«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02 


2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, тормош дауам итә: игенсе икмәк үҫтерә, малсы мал аҫрай, юлдар һалына, балалар мәктәпкә йөрөй, хатта ки өлкән йәштәгеләрҙең ғүмер оҙайлығы арта бара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә лә барлана бына ошондай темалар...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТАЙЛЫ БУЛҒЫМ КИЛЕП ЙӘШӘНЕМ ҒҮМЕР БУЙЫ...
+  - 


Башҡорт прозаһының алтын бағанаһы Ноғман Мусин вафат булғандан һуң уның иҫтәлегенә Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала ойошторолған Хәтер кисәһендә яҙыусының ейәне Тимур Ғарифуллин: "Беҙҙең бурыс - олатайымдың әҙәби мираҫын өйрәнеү, киләсәк быуынға еткереү. Уның исемен мәңгеләштереү өсөн ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләрбеҙ", - тип сығыш яһағайны. Түңәрәк өҫтәл артындағы йылы һөйләшеү хаҡында "Киске Өфө" гәзитендә "Ноғман Мусин феномены" исемле мәҡәләм донъя күргәс, бик күп шылтыратыуҙар, "Бәйләнештә" селтәре аша иҫәпһеҙ хат-хәбәрҙәр алдым. Мәҡәләне уҡыусыларҙы ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙың асылы ошолай ине: Ноғман Мусиндың ейәне бармы ни? Кем ул? Ниңә быға тиклем ул турала бер ҙә яҙманылар?

...Ауыр һорау. Ноғман ағайҙың тәүге ғаиләһендә ҡалған ҡыҙы Нурсилә апайҙың яҙмышын, уның балаларын - яҙыусының ейәндәрен яҡындан белеүселәр өсөн бигерәк ауыр. Атайһыҙ үҫеүҙең ғазаптарын үҙ иңендә татыған, әҫәрҙәрендә береһенән-береһе ҡатмарлыраҡ яҙмыштар һүрәтләгән дәрәжәле яҙыусының үҙенә лә еңел булмағандыр. Шәхси тормошона ҡағылған һорауҙарҙан ҡаса алмаһа ла, тәүге ғаиләһенә ҡағылғандарын һәр саҡ ситләтеберәк үтте бит Ноғман ағай, хатта үҙен яҡындан белеүселәргә лә үҙе һөйләгәндән артығырағы менән ҡыҙыҡһынырға рөхсәт итмәне.
Ә ҡыҙыҡһыныусылар һәр ваҡыт булды. Ноғман ағай тыуған яғына ҡайтҡанда, осрашыуға килеүселәр халыҡ араһынан уның ауылда йәшәгән ҡыҙын эҙләнеләр, уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәттәрен ситтән генә күҙәттеләр... 90 йәше тулыу айҡанлы үткәрелгән юбилей сараларында ошо ҡыҙыҡһыныуҙарҙың шаһиты булырға тура килде миңә лә. Бына ул үҙ ҡулдары менән Ноғман Мусин исемен йөрөтәсәк мәктәптең алтаҡтаһын аса, мәктәп алдында шулай уҡ үҙ исеме менән йөрөтөләсәк аллеяға ағас ултырта, Йорт-музейында үҙе үк экскурсия үткәрә. Эргәһендә - ҡайҙа барһа ла уны хәстәрләп-бәпләп оҙатып йөрөүсе ҡыҙы Гөлшат апай. Өфөнән килеүсе яҙыусы-журналистар миңә: "Ағайҙың оло ҡыҙын күрһәт әле", - тип шыбырлайҙар. Ситтә генә уңайһыҙланып, яңғыҙы ғына баҫып торған Нурсилә апайға ымлайым. Хәйер, ул, төртөп күрһәтеүсе булмаһа ла, әллә ҡайҙан танылып тора: Ноғман ағайҙың үҙе генә! Килгән ҡунаҡтар араһынан бер ҡыйыуырағының: "Әйҙәгеҙ, эргәһенә барайыҡ, һөйләшеп ҡалайыҡ", - тип әйтеүе булды, Нурсилә апайҙың эргәһенә барып та баҫтыҡ.
- Нурсилә апай һеҙ булаһығыҙмы?
- Эйе. Мин булам.
- Ноғман ағайҙың ҡыҙымы?
- Эйе. Алай-былай түгееел (ошолай һуҙып әйтте), законлы никахынан тыуған тәүге ҡыҙы.
Нурсилә апайҙың һәр һүҙгә баҫым яһап, ҡаты ғына итеп яуап биреүенән әле башланмаған да һөйләшеүгә нөктә ҡуйылғанын аңланыҡ - башҡаса һорау биреүсе булманы. Тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татығандар шаран-яран асылып бармайҙар шул ул, урттары тулы ҡан булһа ла кеше алдында төкөрмәйҙәр, теш ҡыҫып түҙә беләләр... Беҙ ҙә тынып ҡалдыҡ. Күҙҙәребеҙ - Нурсилә апайҙа. Бәләкәй генә буйлы, ҡаҡса ғына кәүҙәле ауыл ҡатыны. Яурындарына, буй-һынына етемлек мөһөрө баҫылған. Хатта аяҡтарына тиклем баҫыр ер эҙләп ыҙаланған төҫлө. Сәсе күптән ағарған шикелле, эйәк осона килешле генә итеп бәйләгән яулығының аҫтынан күренеп торған маңлай сәстәре араһында бер бөртөк тә ҡараһыу һыҙат юҡ. Ошо аҡлыҡтан уның ҡуңырт йөҙөнә яҡтылыҡ бөркөлә, ҡараштары нурлана. Уңайһыҙ тынлыҡтан ҡотолорға теләпме, әле беребеҙҙе, әле икенсебеҙҙе күҙҙән үткәреп, йылмайырға тырыша, ә үҙе йәшкәҙәгән күҙҙәре менән беҙҙең яурындар аша кемделер күҙәтә. Шул саҡ барыбыҙ ҙа үтә лә таныш тауыштан терт итеп ҡалабыҙ:
- Нурсилә ҡыҙым да бында икән!..
Ноғман ағай, яйлап ҡына атлап килеп, оло ҡыҙын бер ҡулы менән ипле генә итеп яурындарынан ҡосаҡлап, яратып алды. Гөлшат апай, атаһын һәр ваҡыт оҙатып йөрөгән кесе ҡыҙы, уларға аралашырға мөмкинлек бирергә теләгәндәй, алғараҡ сығып баҫып, ҡайһы аралалыр беҙҙең янға йыйылған ауыл ҡатындары менән һөйләшә башланы. Һәр береһен танып, исемләп өндәште.
Шул саҡ барыбыҙҙы ла Мәҙәниәт һарайына саҡырҙылар. Ноғман ағай үҙен оҙатып йөрөгөн рәсми төркөм менән алдан төштө, улар артынан - ҡәләмдәштәре, журналистар, дуҫтары, туғандары, ауылдаштары. Бәләкәй генә кәүҙәле Нурсилә апай халыҡ араһында юғалып ҡалды...
...Тантана барышында Нурсилә апайҙы сәхнәгә саҡырып сығарҙылар. "Өс ҡыҙҙың атаһы ул минең әтейем (ҡолғоналар "әтей" тип һөйләшә). Өсәү инек, хәҙер икәү ҡалдыҡ инде...", - тип башланы ла һүҙен, үҙен атайҙары эргәһендә үҫкән һеңлеләре менән тиң ҡуйып һөйләп алды ла китте. Атайһыҙ үҫкәнен иҫкә төшөрөп, байрамды боҙоп, Ноғман ағайҙы үпкәләтеп ҡуймағайы, тип ҡурҡып ултырған барыбыҙ ҙа еңел һулап ҡуйҙыҡ. Ҡыҫҡа ғына телмәрендә уның ябайлығын да, сабырлығын да, итәғәтлелеген дә, аҡылын да тойомланыҡ. Үҙ ҡулдары менән бәйләп эшләгән матур панно бүләк итте ул атаһына, шул арала нимәлер һөйләшеп тә алдылар. Айырым-айырым йәшәргә тура килһә лә, ғүмер буйы йөрәгендә йөрөткәндер Ноғман ағай ҡыҙын - уның күҙ ҡарашынан, ихлас йылмайыуынан, ғәм халыҡ алдында уны дөпөлдәтеп яратып алыуынан шуны аңланыҡ. Ошо һөйөүен ҡысҡырып әйтә генә алманы ниңәлер (барыбыҙ ҙа уларҙан күҙҙәребеҙҙе лә алмайынса, шул һүҙҙәрҙе көтә инек), шулай ҙа бар зал Ағайға рәхмәт йөҙөнән кинәнеп ҡул сапты шул мәлдә...
...Ноғман Мусиндың тәүге ғаиләһендә ҡалған ҡыҙы тураһында мин тәүге тапҡыр 1992-1993 йылдарҙа ишеттем. 11-се класта яҡташ яҙыусыбыҙҙың тормош һәм ижад юлын өйрәнеүгә арналған дәрестәрҙең береһендә, ҡыҙҙары менән төшкән фотоны күрһәтеп: "Фәрзәнә, Гөлшат исемле ҡыҙҙары бар", - тип таныштырам. Уҡыусылар араһында ҡолғоналар ҙа бар. Шуларҙың береһе: "Уның ҡыҙы өсәү. Оло ҡыҙы Ҡолғонала йәшәй", - тип әйтеп һалмаһынмы! Нимә әйтергә белмәй, баҙап ҡалдым. Мин яңылышаммы, әллә улмы? Аптырауҙан, асҡан ауыҙымды ябып та өлгөрмәгәнмендер, ул ҡолғоналарға ғына хас ярһыулыҡ менән Ноғман ағайҙың тәүге ғаиләһендә тыуған ҡыҙы Нурсилә апай, ул апайҙың хәҙер инде үҙенең өс малайға әсәй булыуы, малайҙарының исемдәренә тиклем белеп, теҙеп һөйләне лә бирҙе. Ныҡ итеп аптырауымды күргән егеттең һуңғы һүҙе миңә хөкөм һымаҡ яңғыраны:
- Һеҙ белмәй инегеҙме ни?
Уҡытыусы булараҡ, көтмәгәндә килеп тыуған был уңайһыҙ хәлде ипле генә итеп туҡтатырға тейешлегемде аңлайым. "Пушкин, Есенин, Достоевский, Жуковский һымаҡ рус классиктарының икенсе, өсөнсө ҡатындарынан тыуған балалары хаҡында уҡығанығыҙ барҙыр. Беҙ уларҙың яҙмышын нисек бар, шулай ҡабул итеп өйрәнгәнбеҙ. Ә беҙҙең халыҡ, бигерәк тә күренекле шәхестәребеҙ, биографияларындағы сетерекле хәлдәрҙе ташҡа яҙып бармай. Үҙҙәре өндәшмәгәс, башҡаларҙың да ул турала һөйләргә хаҡтары юҡ һымаҡ. Шуға күрә беҙ ҙә был мәсьәләне тарих хөкөмөнә ҡалдырайыҡ. Киләсәк Ноғман Мусиндың ижадын уҡыр, биографияһын өйрәнер, был хәлгә лә асыҡлыҡ индерелер", - тигәнерәк һүҙ һөйләп, дөйөмләштереп йомғаҡлап ҡуйҙым һөйләшеүҙе.
Дәрес тамамланғас, ҡыҙыҡһыныуымды еңә алманым, Ҡолғона ауылы егеттәрен алып ҡалдым.
- Ә һеҙ ул апайҙың Ноғман Мусиндың ҡыҙы икәнлеген ҡайҙан беләһегеҙ?
- Ниңә белмәй ти! Беләбеҙ. Уны бөтә Ҡолғона белә.
Юғары класс уҡыусылары бит инде улар, үҫкәндәр, барыһын да аңлайҙар. Бөтә Ҡолғона белгән хәбәрҙе улар ҙа белә булып сыҡты. Етмәһә, Ноғман бауайҙарының (был да ҡолғоналарҙың һөйләше) ейәндәре менән бергә уйнап үҫкәндәр. Улар ауыҙынан сыҡҡан "ҡысҡырып һөйләргә ярамаған" һүҙҙе тыңлап торһам да, ниңәлер, яҙыҡ эш эшләгән һымаҡ тойманым үҙемде. Ниндәйҙер изге бер сергә ҡағылғандай булдым: Ноғман ағайҙың тағы бер ҡыҙы, ул ҡыҙҙың өс малайы - Ноғман Мусиндың ейәндәре бар! Ниңә яҙыҡ булһын ул!
...Ошо сер күңелемде байтаҡ йылытып йөрөнө. Бер аҙҙан тағы ла шул сергә ҡағылырға форсат тейҙе. Көтмәгәндә, өй телефонына Ноғман ағай шылтыратты (ул заманда кеҫә телефоны юҡ ине әле):
- Бик ҙур йомошом бар ине һиңә, Ғәлиәкәй (ул миңә һәр ваҡыт шулай өндәшер ине). Гимназияға ейәнемде урынлаштырырға кәрәк ине.
- Һеҙҙең ейәнегеҙ бармы ни, Ноғман ағай? (Теге сер ауыҙҙан сыҡты ла осто). Тик Ноғман ағай һүҙҙе ҡыҫҡа тотто:
- Марат Ғарифуллин тигән малай килер һиңә. Кейәү менән һөйләш тә (кейәү тигәне - минең тормош иптәшем, гимназия директоры Әлфис Фәйзуллин), хәл итәйек әле ошо мәсьәләне.
Мәсьәлә, әлбиттә, ыңғай хәл ителде, тик теге малай килмәне лә ҡуйҙы. Бер нисә көндән Ноғман ағай йәнә шылтыратты:
- Һеҙҙә уҡыһа, артабан уҡырға инеп китеүе еңелерәк булмаҫмы, тигәйнем дә, теге шилма малай ауылға ҡайтҡан да киткән.
Артығын төпсөнөргә уңайһыҙландым. "Ә ниңә Рәми Ғарипов гимназияһына бирмәйһегеҙ уны? Өфө әүрәтер ине, бәлки. Эргәгеҙҙә булыр ине", - тип әйтергә батырсылыҡ иттем шулай ҙа. Ноғман ағай көрһөнөп кенә ҡуйҙы: "Тормошта күп нәмә һин теләгәнсә генә булмай шул, Ғәлиәкәй...", - тип һуҙҙы ниндәйҙер етди һүҙ башларға йыйынған кеше кеүек. Тик артабанғы ауыр тынлыҡты икебеҙ ҙә боҙа алманыҡ. Күңелемде өйкәп йөрөгән әллә күпме һорауҙар тел осомда торҙо ла ҡалды. Унан һуң да яҡташ ҡына түгел, мәктәптәш яҙыусымдың юбилейҙарына сценарийҙар яҙғаным, алып барыусы булғаным, ҙур залдарҙа уның менән осрашыуҙар үткәргәнем булды - асыҡтан-асыҡ һөйләшергә ҡыйыулыҡ етмәне. Һорауҙар ваҡытында бирелмәне, шуға яуаптары ла кисектерелә килде. Ул - һөйләмәне, беҙ - һораманыҡ. Яҙыусының бәхетле һағышы инеме ул, һағышлы һыҙланыуы инеме уның оло ҡыҙы һәм ул ҡыҙҙың әсәһе - үҙе генә белгән сер булып, мәңгелек йортона үҙе менән бергә китте...
...Ошо хаҡта уйлана-уйлана үтәм Ишембай-Ҡолғона араһын. Юлдаштарым да тап ошо хаҡта уйлай кеүек. Уйҙарыбыҙ бер тирәлә уралһа ла: "Ниңә ҡыҙы тураһында үҙе яҙып ҡалдырманы икән Ноғман ағай?"- тигәнен ҡысҡырып әйтмәйбеҙ. Ҡысҡырып, уның теге йәки был осрашыуҙарҙа әйткән һүҙҙәре, йәш ҡәләмдәштәренә биргән кәңәштәре, үҙ-үҙенә талаптары, ижади эш процесына мөнәсәбәте хаҡында һөйләшәбеҙ... Былтыр, элекке йыл Өфөнән килеүселәр байтаҡ ине, быйыл башлыса "Ағиҙел"дәр генә килде. Аулаҡ. Иркенләп һөйләшергә була. Сараларҙан һуң тороп ҡалып, Нурсилә апай менән һөйләшеп ултырайыҡ әле, тип һүҙ беркетәбеҙ.
Иң тәүҙә мәктәпкә туҡталабыҙ. Ноғман Мусин исемен йөрөткән белем усағында йыл да яҙыусының ижадына арналған Ҡәҙер һәм Хәтер кисәләре үткәрелә. Уҡыусылар ҙа үҙҙәренең иңдәрендә ниндәй бурыс ятҡанын йылдан-йыл яҡшыраҡ аңлай барған кеүек. "Рухыбыҙ солоғо" тип аталған быйылғы сарала ауылдаш яҙыусыларының әҫәрҙәренән оҙон-оҙон өҙөктәрҙе ятҡа һөйләп, барыбыҙҙы ла хайран итте улар. Ә телмәрҙәренең таҙалығы! Яҙыусының рухы һаҡланған ер тап ошолай булырға тейеш! Әҙәбиәт кабинетындағы "Был парта артында 1938-1945 йылдарҙа Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Сөләймән улы Мусин ултырып уҡыған" тигән яҙыу беркетелгән парта артында көн дә бер уҡыусы алмашлап ултырып уҡыйҙар икән. "Яҙыусының ижадына ҡыҙыҡһыныу йылдан-йыл арта. Беҙ уның әҫәрҙәрен уҡыуҙы бурыс итеп тә йөкмәтмәнек, уҡыусыларҙа үҙенән-үҙе тыуҙы ул теләк",- тип үҙ фекере менән уртаҡлаша был мәктәптә оҙаҡ йылдар эшләгән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зәкиә Ибраһим ҡыҙы. Ноғман Мусиндың ейәне Тимур Ғарифуллин олатаһының исемен мәңгеләштереү өсөн ҡулыбыҙҙан килгәндең барыһын да эшләйәсәкбеҙ, тигән һүҙҙәренә тоғро. Өс йыл эсендә мәктәп өсөн матур эштәр эшләп өлгөргән: йыл да беренсе кластарҙы ҡиммәтле бүләктәр менән ҡаршы ала, ун беренселәрҙе шулай уҡ ҡиммәтле бүләктәр биреп, оло юлға оҙата. Мәктәпкә байтаҡ кәрәк-яраҡ алып биргән, үткәрелгән күп сараларҙың даими бағыусыһы ла - ул. Был юлы осрашыуға шахмат комплекттары алып килгән. "Мәктәп уҡыусыларҙың икенсе өйө кеүек булһын, ниндәй мәктәптә уҡығандарын белеп уҡыһындар", - ти ул. Маҡсаты - берәү: Ноғман Мусин исемендәге мәктәп йәшәргә тейеш.
...Мәктәптәге саранан һуң халыҡ яҙыусыһының музейында, китапанала булдыҡ, мәңгелек йортона зыярат ҡылдыҡ. Рухыбыҙ солоғо - әҙәбиәттең мәңгелек ҡарағайы эргәһендә тынып ҡалдыҡ: олуғ яҙыусының тын алышын ишетергә теләүҙән тыуған тойғо барыбыҙҙы ла телһеҙ иткәйне...
Ҡаршыла ғына ҡарағайҙар менән ҡапланған бейек тау. Ноғман ағайҙың рухы яралған ерҙә һәр нәмәгә айырым иғтибар менән ҡарайһың икән. Тауҙарға бағыу менән, йөрәгеңме, йәнеңме терт итеп ҡала. Туҡтап, йәнә йәнеңде аҡтарып сығарырҙай тынлыҡты тыңлайһың. Быға тиклем ҡаяларға сат йәбешеп күккә үрләгән ҡарағайҙар офоҡ менән тоташа кеүек ине - юҡ, Йыһан менән тоташа икән улар. Тап ошонда, үлгәндәрҙең тәндәре бәүелгән ерҙә башлана икән Йыһан. Йыһан тынлығын һаҡлай икән зыярат та...
...Зыяраттан һуң йыл да ауылдың матур, яҡты, ҙур кафеһында Нурсилә апай атаһының, оҙаҡ йылдар оло яҙыусының ҡатыны булыу бәхетен дә, ғазаптарын да бергә татыған Фәймә инәйҙең, был донъянан бик иртә киткән Фәрзәнә менән Гөлшат апайҙарының рухтарына бағышлап, Ҡөрьән уҡыта. Уға һәм уның күҙҙәренә генә ҡарап торған улдарына, килендәренә ҡарап, үҙең дә һиҙмәҫтән, донъяның фанилығы, был донъяла һәр беребеҙ атҡарырға тейешле бурыстар һәм ғәмәлдәр тураһында уйланаһың. Өс йыл элек тап аят уҡыған мәлдә Ноғман ағайҙың бүләсәре - Тимурҙың бер айлыҡ ҡына Аиша исемле өсөнсө ҡыҙы ҡулдарымда йоҡлап киткәйне. Ана хәҙер ҙур кеше булып, апайҙары менән бергә Ҡөрьән тыңлап, ҡулдарын килештереп кенә бөгөп, доға ҡылып ултыра. "Эй донъя! - тип уйлайһың үҙең дә һиҙмәҫтән, - ошо тиклем бәхетте күрмәй-татымай китеп барҙы Ноғман ағай. Бүләсәрен алдына ултыртып һөйөп өлгөрһә, унан да бәхетле кеше булмаҫ ине лә бит...". Уйҙар уйға ялғана ла, атаһының рухына ошондай ҡәҙер-хөрмәт күрһәткән, уны олатай иткән Нурсилә апайға, олатайҙарының тамырҙарына тоғролоҡ һаҡлаған ейәндәренә рәхмәт уҡыйһың. Яҙмыш еле уларға һаҡһыҙ ҡағылмаһын ине, киләсәк өсөн һаҡлаһын ине ҡарағайҙың ошо тубырсыҡтарын...
...Аят табынынан һуң, һөйләшкәнебеҙсә, Нурсилә апайҙың өйөнә юлландыҡ. Бында ла кеше күп. Алты мөйөшлө өйҙөң төп яғына үтеп, аулағыраҡ булһын тип, ябыҡ ишек яртында һөйләшергә уйлағайныҡ та, ҡатын-ҡыҙҙар йүгереп йөрөп сәй әҙерләй башланы. Нурсилә апай уларҙың береһе менән: "Бына был минең бер туған һеңлем", - тип таныштырҙы. Беҙ сәйер генә итеп бер-беребеҙгә ҡарашып ҡуйҙыҡ: беҙ белмәгән тағы бер ҡыҙы бармы әллә Ноғман ағайҙың? Беҙҙең ниңә аптырашҡанды аңлап, Нурсилә апай төҙәтмә индерә һалды:
- Әтейем менән айырылышыуҙарына дүрт йыл үткәс, әнейем Рәшит исемле Ҡолғона егетенә кейәүгә сыға. Уларҙың бер ҡыҙы, бер улы тыуа. Әсәйебеҙ - бер, әтейебеҙ башҡа була инде. Әммә Рәмилә менән Рөстәм ҡустымдан да яҡыныраҡ туғандар юҡ, улар минең өсөн өҙөлөп торалар, ниндәй генә ярҙам кәрәк булһа ла килеп етә һалалар. Рәшит ағайым да һәйбәт кеше ине, мине бер ҙә ҡыйырһытманы, ситләтмәне, үҙ ҡыҙы һымаҡ күрҙе. Мин дә уны үҙ әтейем һымаҡ күреп, "әтей" тип әйтергә теләй инем, тик әнейем: "Һинең үҙ әтейең бар", - тип тыйып ҡуйҙы. Әтейле булғым килеп йәшәнем ғүмер буйы. Ағайлы, яҡлаулы, ҡараулы булып үҫтем, тик "әтей" тип арҡалана ғына алманым. Ғүмере ҡыҫҡа булды Рәшит ағайҙың, ул донъя ҡуйғанда ҡустыма бер генә йәш ине, әнейем өс балаһын яңғыҙы аяҡҡа баҫтырҙы.
Төркөмөбөҙ етәксеһе, "Ағиҙел" журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафин, ипле генә итеп, һөйләшеүҙе юллап килгән серҙең юҫығына төшө-рөп ебәрә:
- Әнейегеҙҙең исеме... Гәүһәр бит әле. Ниндәйерәк иҫтәлектәр һөйләй ине Гәүһәр инәй Ноғман ағай тураһында? Уларҙың мөхәббәт тарихтары нисегерәк булған икән?
- Армиянан һуң әтейем бер йыл "Башҡортостан" гәзитендә эшләп ала, унан һуң ауылға ҡайтып, уҡытыусы булып эш башлай. Тап шул йылда танышып, яратышып ҡауышалар. Дүрт кенә йыл бергә йәшәп ҡалалар. Яҙышҡас, яҙған әйберҙәрен гәзит-журналдарҙа баҫтырырға теләгәндер, шуға ла күңеле һәр ваҡыт Өфөгә тартылып тик торғандыр инде әтейемдең. Бер Өфөгә барыуында "Ағиҙел" журналына эшкә урынлашып, бөтөнләй унда ҡалырға ҡарар итә. Ул ваҡытта Өфө менән Ҡолғона араһы иртән барып, кис кире әйләнеп ҡайтырлыҡ ер түгел. Ҡәйнәһе менән бергә йәшәп ятҡан әнейемде бауайым барып алған да ҡайтҡан. Донъяла була торған хәл бит - айырылышып ҡуйғандар. Сабый бала менән яңғыҙ ҡалыуы әнейемә еңел булмағандыр инде, мин да травиз булғанмын, әтейемде таптырып илағанмын.
Беренсе класҡа уҡырға төшкәндә, миңә матур тун алып ҡайтты ул. Ундай тун минән башҡа бер кемдә лә юҡ, етмәһә, әтейем алып ҡайтҡан тун! Маҡтанып, әллә кем булып кейеп йөрөнөм. Мин һигеҙенсе класты тамамлағас, Ишембайға күстек. Ҡалала матур кейенеп йөрөһөн, тигәндер инде, шул йылды тағы бер тун алып бирҙе ул миңә. Тубығында иркәләнеп үҫмәһәм дә, Ноғман Мусиндың ҡыҙы икәнлегемде белеп үҫтем. Гәзит-журналдарҙа мәҡәләләре, хикәйәләре сыҡһа, гәзит адресына "Ноғман Мусинға" тип хат яҙа торғайным. Яуап хаты килмәгәс, илай торғайным. Әнейемдең дә әсенеп илағандарын хәтерләйем. Үҙе барырға уңайһыҙландымы икән, әтейемдең яңы китабы сыҡһа, мине китапханаға ебәрә ине. Китаптарын уҡып илай торғайны. Балалығыма барып, әнейемдең илауын шул китаптарҙан күрҙемме икән, бер көндө өйҙәге бар китаптарын яндырырға тип йыйған сүплеккә сығарҙым да бәрҙем. Әнейем уларҙы кире индертте. Үҙенә ауыр ваҡыттарҙа ла әтейемә һүҙ тейҙертмәне ул. "Кешелә булмағанды кейеп үҫтең, өй һалғанда аҡсалата ярҙам итте", - тип, яҡшы яҡлап ҡына иҫләне ул һәр ваҡыт.
Үҙем дә балаларымды ауырлыҡ менән үҫтерҙем. Фазлетдиным һәйбәт кеше ине, ул да иртә китте шул. Ул донъя ҡуйғанда, Тимурыма ун ике генә йәш ине. Фазлетдинымдың атаһы ла әүлиә һымаҡ изге йәнле ине, балалары ла шундай һәйбәт булдылар - ярҙамһыҙ ҡалдырманылыр. Ҡайным үлгәндән һуң бәләкәй малайҙарына тейешле ошо өйҙө беҙгә биреп ҡуйҙылар. Хәҙер Флүрем, Маратым, Тимурым ҙурайҙылар инде - донъяны улар алып бара. Флүрем генә йыраҡта, йыраҡта булһа ла ҡайтып йөрөй. Маратым (Ноғман ағай Ишембай гимназияһына урынлаштырырға теләгән Марат була инде ул), Себерҙә эшләп йөрөгән еренән Ишембайға ҡайтып төпләнде. Заводта эшләй. Һуң тип торманы, уҡырға керҙе, ситтән тороп авиация институтында уҡый.
...Нурсилә апай һөйләгән ваҡытта шуға иғтибар итмәү мөмкин түгел: үҙенә яҡын һәр кемде ул яратып, -ем ялғауы ҡушып һөйләй. Әтейем, Фазлетдиным, Тимур улым, Эльвира киленем, тип һөйләүҙәрен тыңлауҙары рәхәт хатта. Ҡайҙан килә икән уға шундай көс-ҡөҙрәт! Яратылғыһы килеп, "әтейем" тип өҙгөләнгәндә яралдымы икән ошо хис? Әллә Фазлетдинына биреп бөтөлмәгән наҙ-хәстәрҙәре шулай урғыла микән йөрәгенән? Тормош ҡаҡҡылап-һуҡҡылағанда нисек ҡатмаған, биҙрәмәгән икән уның күңеле? Улдары ла уның өсөн өҙөлөп тора. Беҙ һөйләшкән арала ғына ла, әнейенең тауышы саҡ ҡына баҫыла төшкән һайын, шым ғына инеп, ситтән генә ҡарап-күҙәтеп торҙо Тимуры: артыҡ әҫәрләнеп, илап ҡуймаһын, тиҙер инде. Йыһан тыныслағын һаҡлаған тауҙар кеүек, улар ҙә ғәзиз әсәйҙәрен ҡурсалап, бәпләп кенә торалар.
...Ҡарағайҙай өс улы ҡурсалауында йәшәү эй килешә Нурсилә апайға: ҡарашында тәү күргәндәге һағыш-һыҙланыуҙар төҫһөҙләнгән, бары-юғына аҡланмай, үҙен дәрәжәле генә итеп тоторға ла өйрәнгән; башын килешле генә итеп ҡырын һалып көлөп ебәргән сағында хас атаһы ғына булып ултырыуынан йәм табып, ирәйеп ебәрә. Уға ҡараныңмы, уйҙар үҙҙәренән-үҙҙәре Йыһан ҡанундарына барып тоташа. Ошо бәләкәй генә ҡатын Рухыбыҙ солоғоноң тамырҙарын һаҡлап ҡалған. Ҡарағайҙың тубырсыҡтары, инде үҙҙәре шытым биреп, тамыр йәйеп ебәргән: Ноғман ағайҙың бер бүләре, биш бүләсәре бар. Йәшәй әле ғорур ҡарағайҙың тамырҙары! Йәшәй! Йыһан ҡөҙрәте түгелме ни был!..

Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА.
Ишембай районы.

"Киске Өфө" гәзите, №2, 17 – 23 ғинуар 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.01.25 | Ҡаралған: 319

Киске Өфө
 

Ахмаҡ һәм наҙан бәндәне ошо биш сифат аша танып була: ул сәбәпһеҙгә асыулана, урынһыҙ ерҙә һүҙ һөйләй, үҙенә ҡағылмаған эшкә ҡыҫыла, әленән-әле фекерен үҙгәртә, уға кем яуызлыҡ, кем изгелек теләгәнен дә айыра алмай.

(Г. Честертон).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru