
Буранбай улы өсөн йәне өҙөлөр сиккә етеп ярһыған атай кешене артабан тынысландырырға тырышыу, киреһенсә, ярһытасағын тамам аңланы. Бындай саҡтарҙа ул һәр ваҡыт ундай кешенең урынына үҙен ҡуйып ҡарай. Ысынлап та, ошондай саҡта ни эшләр ине икән үҙе лә? Ныҡ ярҙам итә был хәләте. Шуға күрә ул Юлбарыҫты ыңғайына һыпырҙы.
- Эңер төшөүгә Верхнеурал яғына бергәләп ҡуҙғалырбыҙ, Юлбарыҫ ҡорҙашым, - шунан уландарына ишаралап, - Ҡыҙыл йылғаһына тиклем Ҡужәхмәт менән Баймөхәмәт беҙҙе оҙатып барыр, Ишмөхәмәт сәсәнгә лә һуғылырбыҙ...
- Килештек...
...Юлбарыҫ өсөн иң ауыры эңерҙе көтөп алыуы. Уландары аталарына ҡарап сабырһыҙлана. Буранбай иһә берсә ҡорҙашына, берсә Ҡужәхмәт менән Баймөхәмәткә ҡарап ала. Аталарының ауыҙына ғына ҡарап үҫкән аҙауандай уландары Юлбарыҫтың хәрәкәттәрен бермә-бер ҡабатлай. Имамға ҡарап ойоп намаҙ уҡыған мосолман кеүектәр. Артыҡ бер хәрәкәт тә яһамайҙар, хатта ым-ишаралары ла аталарыныҡы. Тауыштары ла оҡшаш. Мәмерйә эсендә эңер төшкәнсе аталы-уллы Бикбулатовтарҙы ситтән күҙәтеүенән оло кинәнес табып ултырҙы Буранбай. Юлбарыҫ үҙенә лайыҡлы алмаш булырлыҡ уландар үҫтергән. Улар аталарына оҡшап күп һүҙле түгелдәр, сәғәттәр буйына бер һүҙ ҙә әйтмәйенсә ултыра алалар...
Өйрәнгән ғәҙәте буйынса үҙе лә улдарын иҫләп, үҙен Юлбарыҫ урынына ҡуйып ҡараны. Егерме бишен тултырған Зөлҡәрнәйе хорунжий хәрби дәрәжәһен йөрөтә, утты-һыуҙы кисеп, Парижды яулап, күкрәгенә көмөш миҙал тағып ҡайтты. Егермеһе менән барған Нәүширбаны аң-белемгә ынтыла, уҡымаған китабы, белмәгән нәмәһе юҡ. Ағаһының үксәһенә баҫып килеүсе Йыһаншаһы ла йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтергәне, көрәштә тиңдәштәренә билен биргәне юҡ. Ун бишенсе йәше менән барған Мөхәмәтшаһына ҙур өмөттәр бағлай атаһы. Ул, моғайын, атаһы һымаҡ ҡурайға, йырға әүәҫ булыр. Бер йәше лә тулмайса сәңгелдәгендә ятып атаһын оҙатып ҡалған Йәҙгәрғужаһы, моғайын да, ағаларының береһенең артынан эйәреп йөрөр, ғәҙәт, ҡылыҡ үҙләштерер. Хәйер, бишектәге бишкә төрләнә. Нимә генә тимә, яҙмышының ошондай боролошонан һуң Йәҙгәрғужа атаһының артынан эйәреп йөрөй алмаҫ. Ошоларҙы уйлағас, Буранбайҙың күҙҙәренә йәш тығылды. Улдарын уйлап үҙәкһеп, бәғерҙәре ташып, йөрәге тулап китте. Юлбарыҫтың да уландары әле эргәһендә, улар бер-береһенә терәк, терһәктәре менән бер-береһен тоя ала. Кем генә белһен инде, иртәгә улар менән нимәләр булырын? Үҙҙәренә әйтмәй генә сыҙап ултыра Буранбай. Бер-береһенә ҡарап йыуанып, ара-тирә йылмайышып ултырған аталы-уллы өс ир-уҙаманы бер нисә һағыттан һуң мәңгелеккә хушлашасаҡ, хатта бәхилләшеп тә өлгөрмәйәсәктәр. Юлбарыҫтың тайшанмаҫ рухын, өҫтәүенә, ыҡҡа килтереп булмаҫтай холҡон белгәнгә күрә лә, алдағы көндәрен үтәнән-үтә күрә ул. Әммә ҡорҙашының яҙмышын бер нисек тә үҙгәртә алмаясаҡ.
Холҡоң ниндәй булһа, яҙмышың да шулайҙыр. Юлбарыҫ, Хаҡ Тәғәлә маңлайына яҙылғанды күрмәйенсә, туҡталып ҡала торған заттан түгел. Уның асылына бәйле был хәләтен Һарылар араһынан әүлиә зат Ҡоттобай ҙа күргән. Был хаҡта Буранбайға Юлбарыҫ үҙе үк әйтеп ысҡындырҙы. Һөйләргә теләмәһә лә. Буранбай иждиһатын һалып, уландарынан аяҡ-ҡулдарын бәйләтеп, Юлбарыҫты Талҡалаға ебәрмәй ҙә алып ҡала ала. Тик улының азатлығы хаҡында Себергә үҙ теләге менән юлланыусы атайҙың юлын киҫеп, Буранбай Хаҡ Тәғәләгә ҡаршы бара алмай...
...Аҡшамдан һуң ҡуҙғалдылар. Тәүҙә шырлыҡ араһында асыҡлыҡҡа арҡанлап ҡуйылған Буранбайҙың атын барып табып алдылар. Юлбарыҫ юлдаштарын тик үҙенә генә билдәле булған йәшерен һуҡмаҡтан алып китте. Юлдары һаҙлыҡ ерҙән үткәнгә күрә аттарына талдан ҡата ла үреп кейҙереп алдылар. Ирәндек буйында ғүмер иткән Буранбай өсөн ат тояҡтарындағы ҡаталарға ҡарауы оло кинәнес тә, мәрәкә лә ине. Ат тояғы тауышы ишетелмәһен өсөн уларға күндән тегелгән ойоҡтар кейҙергәндәрен күргәне бар ине уның, ҡаталарҙы тәүге тапҡыр күреүе. Әле күрерҙәре бар икән был донъяла, шуға ҡыуанды ул. Хоҙай уның юлына әленән-әле мөғжизәләр сығарып һөйөндөрөп кенә тора.
...Төн уртаһы уҙыуға юлдары Ишмөхәмәт сәсәндең Балапан ауылына килеп төртөлдө. Буранбай ауылды янындағы тауына ҡарап таныны. Аттарын Саңдүҙәк буйында ҡалдырып торҙолар. Эйәр-өпсөндәрен ҡуйы таллыҡ араһына тыҡшырҙылар. Буранбай юлдаштарын Әйүкә тауына алып менде. Өйташҡа үҙ өйөнә ингәндәй әйҙүкләне. Усаҡ дөрләтеп ебәрҙеләр. Күңелле булып китте. Ишмөхәмәт Буранбайҙың тағы ла әйләнеп килерен белгәнгә күрә мәмерйәлә ҡапылда ятып йоҡларлыҡ түшәк, сәй ҡайнатып эсергә баҡырса, турһыҡта һыу, кипкән ҡорот, ҡаҡ ҡалдырған булған.
Ташөй ҡунаҡтарын иң аптыратҡаны шул булды. Көтмәгәйнеләр, ҡапыл мәмерйәгә Ихсан килеп инде.
- Саңдүҙәк буйында ҡалдырған аттарығыҙға ҡарап бында килгәнегеҙҙе белдем, һаумыһығыҙ, ағайҙар, - тип төнгө ҡунаҡтарҙың һәр ҡайһыһы менән күрешеп, исемен әйтеп танышып сыҡты Ихсан. - Ишмөхәмәт ағай ҡарауыллап торорға ҡушҡайны...
- Рәз буйынан бик тиҙ килеп еттек, Ихсан туғаным... - Буранбай уны күптәнге танышылай ҡосаҡлап уҡ алды ла, йылмайып. -Күрешмәй тороуыбыҙға теүәл бер тәүлек үткән...
- Иркенләп баш терәп алығыҙ. Үҙ өйөгөҙҙә һымаҡ булығыҙ, - Ихсан ҡулындағы төйөнсөгөн Буранбайға һуҙҙы. - Ҡапыл да тамаҡ ялғарлыҡ та ризыҡ бар бында. Ишмөхәмәт ағайға һеҙҙең килгәнде хәбәр итермен...
Ихсан хушлашып сығып киткәс, төнгө ҡунаҡтар ашанып алдылар ҙа, баш терәнеләр. Нисек тиҙ ойоп китһәләр, шулай уҡ уянып та киттеләр. Дөрөҫөрәге, уларҙы өйташҡа таңнамаҙҙан килеп инеп, үҙҙәренә ирәүәнләнеп йылмайып ҡарап баҫҡан Ишмөхәмәт сәсән уятты.
- Торналарҙан "Торайыҡ, торайыҡ!" сәләмдәр алып килдем... - Өйташтағылар алдан һөйләшеп ҡуйғандай бер юлы күҙҙәрен асты. Һәр ҡайһыһының иғтибары Юлбарыҫ йоҡларға ятҡан мөйөштәге буш урында ине, быға Ишмөхәмәт сәсән дә иғтибар итеп өлгөргән. - Ә дүртенсегеҙ, Юлбарыҫ ағай ҡайҙа булған? Ихсан, ул да килде, тиеп һөйөнсө сәйе эскәйне...
- Һай, күҙ-ҡолаҡ булалманыҡ, - Буранбай ҙа ыуалана башланы. - Ул Талҡалаға киткән, әйттем, тыңламаны. Улы Йәрмөхәмәтте Стәрлелә аманатҡа алып Ырымбурға оҙатҡандар. Юлбарыҫтың Верхнеуралға килеп етеүен талап иткәндәр...
- Верхнеуралға? Был мәкерле тоҙаҡ... - Ишмөхәмәт сәсән Юлбарыҫтың уландарына төбәп өндәште. - Уны ҡыуып етеп кире борорға кәрәк булыр, туғандарым...
- Беләгүрә...
Ул арала Ихсан мәмерйәгә аяҡ баҫты. Төнгө ҡунаҡтар менеп килгән аттарҙың эйәрҙәрен һалдырып тәрбиәләгәндә дүртенсе аттың тулмауын ул да еткерҙе.
- Тәүҙә ат ҡараҡтарылыр тип уйҙағайным. Әгәр ҙә улар буһа, бәйле торған аттарҙың барыһын да алып китерҙәр ине, - тине Ихсан мәмерйәлә бер кешенең юғалыуына ишаралап.
Осрашыу шатлығы нескәлектәренә бирелеп торорға ваҡыттары юҡ. Тиҙ генә хәл иттеләр. Ҡужәхмәт менән Баймөхәмәт аталары артынан Талҡала тарафына ҡыуа төштө. Уларға Ихсан, Ишмөхәмәт сәсән теле менән әйткәндә, "тапҡыр юл" күрһәтеп барырға булды. Ишмөхәмәт менән Буранбай мәмерйәлә уларҙы көтөп ултырып ҡалды. Ике сәсән өнһөҙ генә аралашты. Күңелдәренә килеп эркелгән борсолоуҙары ошолай өнһөҙ генә әңгәмәләшеүҙе талап итә. Хәйер, илгә дандары таралған ике йырау-сәсән тик тойғо аша ғына күңел-ара хәбәрләшеү маһирлығына икеһе лә күптәнән эйә ине. Телдәре бер нәмәне тылҡыр, күңелдәре икенсене тойор хәләттә лә түгелдәр. Шулай ҙа Ишмөхәмәт сәсән туғаны Ихсандың үҙенә бирелгән бер һорауына бәйле мәрәкәне иҫенә төшөрөп көлөшөп алдылар.
Ихсан Буранбайҙы Рәз яғына оҙатып ҡайтҡас, Ишмөхәмәт ағаһынан ни өсөн "айыуҙың айыуға һунар итмәүенең" серен һорашҡан икән. Өҫтөнән төшмәй төбәшкәс, сәсәнгә айыуҙарҙың кинәйәһен аңлатып бирергә тура килгән. Буранбай Ҡотосовтоң бөрйәндәрҙең Кинйәбулат ауылында "айыуҙар" араһына ҡарауын белгәндән һуң Ихсан сабыйҙарса ҡыуанып йөрөгән. Ихсан менән Баязиттың үҙе хаҡындағы һәр бер мәғлүмәткә уғата иғтибарлы булыуын ағалары Ишмөхәмәт сәсәндең йоғонтоло тәрбиәһенән килеүен Буранбай бик яҡшы аңлай. Алдағы йылдарҙа уларҙың ил таяныр ир-азаматтар, кәмендә йорт старшиналары, дистанция начальниктары булып китерен дә яҡшы төҫмөрләй.
Талҡалаға киткән сапҡындар төштән һуң ғына Балапанға ҡайтып еттеләр. Менгеләре ҡара тиргә батҡан. Егеттәрҙең күңелдәре төшөнкө, яурындары һәленке. Күҙҙәренә йәш тулған. Ҡужәхмәт менән Баймөхәмәт аталарын ҡыуып етә алмаған. Юлбарыҫ иртә таңдан Верхнеурал өйәҙ судына барып башын һалған. Уны көслө ҡарауыл аҫтында шунда уҡ ашығыс рәүештә Себер тракты буйлап Иркутск яғына алып киткәндәр. Буранбай менән Ибраһим ҡасып киткәндән һуң бер тапҡыр ауыҙҙары бешеп, ҡоттары алынған гарнизон командирҙары тимерҙе ҡыҙыуында һуғырға булған.
(Аҙағы. Башы 4-5-се һандарҙа).
"Киске Өфө" гәзите, №6, 14 – 20 февраль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА