Ни өсөн Рәсәйҙә батша индергән крепостной хоҡуҡты юҡҡа сығарған көндөң 100 йыллығын да, 150 йыллығын да билдәләп үтмәнеләр? Был даталар бит беҙҙән әллә ни йыраҡ та китмәгән - 5-6 быуын ғына алмашынған. Тимәк, был хәлдәр хан заманында түгел, ә бына-бына булған. Асығыраҡ күҙ алдына килтерер өсөн рус әҙәбиәтенән миҫал алайыҡ. Чеховтың атаһы ла, ҡартатаһы ла крепостной крәҫтиәндәр булған. Ҡартатаһы, көнбағыш майы һатып, хәлләнеп киткән һәм, 3 мең 500 һум аҡса түләп, алпауыттан үҙен һәм ғаиләһен һатып алған.
Бына шунда күңелдең иң төпкөлөндә, майҙай яғылып, ғорурлыҡ тойғоһо уяна - ә беҙҙең халыҡҡа был ҡағылмаған, бер ҡасан да, власта кем торһа ла... Тормошобоҙ әллә ни маҡтанырлыҡ булмаһа ла, үҙебеҙсә азат тормошта йәшәгәнбеҙ. Ошо азат кеше тойғоһо һәр беребеҙҙә әле лә сағыла. Бындай осраҡта ҡанында бар, тиҙәр. Уйлап ҡараһаң, был да насар түгел. Ҡанда булғас, юғалмаҫ, тибеҙ ҙә ул, ләкин...
...Ҡартинәйем Бөйөк Октябрь революцияһы ваҡытында ҡыҙ бала булған. Граждандар һуғышын хәтерләр, аҡтар-ҡыҙылдар ваҡытында баҙҙа ҡасып ултырҙыҡ, тип һөйләр ине. Беҙ - өс быуын вәкиле. Ул революцияны күрһә, әсәйем - Бөйөк Ватан һуғышына атаһын оҙатҡан, мин Советтар Союзының тарҡалыуына шаһитмын. Уйлап ҡараһаң, былар ҙа әллә ҡасан булмаған икән.
Нимә юғалттыҡ, нимәгә байыҡтыҡ һуң беҙ ошо ваҡыт арауығында?
Ҡартинәйемдең ҡулы алтын булды: йөн иләне, эрләне, бәйләне, балаҫ һуҡты. Бешергән аш-һыуы телеңде йоторлоҡ ине. Йортонда ир кешеһе булмағас (ҡартатайым Шакирйән һуғыштан ҡайтмаған), балта-бысҡыһын да тотто, мал ҡарағас, бесән әҙерләү ҙә уның өҫтөндә булды. Һәр эшкә таҫыллы ине, алтмыш йәшенә тиклем һыйыр ҡараны. Бер ҡасан да тик ултырыуҙы, ял итеүҙе хуп күрмәне, бер эше артынан икенсеһе, сылбыр муйынсаҡтары кеүек, теҙелеп китте. Иҫкесәне иҫәпләмәгәндә, уҡыу-яҙыуҙы, рус телен белмәне. Хаҡлы ялға сыҡҡас, пенсия аҡсаһын 1965 йылда 12 һум итеп ала башланы. Колхозда эшләмәне, мәктәптә йыйыштырыусы ине. Тормошта бары үҙ-үҙенә генә ышанып йәшәне. Яңғыҙы өс ҡыҙын аяҡҡа баҫтырған, буй еткереп кейәүгә биргән. Һуғыштан һуң, урамы менән балалар астан шешенеп үлгәндә, быныһы ла - батырлыҡ. Ҡартинәйем ауырлыҡтарға бирешмәҫ ныҡлы заттан ине, ҡыйынлыҡтар уны сыныҡтырған ғыналыр, урыны менән уҫал да, бик тәртипле һәм ғорур булды. 95 йәшкә етеп, яҡты донъянан китеп барҙы. Ул заманда был йәшкә еткән әбейҙәр бик һирәк булды.
Ҡартинәйем үткән быуат башында донъяға килгән, мин белгән беҙҙең нәҫел-заттың тәүге кешеһе, унан килә - утыҙынсы йылғы инәйем. Уға, һуғыш заманы балаһына, колхоз эшенең бөтә ауырлығы төшкән. 16 йәшендә урман ҡырҡырға ебәрәләр. Сатлама һыуыҡтарҙа билдән көрт йырып, йәш кенә ҡыҙҙар аслы-туҡлы ағас йыға. Бригадир тоҡсайындағы борсаҡ ондо ҡалаҡлап ҡына урмансыларға өләшә, фатирҙа торған әбейгә ҡайтҡас, уны ҡайнар һыуға болғап эсәләр. Иртәнге аш та, төшкөһө лә, кискеһе лә шул була.
Колхозда эшләгән кешеләрҙең хәле крепостной крәҫтиәндәрҙең яҙмышынан әллә ни йыраҡ китмәгәйне: тапҡан-таянғанына - һалым (ул һуғыштан һуң биш тапҡыр арта), ҡулдарында бер төрлө лә документ юҡ, ауылдан сығып китергә ярамай. Бәлки, шуға ла крепостной хоҡуҡты бөтөрөү көнөн билдәләмәйҙәрҙер
...Был системаның ауыр башы һуғыштан һуңғы быуынға төшә. Әсәйем ғүмере буйы ауыр эштә йөрөнө. Кейәүгә сығып, балалары тыуғас, йөрөмәһә лә булғандыр, юҡ, ни эшләптер башҡа ҡатын-ҡыҙҙар кеүек өйҙә ултырманы. Гел, эш, эш, тине лә йүгерҙе. Ҡара эштә һаулығы ныҡ ҡаҡшаны. Ғүмеренең һуңғы йылдарында быға бик үкенде. Шуныһы яҡшы, етмешенсе йылдарҙа колхозсыларға юғары ғына хеҙмәт хаҡы түләй башланылар.
Әсәйемә лә, миңә лә ауыл кешеләре башҡара торған эштәр таныш. Быға өҫтәп, беҙ уҡырға-яҙырға белдек, шул йәһәттән әсәйем латинса ла өйрәнеп ҡалғайны. Рус теле уның әпәйлек-тоҙлоҡ ҡына ине. Шулай ҙа, балалары таралғас, сит ҡалаларға ла ҡурҡмай сығып китә ине. Йәшерәк саҡтарында атайымдың апаһы донъя көткән Иркутск ҡалаһына ҡунаҡҡа йөрөнөләр. Ҡайтҡас, әсәйемдең шулай тип һөйләгәне хәтерҙә ҡалған: "Эйе, кашолка күтәреп, көнө буйы һөйәк артынан сиратта тормам да!" Атайымдың апаһы менән магазинға барған да, шунда ите комбинатта һуйылып алынған ҡаҡ һөйәк киҫәктәр артынан теҙелгән сиратты күреп ҡайтҡан. Үҙенең көнөнә ике мәртәбә һөт һауып алып инеүенә, ҡаймағы, ҡатығы, майы булыуына ғорурланыр ине...
Әсәйем 75-кә тиклем йәшәне.
...Хәтерләүселәр булғанда, кеше йәне әле йәшәй тиҙәр. Бына ҡартинәйем дә, әсәйем дә һаман минең аша, йәғни өсөнсө быуын вәкиле аша борсола, уйлана, үкенесле генә тормоштарын бәйән итә.
Ҡартинәйем, әсәйем менән сағыштырғанда, мин ул тиклем ауырлыҡ күрмәнем. Уҡыным, эш хаҡына ҡарап йәшәнем. Туған телемде лә, рус телен дә беләм.
Ә дүртенсе быуынға, балаларыма килгәндә, ауыл кешеһе донъя көтөр өсөн белергә тейешле эштәрҙе улар күреп кенә тойомлай. Йәштәрҙең ауылға ҡайтҡыһы ла килмәй. Уҡығандар, рус теленән тыш, инглиз телен өйрәнделәр, ә бына туған телдәре бик насар. Беҙҙең ата-бабаларҙың шөғөлө булған эштәрҙең береһе менән дә ҡыҙыҡһынмайҙар. Үҙҙәре минең кеүек эш хаҡына ғына ҡарап йәшәйҙәр...
...Шулай итеп, беҙ нимә юғалттыҡ, нимәгә байыҡтыҡ? Был юлда иң ҙур хафа, юғалтыу, әлбиттә, халыҡты халыҡ итеп уҡмаштырып тотоп торған телебеҙҙең бөгөнгө хәле. Ауылдарыбыҙ тарҡала. Буш ҡалған йорттарҙан да эс бошорғосораҡ бер нәмә лә юҡтыр. Был күренешкә тыныс ҡына ҡарап тороп та, өйрәнеп китеп тә булмай. Ә ауыл, мәҙәниәт, мәғәриф, фән өлкәләрен байытып, яңы көс биреп тороусы ине бит.
Бик күп юғалтҡанбыҙ, кире әйләнеп ҡайтмаҫ юғалтыуҙар.
Тиҙ генә бер нәмә лә төҙөлмәй. Беҙ, өс быуын совет кешеләре артынан тағы өс быуын килеп, бөтә яҡтан да камил булған йәмғиәткә атларбыҙ, бәлки. Тик улым быуынына һынауҙарҙың тағы ла яманырағы тура килде. Беҙгә һәүетемсә генә барған тормош кәрәк, шул тормошта башланғыс булырҙай бер нөктә кәрәк, ундай нөктә, үкенескә ҡаршы, әлегә юҡ. Әллә яңылышаммы?..
Мәүлиҙә ӘХМӘТЙӘНОВА,
яҙыусы.
Мәсетле районы Теләш ауылы.
"Киске Өфө" гәзите, №5, 31 ғинуар – 6 февраль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА