«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ир балала нисек ир-егетлек сифаттары тәрбиәләргә, нисек уның күңеленә Атайсалға тоғролоҡ, төп йорт хужаһы, ырыуҙы дауам итеүсе тойғоларын һалырға?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УЛАНДАРЫМ ЯУГИРЛЫҒЫ ҠАНДАН КИЛӘ
+  - 


Һүҙҙәренә тәрән мәғәнә һалып, "Мин - СССР-ҙа тыуған кеше", ти Ришат Рәшит улы Ҡыуатов үҙе тураһында. Уйлыға - уй, тигәндәй, шуның менән әңгәмәсем, ҡыҫҡа һәм теүәл итеп, тормошҡа, кешеләргә, тыуған еренә, Ватанына мөнәсәбәтен белдерә. Совет кешеһе - ул бит намыҫсан, яуаплы, дөйөм мәнфәғәтте үҙенекенән өҫтөн ҡуйған иленә тоғро зат, ысын гражданин.

Ришат Рәшит улының нәҫел ептәре башҡорт дворяндары Ҡыуатовтарға барып тоташа. Ул Ейәнсура районының Ҡаҫмарт йылғаһы һыуын һыулаған Байыш ауылында тыуған, дүрт балаға ғүмер биреп, хәләл ефете Зөлфиә Әхмәт ҡыҙы менән бөгөн дә шунда йәшәй. Әйткәндәй, Сөләймән Абдуллиндың яратҡан "Ҡаҫмарт буйы" йыры нәҡ ошо тарафтарҙа тыуған. Данлыҡлы йырсы уны бала саҡтан атаһы Әйүп Абдуллиндан ишетеп үҫә һәм тәүге тапҡыр радио аша 1948 йылда яңғырата. Ришат Ҡыуатов - ябай ауыл кешеһе. "Ҡаҫмарт" совхозында водитель булып эшләй, ә инде үҙгәрештәр еле төпкөлгә лә барып еткәс, 1993 йылда фермерлыҡ ҡамытын кейә. Республикалағы тәүге фермерҙар сафында була, еңел булмаған йөктө ун һигеҙ йыл тарта. Иген сәсәләр, мал аҫырайҙар, урман ҡырҡалар, таҡта яралар, бура бурайҙар. "Иң көслө саҡтар ине. Пландар менән ятып китәһең, иртән тороп, уйлағандарыңды атҡарып та ташлайһың. Хужалыҡ көйлө эшләп торһон өсөн аҡса табырға кәрәк, ә заманалар ул саҡта, үҙең беләһең, шәптән булманы. Күберәк алыш-бирешкә, бартерға ҡарап торҙоҡ", - тип хәтирәләргә бирелә әңгәмәсем. Ете кешене эшле итә, тимәк, эшһеҙлек, аҡсаһыҙлыҡ йылдарында ете ғаиләне ҡараған килеп сыға.
2011 йылда Байыш ауылы хакимиәте башлығы итеп һайлап ҡуялар уны. Ауылда бит һәр кем күҙ алдында - эштәрең дә, ҡылыҡ-фиғелең дә, ғаиләңдәге хәлдәр ҙә күренеп тора, халыҡ хөкөмөндәһең. Һине вазифаға күрһәткәндәр, һайлағандар икән, тимәк, ышаналар. Дүрт йыл ярым хеҙмәт итә Ришат Рәшит улы ауылына. "Хакимиәттән киткәс, кире фермерлыҡҡа тотонғанһығыҙҙыр?" - тип ҡыҙыҡһынам. Юҡ, тотонмаған икән. "Үҙаллы хужалыҡ иткәндә мал-мөлкәт туплай алғанһығыҙҙыр?" - тип тә һорайым. "Байып булманы. Тапҡан-таянғанды эшкә ебәреп тик торолдо. Аҡса эшләү өсөн айырым бер талант кәрәктер ул. Миндә, моғайын, ул юҡ", - тип көлдө лә ҡуйҙы яуап итеп. Күрәһең, геройымдың донъяға ҡарашы "Ҡаҫмарт буйы" йырында йырланғансалыр:

Ҡаҫмарт ҡына буйы күк тирәк,
Туғайында бешә ер еләк.
Дан кәрәкмәй миңә, мал кәрәкмәй,
Дуҫтар кәрәк миңә, ил кәрәк.

Ғәзинур (1989 йылғы), Ринат (1990), Илназ (2000) улдары, Гөлдәриә (2013) ҡыҙы атайҙарының эшен, эшкә мөнәсәбәтен, ғаиләһе өсөн нисек тырышыуын, тыуған төйәгенә һөйөүен күреп, белеп үҫә. Өс ул... Малайҙарҙы ысын ир-егет итеп тәрбиәләү - атай өҫтөндә ятҡан иң ҙур бурыстарҙың береһе. Иң элек, әлбиттә, үҙең өлгө булырға тейешһең. Өҫтә яҙғандарҙан сығып фекер йөрөтһәк, был йәһәттән Ришат Рәшит улына һүҙ тейгеҙерлек түгел. Шулай ҙа Ғәзинурҙың, Ринаттың, Илназдың бер булып хәрби хеҙмәтте һайлауҙары, миңә ҡалһа, айырым осраҡ.
Ринат Оборона мининстрлығы менән контрактты 2009 йылда төҙөй. Осетия, "Ҡырым яҙы"нан һуңғы хәрби ваҡиғаларҙа ҡатнаша, һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, хеҙмәткә яраҡһыҙ тип табыла. Хәҙер Себер тарафтарында эшләй, ғаиләһе менән Норильскиҙа йәшәй.
Ғәзинур ҙа контракт менән армияла ҡала. Өс йыл Чечнялағы хәрби хәрәкәттә булып ҡайта. Артабан ул "Газпром" компанияһына эшкә урынлаша, өйләнә, фатирлы, машиналы булып, ҡатыны һәм ике балаһы менән матур йәшәйҙәр. 2022 йылда мобилизация буйынса повестка килгәс, бер һүҙһеҙ хәрбиҙәр сафына баҫа. "Минең тәжрибәм унда кәрәк", - ти ул. "Махсус хәрби операцияға ҡушылыу Ғәзинурҙың уйында алдан уҡ булған. Ул республикала төҙөлгән Шайморатов батальонына эләгеү ниәте менән йөрөгән икән", - тип хәлгә аныҡлыҡ индерә атай кеше.
"Любизар" хәрби-тарихи клубтың 112-се Башҡорт атлы дивизияһы 1942 йылда тотҡан Казинка - Икенсе Тербун оборона рубежена (Липецк өлкәһенең Тербун ауылы) ойошторолған сәйәхәткә ирекмәндәр эҙләүен ишеткән Ришат Рәшит улы Илдар Шәйәхмәтов менән бәйләнешкә сыға. "Mercedes-Benz" микроавтобусы водителе сифатында йөрөп ҡайта ул сәфәрҙән. Шунда МХО-ға барыу уйы тыуа. Армияла хеҙмәт иткән, хәрби һөнәре бар. Йәше лә әле артыҡ китмәгән. Контракт төҙөү нескәлектәре тураһында белешеп, хәбәрҙар кешеләрҙән белешә башлай. Атаһының ниәтен, башҡалар менән һөйләшеп йөрөгәнен Илназ ишеткән икән. "Юҡ, атай, һинең һуғышың түгел ул. Беҙҙеке. Һин әсәй, Гөлдәриә янында өйҙә ҡалаһың, һин уларға кәрәгерәкһең. Махсус хәрби операцияға үҙем барам", - ти. Шулай итеп, 2023 йылдың майында Ҡыуатовтарҙың өсөнсө улы ла һалдат формаһы кейә.
Ришат Рәшит улы беренсе тапҡыр Ейәнсура районы ирекмәндәре йыйған, район етәкселеге, ойошмалар күрһәткән ярҙам менән 2022 йылдың октябрендә мобилизацияланғандар ятҡан, Ғәзинур улы ла унда булған Пенза өлкәһенә юл тота. 2023 йылда Ырымбур өлкәһенең Тоцк ҡалаһында әҙерлек үткән Илназдың часына мина эҙләй торған ҡулайлама алып килә. 2024 йылдың сентябрендә һәм ноябрендә Авдеевкаға тиклем барып етәләр. Илназ, машинабыҙҙы яндырҙылар, тигәс, район халҡы, хакимиәт ярҙамы менән "Chevrolet" машинаһы алып, тәүҙә шуны ҡыуып барып ҡайталар. Икенсеһендә ялан шарттарында йәшәү, ут аҫтында үҙеңде һаҡлау өсөн нимә кәрәк, шуны тейәйҙәр: генераторҙар, маскировка селтәрҙәре, ут һүндергестәр, дизел йылытҡыстары кеүек кәрәк-яраҡтар. Алғы һыҙыҡтағы хәлде үҙ күҙҙәре менән күреп ҡайта Ришат Рәшит улы. Емереклектәр, һөрөм, уҡшытҡыс яу ҡыры еҫенең аңҡыуы, хатта йыйып алынмаған мәйеттәр. Юлдан бер тотам ситкә сығырға ярамай, гел юғары тиҙлектә хәрәкәт итергә кәрәк... Былар барыһы ла - һуғыш ысынбарлығы.
"Ҡыуатовтар киҫкен ваҡиғалар, ил яҙмышына төшкән һынауҙар мәлендә бер ҡасан да ситтә ятып ҡалмаған. Уландарымдың яугирлығы ҡандан да киләлер, бәлки. Мин үҙем тарихты яратам. Балаларыма халҡыбыҙҙың үткәндәре тураһында йыш һөйләй инем", - тине минең тәрбиә тураһында әйтеп тә өлгөрмәгән һорауыма әңгәмәсем. Илназ ҡаты алыштар барған фронт участкаһында хеҙмәт итә. Бик күп дуҫтарын юғалтҡан. Отпускаға ҡайтҡанда башын һалған иптәштәренең ата-әсәһенә барып, ҡайғыларын уртаҡлашып, ярҙамлашып китә ул. "Алғы һыҙыҡтағы ике улым менән дә телефондан һөйләшеп торабыҙ. Хәлегеҙ нисек, тиһәң, бөтәһе лә яҡшы, ти ҙә ҡуялар. Оптимистик кәйефтә икеһе лә. Беҙ, ирҙәр, нисек тә түҙәбеҙ, әсәләренә ҡыйын, ут эсендә йөрөгән улдары өсөн йөрәге өҙөлә", - ти ул.
Бөгөн Ришат Ҡыуатов үҫеп килгән быуында ватансылыҡ тойғоһо тәрбиәләү йәһәтенән ҙур эш алып бара. Мәктәп музейын етәкләй, үткән яуҙар хәтере булған, МХО-нан ҡайтарылған хәрби трофейҙар күргәҙмәһе менән район мәктәптәре буйлап йөрөй. Быйыл апрель айында "Хәтер вахтаһы" акцияһы сиктәрендә яу яланында эҙләнеүҙәр үткәрергә ниәтләнә. Әле ул "Батыр" һаҡ ойошмаһында эшләй, "Башҡорт баҡыры" тау-байыҡтырыу компанияһының Хәйбулла районындағы "Юбилей" руднигында поста тора. Уның берҙән-бер теләге - уландарының тыуған йортҡа иҫән-һау ҡайтыуы. Беҙ ҙә Ҡыуатовтарға ошо ҡыуаныслы мәлде күрергә яҙһын, ҡыҙыу нөктәләге барлыҡ ир-егеттәргә лә һау-сәләмәт ата-әсәләре, ҡатындары, балалары, туғандары менән күрешергә яҙһын, тип теләйбеҙ.

Байгилде МОТАЛЛАП.
"Киске Өфө" гәзите, №7, 21 – 27 февраль 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.02.25 | Ҡаралған: 37

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм йәмәғәт! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы баҫмабыҙға ваҡытынан алда, 1 февралдән апрелгә тиклем, 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Хаҡы 971 һум 70 тин. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласаҡ икәне тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru