«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02 


2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, тормош дауам итә: игенсе икмәк үҫтерә, малсы мал аҫрай, юлдар һалына, балалар мәктәпкә йөрөй, хатта ки өлкән йәштәгеләрҙең ғүмер оҙайлығы арта бара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә лә барлана бына ошондай темалар...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫМБУР ГУБЕРНАТОРҘАРЫ ҺӘМ БАШҠОРТТАР
+  - 


(Генерал-майор И.В. Чернов яҙмаларынан)

Граф В.А. Перовский
(1833-1842 йылдарҙа Ырымбур губернаторы булған).

Тоҙ менән эш итеүсе чиновниктар был осраҡта ла баҙап ҡалмай. Улар тоҙ алырға килгән йөк ташыусыларға яңы йылдан промыслала тоҙ 2 һум көмөш тәңкәгә һатыла башлаясаҡ, шуға күрә тоҙҙо күберәк, запасы менән алып ҡалығыҙ, аҙаҡтан артыҡ көс һалмайынса һис бер хәүефһеҙ яҡшы капитал туплай алырһығыҙ, тип ышандыралар. Мин ул ваҡытты хәтерләйем. Кем генә ул саҡта тоҙ һатып алманы? Аҡсаһыҙҙар байҙарҙан ҙур процентҡа бурысҡа аҡса алды, ә һуңғылары тоҙҙо һаҡларлыҡ урындарын тултырғансы һатып алып өлгөрҙө.
Һәм һуңынан барыһын да ниндәй күңел төшөнкөлөгө биләп алды! Тоҙҙоң хаҡы, көмөш менән һаналған элекке ассигнация курсын түңәрәкләү маҡсатында, сортына ҡарап, ботона 1 йә иһә 1/2 тингә генә арта. Ошо ваҡытта күпме драматик һәм трагик күренештәр күҙәтелде: аҡсалы байҙар, үҙҙәренә ҙур зыян килтереп булһа ла, тоҙҙарын һатып ҡалырға тырышты, сөнки йәйге эҫелә тоҙ кибә һәм ауырлығы кәмей бара, ә тоҙ шул тиклем күп, уны бер нисек тә һатып ебәреү мөмкин түгел ине. Ҡиммәтле тоҙҙо оҙаҡ онотманы Ырымбур!
Илек промыслаһында байыған чиновниктарҙың нығыраҡ билдәле булғандарынан ошоларҙы атап китәм. Щедрин, ҡыҙы больница ҡарамағында хеҙмәт иткән лекарға кейәүгә сыҡҡанда уға 300 мең һумлыҡ ассигнациялар бүләк итә. Балахонов - 50-се йылдарҙа советник булып хеҙмәт иткән чиновник, ситтә дауаланыр өсөн сығып китеп, юлда үлеп ҡала; уның менән бергә барған ҡыҙы табипҡа кейәүгә сыға, уға атаһынан 75 мең көмөш тәңкә аҡса ҡала. Баранцев, 50-се - 60-сы йылдарҙа тоҙ ватып алына торған соҡорҙа күҙәтеүсе хеҙмәтен башҡара; һалдат ғаиләһенән сыҡҡан, госпиталь контораһында писарь булып та эшләй. Элекке наказный атаман Иван Васильевич Подуров подполковник чинында госпиталь күҙәтеүсеһе, аҙаҡтан провиант коммиссияһы ағзаһы Щетининға Пасха байрамына кил-гәнендә уның экзекуция уҙғарғанын күрә: Баранцевты таяҡ менән һуҡтыралар. Подуров, бөйөк байрам ваҡытында яза биреү урынлы түгел, тип әйтеп һала. Уға былай тип яуап ҡайтаралар: "Һеҙ белһәгеҙ ине, ошо мошенниктың ниҙәр ҡылғанын! Баранцев, чин алыу менән Илек идаралығына күсә, ә уныһы ябылып, отставкаға сыҡҡанында 30 мең һумдан күберәк капитал туплағаны беленә". Быны миңә Подуров үҙе һөйләне.
Инженер ведомствоһында писарь булып хеҙмәт күрһәтеп күтәрелгән Рыбаков Илек идаралығында ҙур булмаған вазифа биләй; отставкаға сыҡҡас, ул Ырымбурҙа Николаев урамында ике ҡатлы таш өй һатып ала, ул ваҡытта (1840 - 1842 йылдарҙа) был өй 50 мең һумдан да кәм тормаған, унда хәҙер Герштейн аптекаһы урынлашҡан. Ул үҙенең таныштарына һөйләгәненсә (ошо хаҡта мин үҙем дә уларҙан белдем), уның көн итере өсөн тағы ла ошо тиклем үк аҡсаһы ҡала. Ул өйләнгән инеме, юҡмы, уныһын белмәйем, әммә ул һуңғы ваҡытта бер ябай ҡыҙҙы үҙендә тотто, һуңынан уны, бирнәһенә 20 мең һум аҡса бүлеп, отставкалағы унтер-офицерға кейәүгә бирҙе.
Ырымбурға сәйәси енәйәттәре өсөн һөргөнгә ебәрелгән, һуңынан ярлыҡау алған билдәле шағир Александр Николаевич Плещеев Илецк Защитаһында чиновник Токаревтың ҡыҙына өйләнә, атаһы ҡыҙына 50 мең һум көмөш тәңкә аҡса бирә. Илецк Защитаһында хеҙмәт иткәндәрҙең барыһынан да нығыраҡ билдәлелек алғаны Сергей Николаевич Щербачев булды. Перовскийҙың тәүге идаралығы осоронда ул Ырымбурҙа полицмейстер вазифаһын биләй, ротмистр чинында, яҡшы белем алған кеше һәм билдәле кавалер, урындағы интеллигенция иҫәбенә инә һәм хәрби губернатор свитаһына ингән кешеләр менән дуҫлаша, бигерәк тә ул ваҡытта капитан һәм Перовскийҙың адъютанты Балкашин менән һуңғы көндәргә тиклем һин дә мин аралашып йөрөй.
Ырымбурға генерал Обручев килгәс, Щербачев полицмейстер вазифаһын ҡалдырырға тейеш була, Балкашин уны үҙендә урынлаштырырға теләй һәм уны айырым поручениелар буйынса чиновник вазифаһына тәғәйенләүҙе үтенә, ошо вазифаны биләгән кешегә йылына 1 мең һум аҡса түләнә. Губернатор Обручев, ришүәт алыуға әүәҫ булыуына, ришүәтселек менән шөғөлләнеүенә һылтанып, Щербачевты әлеге вазифаға тәғәйенләүҙән баш тартыуы хаҡында официаль ҡағыҙ ебәрә. Щербачев Өфөгә бара һәм, ҡаҙна палатаһы рәйесе Случевскийға 5 мең һум аҡса түләп, Илек тоҙ идаралығы янындағы ҡаҙна палатаһы чиновнигы вазифаһына тәғәйенләнә. Обручев та үҙ яғынан, Щербачевты тәғәйенләтмәҫ өсөн, уның хаҡында граждандар губернаторы Талызинға яҙа; уныһы үҙ сиратында Случевскийға хат ебәрә, һуңғыһы Щербачевтың вазифаға тәғәйенләнеүе һәм эшләй башлауы, уның бер ниндәй ҙә аламалыҡтарын белмәүен белдереп, яуап ҡайтара.
Шулай итеп, Щербачев биләгән урынында ҡуҙғатып ала алмаҫлыҡ рәүештә нығынып ала, 10 йылдан ашыу хеҙмәт итеп, бик ҙур бол туплай, Мансуровтың имениеһын, Ыҡ йылғаһындағы Спасское ауылын, шулай уҡ Харьков губернаһында шәкәр заводы менән икенсе бер ауылды һатып ала. Ҡарт булһа ла, икенсегә Илек коменданты, полковник Бабстың ҡыҙына өйләнә. Уларҙың ике улы була; улар икеһе лә Ырымбурҙа хеҙмәт итә: береһе Орск өйәҙе башҡорттарында мировой посредник вазифаһын башҡара, һуңынан бында элегерәк вице-губернатор булған Лукошковҡа, Пермға китә; уның аҙаҡ Ирбит городничийы һәм исправнигы булыуы хаҡында ишеткәйнем. Щербачевтың икенсе улы тәүҙә башҡорт полкында, һуңынан Ырымбур казак ғәскәрен-дә сотник булып хеҙ-мәт итә, унан регуляр кавалерияға күсә.
Күсемһеҙ милек булған имениеһынан башҡа Щербачевтың 200 мең һумға тиклем капиталы булған, тип һөйләйҙәр ине. Щербачевтың вафатынан һуң уның ҡатыны, яңы идеялар менән ҡыҙыҡһынып китеп, Харьковта ҡыҙҙар өсөн пансион аса, уны яҡшы итеп йыһазлай һәм, ҙур түләү вәғәҙә итеп, уҡытыусылар вазифаларына профессорҙарҙы саҡыра; сығымдарҙы иҫәпкә алып, пансионда йәшәгән һәм уҡыған өсөн юғары ғына хаҡ ҡуя.
Ҡыҙҙар аҙ килә; реклама һәм башҡа саралар ҡулланып, бында уҡырға килергә теләүселәр һанын күбәйтергә тырышып ҡарайҙар, әммә өмөттәр аҡланмай һәм пансионды ябырға тура килә.
Щербачев, үҙенең ҡомһоҙлоғо менән билдәле булған хәлдә лә, Ырымбурҙың юғары йәмәғәт даирәһендә һәр саҡта ихтирам менән файҙалана, генерал-губернатор Перовский ҙур балдар уҙғарғанда Илецк Защитаһына уның өсөн саҡырыу билеты ебәрелеп тора.
Шулай, генерал-губернатор канцелярияһының элекке етәксеһе Глебовҡа бер казак офицерының ришүәт алыуы хаҡындағы доклад менән килгәнемдә, ә әлеге офицер йөҙ һумдан кәмерәк алған була, ул: "Бына ниндәй офицерҙар", - тип әйтә ҡуйҙы; мин дә яуапһыҙ ҡалманым: "Ә бындайҙар ҡайҙа ғына юҡ икән?"- тинем һәм туранан-тура Щербачевты күрһәттем, ә уны ҡаҙнанан урлашҡан өсөн бер кем дә шелтәләмәй һәм уға 70 саҡрымдан генерал-губернатор балына саҡырыу ебәрәләр. Глебов әйтте: "Да-с... әммә Щербачев помещик".

Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы бар).

"Киске Өфө" гәзите, №2, 17 – 23 ғинуар 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.01.25 | Ҡаралған: 27

Киске Өфө
 

Ахмаҡ һәм наҙан бәндәне ошо биш сифат аша танып була: ул сәбәпһеҙгә асыулана, урынһыҙ ерҙә һүҙ һөйләй, үҙенә ҡағылмаған эшкә ҡыҫыла, әленән-әле фекерен үҙгәртә, уға кем яуызлыҡ, кем изгелек теләгәнен дә айыра алмай.

(Г. Честертон).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru