
"Киске Өфө"нөң "Интернеттан" тип аталған рубрикаларының береһендә "Табиптар ҙа ниңә тәмәке тарта?" тигән бик мөһим һорау күтәрелгәйне. Унда Рәсәй медицина хеҙмәткәрҙәренең 62 проценты тиерлек тәмәке менән мауығыуы хаҡында статистик мәғлүмәт килтерелгәйне. Ә сит илдә был һан 2 - 3 проценттан артмай икән! Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министрлығының ошо хаҡтағы белдереүенә таянып яҙылған рубриканы уҡығас, һөнәрем буйынса хәрби табип булараҡ, мин дә уға битараф ҡала алманым.
Бөтә рәсәйлеләрҙең 40 проценты был яман ғәҙәт мненән дуҫ булыуын күҙ уңында тотоп, быйыл 1 июндән Дәүләт Думаһында илдә тәмәке тартыусылар һанын кәметеүгә йүнәлтелгән закон проектын тормошҡа ашырыу ҡарала икән. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бына ошо мәғлүмәттәрҙе килтереп, тәмәке тартыуҙы ташлауҙы табиптарҙың үҙҙәренән башларға саҡыра…
Мәҡәләнең баш һүҙендә килтерелгән "Табиптар ҙа ниңә тәмәке тарта?" тигән һорауға, ни өсөндөр: "Тәмәке тартмаҫҡа, әллә табиптар кеше түгелме?" тип шаяртып ҡына яуап бирге килеп китте. Был - әлбиттә, йөрәк һыҙланыуы аша йылмайыу. Урыҫ әйтмешләй, "чего греха таить", үҙем дә, ҡасандыр, табип булып эшләгән дәүерҙә төтәтергә әүәҫләнем киткәйнем… Тартыуым студент йылдарынан башланды. Буштан-бушҡа, тип әйтерлек. Егеттәрҙең бер-беренән күрмәксе тартып өйрәнеүенән киләлер ул башлыса. Ә мәктәптә уҡығанда мин иң тәртипле малайҙарҙан һанала инем.
Тәнгә, психикаға ныҡ ҡына йәбешеп ала торған шул яман ғәҙәттән ҡотолоу, һуңға ҡарайыраҡ, оло бер проблемаға әйләнә икән ул. Нисә йыл табип булып эшләһәм, шуныса йыл тартыуҙы ташларға хыялланып йәшәүем хәтеремдә. Их, врач булмаған булһам, тәмәкемде еңел генә ташлай алыр инем, тип уйлаған мәлдәрем дә йыш ҡына ине… Ысын! Һәр саҡ тиерлек, ниндәй ҙә булһа берәй операциянан сығыу менән, әле халаттарҙы сисеп тә тормаҫтан, коллегалар менән ләззәтләнеп төтөн һурыуыбыҙ иҫемдә. Унан, операция протоколын яҙып бөткәс, әлеге "ингаляция" тағы ҡабатлана. Реанимация палатаһына инеп, пациентыңдың хәлен белешеп, уны ҡарап сыҡҡас, йәнә бер тоҡандыраһың ана шул торбаны… Өйгә ҡайтҡас та башыңдан сығарып ташлап булмай, һаман шул әҙәм балаһының хәлен уйлайһың.
Иртәгеһен, пятиминуткала, дежурҙағы шәфҡәт туташы пациенттың тән температураһы 38 градус тип доклад яһағас та, тәмәкегә ынтылғы килә башлай. Контроль өсөн яһалған анализдарының бер аҙ ғына норманан тайпылыштары ла битараф ҡалдырмай докторҙы. Тик 2-3 көн үтеүгә генә бер төрлө тыныслана төшәһең, әммә… Аҙнаһына ике мәртәбә була торған планлы операцияларҙан тыш, "срочный"ҙары ла сығып тора бит әле. Барыһы ла ауыр хәлдә булмауына ҡарамаҫтан, һин етәкләгән бүлектә яңынан-яңы, төрлө ауырыуҙар сәбәпле ятҡан йәш егеттәрҙең һәр береһенең һаулыҡ торошон үҙең кисерешеп йөрөгәндәй, улар менән бергә "ауырышып", көн артынан көн, аҙна артынан аҙна үтеп кенә тора инде. Бәғзе ваҡыт, пациентыңдың хәл өҫтөндә ятҡан, ул ғына ла түгел, үлеп киткән осраҡтары ла була бит. Минең бүлегемдә ауыр ғына сирлеләр булғылауына ҡарамаҫтан, үлем осрағы урап үтте, Аллаһҡа шөкөр. Әммә ҡайһы бер коллегаларым ундай хәлдәр менән таныш. Йәп-йәш көйө, әле генә утыҙҙы аша атлаған, әммә сал сәсле иптәштәрем һаман күҙ алдымда. Беренсенән, пациентының өҙөлгән ғүмере өсөн (үҙе ғәйепле булмауына ла ҡарамаҫтан) үтә лә ныҡ уйланһа, икенсенән, шул һалдат йә офицерҙың яҡындары - ата-әсәһе менән һөйләшеүҙәре еңелдән түгел табипҡа. Өсөнсөнән, бәғзе ваҡыт прокурор иптәшкә лә үҙенең ғәйепһеҙ булыуын иҫбатларға тура килә уға.
Табип хатаһы тигән нәмә бар. Бына ошо бик сетерекле төшөнсәне аңлауҙары, башҡа һыйҙырыуы ла еңелдән түгел. Берәүҙәр еңел генә тигән ауырыуҙан да (әйтәйек, битенә сиҡан сығып, шуны һытыу арҡаһында) үлеп киткән осраҡтар була. Йә иһә, бот һөйәге һынып, шул һөйәктең елек майы ҡан тамырына эләгеп, кемдеңдер "жировая эмболия" тип аталған сирҙән кинәт кенә үлеп китеүе ихтимал. Йә булмаһа, берәй операция мәлендә вена тамыры стенкаһында йәбешеп торған тромб ысҡынып китеп, "тромбоэмболия"нан һәләк булыуы ла мөмкин. Хәрби техникаға бәйле фажиғәләр арҡаһында була торған "травма, не совместимая с жизнью" тигән термин да бар медицинала. Шундай бәлә-ҡазаға осраған хәрбиҙәргә ярҙам күрһәтеп тә ҡотҡара алмаған хәлдәр була…
Бихисап ауырыуҙарҙы уңышлы дауалаған хирург, бына ошондай күңелһеҙ осраҡтарҙың барыһын да үҙ тәнендә кисергәндәй, ғүмер буйы тәмәкеһен ташларға хыялланып йөрөп, мораҙына ирешә алмай, бәғзе ваҡыт үҙе лә кинәт кенә "китеп" бара (статистик мәғлүмәттәргә ярашлы, хирург халҡының уртаса ғүмер оҙайлығы башҡаларға ҡарағанда ҡыҫҡараҡ…). Хирургтарҙың кәсебен кемдер сапёр эшенә оҡшата. Барыбыҙ ҙа белеүебеҙсә, сапёр ғүмерендә бер мәртәбә генә хаталана…
Хирург ҡына түгел, терапевт, инфекционистар ҙа шундай бәлә-ҡазалар менән таныш. Артыҡ байрам итеп, саманан тыш "ашап ташлаған" офицер йә прапорщик йөрәк инфарктынан йә мейе инсультынан үлһә, һис бер ғәйебе булмаған терапевт иптәштәрҙең шундай "ағайҙар" - хоҡуҡ һаҡсылары алдында яуап тотоуы хаҡында беләм. Йә булмаһа, аҙна һайын инструктаж алып тороуына ла ҡарамаҫтан, антифриз, тормоз шыйыҡсаһы эсеп, госиталгә килеп етеп, бөйөр эшмәкәрлеге "һүнеп" үлгән һалдат өсөн дә табип бер килке нерв күҙәнәктәрен юғалта. Кемдер әйтмешләй, "тәмәкене тартмаҫ ерҙән тартырһың…"
Кеше ғүмеренә бәйле тағы бер профессия - һәр төрлө кимәлдәге командир булыусы офицерҙар. Бына шул категория кешеләре, уларҙың ҡул аҫтындағы йәш егеттәр ҙә һәр төрлө фажиғә, хатта үлем менән йәнәш йөрөйҙәр бит инде. Һалдат ғүмере өсөн һәр саҡ яуаплы ул офицер халҡы. Бәғзе берәүҙәрҙең һалдат үлемендә тик офицерҙы ғына ғәйепләргә яратыуын өнәп еткермәйем. Уларҙың барыһының да "бер ҡаҙан эсендә" икәнлеген белгәнгә күрә… Бөгөнгө көн миҫалында уны барыбыҙ ҙа күрә.
Тәмәке тартыу ғәҙәтен аҡлау өсөн яҙылманы был мәҡәлә, әлбиттә, тик ни өсөн табип халҡы башҡаларға ла ҡарағанда күберәк тартыуының сәбәбе хаҡында уйланыуҙан ғына килеп сыҡты...
Үҙем хеҙмәт иткән дәүерҙә медицина учреждениеларында тәмәкегә ҡаршы көрәш һәр саҡ булыуын иҫләйем, йәғни, бер ҡасан дә туҡталманы ул. Баштараҡ иҫкә алған (операция алды бүлмәһендә) тәмәке тартыуҙар, әлбиттә, йәшерен рәүештә булды. Начальство күрмәгән арала… Табиптарға тәмәке тартыуҙы ҡәтғи тыйыусы бойороҡтар ҙа сығарғыланылар. Шелтә биреү йә иһә "кеҫәгә һуғыу" аша ла көрәшергә маташтылар. Әммә тәмәке тартыусылар һаны һис кенә лә кәмемәне. Беҙҙең госпиталдә тәмәке тартмаған бер медицина офицерын да хәтерләмәйем тиерлек (бер подполковник - дерматологты ғына иҫкә алмағанда).
Тәмәкенән баш тартыу бөтөнләйгә мөмкин түгел, тип әйтергә йыйынмайым, әлбиттә. Ихтыяр көсө күберәктәр ундай насар ғәҙәттән тиҙерәк ҡотола. Мин үҙем отставкаға сыҡҡас ҡына тәмәкемде ташлау бәхетенә ирештем. Ул да булһа - дингә килеүем сәбәпле. Динебеҙ талабына ярашлы, кеше үҙенең һаулығына зарар килтерергә тейеш түгел. Уның өсөн Ахирәттә яуап бирәсәгебеҙ бар. Ошо хаҡта белеү ҙур ғына роль уйнай.
Кеше организмына тәмәке төтөнөнөң булған зыяны, әлбиттә, һанап бөткөһөҙ. Тик унан нисек ҡотолорға? "Стажлы" тәмәкеселәрҙе был алама ғәҙәттән баш тарттырырға маташыуҙың һөҙөмтәһе әллә ни булмауы ла мөмкин. Шуға ҡарамаҫтан, был афәткә ҡаршы көрәште бер ҡасан да туҡтатыу ярамай. Күптәр, уны "поезд киткәс" кенә, һаулығы тамам ҡаҡшай башлағас ҡына ташлауға өлгәшә.
Был ғәҙәтте профилактикалау сабый саҡтан уҡ, ғаиләлә алып барылырға тейеш, минеңсә. "Баланы - баштан…" тигән әйтемгә ярашлы, балаға бәләкәйҙән үк тәмәкегә ҡарата сирҡаныу тойғоһо һеңдерергә кәрәк. Мәктәптәрҙә медицина хеҙмәткәрҙәре ярҙамында ошо мәсьәләгә ныҡ баҫым яһалырға тейеш. Урамда китеп барған мәктәп йәшендәге малайҙарҙың (хатта ҡыҙҙарҙың да!) һис кемдән тартынмай, төтөн борлатҡанын күреп, аптырайһың бәғзе ваҡыт, уларға ниҙер әйтеү ҙә файҙаһыҙ һымаҡ. Шуға күрә хатта өндәшмәй генә үтеп китәм. Өйҙә ата-әсә ошо юҫыҡта эшләргә бурыслы.
Тәмәке һауыттарының тышында һәр төрлө ҡурҡыныс ауырыуҙар һүрәте төшөрөүҙәре, минеңсә, бала кешеләрҙең аңына тиҙерәк барып етә. Бына шундай плакаттар мәктәп стена гәзиттәрендә лә һәр саҡ сығарылып торһа, балалар уға һис шикһеҙ иғтибар итер ине… Ә инде, ғүмер буйы тәмәке тартҡан, урыҫ әйтмешләй, "старый тиртун"дарҙы "совет власына өгөтләү" әллә ни ыңғай һөҙөмтә бирмәҫ һымаҡ. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар?
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы хәрби табип.
"Киске Өфө" гәзите, №3, 24 – 30 ғинуар 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА