«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02 


2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42 
Ноябрь
   43  |  44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Бер нәмәгә ҡарамаҫтан, тормош дауам итә: игенсе икмәк үҫтерә, малсы мал аҫрай, юлдар һалына, балалар мәктәпкә йөрөй, хатта ки өлкән йәштәгеләрҙең ғүмер оҙайлығы арта бара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә лә барлана бына ошондай темалар...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АТЛЫ, ЗАТЛЫ ХАЛЫҠБЫҘ
+  - 


Үтеп барған йылдың һуңғы айының һуңғы көндәрендә Күгәрсен районының Үрге Сирбай ауылында башҡорт атына арналған матур сара үтте. Күпләп йылҡы малы аҫраған, төрлө ат спорты ярыштарында алдынғы урындар яулаған Рәфҡәт Ҡорбанаевтың ғаиләһе, шулай уҡ райондың алдынғы фермеры - аттар тәрбиәләүсе Азамат Айытҡолов, район ауылдарынан йыйылған ағинәйҙәр был үҙенсәлекле сараның төп ҡатнашыусылары булды.

Сал тарихлы Сирбай өс быуаттан артыҡ тарихы булған, башҡорт тарихында үҙенең данлы битен яҙған ауыл ул. Һуңғы ваҡыттарҙа, заман үҙ мөһөрөн һалған күп башҡорт ауылдары кеүек, тынып, юғалып барған мәлендә тағы бер ҡалҡынып, елкенеп алды ул. Тынып ҡалған урамдарҙан милли кейемдәр кейгән тиҫтәләгән ағинәй, шулай уҡ башҡорт милли кейемендәге һыбайлы балалар үтте. Байрамды тамаша ҡылырға сыҡҡандар ҙа бихисап булып, ауыл ысын һабантуй майҙанына әйләнде. Башҡорт аты байрамы ла юҡҡа ғына үтмәне Сирбайҙа. Үткән быуаттың 70-се йылдарынан бөгөнгө көнгә тиклем Күгәрсен районы, яҡын-тирә райондар һабантуйҙарында ла, Ырымбур өлкәһендәге ат сабыштарында ла егеттәребеҙ беренселекте бирмәй, призлы урындар яулай. Район нимә, Башҡортостан кимәлендә таныта улар үҙҙәрен! Республикала беренсе тапҡыр үткән "Терра - Башҡортостан" бәйгеһендә беҙҙең ауыл малайы Рафаэль Ҡорбанов Гран-при яуланы. Былтыр Баймаҡта нисәмә илдәрҙән, Рәсәй төбәкәтәренән, бөтә Башҡортостандан һыбайлылар ҡатнашҡан "Башҡорт аты" фестивалендә лә ат сабышында өсөнсө урын алды Сирбай егеттәре. Көрәшселәре менән дә дан тота ауылыбыҙ. Милли көрәш буйынса өс Рәсәй чемпионы, унға яҡын республика чемпиондары сыҡҡан ауылыбыҙҙан. Мәҫәлән, 2023 йылда "Башҡорт аты" йыйынында Данил Яхин милли көрәш буйынса үҙ ауырлығында беренсе урын яуланы, былтыр иһә икенсе урынға лайыҡ булды. Рәфҡәт Ҡорбанаев һәм уның улдары ла, ҡыҙҙары ла республика кимәлендә үткәрелеп торған ат ярыштарында ҡатнашмай ҡалмайҙар, һәр ваҡыт призлы урындар яулайҙар. Район кимәлендәге ат ярыштарын йыл да Азамат Айытҡолов үҙе финанслап үткәрә. Әйткәндәй, башҡорт атына арналған байрам тураһында ентекләберәк. Сараның тәүге өлөшө Фәниә һәм Сәғит Рәхмәтуллиндарҙың йортондағы үҙҙәре берәмтекләп йыйған боронғо ҡомартҡыларҙан торған музейға экскурсия менән башланды. Ҡунаҡтар бында ат еккеһендә ҡулланыла торған әйберҙәр, хәҙер инде онотолоп барған ҡомартҡылар менән танышты, был ғаилә ағзаларының фиҙаҡәрлегенә, илһөйәрлегенә һоҡланыу һәм рәхмәт һүҙҙәре белдерҙе. Музейға юлланғанда ла, унан сығып, клуб бинаһына барып еткәнсе һыбайлы балалар ҡунаҡтарҙы оҙатып йөрөнө. Ошо түгелме илһөйәрлек тәрбиәһе өлгөһө!
Артабан сара клубта дауам итте. Сәхнә бик матур итеп биҙәлгәйне: ат еккеһендә, һыбай йөрөгәндә кәрәкле ҡорамалдар, йүкәнән үрелгән септә, арҡан-тышауҙар, ағастан яһалған арба тәгәрмәстәре һәм башҡа экспонаттар байрамдың йөкмәткеһенә ишаралап, ҡунаҡтарҙың ҡыҙыҡһыныуына лайыҡ булды. Ҡорбанаевтарҙың төрлө ат ярыштарында яулаған бер өҫтәл тулы бүләктәре - ялтырап торған кубоктар, грамоталар, миҙалдар ҙа, моғайын, уларҙың сәмен ҡуҙғытмай ҡалмағандыр: араларында йәшәй бит ошондай маҡсатлы, тырыш ауылдаштары!
Тамаша барышында башҡорт аттары тураһында тарихи мәғлүмәттәр еткерелде, башҡорт атына дан йырланды, 112-се башҡорт кавалерия дивизияһында һуғыш яуын үткән ауылдаш батырҙар иҫкә алынды. Ауыл клубы мөдире Мөхәмәт Шәрипов үҙе гармунда уйнап, "Аҡбуҙат" йыры менән концертты башлап ебәрҙе. Әйткәндәй, был йырҙың һүҙҙәрен дә, көйөн дә ижад иткән Дамир Әҙелбаев ошо ауылдан сыҡҡан, байтаҡ йырҙар яҙған, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре ине. Байрамды алып барыусы тамашасыларға, ҡунаҡтарға ла ҡыҙыҡлы хәтирәләре менән бүлешеү форсаты бирелде. Районыбыҙҙың "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһын етәкләүсе Гөлфиә Хәсән ҡыҙы Искәндәрова бәләкәйҙән һыбай йөрөп, атаһына ярҙам итеүен, тормошҡа сыҡҡас та ире менән һыбай көтөү көтөүен һөйләп таң ҡалдырҙы. Ул шулай уҡ район ағинәйҙәренең йыл буйына эшләгән эштәренә, осрашыу сараларына йомғаҡ яһаны һәм әлеге байрамды ойоштороусыларға республика "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһының Рәхмәт хаттарын тапшырып ҡыуандырҙы. Уның "Районыбыҙҙа йыл буйы барған "Ағинәй юлы" эстафетаһын 2025 йылда ла дауам итербеҙ", - тигән һүҙҙәре Сирбай ағинәйҙәренең күңеленә бигерәк тә хуш килде: уларҙың ошо башҡорт атына арналған байрамы "Ағинәй юлы" эстафетаһын лайыҡлы тормошҡа ашырыу, артабан башҡа ауылдарға тапшырыу булды бит.



Байрамға Ейәнсура районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе, Үрге Сирбай ауылы ҡыҙы. Нурия Мөхтәр ҡыҙы Ҡунысбаева-Яхина ла саҡырылғайны. Ул Ейәнсура районында йәшәһә лә, тыуған ауылы менән һәр саҡ бәйләнештә. Ул да ауылының тарихы, билдәле шәхестәре тураһында бик күп мәғлүмәттәр еткерҙе, һорауҙарға яуап бирҙе, тыуған ауылы, ауылдаштары менән ғорурланыуын да йәшермәне. Исем ауылы ағинәйҙәре исеменән Зилә Хөсәйенова сығыш яһап, Сирбайҙарға аттарға бағышланған тарихи китап бүләк итте. Мәҡсүттән килгән Фирүзә апай Фәттахова, сығышы менән шулай уҡ Үрге Сирбай ауылы ҡыҙы, моңло йыры менән, Дөмбәйҙән Рәхимә Самиғуллина аттар тураһында шиғырын һөйләп, күңелдәрҙе күтәрҙе. Бына сәхнәгә Рәфҡәт Ҡорбанаевтың ғаиләһе саҡырыла. Рәфҡәт менән Анна ғаиләләренең тарихы менән таныштырып, бәләкәйҙән атҡа мөкиббән китеүҙәре, балаларының һәр береһенең - ҡыҙҙарының да, улдарының да атта һыбай йөрөргә өйрәнеп үҫеүҙәре тураһында һөйләне, ҡаҙы яһау серҙәре менән уртаҡлашты. Рәфҡәт үҙенең яҡын туғаны кеүек күргән, гел алға әйҙәп дәртләндереп торған фермер Азамат Айытҡоловҡа ҙур рәхмәттәрен еткерҙе, Азамат та үҙ сиратында Ҡорбанаевтарҙы хуплап, уларға уңыштар теләне.
Фәһемле, күңелдәргә дәрт өҫтәүсе, иҫтәлекле осрашыуҙан ҙур ҡәнәғәтлек алған ағинәйҙәр илгә тиҙерәк тыныслыҡ ҡайтыуын теләп, доғалар ҡылды. "Атлы, затлы халыҡ булып йәшәйек!" тигән теләк менән тамамланды байрам сараһы.

Гүзәл ҠОТЛОГИЛДИНА.
Күгәрсен районы.

"Киске Өфө" гәзите, №2, 17 – 23 ғинуар 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 16.01.25 | Ҡаралған: 27

Киске Өфө
 

Ахмаҡ һәм наҙан бәндәне ошо биш сифат аша танып була: ул сәбәпһеҙгә асыулана, урынһыҙ ерҙә һүҙ һөйләй, үҙенә ҡағылмаған эшкә ҡыҫыла, әленән-әле фекерен үҙгәртә, уға кем яуызлыҡ, кем изгелек теләгәнен дә айыра алмай.

(Г. Честертон).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru