Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
Декабрь
|
|
ҮҘЕ УЛТЫРҒАН БОТАҠҠА...
|
Украина президенты Владимир Зеленский үҙенең көндәлек видеомөрәжәғәтендә киләсәккә пландары тураһында һөйләп, дрондарҙың бөтөн төрҙәрен арттырыу буйынса быйылғы йылда рекорд ҡуйырға, шулай уҡ украин ракеталарын, артиллерия һәм башҡа кәрәкле техника етештереүҙе үҫтерергә, тигән бурыс ҡуйҙы.
Дрондарға заказдар һанын арттырырға ҡуштым һәм был эш башҡарыла, тине ул һәм "Рәсәйҙең хәрби объекттарын утҡа тотоусы" подразделениеларға рәхмәт белдерҙе. "Әммә был объекттарҙың күпселеге Рәсәйҙең граждандар объекттары булыуын иҫәпкә алғанда, Зеленский өсөн бөгөн берҙән-бер урын - өскә өс метрлыҡ төрмә камераһы", - тип яҙа "Комсомольская правда. Ру" сайты күҙәтеүсеһе. Украина ирекмәне һәм билдәле русофоб Мария Берлинская украин боевиктарының сифатһыҙ боеприпастар шартлау арҡаһында күпләп юғалтыуҙарға тарыуы хаҡында һөйләй. Дәүләткә хыянат итеүҙә шик белдерелеп, урындағы СИЗО-ла ултырыусы Верховный Рада депутаты Александр Дубинский: "Украина буйынса тыныслыҡ килешеүе төҙөү һәм һуғышты тамамлау өсөн бөгөн берҙән-бер ҡаршылыҡ - ул Зеленский, - тип асыҡтан-асыҡ белдерә. - Әгәр ҡаршылыҡты урап үтеү мөмкин түгел икән, уны юҡ итергә кәрәк", - ти Рада депутаты.
Ә был ваҡытта Украина граждандары мөмкин булған-булмаған юлдар менән илдән ҡаса. Ошо көндәрҙә урындағы полиция рөхсәтһеҙ рәүештә граждандарҙы сит илгә сығарыуға булышлыҡ итеүселәрҙе асыҡлау буйынса тентеүҙәр үткәрҙе. Украина буйынса 600-ләп тентеү һөҙөмтәһендә 60-лап кеше шик аҫтына алынған, илдең 22 төбәгенән 50-гә яҡын схема буйынса сит илдәргә кешеләр сығарылған: тейеш булмаған урындарҙа ил сиген боҙоу, ялған документтар файҙаланыу факттары асыҡланған. Был "хеҙмәт"тең хаҡы 5-тән 22 мең долларға тиклем баһалана. Илдән ҡасыусыларҙың күптәре Румынияға сыға, ҡайһылары Польша аша өсөнсө бер илдән Рәсәйгә килеп һыйына. Ә илдә тороп ҡалған 18-ҙән 60 йәшкә тиклемге ир-егеттәргә ысын мәғәнәһендә "һунар" бара, ҡулында хатта бронь булғандар ҙа һуғышҡа оҙатыла. Урындағы халыҡ бындай самаһыҙлыҡҡа ҡаршылыҡ күрһәтергә тырыша. Мәҫәлән, Одессала бер ир военкомат нарядына бысаҡ менән ҡаршы торған.
Донъяла тағы ниҙәр бар? Ошо көндәрҙә АҠШ Рәсәйҙең нефть тармағына ҡаршы яңы санкция индерҙе. Киң мәғлүмәт саралары яҙыуынса, был иң ҡаты сараларҙың береһе тип иҫәпләнә. Американың Финанс министрлығы сайтында әйтелеүенсә, "Газпром нефть" һәм уның компаниялары, шул иҫәптән "Сорғотнефтегаз" сикләүҙәр аҫтына алынған. Үҙе ултырған ботаҡты үҙе киҫеүсе иҫәр ҡылығын хәтерләтеүсе был санкциянан АҠШ үҙе лә зыян күрәсәк, сөнки ул да, бөтөн Евросоюз илдәре кеүек үк, импортлаусы ил. Шулай итеп, 2022 йылғы тарих ҡабатлана түгелме? Ул саҡта май-июнь айҙарында нефть хаҡы баррель өсөн 120 долларға барып баҫҡайны. Штаттарҙа был яғыулыҡ хаҡының рекордлы кимәлгә күтәрелеүе булып тарихта ҡалды.
Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы белдереүенсә, Американың властан китеүсе президенты Байдендың был аҙымы АҠШ-тың Европа союздаштарына, шулай уҡ Америка граждандарына һәм буласаҡ президент Дональд Трампҡа ла бик ҙур зыян килтерәсәк, тип яҙа РФ Сит ил эштәре министрлығының Telegram-каналы. "Артынан бысраҡ ҡалдырып китеүҙе мәртәбәгә һанай микән әллә аҡылын юйған был тинтәҡ?" тип аптырай социаль селтәр комментаторҙары. Ведомствола билдәләүҙәренсә, АҠШ санкцияһына ҡарамаҫтан, Рәсәй нефть һәм газ тармағында үҙенең ҙур проекттарын бойомға ашырыуҙы, импортты алмаштырыуҙы, сит илдәрҙә АЭС төҙөүҙе дауам итәсәк. Мәскәү, бер нәмәгә ҡарамайынса, донъя энергетика баҙарында ышаныслы партнер булып ҡаласаҡ.
Тағы ла шул да мәғлүм булһын: ошо көндәрҙә Сәғүд Ғәрәбстанының баш ҡалаһы Эр-Риядта Сириялағы хәлдәрҙе көйләү буйынса ғәрәп илдәре сит ил министрҙарының осрашыуы үтте. Улар араһында Сирияның ваҡытлы хөкүмәте сит ил эштәре министры, Берләшкән Ғәрәп Әмираттары, Ливан, Кувейт, Египет һәм Төркиәнең тышҡы сәйәсәт ведомстволары вәкилдәре ҡатнашты. Бынан тыш, Эр-Риядҡа Германия, Британия, Евросоюз һәм БМО вәкилдәре лә килгән булған. Көн тәртибендә Сириянан санкцияларҙы алыу һәм Сирия ҡасаҡтарын илгә ҡайтарыу мәсьәләһе ҡаралған.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №2, 17 – 23 ғинуар 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
Яҙылған: 16.01.25 | Ҡаралған: 35
|
|
Киске Өфө
|
|
Ахмаҡ һәм наҙан бәндәне ошо биш сифат аша танып була: ул сәбәпһеҙгә асыулана, урынһыҙ ерҙә һүҙ һөйләй, үҙенә ҡағылмаған эшкә ҡыҫыла, әленән-әле фекерен үҙгәртә, уға кем яуызлыҡ, кем изгелек теләгәнен дә айыра алмай.
(Г. Честертон).
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|