә һүрәттәр эшләп киткән булып сығамы?
Айгөл Ҡужахмәтова, БР Милли музейы ғилми хеҙмәткәре: Башҡортостандың ете мөғжизәһенә ингән "Урал батыр" эпосын ҙурыраҡ кимәлгә сығарыу, бөтә донъя кимәлендә тағы ла нығыраҡ танытыу тигән маҡсат менән ниндәйҙер этәргес көс, дәрт бирер өсөн барыһын да бер сараға тупларға тырыштыҡ. Һәр еткерелгән тәҡдим нигеҙендә беҙ айырым резолюция эшләргә уйлайбыҙ. Республика Башлығы Радий Фәрит улы тарафынан башҡорт милли байрамдарына өҫтөнлөк бирелеүен иҫәпкә алғанда, кем белә, бәлки, "Урал батыр" эпосы көнө лә рәсми рәүештә билдәләнә башлар. Ул беҙҙең өсөн, беҙҙең халыҡ өсөн бик әһәмиәтле булыр ине тип уйлайым.
Әйткәндәй, 2021 йылда Бөрйән ерендәге Йылҡысыҡҡан күле эргәһендә башҡорт халҡының эпостары, мифтары һәм легендаларының төп персонаждарының береһе - Аҡбуҙатҡа һәйкәл асылғайны. Мифик образға арналған тәүге композиция авторы Өлфәт Ҡобағошов заманында Өфөлә "Урал батыр" эпосына арналған тотош комплекс булдырыу хыялы менән дә яна. Ҡыҙғанысҡа, эш тик макеттарҙа ғына тороп ҡала. Өлфәт Ҡобағошов кеүек, халыҡты аҫабалы иткән боронғо ҡомартҡы менән "янып" йәшәүселәр бөгөн дә бар, шөкөр! Яңы йылда яңы аҙымдар, күркәм дата менән башҡорт йәмәғәтселеге Йылан йылына аяҡ баҫа һәм "Урал батыр" ҡобайырының яңыса балҡыуына оло өмөттәр бағлай.
Азат ҒӘЛИУЛЛИН.
"Киске Өфө" гәзите, №1, 9 – 16 ғинуар 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА