«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02 


2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, тормош дауам итә: игенсе икмәк үҫтерә, малсы мал аҫрай, юлдар һалына, балалар мәктәпкә йөрөй, хатта ки өлкән йәштәгеләрҙең ғүмер оҙайлығы арта бара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә лә барлана бына ошондай темалар...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БӨРСӘ – 2
+  - 


* * *

...Ғәлим, үткәндәрҙе хәтерләп, яҙмышы менән уйнаусыларҙы күҙәтте. "Алһалар ғына ярар ине, - тип мейеһен сүкене бер үк уй. - Күрһәтер инем ауылдаштарға негоденды..."
- Килолай йыйған хәстрүш, - тип зитына тейҙе "һонтор", ҡағыҙҙарын шыптырлатып, көтмәгәндә әллә призывникты йәлләне, йылмайып, йомшаҡ өҫтәне:
- Әйҙә, килограмм өҫтәп, берәй командаға яҙайым да, повар булып булһа ла йөрөп ҡайтыр.
Сибәркәй, ҡыйғас ҡаштарын матур төйөп, баш ҡағып йөпләне. Шул мәлдә йөҙө яҡтырған Ғәлим ҡарамаҡҡа йәмһеҙ ҡатынды ҡосаҡлап үпкеһе килде. "Ауыҙыңа бал да май", - тип мейеһенән атаһының һүҙҙәре ҡыйылып үтте, һалынып төшкән яуырындары ҡалҡынып, ҡаҡ күкрәге кирелде.

* * *

...Хәрби состав ал-ял белмәй Алыҫ Көнсығышҡа ашыҡты. Станцияларҙа "һатып алыусы" офицерҙар "байлыҡтарын" эйәртеп төшә барҙы.
Тәғәйенләнгән хәрби гарнизонға еткәнсе, теүәл бер аҙна үтте. Ғәлимдәрҙе тайга эсендә урынлашҡан танк батальонының казармаларына тараттылар. Гарнизон Ҡытай сигенән алыҫ түгел йәйелгән, тәүлек әйләнәһенә хәрби әҙерлектә көн итә, шул тарафтан көтөлгән һөжүмгә ҡорос ҡалҡан икән.
Тәүге көндән үк әрме тормошо тәүлек әйләнәһен ялмап алды. Сәғәт алтынан "подъем", ялһыҙ илле минут йүгереү, политуҡыуҙар, көндөң икенсе яртыһында танк төҙөлөшөн өйрәнеү, киске аштан һуң өҫ-башыңды тәртипкә килтереү, күҙ йомоп асҡансы үткән төн. Бер-береһенә һыу тамсыһылай оҡшаған ялтыр башлы йәш һалдаттар, һарыҡ көтөүе кеүек, ҡайҙа ҡыуалар - шунда йүгерҙе. Көтмәгәндә инде повар булырға килешкән Ғәлимгә водитель-механик итеп танытма тотторҙолар. И-и-и, һалдат бер башҡа үҫтеме ни, шатлығы эсенә һыйманы, ысын танкист буласаҡ бит ул! Тик батальонды тулыландырасаҡ яңы көстәр менән танышҡанда һалдаттар артынан Өфөгә ебәрелгән офицерға командирҙан ҡәҙимге эләкте. Иң артта баҫып торған Ғәлимде абайлағас та уҫлаптай полковник ҡул аҫтындағыға екерҙе:
- Был бөрсәнән йүнлерәген тапманыңмы?
Офицер, аптырағандай, берсә командирына, берсә Ғәлимгә ҡарап алды ла, аңлайышһыҙ аҡланды:
- Иптәш полковник, һуң, тракторға таныҡлығы бар, тәжрибә тупланым, ти, кәүҙәһе лә йәтеш кенә, люктан иркен үтерлек...
Былайырағын көтмәгәйне хәрби хеҙмәткә ынтылған егет, тағы нимәлер һөйләнде полковник, ишетмәне, ҡолағы тоноп, башы шауланы, борсолдо: "Ҡушамат йәбештереп ҡуйҙы был миңә..."
Иртәгәһенә бөтә казарма уға "Бөрсә" тип кенә өндәшә ине. Хатта киске тикшереү ваҡытында взвод командиры урынбаҫары, әллә юрамал "курсант Бөрсә" тип ыс-ҡындырҙы, геү килеп көлөшөү аҫтында төҙәтергә ашыҡты. Баҡһаң, командирҙары офицерҙарға ла ҡушамат тағып бөткән, йыш ҡына фамилияларын "онота" икән. "Хужа ниндәй - ғаиләһе лә шундай" - ҡыҙыҡ, атаһының һүҙҙәре иҫенә төшә лә тора, әллә аҙым һайын осраған алйотлоҡто мәҡәлдәр менән баҫырға тырышамы? Бойороҡто ҡабул иткәндән һуң ҡайҙа килеп эләккәндәрен төшөндө йәш һалдаттар, "дедовщина"ның ояһы ине бында. Яҡлау эҙләү тураһында уйлама ла, һалдаттар араһындағы шундай мөғәмәлә комсостав тарафынан өнһөҙ генә хуплана ине. Батальондың үҙ иерархияһы: яңы килгәндәр - духтар, ярты йыл хеҙмәт иткәндәр - йәштәр, йыл тултырғандар - черпактар, йыл ярымлыҡтары ҡарттар тип атала икән. Аҫтағылар өҫтәге һәр баҫҡысҡа буйһона. Командирҙарға "ҡартлыҡ" ҡулай, уставтан тыш аралашыуҙар тәртип өсөн кәрәк, имеш. Сәйнәүҙәренсә, комбаттың Мәскәүҙә әшнәһеме, сыбыҡ осо туғанымы юғары даирәләрҙә етәкселек итә, шуға уның башбаштаҡлығына бер ниндәй ҙә кәртә юҡ.

* * *

Рота старшинаһы прапорщик Дьяков төрлө ярыш үткәрергә ярата. Бер көндө өсөнсө взводты Ленин бүлмәһенә йыйып, автоматты һүтеп ҡорорға, йәштәрҙең һәләтен тикшерергә булды. Ғәлим НВП дәрестәрендә ҡорал менән эш итергә ныҡ таҫылланғайны, взводтың ғәжәпләнеү ауазы аҫтында егерме һигеҙ секундта өлгөрҙө. Китте бәхәс, тегенеһе былай түгел, быныһы дөрөҫ булманы, ҡоралды әйләндерҙеләр, етешһеҙлек эҙләп шауланы бүлмә. Ҡабатлап күрһәтте йәш һалдат, аһ иттеләр, уҙырға маташтылар, әммә береһе лә уға еткерә алманы. Шунда старшина тылсымлы һүҙҙәрен еткерҙе:
- Нимә, ҡарттар, танауығыҙҙы һөрттөмө һөтимәр?
Отбойҙан һуң аңлаттылар прапорщик һүҙҙәренең мәғәнәһен, "ҡарттар" бәҙрәфкә саҡырып, уратып алды.
- Йә, салага, беҙҙе старшина алдында хурларға булдыңмы? - Айыуҙайы ҡапыл ҡы-рыйҙан бөйөрөнә сөйҙө. Ғәлим, тубыҡтан бөгөлөп, таш иҙәнгә ялпашҡанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Икенсеһе араларына уҡталды.
- Үлтерәһең бит, Серега. Былай ҙа ҡойолоп төшөргә тора.
- Артабан да шәп булып ҡыланһаң, инвалид булып ҡайтып китәһең! - тип ыҫылданы Сергей.
Ғәлим карауатына саҡ етеп йығылды. Өс көн ҡан һейеп йөрөнө, әммә берәүгә лә һиҙҙермәне. Санчасҡа ла барманы, төндәрҙе һыҙланып үткәрҙе. Шул ваҡиғанан һуң бик ғәжәпләнде егет, командирҙарына сәйерһенеп ҡараны: "Тырышып, өлгөлө хеҙмәт иткән һалдатты маҡтарға тейештәр ҙә баһа". Ләкин бер нәмәгә ҡарамай, үҙен күрһәтергә булды, барыһынан өҫтөн булырға ҡыртышты. Сафта атлау әҙерлегендә лә һынатманы ул, шаҡылдата баҫып, һәр аҙымын теүәл башҡарҙы, уңыш шауҡымынан танауҙы өҫкә сөйгәйне лә, асыулы ҡараштарҙан шөрләп, аяҡ осона текләне. "Калаш"тан атҡанда ла пуляларҙы сәптең ҡап уртаһына һеңдергәйне, мәргәнлеге өсөн төндә түләргә тура киләсәген иҫләп, күҙ йәшереп, иренен ҡымтыны. Ауыл малайы бит ул, тракторҙың һәр шөрөбөн тотоп ҡараған кеше, ҡаланыҡылар алдында өҫтөнлөгө бар. Техниканың төрлөһө менән идара итеп шымарған кешегә нимә инде, ҡырҡ тонналы танкты уйынсыҡтай өйрөлтөп, оҫта маневрҙар яһап, хеҙмәттәштәрен көнләштерһә лә, инструкторҙар күрмәмешкә һалышты. Люкты асып төшкән саҡта "ҡарттар"ҙың ҡара болот ҡаплаған йөҙҙәрен шәйләп, ул еңеү ярһыуынан тиҙ һыуына ине.
Шундай көндәрҙең береһендә Өфөнән сиккә тиклем станцияларҙы һанаған хеҙмәттәштәре Ғәлимгә ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Бында "һөтимәр"ҙәр өсөн яҙылмаған закон хөкөм һөрә: берәү өсөн башҡалар яуап бирә, башҡалар өсөн берәү яуап тота. "Нимә осонаһың, итек башындай кәүҙәң менән шәп булып ҡыланаһың, һинең өсөн беҙгә эләгә?" - тип ирен турһайтты тегеләр. "Ҡулығыҙҙан килһә, һеҙ ҙә маташығыҙ", - тип ҡаршы телләште. "Ҡуй әле, кәпәренмә, турникта тоҡ һымаҡ аҫылынып торғаныңды оноттоңмо?" - тигәстәре, уйлана төштө. Турникта күтәрелеү - ыҙа, унды күтәрелһәң, ун бишкә еткереү бурысы ҡуйыла, артабан һорау арта, сер-жанттарҙың ҡайыш айылдары күптәрҙең оса иттәрен күгәртте генә. Ырата алманы Ғәлим турникта, бала саҡтан шуны яратманы. Ә тегеләргә-ә-ә, бирҙе Хоҙай, үсләшәләр, арҡаһын яндырған айыл эҙҙәре оҙаҡ һыҙлай ине.

* * *

Офицерҙарҙың хуплауы аҫтында "дух"тар иң ауыр эштәргә егелде. Көн аша ашханаға нарядҡа баҫыу, төнө буйы картуф әрсеү, казарма иҙәнен һабын менән йыуыу, часть биләмәһен таҙартыу - барыһына ла йәш һалдаттар түҙҙе. Көндөҙ танктар боксында "ҡарттар" төрлөсә кәмит ҡорһа, кистәрен йоҡо бүлмәһендә тамашалар дауам итте. Күмәк хахылдауҙар аҫтында "духтар" "вождение" үтә, йәғни карауат аҫтынан шыуышып йөрөй, иҙән уртаһында ултырғысҡа баҫып ҡатмарлы физик күнекмәләр үтәй. Иң ҡаныҡҡандары - Ғәлим, уға дегәнәктәй йәбештеләр. Эйе, эйе, хас та картуфлыҡ ситендә үҫкән дегәнәк, балаҡҡа бер ҡаҙалһа, ысҡынмай. Ҡайҙа ғына пәйҙә булмаһын, уны ҡыҙыл сепрәккә үсеккән үгеҙҙәй ҡаршы алалар. Офицерҙарға тиклем егетте үҙһенмәй. Батальон командиры менән осрашҡандарында устав ҡушҡанса честь бирһә, полковник Ковалев яуапҡа теләмәй генә козерогына ҡағыла, янынан ытырғанып үткәндәй. Ҡайҙан уға шундай ҡараш? Шулай шөкәтһеҙ булып күренәме икән ни? Һалдат аңламай, аптырағандан өҫ-башын тикшерә, һуң, таҙа ла йөрөй, кейеме үтекләнгән, кирза итеге көҙгөләй ялтырай. Төндәрен арыуына ҡарамаҫтан, уйланып, керпек тә ҡаҡмай, әйләнеп-тулғана, һорауҙарына яуап эҙләй. Ауылы иҫенә төшә.
Һарайҙарында бер ҡыш кәзә сирләне, эсе китеп, хәле мөшкөлләнде. Төрлөсә һауыҡтырып ҡаранылар - файҙаһыҙ. Хәлһеҙләнгән хайуанды иптәштәре дөп-дөп һөҙә, меҫкенең йыш тәгәрәй, ҡалҡына алмай ята. Әмәлһеҙҙән ситләтелгән кәзә мөйөшкә барып һыйына, кәртә буйлап тәнтерәкләп ҡаса, тегеләре уны эҙәрлекләй, ҡыуалап етеп, ураҡтай мөгөҙҙәре менән тағы дөмбәҫләйҙәр. Көн дә шулай дауам итте, ауырыу кәзә аяҡ һуҙмайынса ҡуйманы иптәштәре. "Мин дә шул бахыр кәзәгә оҡшағанмын да баһа. Ярай, малдың аҡылы юҡ, ә былар әҙәми зат- кешелек сифаттарына эйә йәндәр. Ниндәй генә булһам да, бит уларҙың хәрби иптәше, танк экипажының бер ағзаһы, хәрби антҡа тоғромон, хатта күптәргә үрнәк булырлыҡмын", - тип ғәжәпләнә һалдат.
Уйлана торғас, Ғәлим һорауҙарына яуап тапҡандай булды. Килгән көндө үк комбат үҙе ауылдағы кәзә хәленә ҡуйҙы уны, ҡушамат йәбештереп, башҡа һалдаттар алдында кәмһетте, файҙаһыҙ бөрсәгә тиңләне. Етмәһә, батальонда сит кеше икәненә ишараланы. Башҡаларға етә ҡалды, полковниктың һүҙҙәрен тиҙ эләктереп алдылар. Хәҙер барыһы ла уға, "Эй, Бөрсә" тип кенә бойора. Эш буйҙа шул, ҡартатаһы үҙенсә бөгөп ҡуйһа ла, бөтә бәлә шунда. Политуҡыуҙар ваҡытында йәнәш һалдаттың яҙғанына күҙ һалды, ә унда-а-а, хәрефтәре сатай-ботай, ылғый хата. Бер ҙә уға, наҙанһың, фәлән-фәсмәтән, тип бәйләнгәндәрен күргәне юҡ, аптыраҡ!
Эх, былай итеп күҙ алдына килтермәгәйне бит ул армияны, бандиттар ояһымы ни? Аҙым һайын мыҫҡыллауҙар, кәмһетеүҙәр, йәберләүҙәр - ахыры бармы? Күҙҙәренә йәштәр төйөлә Ғәлимдең, үҙен йәлләй, көсһөҙлөгөнән нәҙек бармаҡтары карауаттың һыуыҡ тимерен ҡыҫа. Икһеҙ-сикһеҙ дала уртаһында үҫкән яңғыҙ ағастай тойҙо үҙен. Таяныр кешеһе лә юҡ бит уның, ҡурсалаусы яҡындары бик алыҫта, бындағы хәлдәрҙе улар белмәй, сөнки хаттарында һалдат тыныс хеҙмәтен һүрәтләй. Командир-атай ҙа яҡлашмай һалдат-улын, илен, халҡын һаҡлаусыны ҡыйырһыттыра. Күкрәгендә утлы шар булып асыу ҡайнаны Ғәлимдең. Тамағына тығылған төйөрҙө саҡ йотоп, әшәке донъянан ҡасҡандай, одеалына бөркәнде. Күҙҙәрен йомоп, тыуған ауылы буйлап гиҙҙе. Туғандарын ныҡ һағынды ул. Сәй артында ата-әсәһе уны йәлләп уфтаналыр әле, һағынып, көн һанайҙарҙыр, йә булмаһа, бала саҡ шуҡлыҡтарын иҫкә алаларҙыр. "Ә Гөлсирә? Гөлсирә... Ҡыҙ уны уйлаймы икән? Бер генә күрәһе ине, әллә хат яҙып һалырға инде. Йыртып ташлаһа? Юҡ, йыртмаҫ, яҙайым, бәлки көтәлер. Яуап яҙып, фотоһын да һалһа, минән бәхетле кеше булмаясаҡ", - тип уйлап йөрәкһенә егет. Күршеләрен, унан көлгән ауылдаштарын да һағынды Ғәлим, бындағы йүнһеҙ әҙәмдәрҙән кәмһетелгәс, ауылдаштары бер туғандай булып тойолдо.
Башҡаса осонмаҫҡа һүҙ бирҙе үҙенә. Көндәр артынан көндәр үтте. Батальон, элеккесә, үҙ ҡаҙанында ҡайнаны. Буранлы ҡыш үтеп, ер ҡарҙан әрселә башлағас, периметр буйлап һуҙылған танк бокстарын шар асып ҡуйҙылар. Яҙғы ҡояштың йылы, наҙлы нурҙарына бар тәбиғәт ҡыуана. Тайга тултырып ҡоштар сутылдаша, ағастар йоҡонан уянғандай, талғын елгә шыбырлаша, тиртергә тулышҡан бөрө еҫе бокс эсенә таралды. Йәкшәмбе булыуға ҡарамаҫтан, йәш һалдаттар танктар янында эш менән мәшғүл, "гражданка"ға яҡынлаған бер нисә "дембель" тәғәйенләнгән урында тәмәке көйрәтә, "ҡарттар", "Һалдат йоҡлай - хеҙмәт бара" тигән әйтемгә тоғро - бокстың ҡояшҡа ҡыҙған ҡыйығына ятып, әүен баҙарында гиҙә.

(Дауамы. Башы 1-се һанда).
"Киске Өфө" гәзите, №2, 17 – 23 ғинуар 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.01.25 | Ҡаралған: 28

Киске Өфө
 

Ахмаҡ һәм наҙан бәндәне ошо биш сифат аша танып була: ул сәбәпһеҙгә асыулана, урынһыҙ ерҙә һүҙ һөйләй, үҙенә ҡағылмаған эшкә ҡыҫыла, әленән-әле фекерен үҙгәртә, уға кем яуызлыҡ, кем изгелек теләгәнен дә айыра алмай.

(Г. Честертон).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru