
(Генерал-майор И.В. Чернов яҙмаларынан)
Граф В.А. Перовский
(1833-1842 йылдарҙа Ырымбур губернаторы булған).
Казактарҙы ошолай итеп бер-береһенән алыҫта ятҡан пункттарҙа урынлаштырыуҙың сәйәси һәм хәрби сәбәптәре бар ине: Башҡортостанда уҙған быуат дауамында һәм хатта 1803 - 1805 йылдарҙа хөкүмәткә ҡаршы ихтилалдар йыш сығып тора.
Уларҙы баҫтырыу өсөн их ихтилалсыларҙан йыраҡ булмаған ерҙәрҙә ғәскәр тотоу талап ителә; әгәр ҙә улар баш күтәрергә ниәт итһә, уларҙы шундуҡ баҫтыра һалып, ихтилалдың киңәйеп, таралып китеүен иҫкәртеп була. Бындай саралар башҡорттарға ихтилалдарының файҙаһыҙ икәнен үҙенән-үҙе күрһәтеп тора. Башҡортостандың үҙәгендә һәм уларҙың ҡырғыҙҙар (ҡаҙаҡтар. - Тәрж. Иҫк.) менән сиктәрендә торған ғәскәрҙәр уларға рустарға бергәләп ҡаршы сығыу мөмкинлеген бирмәй. 1840 йылға тиклемге 50 йыл дауамында башҡорттар тыныс һәм тоғро подданныйҙарға әйләнде, үҙ кешеләрен Ырымбур линияһына уны казактар менән бергә ҡырғыҙҙарҙың һөжүм итеүенән һаҡларға ебәрҙеләр, һуңғыларын, үҙҙәренең дошманы һанап, күрә алмайҙар ине. Уларҙы далаларға ебәрелгән хәрби отрядтар составына индерәләр. Башҡорттар һәр саҡта ла рус батшаһына тоғро ҡалды, иҫтәлекле 1812 йылда уның күрһәтмәһе буйынса бишәр йөҙлөк 20 полк төҙөнө, француздар менән Бородино яланында, Мәскәү янында, ил сигенән ситтәге төрлө ерҙәрҙә алыштылар һәм башҡа ғәскәрҙәр менән бергә Парижды алдылар.
Башҡорттарҙың тынысланыуы һөҙөмтәһендә Башҡортостан эсендә казак ҡәлғәләрен тотоу ихтыяжы бөтә, һәм был барса эске станицаларҙа йәшәгән казактарҙы Ырымбур линияһына күсереп, уны көсәйтеү фекеренә ерлек бирә. 20-се йылдарҙа, төбәк менән генерал Эссен идара иткән саҡта, идара итеү үҙәгенән бик алыҫта йәшәгән Красноуфимск казактарын Ырымбурға күсереү хаҡында ҡарар ҡабул ителә. Уларҙы урынлаштырыу маҡсатында һул яҡтан Урал йылғаһы, уң яҡтан Ҡоралы йылғасығының Илек йылғаһына ҡойған еренә тиклем арауыҡта Илек районы тип аталған ерҙәр ҡырғыҙҙарҙан тартып алына. Бында төҙөлгән станицалар ҡырғыҙҙарға хәүеф тыуҙыра, һәм улар, үҙҙәренең ерҙәрен юғалтыу менән риза булмайынса, оҙаҡ йылдар буйына бунт күтәреп, һөжүм итеп тора.
Генерал Перовский килеү менән эске станицалар казактары мәсьәләһе уның айырым бер эшенә әйләнә. Уның уйлауынса, империяның көнсығыш сиктәрен азиаттарҙың бөткөһөҙ яуҙарынан һаҡлау өсөн дәүләт оборонаһы мәнфәғәттәрендә Ырымбур линияһын көсәйтеү талап ителә. Перовский эске станицалар казактарының ҡайһыларын, теләктәренә ярашлы, линия станицаларына күсерергә, башҡаларын, Чугуев казактары өлгөһөндә, яңынан төҙөләсәк хәрби тораҡтарҙа урынлаштырырға ҡарар итә. Перовский ошо маҡсатта, Орск ҡәлғәһенән башлап, Ур һәм Ҡомаҡ йылғалары үрҙәре буйлап, Уй йылғаһы буйындағы станицаларға тиклемге ҡырғыҙ ерҙәренә эске станицалар казактарын, аҙ ерле губерналарҙа йәшәгән крәҫтиәндәрҙе һәм линия ҡәлғәләре гарнизондарының 4 батальон һалдаттарын күсереү планын ғәмәлгә ашыра. Ҡырғыҙҙар менән сиктәш яңы станицаларға күсерелеүселәр казак сословиеһы составына индерелә. Был эштәр 1835-1836 йылдарҙа башҡарыла.

Генерал Владимир Афанасьевич Обручев
(1842 - 1851 йылдарҙа Ырымбур губернаторы булған)
Генерал В.А. Обручев 1842 йылда Ырымбур төбәгенең төп начальнигы вазифаһына тәғәйенләнгә тиклем Новгородта дивизия командиры була. Әйтеүҙәренсә, ул Перовский менән дуҫтарса мөнәсәбәттә булмаған граф Клейнмихелдең кешеһе булараҡ, барыһын да үҙгәртә: элекке губернатор йәйләүе ташландыҡ хәлгә килә, ул башлаған эштәрҙең күбеһе юҡҡа сыға, хатта Перовский ваҡытында хеҙмәттә булғандар, ситтә яҡшыраҡ урындарға өмөт итеп, Ырымбурҙы ташлап китә.
Обручев, үҙенең бер адъютанты, гвардия капитаны Николаевтан башҡа, үҙе менән бер кемде лә алып килмәй. Буш ҡалған урындарҙы бындағы дәрәжәһеҙ чиновниктар, йә иһә осраҡлы рәүештә кемдәрҙер тәҡдим иткән кешеләр ала. Обручевтың, күрәһең, вазифаларға тәғәйенләр өсөн һәләтле һәм уҡымышлы кешеләре булмай. Ырымбурҙа яраҡлы кешеләр табылмаһа, министерлыҡҡа яҙып, яҡшы кешеләрҙе ебәреүҙәрен үтенә, әммә Обручев кешеләр мәнән һәйбәт мөғәләмә итеп, үҙенә ылыҡтыра алырлыҡ идарасы булмай.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №6, 14 – 20 февраль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА