«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2026

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 
 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә Студенттар көнө билдәләнде. Ә ниндәй ул бөгөнгө студенттың торомошо? Ни менән көн үткәрә улар? Байрам уңайынан юғары уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәштәргә ошондай һорауҙар менән мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АҘ ҒЫНА ЭСҺӘҢ ДӘ...
+  - 

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы яңы йылдың тәүге көндәрен алкоголде артыҡ ҡулланыуҙы иҫкәртеү аҙнаһы тип иғлан иткәйне. Байрамдарҙан, төрлө юбилей йәки туй табындарынан һуңғы осорҙа иҫерткес эсемлектәрҙең зыяны, уның эҙемтәләре тураһында тағы бер тапҡыр иҫкә төшөрөргә кәрәк. Был хаҡта тулыраҡ БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш белгесе, психиатр-нарколог Татьяна СТАРОСТИНА һөйләне.

Татьяна Николаевна, иҫерткес эсемлектәр кеше һаулығына ни тиклем зыянлы?

- Алкоголдең аҙ ғына дозаһы ла зыян килтерә. 200-ҙән ашыу сирҙең уның артыҡ ҡулланылыуы менән бәйле булыуы билдәле, ә төрлө ауырыуҙарға индергән өлөшө 5-75 процентҡа тиклем. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә кешелә үҙәк нервы системаһы зыян күрә, интоксикация фонында аҡыл һәм физик эшкә һәләтлелек кәмей. Ваҡыт үтеү менән бауырҙың кире ҡайтарылмаҫлыҡ зарарланыуы (цирроз, май гепатозы), гастрит, йөрәктең ишемия ауырыуы, иммунитеттың кәмеүе һәм хатта яман шеш ауырыуҙары үҫешә. Гипертониктарға һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән сирләгәндәргә иҫерткес эсемлек ҡулланыу ҡәтғи тыйыла.

2025 йылда насар ғәҙәттәрҙән баш тартырға ҡарар иткәндәргә ниндәй кәңәш бирергә мөмкин?

- Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, никотин - ул химик матдә, ул көслө бәйлелек тыуҙыра, һәм һеҙҙең организмығыҙ унан ситләшергә тейеш. Шуға күрә, сабыр булығыҙ, сәләмәт йәшәү рәүешен башлау өсөн сәбәп табығыҙ, яратҡан кәсептәрегеҙҙе иҫегеҙгә төшөрөгөҙ һәм улар менән шөғөлләнегеҙ. Никотинһыҙ бер нисә аҙнанан һуң психика менән никотин аслығы түгел, ә тәртип һәм психологик комплекстар етәкселек итә. Зыянлы ғәҙәткә кире ҡайтыу теләге барлыҡҡа килгәндә бер стакан таҙа йылы һыу эсегеҙ һәм 3-4 минут самаһы һағыҙ сәйнәгеҙ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: тәмәке тартыуҙы ташлау ни тиклем ауыр булмаһын, иртәнге сәғәттәрҙә тәмәке тартыусының йүткереүенән ҡотолоу ниндәй рәхәтлек килтергәнен онотмағыҙ.

Ә электрон тәмәке тартырға яратыусыларҙы нисек бынан баш тартырға күндерә алаһығыҙ? Етештереүселәр уларҙы, киреһенсә, продукция ябай тәмәке менән сағыштырғанда зарарһыҙыраҡ һәм хатта хәүефһеҙерәк тип ышандыра…

- Күп кенә халыҡ-ара тикшеренеүҙәр киреһен иҫбатланы: электрон тәмәке һаулыҡҡа зыян килтерә, ә уларҙың химик ингредиенттарының етди өлөшө әлегә етерлек өйрәнелмәгән. Әлеге ваҡытта канцерогенлы парҙың организм өсөн бик хәүефле булыуы билдәле. Токсик матдәләрҙең тәьҫире астма, пневмония, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарының киҫкенләшеүенә килтерә. Шуға күрә һәр кешегә аңлы һайлау яһарға кәрәк: организмығыҙҙы ағыуларғамы, әллә сәләмәт йәшәү рәүешен һайларғамы?

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.
"Киске Өфө" гәзите, №2, 17 – 23 ғинуар 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.01.25 | Ҡаралған: 262

Киске Өфө
 
Күркәм ҡылыҡтар матур тәнгә ҡарағанда ла матурыраҡ һәм ниндәйҙер картина һәм таш һынға ҡарағанда нығыраҡ һоҡланыу уята. Күркәм ҡылыҡ иң күркәм сәнғәт әҫәренән дә күркәмерәк.

(Ралф Эмерсон).

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru