Ошо көндәрҙә баш ҡалабыҙҙа йылдың иң мөһим ваҡиғаларының береһе - Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үтте. Был ярыш 39-сы тапҡыр ойошторолдо һәм Башҡортостан, Татарстан республикаларынан, Ырымбур, Силәбе, Ҡурған өлкәләренән барлығы 316 уҡыусы ҡатнашты.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада йыл да телһөйәр балаларҙы бергә туплай, һәм ғинуарҙың беренсе эш аҙнаһы гел ыңғай хис-тойғолар солғанышында үтеүенә күнегеп киткәнбеҙ. Бына инде 4 тиҫтәгә яҡын йыл был йолаға хыянат итеү юҡ: быйыл да шундай күтәренке кәйеф, рух берҙәйлеге, башҡорт теле байрамы булды ул. Ғәҙәттәгесә, олимпиада һынауҙары өс йүнәлештә үтте: башҡорт мәктәптәре уҡыусылары, башҡорт телен туған тел һәм дәүләт теле булараҡ өйрәнеүселәр үҙ-ара ярышты. Һуңғылары тағы ла телде башлап һәм дауам итеп өйрәнеүселәр категориялары буйынса ла айырылды. Бына шулай, һәр кем үҙенең белемен самалап, үҙе тиңләшерҙәй тиҫтерҙәре менән көс һынашты.
- Олимпиада 39-сы йыл рәттән уҙғарыла, ошо йылдар эсендә ул бик ныҡ ҙур үҙгәрештәр кисергән, төбәк-ара кимәлгә күтәрелгән. Быйыл ҡатнашыусылар һаны бик күп булыуын билдәләп үтергә кәрәк, сөнки яҡын райондарҙан көнөндә килергә вәғәҙә итеүселәр һауа торошо насарайыуға бәйле юлға сыға алмай ҡалһалар ҙа, 300-ҙән ашыу уҡыусы бәйге тотто. Баһалама ағзаларының эшенә килгәндә, барыһы ла ғәҙел барҙы: юғары уҡыу йорттары һәм колледж уҡытыусылары эштәрҙе баһаланы, таныш-тоношлоҡ булманы. Һәр йүнәлешкә уҡыусыларҙың белемдәрен самалап, һорауҙар айырым төҙөлгәйне. Тәүҙә викторина һорауҙарына яуап яҙҙылар, шунан телде аңлау, фекерләү ҡеүәләрен һынау өсөн тексҡа анализ яһанылар, өсөнсө эштә яҙма эштәрҙе үтәнеләр. Һуңлабыраҡ килеүселәргә ваҡыт өҫтәп бирелде. Беҙ инде үҙ сиратыбыҙҙа һәр балаға иғтибар бүлергә, оялыбыраҡ шымып ултырған сағында һорауҙар биреп, һөйләтергә тырыштыҡ.
Бына шулай, ойоштороу йәһәтенән бик ныҡ әҙерлекле булды олимпиада. Ә инде балаларҙың башҡорт телен белеү кимәленә килгәндә, һорауҙарҙың ҡатмарлығы уларҙың милли мәктәптәрҙә уҡыуына, туған тел йәки дәүләт теле булараҡ өйрәнеүенә ҡарап төҙөлгәйне. Төрлө балалар бар, әммә башҡорт теленә һис битараф булмауҙары, тырышлыҡтары ҡыуандырҙы. Мәҫәлән, "мәтрүшкә" һүҙен руссаға тәржемә итергә ҡушылғайны. Уны нимә генә тип яҙып бөтмәгәндәр! Берәүҙәр "зверобой", "бергамот" тиһә, миңә эләккән эш авторы "матрушка" тип тәржемәләгән. Текстағы "яр һалып ҡысҡырҙы" тигән һүҙбәйләнештәге "яр һалды" тигән һүҙҙе аңламай, "поставить точку", "порвать отношения" тип тәржемә итеүселәр булды.
Башҡорт мәктәбендә 11-се класта уҡығандар араһында еңеүсе булған Илтимер Мырҙағолов һымаҡ телмәре үҫешкән, фекерле балалар булыуы ҡыуандырҙы. Шуға, башҡорт теле бөтә, тип ҡайғырып ултыраһы түгел, киләсәгебеҙ өмөтлө", - тип һөйләне олимпиаданың башҡорт мәктәптәре араһында жюри рәйесе, филология фәндәре докторы, ӨФТУ профессоры Гөлфирә Гәрәева. Ул шулай уҡ олимпиаданың балаларҙы башҡорт мөхитенә ылыҡтырыу, төрлө яҡлап тәрбиәләү, бер-береһе менән танышып аралашыу мөмкинлеге биреү йәһәтенән мөһимлеген телгә алды.
Быйыл баһалама ағзалары олимпиада һорауҙарының әллә ни ҡатмарлы булмауын билдәләһә, уҡыусыларҙың ҡайһы бер урындарҙа ҡаушап ҡалыуҙары тураһында ла телгә алды. Ә бит бөтә һорауҙар ҙа уҡыу программаһына ингән темалар, әҫәрҙәр буйынса төҙөлгән булған.
- Мин үҙем дә мәктәп йылдарында ошо олимпиадала ҡатнашып, бер-ике йыл рәттән абсолют еңеүсе булып, вузға имтихандарһыҙ уҡырға ингәйнем. Шуға күрә комиссиялағы етди эште ҙур тулҡынланыу, яуаплылыҡ менән ҡабул иттем. Үҙем тикшергән эштәр буйынса шундай фекерҙәмен: уҡыусыларға күберәк уҡырға, ҡыҙыҡһынырға, эҙләнергә, телмәрҙәрен үҫтереү йәһәтенән нығыраҡ эшләргә кәрәк. Сөнки шулай белемен камиллаштырырға тырышҡан баланың донъяға ҡарашы киңерәк, тимәк, һәр нәмәгә үҙ фекере була, - ти баһалама комиссияһы ағзаһы, РФ Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Өфө филиалы уҡытыусыһы Зарина Бағышаева-Назырова.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиаданың еңеүселәре быйыл түбәндәгесә билдәләнде: башҡорт мәктәптәре уҡыусылары араһында Ишембай районы Ә. Вәлиди исемендәге 2-се Башҡорт гимназия-интернатының 9-сы класс уҡыусыһы Яҙгөл Хәйруллина, Ейәнсура районы Яңыбай ауылы мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы Динара Ҡәҙербәкова, Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылы мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Илтимер Мырҙағолов еңеүсе тип табылды (1-се биттәге фотола).
Башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәрҙән Илеш районы Үрмәт ауылы мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Рузанна Вәлиева, Әбйәлил районы Асҡар ауылының Т. Кусимов исемендәге гимназияһының 10-сы класс уҡыусыһы Наҙгөл Илһамова, Баҡалы районы Мостафа ауылы мәктәбенең 11-се класс уҡыусыһы Миләүшә Дусиева еңде. Башҡорт телен дәүләт теле булараҡ башлап ҡына өйрәнгәндәр араһында Бүздәк районынан Регина Кузина, Баймаҡ ҡалаһынан Дарья Баскакова, Өфө районынан Милена Парушкина, Әлшәйҙән Диана Зайвый юғары баһа алды; дауам итеп өйрәнеүселәрҙән Өфө ҡалаһынан Хәниф Йосопов, Дәүләкәндән Сыңғыҙ Хәбиәхмәтов, Өфө районынан Айсар Сәйетгәрәев, Асҡындан Азалия Шәһиева еңеү яуланы. Ә бына төбәктәрҙән килеп ҡатнашыусы уҡыусылар араһында бөтә еңеүселәр ҙә Ырымбур өлкәһенән булып сыҡты: Карина Ғабзалилова, Алһыу Сыңғыҙова, Динә Бикинеева.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада быйыл "БР дәүләт һәм туған телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү" дәүләт программаһы сиктәрендә үткәрелде, шуға еңеүсе һәм призер уҡыусыларҙы дәртләндереү саралары ла тосораҡ булды. Мәҫәлән, еңеүселәргә аҡсалата приз күләме 3 мең һумдан 7 меңгә тиклем арттырылған. Бынан тыш БР Мәғариф министрлығы, БР Мәғарифты үҫтереү институты, республиканың юғары уҡыу йорттары, милли матбуғат вәкилдәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре башҡорт телен яратҡан, башҡорт мөхитенә ылыҡҡан балаларҙы күтәрмәләп, үҙ бүләктәрен тапшырҙы.
ШУЛАЙ ИТЕП...
Бына шулай, йәш быуындың телгә ҡыҙыҡһыныуын, ә уның аша рухи һәм матди байлыҡтарына ҡарата иғтибарын арттырыу өсөн дүрт тиҫтәгә яҡын үткәрелеп килгән олимпиаданың иртәгәһе өмөтлө икән, тимәк, беҙ дөрөҫ юлдан барабыҙ. Тимәк, йәш быуын башҡорт теленә ҡарата иғтибарлы, ә уның аша халҡыбыҙҙың үткәне, бөгөнгөһө һәм киләсәге менән дә ҡыҙыҡһына. Шунан да мөһиме юҡтыр.
Сәриә ҒАРИПОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №2, 17 – 23 ғинуар 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА