
Республика Халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары, Рәсәй фольклорсылар, РФ һәм БР журналистар союзы ағзаһы, БР Матди булмаған этно-мәҙәни ҡаҙаныштарҙы билдәләү буйынса эксперттар советының яуаплы сәркәтибе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нәфисә Булат ҡыҙы ТУЛЫБАЕВА ошо көндәрҙә үҙенең матур юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан уға өс һорау бирҙек.
Һеҙ, хеҙмәт юлын фән өлкәһендә башлап, артабан журналистикала көс һынап ҡаранығыҙ, Сибайҙығы "Атайсал" ҡала гәзитенең баш мөхәррире булдығыҙ. Күп йылдар инде Республика Халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары вазифаһын атҡараһығыҙ. Күркәм юбилейығыҙҙы ҡаршылағанда ғүмерегеҙҙең ҡайһы осоро күңелегеҙгә бигерәк тә яҡын һымаҡ тойола?
- Һорау, асылда, минең тормошҡа ҡағылғас, яуапты ошолайыраҡ башлайым, тием. Мин - Ейәнсура районында тыуып үҫкән кеше бит, шуға баҫалҡы түгелмен. Аңлатам. Элегерәк сауҙа, мәҙәни-мәғрифәти бәйләнештәр Ырымбур ҡалаһы аша барған. Карауандар менән тауар ғына түгел, белемле кешеләр, донъя яңылыҡтары, һөнәрҙәр ҙә йөрөгән, беҙгә килгән. Ата-бабаларымдың тыуған ере Башҡортостан менән Ырымбур өлкәһе араһына сик ҡуйыу кәртә була алмаған. Беҙҙең яҡ халҡын һәр заманда ла йүнселлек, белемгә ынтылыш, алдынғы ҡараш ҡыҙыҡтырған. Шәжәрәмдә Башҡортостан Хөкүмәтен ойоштоуҙа ҡатнашҡан кешеләр, ил һаҡлаусы яугирҙар, хәрби табиптар, дин әһелдәре, уҡытыусылар, ауыл хужалығы эшселәре бар. Шуға һөнәрҙәрем күп. Ауыл кешеһе башҡарған эштәрҙе һыпырып эшләй алам (шәл бәйләү, утын әҙерләү, мал ҡарау, кәртә-ҡура һылау), уларға өйрәнеп үҫтек. Саф башҡорт мәктәбендә уҡыһаҡ та, русса аралашыу бик еңел бирелде. Әлеге лә баяғы Ҡыуандыҡҡа баҙарға йөрөү, аралашыу ярҙам итте. Артабан һөнәр һайлау, кем булырға тигән икеләнеүҙәр һәм мин бөтөнләй уйламаған юлдан киттем. Хәйер, беҙҙең заман йәштәрен ғаиләлә гәзит-журналдар, хатта сәйәси баҫмалар тәрбиәләне бит. Әҙме-күпме әҙерлек булғандыр, дөрөҫөн әйткәндә, бер эштән дә ҡурҡытмай торған быуын инек беҙ.
Журналистиканың "ж" хәрефен дә белмәгән саҡта иншалар яҙырға, китап уҡырға яратҡан кешеләр менән аралашҡанмын икән. Юнай ауылында водитель булып эшләгән ағай, мәҫәлән, шиғыр уҡырға ярата ине. Әкиәттәр сығарып һөйләү, көләмәс, лаҡапсылар ояһы ине беҙҙең ауыл. Шунда беҙҙең дә, әсәйем әйтмешләй, "тел шымарҙы", яйлап ҡәләм дә осланғандыр. "Октябрь байрағы" район гәзитенә ауыл кешеләре тураһында мәҡәлә лә баҫтырғыланым. Әйткәндәй, хәбәрсе тигән танытма миңә 1983 йылда бирелгән. Республика гәзит-журналдарына яҙышып тора инем. Кәтибә апай Кинйәбулатова, Фәүзиә апай Рәхимғоловалар миңә яуап та яҙып ебәрҙе хатта. Әллә кем булып, шул тиклем күңелем күтәрелгәне әле лә хәтерҙә.
Сибай педагогия училищеһында уҡып, аяҡҡа ныҡлы баҫҡан осор - иң ҡәҙерле йылдар. Унда көслө, талапсан уҡытыусыларҙа белем алыу мөмкинлеге тейҙе. Һәр береһенә ғүмер буйы рәхмәтлемен. Яҡташым, оло йөрәкле остазым Светлана Кинйәбай ҡыҙы Буранбаева, әҙәбиәт киңлектәрен асыусы Рәсимә Булат ҡыҙы Ураҡсина менән бәйләнеште өҙмәнем.
Фәнгә килгәндә, ул тулыһынса үҙенә бойһонған кешеләрҙе ярата. БДУ-нан һуң тура аспирантурала уҡырға тәҡдим иттеләр. Студент саҡта ярайһы ғына өйрәнелгән теманы - сәсәндәр ижадын - фәнни тикшереү ниәте менән уҡып сыҡтым, диплом алдым. Фәндә етәкселәрем ғалимдар Ә.М. Сөләймәнов, Р.Н. Байымов, Ғ.Б. Хөсәйеновтар булды. Атап үтелгән теманан бер ҙә ситкә тайпылманым. Бөгөн дә башҡорт сәсәндәренең мираҫын туплау менән шөғөлләнәм. Ҡатын-ҡыҙ сәсәндәр - Гөлнур Мәмлиева, Әсмә Усманова, Мәмдүҙә Бузыкаевалар хаҡында мәҡәләләр яҙҙым. Аҙағыраҡ, Әсмә Усманова, Асия Ғәйнуллиналар ижадын туплап, йыйынтыҡтар әҙерләнем. Башҡорт сәсәндәрен видеояҙмаларға индереп барабыҙ, халыҡ-ара конкурстарға ҡырғыҙ, яҡут, ҡаҙаҡ сәсәндәрен саҡырып, беҙҙекеләр менән сағыштырып ҡарайбыҙ, өйрәнәбеҙ, үҫәбеҙ.
Халыҡ-ара, Рәсәй буйынса фәнни конференцияларҙа сығыштарымдың төп темаһы - сәсәндәр ижады. XXI быуатта ла сәсәндәр ижады бар, улар ҙа бейеүсе, йырсы, ҡурайсы һымаҡ үҡ, халыҡ ижадсылары, тигән фекерҙе нығыттым. Бында Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министры Әминә Ивнәй ҡыҙы Шафиҡованың һүҙе хәл иткес булды һәм беҙ сәсәнлек традицияһын дауам итеүсе ижадсылар менән тиңдәр араһында тиң булып, һынды турайта алдыҡ. Бөгөн 20 ижадсыбыҙ үҙешмәкәр сәнғәт өлкәһендә "Халыҡ сәсәне" исеменә лайыҡ, 7 сәсән мәктәбе ойоштора алдыҡ. Шуларҙың береһе К.А. Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжы нигеҙендә эшләй, унда профессиональ белгестәр әҙерләнә. Рәсәйҙә сәсәндәр, халыҡ кәсептәрен йүнәлеш буйынса уҡытҡан берҙән-бер уҡыу йорто ул. Был йәһәттән талантлы шәхес Асия Ғәйнуллинаның фиҙаҡәрлеген беҙ бик оҙаҡ йылдарҙан һуң да иҫләйәсәкбеҙ. Яҡут, хаҡас, бүрәт, ҡырғыҙ, ҡалмыҡ халыҡтары ҡаршыһына сығып баҫыр кимәлдәге ижадсыларыбыҙ бар, Аллаға шөкөр! Шуға был йәһәттән эшмәкәрлек фәнни китаптар яҙып түгел, ә ғәмәли хеҙмәт булараҡ бара. Ситтән ҡарағанда, "башлаған да ташлаған" кеүек күренәлер, әммә улар бергә үрелгән. Заман күберәк ғәмәли эштәр талап итә. Коллегаларым менән бергә бурыстарҙы бик ваҡытлы атҡарып сығып киләбеҙ. Башҡа илдәргә башҡорт сәсәндәре ижадын, фольклор ҡаҙаныштарын танытыу ғына түгел, ә уларҙы яҡлау ҙа кәрәк.
Ҡайҙа ғына эшләһәм дә (Сибай ҡала хәкимиәтенең матбуғат хеҙмәте мәхәррире,"Известия Башкортостана" ("Республика Башкортостан") гәзитенең Урал аръяғы буйынса хәбәрсеһе, "Атайсал" ҡала гәзите мөхәррире, "Башҡортостан" дәүләт телерадиокомпанияһының Сибай студияһы яуаплы мәхәррире) тупланған тәжрибәм тик файҙаға булды.
Республика Халыҡ ижады үҙәге элегерәк, Республика Фәнни-методик үҙәк, тип атала ине. Сөнки халыҡ ижады гәүһәрҙәре - ул тарих, әҙәбиәт, сәнғәт, философия, күльтурология фәндәре аша өйрәнеү объекты. Һәм был һәр осорҙа ла актуаль. Үҙәккә эшкә килеүемә лә тиҙҙән 20 йыл тула. 2009 йылда бөтөнләй яңы йүнәлеш - Рәсәй Федерацияһы, шул иҫәптән Башҡортостан халыҡтарының матди булмаған этно-мәҙәни ҡаҙаныштарын рәсми документҡа индереү, барлау, һаҡлау менән шөғөлләнә башланыҡ. Был - фәнни эш, үҙе айырым бер тема. Әле халыҡ араһында аңлатыу алып барабыҙ: осрашабыҙ, рухи байлыҡты һаҡлаусыларҙы табып яҙҙырып алабыҙ, видеоға төшөрәбеҙ, семинар-курстарҙа уҡытабыҙ.
Ғөмүмән, йәшәгән йылдарымдың һәр осоро ҡәҙерле миңә.
Талантлы кеше һәр яҡтан килгән инде ул. Һеҙ - "Ирәндек моңдары", "Сая ҡыҙҙар", "Салауат йыйыны" кеүек халыҡ-ара кимәлдәге ҙур конкурс һәм байрамдар сценарийы һәм байтаҡ йырҙар авторы. Улар күңелегеҙҙә нисек тыуа, нисек яҙыла?
- Талантлы кешеләр ғаиләһендә тыуғанмын мин, шуға әллә ниндәй балҡыштарһыҙ ғына үҙ алдыма ижад итеп йәшәйем. Атайым Булат Мәсәлим улы Вәлиев (Бирҙеғолов) оҙон көйҙәр башҡарыусы, гармунсы ине, матур итеп бейене, телмәре бик бай була торғайны. Әсәйем йор һүҙле булды, гел әйтем-йомаҡтар менән һөйләште. Тормошта ла талантлы шәхестәр менән аралашам икән. Бер мәл төрлө сараларға сценарий яҙырға саҡырғастары, яҙып ҡарағайным, уңышлы ғына килеп сыҡты. Әлмира Ҡыуатова Сибай дәүләт филармонияһына саҡырып ала, һалпы яҡҡа һалам ҡыҫтырып ебәрә, сценарийға тотонабыҙ, яҙып та ташлайбыҙ. Шулай Зөһрә Фәйзуллина, Асия Ғәйнуллина, Дамир Ғәлимов, Азат Нәҙерғолов, Гөлназ Аҡназарова, Сулпан Асҡаровалар менән бик күп сценарийҙар, программалар өҫтөндә эшләнек. Миндә эстән тоҡана ала торған ғәҙәт бар (шул үҙе ижад процесы бит инде). Шул тулҡында булғанда, сценарий, йыр һүҙҙәрен бер тынала яҙам. Йырҙар ҙа һыпырылып ҡына төшә, төҙәткеләп ултырмайым. Оҡшаһа, көйө лә тыуа. Иҫ киткес талантлы композитор Юлай Үҙәнбаев менән "Ирәндек моңдары", "Ейәнсурам" йырҙарын яҙҙыҡ, шундай уҡ юғары талант эйәһе Илгиз Зәкиров менән "Атай бесәнлеге" кеүек ижади эштәребеҙ бар. Улым Ильяс та көйҙәр яҙҙы, уларҙы ижади төркөмө менән йырлап йөрөйҙәр.
Әлбиттә, моңло йырлауығыҙҙы, халыҡ йырҙарын иҫ киткес башҡарыуығыҙҙы әйтеп китмәһәк, яҙыҡ булыр. Балаларығыҙға һеҙҙең ошо һәләтегеҙ күстеме икән?
- Йырламаған кеше бармы икән беҙҙең халыҡта? Үҙемде белгәндән алып мөңрәп йөрөйөм шикелле. Атайым легендар башҡорт йыраусыһы Сөләймән Әйүп улы Абдуллиндың яҡын туғаны (Сафура ҡәртәсәй Әйүп Абдуллиндың бер туған апайы була, унан - Мәсәлим ҡартатай, унан атайым Булат тыуған). Шуға йыр йырлау беҙгә ят шөғөл түгел. "Йырламаным кәсеп итеп, йырлайым насибы тип", тиергә ҡала. Сөләймән олатайым осрашҡанда: "Ҡыҙым, балаға моң әсә һөтө менән һеңһен, йырлап йоҡлат!" - ти торғайны.
Беҙҙең ғаиләлә алты бала, барыһы ла бына тигән тауышлы, моңло. Ғәлиәс ағайым Вәлиев - республикала танылған оҙон көйҙәр башҡарыусы, бик күп конкурстарҙың Гран-при эйәһе. Оҙон көйҙәргә маһирлыҡ - тәбиғи һәләт, Хоҙай бүләге. Ирем Марат ҡурайсы булғас, уның менән бик күп йырҙар өйрәндек. Ҡыҙыбыҙ Сәлимә, улыбыҙ Ильяс та йыр-моңға һәләтле. Атай-әсәйемдең 14 ейәне лә йырға оҫта, хәҙер бүләләрен тыңлап һөйөнәбеҙ, Аллаға шөкөр.
Шулай итеп, үҙ эшенә мөкиббән киткән, Аллаһ Тәғәлә биргән талантын сарыф итмәгән кеше уңыштарға өлгәшә, мораҙына етә. Тормошоңа байҡау яһап, үткәндәргә баҡҡанда, йөрәгеңде үкенестәр өтмәһен өсөн үҙеңә ышаныу, эҙләнеү, алға ҡарап атлау мотлаҡ.
"Киске Өфө" гәзите, №8, 28 февраль - 6 март 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА