
(Генерал-майор И.В. Чернов яҙмаларынан)
Генерал Владимир Афанасьевич Обручев
(1842 - 1851 йылдарҙа Ырымбур губернаторы булған)
Рокоссовский ҙа, Перовский китеү менән үк, биләгән посын ҡалдыра, штаб начальнигы итеп элекке канцелярия башлығы полковник Середа ҡуйыла, әммә ул да Обручев менән уртаҡ тел таба алмай, китергә мәжбүр була. Унан һуң Александр Иванович Верегин килә, ул аҙаҡ казак ғәскәрҙәренең баш идаралығы начальнигы вазифаһында оҙаҡ йылдар эшләй; ул да губернатор менән һүҙгә килә һәм тиҙҙән китә.
Һөйләүҙәренә ҡарағанда, ярты төн үткән бер мәлдә губернатор уны үҙенә саҡырта, Верегин был саҡта йоҡларға ятҡан була һәм начальнигының бойороғон үтәмәй. Унан һуң тәғәйенләнгән генерал Озерский, яҡшы бригада командиры булһа ла, йүнле штаб начальнигы була алмай. Унан һуң ҡуйылған, әүәлерәк генераль штабта эшләгән генерал-майор Прибытков физик һәм аҡыл яғынан сирле кеше була. Прибытковтан һуң штаб начальнигы вазифаһына генераль штаб полковнигы Фантон-де-Верраж саҡырыла, ул ошо вазифала Обручев эштән киткәнсе һәм Перовскийҙың икенсе тапҡыр идара итеүенең тәүге йылдарына тиклем эшләй; һөҙөмтәлә уға граф дәрәжәһе бирелә.
Штаб начальниктарының бик тиҙ алмашынып тороуын һәм уларҙы һөҙөмтәһеҙ тәғәйенләнеүен аҡсалата түләүҙең бик аҙ булыуы менән дә аңлатып була.
Ырымбурҙа корпус штабы начальнигына, әгәр ул генерал-майор булған хәлдә, хеҙмәтселәре менән үҙемә ҡаҙна фатиры бирелә, 860 һум аҡса түләнә, шулай уҡ ашап-эсеүгә ошо уҡ тиклем сумма өҫтәлә, барлығы - 1720 һум. Башҡа бер чиновниктарҙан күпкә өҫтөн ҡуйылған, башҡалар араһында үҙен ҙур дәрәжәле кеше кеүек тоторға тейеш булған кеше өсөн бындай түләүҙең үтә сикләнгән булыуы билдәле; әгәр штаб начальнигы полковник булһа, уға түләнгән аҡса 1500 һумдан артыҡ булмай.
Генерал Перовский үҙенең ҡулы аҫтында эшләгән хеҙмәткәрҙәргә, бигерәк тә юғары вазифалар биләгәндәргә ярҙам итеү юлдарын тапҡан, үҙе йыя алған хужалыҡ капиталдары иҫәбенән аҡсалата түләүҙәр ойоштора, уларҙың ғаиләләренә ҙур бүләктәр, шул иҫәптән ҡатын-ҡыҙҙарҙы күлдәклек тауарҙар менән тәьмин итә. Ошондай субсидиялар, әйберҙәрҙең арзан булыуы бигүк бай булмаған ғаиләле кешегә лә яҡшыраҡ көн итә алыу мөмкинлеген бирә.
Перовский вазифаһынан киткәс, уның йәмәғәт капиталдары уны алмаштырған кеше ҡарамағында ҡала, әммә уны ҡулланыу хаҡында ыңғай закон булмай, хатта ҡайһы бер капиталдар һәм файҙаланылған хужалыҡ операциялары тураһында Петербургта ла бөтөнләй белмәйҙәр. Обручев Перовский ваҡытында эшләнгән нәмәләрҙе дауам итергә баҙнат итмәй.
Петербургтың рәсми даирәләрендә, бигерәк тә император Николая Павлович ҡаршыһында, Обручевтың Перовскийҙыҡы кеүек үк ныҡлы абруйы булмауы, хеҙмәт өсөн түләүҙәрҙең ҡыҫҡартылыуы, ышанысһыҙлыҡ, яңы губернатор ҡарамағында карьера эшләп булмаясағы Перовский ваҡытында хеҙмәт иткәндәрҙе, уның шәхси адъютанттарынан башлап, Петербургҡа китергә мәжбүр итә. Унда уларҙың барыһы ла тиерлек бик һәйбәт урынлаша: генерал Рокоссовский хәрби министерлыҡта генерал-провиантмейстер урынын биләй, элекке канцелярия башлығы Середа Вяткаға губернатор итеп ебәрелә, Балкашин Һарытау, һуңынан Өфө губернаторы итеп тәғәйенләнә.
Обручев, уның ҡатыны Матильда Петровна тормошҡа башҡасараҡ ҡарашта булһа ла, килгәндән алып башҡалар менән әллә ни аралашмай йәшәй. Һөйләүҙәренә ҡарағанда, генералдың баҫалҡылығының төп сәбәбе - иркен тотоноу өсөн аҡса етешмәүендә. Нисек кенә булмаһын, был хәбәр Петербургҡа барып етә; унан лайыҡлы тормош алып барыу, иркенерәк тотоноу мөмкинлеген тәьмин итеү маҡсатында губернаторға 10 мең һум аҡса ебәрелә, һәм Обручев үҙенең киң һәм иркен йортонда бейеүҙәр, кәрт уйнау кисәләре уҙғара башлай. Ул үҙе кәрт уйынын яратмай, әммә үҙенең ҡулы аҫтында эшләгән чиновниктарҙан кемдәрҙең кәрт уйнағанын күҙәтеп бара һәм йыл аҙағында, аҡсалата бүләкләү ваҡытында, ошондай чиновниктарға аҡса бүлеүҙән баш тарта, йә иһә бик аҙ бирҙертә. Иҫемдә ҡалғанынса, уның канцелярияһы чиновнигы, кәрт уйнарға яратыусы Охочинский бүләкләнмәй ҡала. Канцелярия башлығы Обручевтан бының сәбәбен һорай, губернатор уға яуап итеп, был чиновниктың даими рәүештә кәрт уйнауы, тимәк, уның аҡсаға мохтажлығы булмауы хаҡында әйтә.
Арыҫлан ТАЙМАСОВ тәржемәһе.
(Дауамы бар).
"Киске Өфө" гәзите, №7, 21 – 27 февраль 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА