Беҙҙең номерҙар
|
|
Ғинуар
Ғинуар
Февраль
Март
Апрель
Май
Июнь
Июль
Август
Сентябрь
Октябрь
Ноябрь
Декабрь
|
|
ЯУГИРҘАР ЯҢҒЫҘ ТҮГЕЛ!
|
Башҡортостанда - Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылын, Рәсәйҙә - Ватанды һаҡлаусылар йылын башлап ебәрҙек. Был уңайҙан йыл әйләнәһенә байтаҡ һүҙ әйтелер. Ә хәҙер "Ватанды һаҡлаусылар" Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү дәүләт фондының Башҡортостан Республикаһы буйынса филиалы етәксеһе Гөлнур ҠОЛҺАРИНА менән 2024 йыл һөҙөмтәләрен барлайбыҙ һәм яңы йылға маҡсаттар хаҡында һөйләшәбеҙ.
"Ватанды һаҡлаусылар" махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеү дәүләт фонды ике йыл тирәһе эшләй. Ошо ваҡыт эсендә ниндәй эштәр атҡарылған?
- Фонд Рәсәй Президенты Владимир Путин указына ярашлы 2023 йылдың апрелендә булдырылды. 1 июндә беҙҙең Башҡортостан филиалы үҙ ишектәрен асты. Фондтың төп маҡсаты - Махсус хәрби операция ветерандарына һәм һәләк булған егеттәребеҙҙең ғаиләләренә дәүләт ярҙамы алыуға булышлыҡ итеү.
Беҙҙең төп ҡаҙанышыбыҙ тип мин әлеге көндә эшләп килгән команданы атар инем. Бөгөн бөтә республика буйынса 97 социаль координатор эшләй. Күп социаль координаторҙар урындағы хакимиәттәр, йәмәғәт ойошмалары, ирекмәндәр, федераль ведомстволар менән ныҡлы бәйләнеш булдырып, алға ҡуйылған бурыстарҙы лайыҡлы үтәй. Был бурысты ярым-йорто атҡарып булмай, уны бөтә күңелен биргән, ваҡытын йәлләмәгән белгестәр генә башҡара ала. Башта 40 кеше менән эшләй башлаһаҡ, хәҙер белгестәр һаны ике тапҡырға артты. Улар араһында МХО ветерандары, улдарын юғалтҡан әсәләр, ҡаһармандарыбыҙҙың тол ҡатындары, әле яуҙа йөрөгән яугирҙарҙың ҡатындары һәм әсәләре бар.
Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы статс-секретары - Рәсәй Федерацияһы оборона министры урынбаҫары Анна Цивилева былтыр ике тапҡыр Башҡортостанда булып китте, филиал эшен юғары баһаланы. Ноябрь айында үткән семинарҙа беҙҙең филиал эше бөтә Рәсәй кимәлендә билдәләнде.
Һандарға мөрәжәғәт итһәк, филиал белгестәре былтыр 90 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул иткән, уларҙың 96 проценты ыңғай хәл ителгән. Егеттәребеҙгә тыныс тормошҡа ҡайтып, уларға медицина, психология, хоҡуҡ белгестәре консультацияһы алырға, белемен камиллаштырырға, эшкә урынлашырға, шифаханаларҙа дауаланырға ярҙам итәбеҙ. Йәрәхәт алып ҡайтҡан яугирҙарға техник реабилитация саралары - төрлө юғары технологиялы протездар, коляскалар - юллайбыҙ. Уларҙың торлаҡтарын ихтыяждарына ярашлы яраҡлаштырабыҙ. Дәүләт фонды аша алынған ярҙам ветерандарға бушлай күрһәтелә.
Фондтың Башҡортостан филиалындағы ниндәй эштәр менән айырыуса ғорурланаһығыҙ?
- Беҙҙең, башҡаларҙан айырмалы рәүештә, үҙебеҙҙең бихисап проекттарыбыҙ бар. "СВОя семейная гостиная" ("Үҙебеҙҙең ҡунаҡ бүлмәһе"), проекты уникаль күренеш. "Ер ҡото" фестивале, "Атайсал" проекты сигендә үткән "Батырҙар дәүере" түңәрәк өҫтәле һәм башҡа төрлө саралар беҙҙең филиалдың башҡаларҙан айырмалы һыҙаты. Шулай уҡ Махсус хәрби операция батырҙарының аталарына тапшырған "Ватан һаҡсыһының атаһы" йәмәғәт миҙалын да билдәләп үткем килә. Был награда "Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы" Бөтә Рәсәй йәмәғәт-дәүләт ойошмаһының төбәк бүлексәһе һәм беҙҙең филиал менән бергә тормошҡа ашырылған проект. Республикабыҙ етәкселеге был башланғысты хупланы. Тәүге наградаларҙы беҙ атайҙар көнөндә тапшырҙыҡ. Миҙал әүҙем ижтимағи эшмәкәрлек менән шөғөлләнгән, ветерандарға һәм Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә тылда ярҙам иткән, йәштәргә һәм ветерандарға өлгө булған, тыуған яғының ысын патриоттарын үҫтергән атайҙарға бирелә. Миҙал алғандар араһында ете Рәсәй Геройының атаһы бар. Шулай уҡ награда күрше төбәктәрҙәге лайыҡлы милләттәштәребеҙгә лә тапшырылды.
Быға тиклем ысын илһөйәрҙәр үҫтергән әсәйҙәргә ошондай уҡ награда - Рабиға Ҡушаева исемендәге "Ҡатын-ҡыҙ - милләт әсәһе" миҙалы тапшырылып килде. Беҙ быйыл тағы ла улдарын юғалтып, артабан йәшәргә көс тапҡан, әүҙем йәмәғәт тормошо алып барған, алғы һыҙыҡта торған егеттәребеҙгә ярҙам иткән, башҡа әсәләргә терәк булған лайыҡлы әсәйҙәрҙе тәбрикләйәсәкбеҙ.
Филиалдың киләсәккә ниндәй перспективалы эш йүнәлештәре бар?
- Үткән ваҡыт эсендә беҙ аныҡ эш системаһын төҙөнөк. Бурыстар көндән-көн арта, сөнки заман ҡуйған талаптар үҙгәрә. Әлеге ваҡытта ветерандарҙы тыныс тормошҡа яраҡлаштырыу һәм уларҙы социалләштереү мәсьәләләре алғы планға сыға. Шуға ла егеттәрҙе йәмәғәт сараларында ҡатнашырға саҡырабыҙ. Быйыл беренсе тапҡыр шәхси хәрби компаниялар ветерандары Диңгеҙ флоты көнөн һәм Һауа-десант көстәре көнөн байрам итеүҙә ҡатнашты. Егеттәрҙе үҙ-үҙҙәре менән яңғыҙ ҡалдырмаҫҡа кәрәк. Улар үҙҙәре лә йәмғиәткә, тыуған илдәренә кәрәкле булыу өсөн ҙур тырышлыҡ һала: араларында хәрби-патриотик эштә теләп ҡатнашыусылар күп. Һәләк булған яугирҙарҙың исемен мәңгеләштереү эшендә лә ҡаһармандарыбыҙҙың ярҙамы ҙур. Гуманитар ярҙам йыйыу һәм алып барып еткереүҙә лә МХО ветерандары ҡатнаша.
Ветерандарыбыҙҙы, шул иҫәптән, инвалидлыҡ алып ҡайтҡан егеттәрҙе спортҡа йәлеп итеү өсөн ҙур эш алып барыла. МХО ветерандарының йыйылма командаһы март айында үтәсәк ҡышҡы адаптив спорт төрҙәре буйынса бөтә Рәсәй фестиваленә әҙерләнә.
Ике йыл рәттән үткәрелгән, матур йолаға әйләнгән ветерандар һәм ҡаһарамандарыбыҙҙың ғаилә ағзалары араһындағы ижади фестиваль дә ҡаралған планда. Ғөмүмән, Махсус хәрби операция ветерандары һәм уларҙың ғаиләләре үҙҙәрен яҡлаулы, беҙҙең хәстәрҙе тойоп, тиҙерәк ғәҙәти тормошҡа ҡайта алһын өсөн барыһын да эшләйбеҙ.
Рәсәйҙә - Ватанды һаҡлаусылар, Башҡортостанда - Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылы тип иғлан ителеүе беҙгә яңы бурыстар һәм яуаплылыҡ өҫтәй. Яңы эш йүнәлештәрен, күп төрлө, шул иҫәптән бөтә Рәсәй масштабындағы саралар үткәреү тураһында ла уйлашабыҙ. Быларҙы атҡарып сығыр өсөн бөтә шарттар ҙа бар. Беҙгә республика етәкселеге һәм шәхсән Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тарафынан ҙур ярҙам күрһәтелә. "Барыһын да эшләй алабыҙ!" тигән ышанысыбыҙ ошонан да килә.
Рида ӘХМӘТЙӘНОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №2, 17 – 23 ғинуар 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА
|
Яҙылған: 16.01.25 | Ҡаралған: 31
|
|
Киске Өфө
|
|
Ахмаҡ һәм наҙан бәндәне ошо биш сифат аша танып була: ул сәбәпһеҙгә асыулана, урынһыҙ ерҙә һүҙ һөйләй, үҙенә ҡағылмаған эшкә ҡыҫыла, әленән-әле фекерен үҙгәртә, уға кем яуызлыҡ, кем изгелек теләгәнен дә айыра алмай.
(Г. Честертон).
|
Беҙҙең дуҫтар
|
|
|
|