«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Өфө Рәсәйҙә беренсе булып "Бөтөн донъя һөнәрселек ҡалаһы" исеменә лайыҡ булды. Ысынлап та, лайыҡлы баһа, сөнки республиканың баш ҡалаһында талантлы һөнәрмәндәр бихисап. Уларҙың бер нисәһенә үҙҙәренең эшмәкәрлеге тураһында һөйләүҙәрен һорап мөрәжәғәт иттек.

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТЕХНОЛОГИЯЛАР ҺӘМ АҠЫЛ ҺУҒЫШЫНДА ЕҢЕҮСЕЛӘР БЕҘ БУЛАСАҠБЫҘ!
+  - 

Башҡортостандың Милли музейында Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы музей хеҙмәткәре Леонид Юлдашевтың "Үҙебеҙҙекеләр тураһында" исемле фотокүргәҙмәһе эшләй башланы. Күргәҙмә Рәсәйҙә Ватанды һаҡлаусылар көнө һәм Башҡортостанда Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү йылы сиктәрендә ойошторолдо. Экспозицияла Леонид Юлдашевтың уҙған йылда хәрби корреспонденттар менән берлектә Донецк һәм Луганск Халыҡ Республикаларының Мелитополь, Донецк, Мариуполь һәм башҡа ҡала-ауылдарында эшләгән фотоһүрәттәре һәм видеоматериалы урын алған. Леонид Юлдашев 2024 йылдың октябренән Рәсәйҙәге беренсе роботлаштыралған электрон комплекстары ирекле отряды һәм илдең хәрби армия резервы системаһы - Б.А.Р.С. "Сармат" составында Махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Күргәҙмәне асыу тантанаһы айҡанлы 7 көнлөк ялға ҡайтҡан Леонид менән бер аҙ һөйләшергә форсат тейҙе.

- Былтыр ЛДПР проекты сиктәрендә хәрби корреспонденттар Изабелла Либерман ("Блокнот России") һәм Дмитрий Григорьев ("Аргументы и факты") менән берлектә Рәсәйҙең яңы биләмәләрендә командировкала булып ҡайтыуым тормошомдоң яңы баҫҡысы булды, тип һанайым, - тип һөйләп китте ул. - Бик күп яңы тәьҫораттар менән ҡайттым, тормошҡа ҡарашым үҙгәрҙе, рухи яҡтан үҫтем. Әлеге күргәҙмәлә шул командировка мәлендә эшләнгән фотоһүрәттәр тәҡдим иттем. "Үҙебеҙҙекеләр тураһында" күргәҙмәһе - хәҙерге ваҡиғаларҙы фотоға төшөрөү, йәшәйештең әлеге ваҡыттағы дөрөҫ мәғлүмәтен сағылдырыу ғына түгел, ул минең гражданлыҡ позициям, хәрби журналистикалағы тәүге аҙымым, тормоштан алған ғәйәт ҙур тәжрибәм, тип әйтә алам.
Командировка ваҡытында Махсус хәрби операцияның ни тиклем мөһим икәнлеген аңланым, барыһына ла билдәле булған "Үҙебеҙҙекеләр" тигән девиз бөтөнләй икенсе мәғәнәгә эйә булды. МХО-ла ниндәй ролдә булыуың мөһим түгел: хәрби табипмы, ирекмәнме, хәрби журналистмы - Махсус хәрби операция барыһының да тормошҡа ҡарашын ҡырҡа үҙгәртә һәм барыһын да үҙ урынына ҡуя. Унда ярымтондар юҡ. Изгелек менән яуызлыҡ, мөхәббәт һәм нәфрәт, кешелеклелек һәм ҡанһыҙлыҡ араһындағы сиктәр аныҡлана, бөтә нәмә үҙ урынына ултыра. Командировкала йөрөгән ваҡытта үҙемдең Махсус хәрби операция биләмәһенә контракт төҙөп китәсәгемде хәл иткәйнем инде һәм ҡайтҡас та документтар йүнләй башланым. Әлеге мәлдә мин хеҙмәт иткән Б.А.Р.С. "Сармат" ирекмәндәр отряды - Рәсәйҙәге беренсе хәрби интеллегенттар һәм һынаусылар отряды. Бөгөнгө замандағы һуғыш - ул технологиялар һәм аҡыл һуғышы, унда дошманынан бер башҡа юғары булғандар еңеү яулаясаҡ. Һәм ул беҙ буласаҡбыҙ.
Махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт иткән һәр бер яугир үҙен унда кәрәкле итеп тоя. Яугирҙар бер-береһенә ҡарата иғтибарлы һәм ихтирамлы. Барыбыҙҙың да бер маҡсатҡа ынтылыуы, илһөйәрлек, тыуған илде һаҡларға кәрәклектең әһәмиәтен яҡшы төшөнөүе, үҙҙәрен аямай көрәшеүе еңеүҙең тик беҙҙең яҡта буласағына шик ҡалдырмай. Бөтәһе лә фронтҡа ни өсөн килеүҙәрен һәм нимәгә ынтылыуҙарын яҡшы аңлай, меңәрләгән яугир берҙәм һәм берәгәй булып алға ынтыла. Беҙ ирекмәндәр отряды һәм МХО-ға нимә өсөн барғаныбыҙҙы аңлап, унда нисек булырын белеп-күҙаллап юлландыҡ. Шуға күрә унда булғанда ниндәйҙер өҫтәмә мотивация, юғары һүҙҙәр һәм нимәгәлер саҡырыуҙар кәрәкмәй - барыһы ла аңлайышлы.
Тылдан күрһәтелгән матди һәм рухи ярҙам Махсус хәрби операция биләмәһендә булғандарға ныҡлы терәк һәм таяныс булып тора. Әлбиттә, Рәсәйҙең Оборона министрлығы бөтә яҡлап беҙҙе тәьмин итә, ләкин халыҡтың күңел нурын биреп, күмәкләп йыйған гуманитар ярҙамы, уларҙың йылы һүҙҙәр менән һуғарылған хаттарын алыу бөтөнләй икенсе тойғолар уята. Унда ғәҙәти генә булған әйберҙәр ҙә бөтөнләй икенсе төҫ ала. Мәҫәлән, беҙгә гуманитар ярҙам менән кеҫәл (кисель) ебәргәйнеләр. Ғәҙәти, барыбыҙ ҙа күргән-белгән, тәмләп ҡараған шаҡмаҡ кеҫәл. Беҙ уны күмәкләп ҡайнатып эстек. Тәмлелеген аңлатып әйтеп тә булмай, әле булһа тел осонда тора. Бәләкәй генә, әммә әһәмиәтле ваҡиға булды беҙҙең өсөн. Ярҙам итеүселәрҙең һәр береһенә рәхмәтлебеҙ. Улар ҙа үҙҙәренең ҡул көсө, матди ярҙамдары, изге теләктәре менән еңеүҙең яҡынлашыуына булышлыҡ итә. Берҙәмлектә - көс.

Шулай итеп...
"Леонид менән бергә музейҙа эшләү ваҡытында уның тәүәккәллеге, ышаныслы, эшлекле, тәртипле, юморға бай булыуы, компьютер һәм башҡа техниканы биш бармағы кеүек белеүенә һоҡлана инек. Уның тәүҙә командировкаға, һуңынан ирекмән булараҡ хәрби операцияға юлланыуы беҙҙең күҙ алдында үтте. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, барлыҡ мәсьәләләрен дә оло тыныслыҡ менән хәл иткән, һәр ҡарарын төплө уйлап эшләгән милләттәшебеҙ, Әлшәй районы егетенә еңеү менән иҫән-һау тиҙерәк әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ. Беҙ һине һәм башҡа яугирҙарыбыҙҙы көтөп ҡалабыҙ", - тинеләр музейҙа бергә эшләгән коллегалары.

Гөлназ САФУАНОВА яҙып алды.
"Киске Өфө" гәзите, №3, 24 – 30 ғинуар 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 23.01.25 | Ҡаралған: 108

Киске Өфө
 
"Батыр булып үлгәндәргә һәйкәлдәр торһон... Тик тереләр - тере булһын. Тик тереләр һәйкәлдәргә ҡарап торһон... Ҡарап торһон һәм һәр ваҡыт, һәр көн, һәр сәғәт, һәр минут, тын алған һайын һәйкәлдәргә лайыҡ булып үлергә лә әҙер торһон!..."

(Фәрит Иҫәнғолов. "Һәйкәлдәр - тереләр өсөн" романынан)

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru