![](up/photos/_2025/0425/bur.jpg)
Күҙ күреме арауығындағы хозурлыҡҡа һоҡланып, һәр ҡаяның, таштың, йылғаның атамаһын һорашып ултыра бирҙеләр хикмәтле ҡарт менән Буранбай. Береһе һабаҡ алған мөғәллим кеүек һорауын биреп тә өлгөрмәй, икенсеһе өлгөр шәкерт кеүек яуабын теҙә барҙы. Уларҙы ситтән күҙәтеп торған кеше булһа, моғайын да, асыҡ һауалағы һабаҡ тип тә нарыҡлар, тик был икәүҙең сабыйҙарса йылмайыуҙарын ғына аңлай алмаҫ ине.
Буранбай юрый һүҙ уйнатҡандай, шаяртҡандай тойолһа ла, ысынында ҡарттың иғтибарын Юлбарыҫ Бикбулатов уны көтөп ултырған Ташъяр мәмерйәһенән ситләштереү, шиктәрен юйыу ине. Тик хикмәтле ҡарт ундайға оҡшамаған, Буранбайҙың уйын да белеп ултырғандай. Шуға күрә ҡасҡын, башҡа бирерлек һорауы ҡалмағас, ағастарға төбәлеп, тағы ла күҙҙәрен алмаш-тилмәш ҡыҫып һорай ҡуйҙы.
- Ағай, ә ниңә һеҙҙең ауыл янындағы ҡайындар барыһы ла кәкере ул? Күпме ултырам, бер генә төҙө лә күҙемә салынманы. Береһенән береһе кәгез-бөгөзөрәк. Был тирәлә, ҡайындарҙан тыш уҫаҡ ағастары ла, хатта ҡарағайҙар ҙа төҙ түгел. Берәй урман һалыуы-фәләне юҡтыр ҙа ул?
Яңы ғына Буранбайҙың биргән һорауҙарына еңел генә яуаплап, осоп-ҡунып ултырған отҡор ҡартты ҡапыл алмаштырып ҡуйҙылармы ни. Күҙ менән ҡаш араһында башҡаға әүерелгән әңгәмәләшен хатта таныманы ла Буранбай. Бығаса гел көлөп йөрөүҙән йөҙө шыма күренгән ҡарттың сырайында ҡапылғарай һырҙар пәйҙә булды. Гел көлөп-йылмайып ултырып ҡасҡын хикмәтле ҡарттың йөҙөндәге ошо билдәләргә иғтибар ҙа итеп еткермәгән. Уйсанлыҡ кешене һырлы итәлер, иртә ҡартайталыр, күрәһең. Ниңә шундай уңайһыҙ һорауҙы биреүенә үкенә лә башланы Буранбай. Ҡарттың яуабы оҙаҡ көттөрмәне:
- Әгәр ҙә әҙәм балаһы ошо донъяла ҡылған ғәмәлдәренең һауабын да фанилыҡта алһа, пәйғәмбәрҙәр ғазап кисермәҫ ине. Ә бит фанилыҡ аҙаптарының иң ауырын татыйҙар улар. Беҙ ғүмер тип атағаныбыҙ ней бары һынау, һабаҡ ҡына. Урман - ул беҙ йәшәгән фани донъя, ағастар - кешеләр...
Ҡарт һөйләүенән туҡтаны. Ҡапыл башын тубалдай иткән һорауҙан шаңҡып ҡалғайны ул. Кәрәкле һүҙҙәрен кәрәкле урынға ҡуя алмай аҙапланғанын да, фекерҙәре буталып бөткәнен дә аңлап өлгөрҙө Буранбай. Ҡарт аяғына баҫып кәкере ҡайынға ҡулын ҡуйып, олонона ҡарап тора башланы. Әкрен генә һүҙен дауам итте:
- Кәкере ағастар бураға ла, таҡта ярыуға ла, бағанаға ла яраҡһыҙ, хатта утынға ла ҡырҡа һалып бармайҙар, үҙең беләһең, ярыуы ауыр уларҙы. Һинең һорауыңа ла яуабым шул, кем, Исмәғил - ағастарҙың төҙҙәрен генә ҡырҡалар. Әҙәмдәрҙең дә башҡаларға ышыҡ, терәк, татау, ҡалҡан була алырлыҡ ныҡлыларын, ғорурҙарын, мәғрурҙарын, ҡорос ихтыярлыларын һындырырға тырышалар. Ҡатилдарға ярамһаҡланып баш эйеүселәр, гел эйелеп йөрөй торғас, бөкөрөгә әйләнәләр. Төҙ ағастар тапҡың килһә, ауылдарҙан ситкәрәк, урман төпкөлөнә барып ҡырҡаһың инде...
Ҡарттан бындайын яуапты көтмәгәйне Буранбай. Һеңгеҙәтте хикмәтле ҡарт. Тереләй һуйҙы, тиҙәр бындай осраҡта Һаҡмар буйында. Шаярып ҡына башлаған әңгәмәләре ана ҡайҙарға барып ялғанды. Ҡарт уйламағанда-көтмәгәндә Буранбайҙың ошо хәләтен асты ла һалды. Әүлиә зат. Үҙен Исмәғилмен, үҫәргәндәрҙән, тип танытҡан ҡасҡынды үтәнән-үтә күрҙе Шығай ҡарты. Үҙ ғүмерендә әүлиә заттарҙы күп күрҙе Буранбай. Әммә тәү ҡарамаҡҡа иҫәүәнерәк, һиңмайыраҡ булып тойолған әҙәмдең бер-ике һүҙ менән үҙен "кәкере ҡайын" тип атауын тик бер төрлө генә атай ала ул: уның алдында әүлиәнең үҙе.
Юлына осраҡлы ғына килеп сыҡҡан ҡарттың хатта исемен дә һорашып өлгөрмәне. Хикмәтле ҡарт шул тороуынан ауылы яғына китә лә башланы. Күҙ асып-йомған арала ер аяғы, ер башы ара ла үтеп өлгөргән. Әллә уны шаңҡытып, иҫәңгерәп ҡалыуын файҙаланып алыҫлашып өлгөрҙөмө? Әммә үҙен алда тағы ла бер тетрәнеү көткән икән. Буранбайҙың Рәз йылғаһы үренә табан ҡуҙғалыуын күргән Шығай уҙаманы уны тиҙ арала ҡыуып та етте.
- Туҡта, мин алташланып әйтергә онотоп торам, Буранбай ҡустым. Һине Юлбарыҫ Ташъяр мәмерйәһендә көтә...
Ҡарт шул арала тағы ла хикмәтлегә әүерелеп, үҙенә генә хас кинәйә менән йылмайып ҡуйҙы. Эх, йылмайыуҙары, ташты иретерлек, үлгән кешене торғоҙоп ултыртырлыҡ...
- Юлбарыҫ тиһеңме? - Буранбай артабан ни тиергә лә белмәне, шуға ла аңламағанға һалышты. - Юлбарыҫ аталғаны кем була һуң?
- Эйе, Юлбарыҫ, Бикбулат улы, - ҡарт ауылы яғына китә башланы ла, тағы боролоп. -Юлбарыҫҡа әйтерһең, Буранбай туғаным, уландары Ҡужәхмәт менән Баймөхәмәт һеҙҙең янға төшкә килер...
- Ағай, ағай, һин үҙең кем булаһың?
Был ваҡытта хикмәтле ҡарт унан күпкә алыҫлашып өлгөргәйне. Әллә ишетмәне, әллә ишетмәмешкә һалышты. Күрәһеләре, ишетәһеләре бар икән Буранбайҙың Рәз буйында...
* * *
Юлбарыҫ Буранбайҙы Ташъярҙа ут йотоп ҡаршыланы. Йөҙө һурығып, һаҡалы етеп киткән. Элекке ер һелкетеп атлап йөрөгән ир-уҙаманды ҡапылғарай танырлыҡ та түгел. Мөҙөрәгән. Юлбарыҫтың кәйефе барыһын да емерҙе. Шуғамылыр, осрашыу шатлығы ла оҙаҡҡа һуҙылманы. Бер урында тик тора алмай, бер туҡтауһыҙ тегеләй-былай йөрөй ҡорҙашы. Йәшеренеп ултырған мәмерйә эсе лә тап-таҡырға әйләнгән. Борсолоуы йөҙөнә сыҡҡан, үҙе мәмерйә эсендә һымаҡ та түгел, уйҙары, булмышы менән әллә ҡайҙарҙа йөрөгән кеүек. Уны бындай хәлдә күргәне булмаған Буранбай ҡорҙашының ғаилә хәлдәрен белергә теләп һорай ҡуйҙы:
- Юлбарыҫ, ҡорҙашым, яҙмышыбыҙҙы Хоҙайға тапшырайыҡ. Хаҡ Тәғәлә ҡушҡанды үтмәй, башҡаса әмәлебеҙ юҡ. Зарураттан ҡасҡынбыҙ. Йәнеңә ут ҡапҡан бит, ниңә төһөң ҡасҡан?
Юлбарыҫ унан тик шул һорауҙы ғына көткән тиерһең. Хәл-әхүәлен бер тынала әйтеп һалды:
- Йәрмөхәмәт улымды теге саҡ йән башынан 500 яугирҙән торған алайҙы йәшәтер өсөн тип халыҡтан йыйған 16-шар һум аҡсаны тоттороп Ырымбурға апарып тапшырырға тип ебәргәйнем. Һыуға батҡандай юҡ булды, - Юлбарыҫ һаман да мәмерйә эсен тапауын белде. - Шуға хәбәр көтөп ултырам. Сибайға ла тап шул арҡала бара алманым...
- Беҙ һине ат башыңды күптән ҡаҙаҡ далаһына борғанһыңдыр тип өмөтләнгәйнек. Артыңса Ибраһим менән үҙебеҙ ҙә ынтылырбыҙ тип мантышҡайныҡ...
- Илеңдән ҡасып ҡайҙа бармаҡсы булаһың, Буранбай? -Бер аҙ уйланып торғас, өҫтәп тә ҡуйҙы. - Үҙең ҡасып китһәң дә, ҡатындарыңды, балдарыңды тыныслыҡта ҡалдырмаясаҡтар, белгең килһә...
- Аҡсаны Ырымбурға апарып, шуның менән уларҙың ауыҙын тығырмын тигәйнеңме? - Буранбайға ла ҡорҙашының ярһыулығы күсте. - Үҙең беләһең, ҡорҙаш, Ибраһим менән минән дә аҡсаны кире ҡайтарып биреүҙе талап иттеләр. Соколов менән Аҡҡолдоң ҡулындағы аҡсаларҙы беҙ нисек итеп ҡайтарып бирергә тейеш булғанбыҙҙыр, этем генә белһен инде...
- Соколов дөмөгөп еңел ҡотолдо, бәлки ярҙам да иткәндәрҙер... - Бер нисә тәүлек йоҡо күрмәгән Юлбарыҫтың уйҙары буталды, һүҙҙе ҡапыл икенсегә бороуы ла шунан. - Ибраһим ҡайҙа булды һуң, ҡорҙашым?
- Ишмөхәмәт сәсән ауылынан Ибраһим Сибай тарафына йөҙ борҙо, мин һинең яҡҡа ығыштым. Шығай яғында хикмәтле ҡартҡа тап булдым, - Буранбай уны иҫләгәндә йылмаймайса булдыра алманы. -Миңә оҡшаны ул. Шаян да, етди лә. Беҙҙең Ташъярҙа осрашырҙы белә булып сыҡты...
- Ҡоттобай ҡарт ул, минең кеше. Ышаныслы. Уға таянырға була. Мин уны һин, ҡорҙашым, Иҙел яғына яңылыш үтеп китмәһен өсөн һаҡҡа ҡуйғайным...
- Урман хужаһы Һарылар араһынан әүлиә зат Ҡоттобай ҡарт шул үҙе икән дә...
- Һин у тиклемен ҡайҙан беләһең?
- Үҙе әйтте, ул тағы ла төшкә Рысыҡайҙан уландарың килеп етере хаҡында хәбәр тиште...
- Әүлиәлеге раҫ... -Юлбарыҫ әйтергәме-юҡмы тигәндәй туҡталып торҙо ла, баҙнаты етте. -Атайлыҡ бурысын үтәмәккә ғүмереңдең ҙур өлөшөн сит яҡта үткәрергә тура киләсәк һиңә, тип әйткәйне ул миңә бынан бер нисә йыл элек...
- Мине лә үтәнән-үтә күрҙе. Йә, ярар, Ҡоттобай ҡарт кеүек заттарыбыҙ бар ҙа, ҡоламабыҙ, Юлбарыҫ ҡорҙашым. Ниндәй уй-ниәттәрең бар, иртәгәгә?
- Уландарым килеп еткәс әйтерем, улар ниндәй хәбәр менән киләр. Бәлки Йәрмөхәмәт тә ҡайтҡандыр...
Икеһе лә тынып ҡалдылар. Һөйләшергә һүҙ булмағандан түгел, алдарындағы билдәһеҙлек уларҙы күберәк уйланырға мәжбүр итә шул. Бөрйән ырыуы башҡорто менән ҡатай аҫабаһы элегерәк осрашҡан сағында һәр төбәктең үҙенә хас һыҙаты, үҙенсәлеге хаҡында хәбәр һаталар, ваҡыт ҡыҫҡарталар ине. Ул саҡта күберәк хәрби тормош ваҡиғалары өҫтөнлөк итте. Яҙмыш уларҙы ошолай итеп төпһән төбөндәге мәмерйәгә индереп йәшерҙе. Мәмерйә ауыҙына терәлеп тиерлек гөрләгән Рәздең тауышын тыңлап ултырыу ҡасҡындарҙың күңеленә тыныслыҡ, һәүетемсә тормош рәхәтлеген дә тойҙорта һымаҡ. Ваҡытлыса ғына булһа ла. Әммә йылға тауышына иғтибар итмәйсә, диҡҡәттәрен башҡа нәмәгә күсереүҙәре була, ысынбарлыҡ ҡотһоҙлоғо муйындарына арҡан булып уралғандай. Уралып ҡына ҡалмай, быуа ла башлай. Сөнки улар, үҙҙәрен эҙәрлекләүселәрҙән эҙ яҙлыҡтырған хәлдә лә, тәҡдирҙәренән ҡаса алмайҙыр.
Юлбарыҫ етеҙ хәрәкәтләнеп тиҙ генә шөңкәйтмә ҡағып, баҡырсала сәй ҡайнатып ҡорҙашына тыуған яғы үләндәренән сәй ҡайнатып эсереп алды. Сәй янына теш араһына ҡыҫтырыр, әүҡәтләнер ризығы ла мул ғына ине ҡатай аҫабаһының. Иҫке ауыҙға яңы аш тигәндәй, Буранбайға бигерәк тә Юлбарыҫ тырыз тултырып йыйған көртмәле танһыҡ ине. Ирәндектә үҫмәй ул емеш. Көртмәленең дә ҡараһы ла, ҡыҙылы ла тигәндәй. Үпкәләре йөҙгәнсе эселгән сәй йөрәктәрендә ауыр йөк булып ятҡан таштарын эреткәндәй тойолдо. Теремекләнеп киттеләр.
Тәһәрәтләнеп намаҙ уҡып алыуҙарына Юлбарыҫтың Ҡужахмәт, Баймөхәмәт уландары мәмерйәгә аяҡ баҫты. Буранбай уларҙы Илек нығытмаһында хеҙмәттә күргәне бар. Ғәйрәтле икәндәрен дә белә урман айыуҙарының. Аталарына оҡшап баһадир кәүҙәле, йәштәренә ҡарағанда олораҡ та һыпатлы ине улар.
Егеттәр ауылдан туғандары Йәрмөхәмәт хаҡында бигүк күңелле булмаған хәбәр алып килгәйне. Бер-береһен бүлеп, ярышып тиерлек хәбәр атҡарып, улар шуны бәйән иттеләр. Муса Солтанморатов атлы Рысыҡай ауылы казагы Ырымбур яғынан юл йөрөп ҡайтҡан. Йомош менән губерна кәнсәһенә ингән һәм һаҡсылар уратыуында коридорҙа йөрөгән Йәрмөхәмәтте күреп хәлен белешкән. Ырымбурға аҡса алып китеп барыусы Йәрмөхәмәтте Стәрлетамаҡта һалдаттар ҡулға алған. Ул ниндәй йомош менән Ырымбурға китеп барыуын әйткәс, уны һаҡ аҫтында Ырымбурға алып килгәндәр. Йәрмөхәмәттең атаһы Юлбарыҫ Верхнеуралға өйәҙ судына барып башын һалмайынса, улы Ырымбур төрмәһендә аманатта ултырасаҡ икән.
- Инәһеҙҙәр! - Улының ниндәй хәлгә тарыуы хаҡында ишеткән Юлбарыҫ ҡоро дары кеүек гөлтләп тоҡанды, һикереп аяғына баҫты. - Күрһәтермен мин уларға аманатты...
- Атай, атай, ярһыма... - Оло улы Ҡужәхмәт һис нәмәгә ҡарамай мәмерйәнән сығырға ынтылған атаһын көскә туҡтатты. -Атай, беҙ бында килгәндә бер нисә урында боҫҡоларҙы шәйләнек. Улар беҙҙе күрмәне. Верхнеуралға беҙ ҙә һинең менән барабыҙ, йәшерен юлдан үҙебеҙ оҙатабыҙ...
- Ҡужәхмәт улың хаҡлы, Юлбарыҫ, беҙ ике көн элек ҡасып киткән Верхнеуралға баш һалырға барыуыңды ла хупламайым. - Буранбай Юлбарыҫтың ҡаршыһына уҡ барып баҫты. -Шуны аңла, властарға аҡса түгел, беҙҙең баштар кәрәк...
- Ә Йәрмөхәмәт? Уның бында ни ғәйебе?
- Улың ир еткән, бирешмәҫ. Бер аҙ тотҡас, ебәрерҙәр. Һине ҡулға алыр өсөн уны ебәрмәй тоталар...
- Юҡ, Буранбай ҡорҙашым, мин Верхнеуралға мотлаҡ барырға тейешмен...
(Дауамы. Башы 4-се һанда).
"Киске Өфө" гәзите, №5, 31 ғинуар – 6 февраль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА