
Башҡортостандың халыҡ артисы Гөлфирә Сафиуллина быйыл бер түгел ике юбилейын билдәләй: ғүмер үрҙәрен артылыуына - илле, Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлап, ижад ғүмерен башлауына утыҙ йыл.
Сәхнә алиһәһе Гөлли Мөбәрәкова йыйған төркөмдә уҡыуын, Хөрмәт Үтәшев, Нурия Ирсаева, Рәфил Нәбиуллин кеүек Мастерҙарҙан сәхнә һабаҡтары алыуын яҙмыш бүләге тип иҫәпләй. Тәүге ролдәре - Р.Киплингтың "Маугли"һындағы инә бүре Ракша, П.Кальдерондың "Мөхәббәт менән шаярмайҙар" спектаклендә хеҙмәтсе ҡыҙ Инесса. Ошо ролдәре менән Салауат башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһенә аяҡ баҫа. Һәр образы аша сәхнәнән тормош дәресе биреүсе актрисаны сәхнә тигән мөғжизәле донъя менән тоташтырған, шәхес итеп үҫтергән ҡиммәттәр хаҡында әңгәмәләштек.
Илай-илай, көлә-көлә, йырлай-йырлай сәхнәгә сығарған ролдәре - бихисап уның. Тамашасыларҙы ла илата, көлдөрә, йырлата, иң мөһиме, уйландыра. Бөгөн ул - һәр жанрҙа ла берҙәй уңышлы эшләп килгән актриса. Утыҙ йыл арымай-талмай хеҙмәт итһә лә сәхнәгә йылдан-йыл нығыраҡ ғашиҡ була бара. "Сәхнәне яратҡан кеүек, башҡа бер һөнәрҙе лә ярата алмаҫ инем. Сәхнә мине асты, үҫтерҙе, мин үҙемде сәхнәлә таптым", - ти ул күңеленә кинәнес, ләззәт, үҙ-үҙенә ышаныс биргән һөнәре тураһында.

Ә бала сағында "Минең артист булғым килә!" тигән уйын хатта үҙенә ҡысҡырып әйтергә ла ҡурҡа. Ғүмергә лә буй етмәҫлек хыял булып тойола уға сәнғәт донъяһы. Мәктәпкә лә төшмәгән ҡыҙын үҙе менән бергә фермаға эшкә йөрөткәндә: "Гөлфирәм Башҡортостандың халыҡ артисткаһы булыр!" - тип уйланымы икән әсәһе Хәҙисә апай? Хәҙер генә ул күп ғаиләләрҙә балаларына һөнәр һайларға йүнәлеш биреү, репетиторҙарға, кастингтарға йөрөтөү, белгестәргә күрһәтеп кәңәшләшеү яйға һалынды. Элегерәк, тәтеһә, ҡала балаларына тәтегәндер ул бәхет, ә ауыл әсәйҙәренең балалары менән кем булырға хыялланыуы тураһында һөйләшеп ултырырға ваҡыттары булдымы икән? Ай-һай... "Ҡырылмаһа ҡырҡ эш ярылып ята, ана, һыйыр һауылмаған, ниндәй хыял ти ул!" - ауыл ҡатындарының иңенә төшкән бурысты теүәл һәм күршенән артығыраҡ итеп үтәргә теләүҙә тыуған сәм ҡатыш эске ярһыумы, яҙмышҡа зарланыумы - ошолайыраҡ булды ауыл әсәйҙәренең балалар күңеленә асҡысы. Хыялланырға яратҡан бала сәйерерәк тә күренгәндер әле. Шуға ла ундай балаларҙың уй-хыялдары төпкәрәк йәшеренгәндер, мәңге буй етмәҫтәй тойолғандыр...

Хәҙисә апай балаларының хыялына ҡаты бәрелмәй бәрелеүен. Уҡырға төшкәнгә тиклем үк һыйыр һауырға өйрәнеү Гөлфирәнең үҙенең тыумыштан килгән бөтмөрлөгөнән. Бәләкәс кенә Гөлфирәгә әсәһенең "Волга" ҡушаматлы һыйыры эйәләшә. "Волга"ның мине әллә ҡайҙан танып, көтөп тороуын мин дә һиҙәм. Биҙрәмде тотоп, эргәһенә барып баҫҡас, тәүҙә һаулыҡ һорашам, муйынынан, яурындарынан яратып алам. Арҡаһынан яратырға буйым етмәй, үҙем уның бото буйлыҡмын ғына бит әле. Һөйләшеп алабыҙ. Мине һағынып көтөүен аңлатырға теле генә юҡ ине уның. Шул тиклем аҡыллы, тыныс, матур холоҡло һыйыр ине", - тип һөйләп алып китте Гөлфирә бала сағы тураһында ауыл ҡыҙҙарына ғына хас ихласлыҡ менән. "Артист булыу тураһында хыялланыу түгел, уйларға ла ҡурҡтым", - тиһә лә, артист булыр өсөн яратылған булған ул, тигән уй тыуҙы миндә, сөнки артистар ғына ошолай тыумыштан күҙәтеүсән бул, һәр ым, һәр ишараны аңлай, баһалай беләләр. Яратҡан һыйырына ғына ниндәй баһалама биреп ҡуйҙы! Хыялыңды ҡысҡырып әйтергә ҡыйыулыҡ та кәрәк - ҡыйыулығы етмәгәндер, үҙбаһаһы түбәнерәк булғандыр - ауыл тәрбиәһе өсөн быныһы ла тәбиғи.

"Ә шулай ҙа әсәйем миңә йыш ҡына: "Үҫкәс, минең кеүек фермала йөрөмәҫһең инде, врач йә уҡытыусы булырһың", - тип әйтеп ҡуя торғайны. "Минең артист булғым килә..." тигән уйымды уға әйтмәйем. Әйтһәм, үҙе лә йырларға, бейергә яратҡан, ауыл клубы сәхнәһендә ҡуйылған спектаклдәрҙә ҡатнашҡан кеше мине аңлар ине, моғайын. Атайым да аңлар ине. Сәнғәт кешеләрен ихтирам итә ине ул. Гастролгә килгән артистар беҙҙә ҡуна ҡалһа, таң атҡансы йырлашып ултыра торғайнылар. Оҙон көйҙәрҙе ғәжәп матур йырлай ине. Ул да концерттарҙа ла, спектаклдәрҙә лә ҡатнашты. Әсәйемде лә, спектаклдәге бер роленән һуң "Ғәлиә" тип атап алып киткән, яратып, "Ғәлиәм", тип кенә өндәшә торғайны. Ошо исем әсәйемә лә оҡшанымы икән, исемен үҙгәрткәнгә бер ҙә ҡаршы булманы, бөтә ауыл уны атайым ҡушҡан исеме менән йөрөттө. Йәл, актриса булып китеүемде күрмәне атайым, ул донъя ҡуйғанда миңә ун дүрт кенә йәш ине әле".
Мәктәпте тамамлаған йылында Өфө ҡалаһында ашнаҡсы булып эшләп йөрөгән Райхана апаһы: "Кем булғың килә, туғаным?" - тип һорамаһа, хыялдарын ҡысҡырып һөйләргә ҡурҡҡан Гөлфирәнең ҡапыл ғына асылып, "Артист булғым килә!" тип яуапларға көсө етмәһә, уның хыялы ла хыял ғына булып ҡалыр ине. Тырыш ҡыҙ ҡайҙа ла уҡырға инер ине барыбер, әсәһенең кәңәшен тотоп, уҡытыусы булыр йә журналистиканы һайлар ине. Филәрисә апаһы ла актриса булырға хыялланған, хыялына буйы етмәҫтәй тойолғас, медучилищеға уҡырға инеп, фельдшер булып киткән. Ә Гөлфирәнең, ғаиләләге иң кесе ҡыҙҙың, хыялы өсөн яуаплылыҡты оло апаһы үҙ өҫтөнә алған, әсәһенә лә әйтмәйенсә, Өфөгә алып сыҡҡан да киткән. Минең уйҙарымды Гөлфирә үҙе ҡеүәтләп ҡуя: "Документтарҙы ҡайҙа тапшырғанды уҡырға инеп ҡайтҡас ҡына әйттек. Асыуланманы әсәйем, әммә байтаҡ ҡына фекерен белдермәйенсә йөрөнө. Уҡырға китергә ваҡыт еткәс кенә, әйберҙәремде барлап, ятаҡта йәшәргә кәрәк-яраҡ тейәп, фатихаһын биреп оҙатып ҡалды. Хыялымды тормошҡа ашырыр өсөн тәүәккәл аҙым яһаған Райхана апайыма ла, фатихаһын биргән әсәйемә лә рәхмәтлемен. Юғиһә, сәнғәт институтының ишеген асып инергә үҙемдең генә ҡыйыулыҡ етмәҫ ине, Филәрисә апайым һымаҡ ғүмер буйы: "Их, әртис булып булманы", - тип үкенеп йәшәр инем...".
...Ҡасандыр әсәһе менән атаһының, Филәрисә апаһы менән ағайҙарының гармун тауыштарына гөрләп торған өй күптән бушап ҡалған - бикле тора. Гөлфирәнең бер генә премьераһын да ҡалдырмай театрҙарға йөрөгән, гастролгә килгән саҡтарында тотош театр коллективын тәмле аш-һыу әҙерләп ҡаршы алған Хәҙисә-Ғәлиә апайҙың гүр эйәһе булыуына ла ун йыл икән. "Йылына бер булһа ла тыуған өйөбөҙгә ҡайтып әйләнәбеҙ, ҡәҙерлеләребеҙҙең яҡты рухтарына доғалар уҡып, әсәйем менән атайымдың моңло тауыштары һеңгән бүрәнәләрҙе һыйпап-яратып, күңелебеҙгә тыуып үҫкән өйҙөң йылыһын алып китәбеҙ. Беҙҙең ауыл халҡы бигерәк ихлас бит ул, беҙ ҡайтып төшөү менән, күрше-күлән килеп инә. Уларҙың һәр береһендә әсәйем менән атайымдың һыҙаттарын таныған һымаҡ булам. Үҙебеҙҙең һөйләшкә генә хас моңдо тыңлаһаң да күңелгә рәхәт булып китә".
Һөйләшеүебеҙ үҙенән-үҙе Гөлфирә Сафиуллинаның тыуған ауылы - Ғафури районы Үзбәк ауылына барып ялғанды. Уның менән осрашыуға барырға әҙерләнгәндә үк: "Һеҙҙең ауылдан бер түгел өс артист (ағалы-һеңлеле Юнир Ғәйнуллин һәм Айгөл Зөбәйҙуллина менән ауылдаштар улар) сыҡҡан. Өсөгөҙ ҙә Башҡортостандың халыҡ артистары тигән маҡтаулы исемгә лайыҡһығыҙ. Бәләкәй генә ауыл өсөн маҡтап һөйләрлек күренеш был. Нисек уйлайһың, уның сере нимәлә? Тыуып-үҫкән ер-һыуыңдың кеше тәбиғәтенә тәьҫире бармы икән?" - тип башлармын һөйләшеүҙе тип, һорауымды теркәп тә ҡуйғайным.
Ысынлап та, бер ауылдан әллә нисә ғалим йә сәсән, шағир йә яҙыусы, әллә нисә йырсы йә актер сыҡҡан төбәктәр Башҡортостанда байтаҡ. Ауылы-ауылы менән йырлаған йә бейегәндәр ҙә бар, элегерәк ҡайһы бер ауылдарҙа ҡурай йә гармун уйнамаған кеше булмай торғайны. Ошо турала һүҙ сығыу менән йәнде иретерлек ихласлыҡ менән: "Беҙ өсөү генә түгееел... - тип һуҙып ебәрҙе Гөлфирә. - Йырсы, шағир, композитор Рәмил Ғимрани менән режиссер Ҡәҙриә апай Ғәзизова ла беҙҙең ауылдан. Улар икеһе лә Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре. Башҡортостандың халыҡ артисы Гөлфиә Рафиҡова - беҙҙең күрше генә Бәләкәй Үтәш ауылынан, бер мәктәптә уҡыныҡ, уның менән дә бер йылға һыуын һыулап үҫкәнбеҙ. Бына хәҙер Юнир авызый менән бергә эшләйбеҙ. Бергә уйнаған ролдәребеҙ ҙә бар. Беҙҙең коллектив шул тиклем татыу, берҙәмбеҙ, дуҫбыҙ, шулай булһа ла Юнир авызый килгәс, мин үҙемде ышаныслыраҡ тоя башланым һымаҡ. Ауылдашым ғына түгел, бер туған авызыйым һымаҡ күрәм ул мин уны".
Күңеленә ҡанаттар ҡуйған һөнәре менән бәйле һәр мәлде мөкиббән китеп яратҡан Гөлфирә Зәки ҡыҙының яуаптарында халыҡ артистары тәрбиәләгән тупраҡтың көсөн тойҙом: ул төбәктә, уның күңел донъяһында йәшәгәндәр барыһы ла ихлас, эскерһеҙ, бер-береһенә итәғәтле, ярҙамсыл, сәмсел, тәүәккәл, егәрлеләрҙер, моғайын. Шулай булмаһа, буй етмәҫтәй тойолған хыялға үрләргә көстө ҡайҙан алаһың...
"Хыялыңда ниндәй образ йөрөтәһең?" тигән һорауға яуап бирергә ҡыйынһынды шулай ҙа Гөлфирә. "Ниндәй роль бирәләр, шуны уйнайым", - тиеү менән сикләнде. Генерал булырға хыялланмаған һалдат буламы ла, ниндәйҙер образ күңелен арбап-әүрәтеп тормаған актер буламы! Гөлфирәнең дә ундай образы барҙыр. Юҡ, тиһәм, алдашырмын, тигәндер; бар, тип дөрөҫөн әйтергә үҙе биҙрәнән саҡ ҡына бейек килеш һыйыр һауырға йөрөгән ҡыҙҙан Башҡортостандың халыҡ артисы яһаған көс - эске тотанаҡлылығы, баҫалҡылығынан уҙа алмағандыр. Хыялдары менән уртаҡлашып өйрәнмәгән ул: хыял үрҙәргә әйҙәп, йөрәк түрендә йәшәгәндә генә ҡанатлана.
Ғәлиә КӘЛИМУЛЛИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №6, 14 – 20 февраль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА