
Ғүмер кискән һайын, күпте күрәһең, күпте кисерәһең. Бөтә кешенең дә яҙмышы бер төрлө уңышлы, йәки бер төрлө әсе булмай. Башлыса үҙебеҙ һайлайбыҙ тормош юлын. Кеше йә күнеп, йә көрәшеп йәшәй, күп ваҡыт ҡылған эшен, яһаған аҙымын дөрөҫ тип таба. Йәшлектә бер кем дә, мин дөрөҫ эшләйемме икән, тигән уйға батып ултырмай, ә хистәрен, йөрәк ҡушыуын тыңлап ғәмәл ҡыла. Был тормошта байтаҡ йәшәгән кеше булараҡ, милләтемдең аҫыл ҡыҙҙарына һәм егеттәренә ошо юҫыҡта әйтер һүҙем бар.
Беренсенән, күңелгә ятҡан һөнәр һайларға, уға эйә булырға тырышырға кәрәк иң элек. Яратҡан һөнәр - үҙе бәхет. Атай-әсәйҙәрегеҙ һеҙ белемле булһын өсөн күп көс һала, матур тәрбиә бирергә тырыша, туған-ырыуығыҙ менән яҡшы мөнәсәбәт һаҡлап, уларға хөрмәт күрһәтергә өйрәтә.Төплө, матур ғаилә ҡорған туғандарығыҙ ҙа һеҙгә үрнәк булып тора. Атай-әсәйегеҙ, туғандарығыҙ тел ярҙамы менән дә һеҙҙе дөрөҫ юлға өндәй. Ярҙам - ул матди мохтажлыҡты ҡәнәғәтләндереү генә түгел, ә күңел торошон, кешенең рухи байлығын тулыландырыу, икеләнгән саҡтарыңда кәңәш биреү кеүек күренмәгән, күңел менән генә һиҙелерлек аҙымдарҙан тора. Йылы ҡараш, йылы һүҙ, арҡаңдан һөйөп алыуҙары - һиңә булған туғанлыҡ хисен белдереү ул.
Икенсенән, артабанғы һүҙем ҡатнаш ғаиләләр тураһында булыр. Һиҙеп торам, күптәргә был тема оҡшамай, сөнки аңыбыҙға, ғаилә ҡороу өсөн бер-береңде яратыу ҙа етә, тигән ялған ҡараш ныҡ һеңгән.
Әммә йәшлек аңһыҙ аҙымдарға, осраҡлы енси яҡынлыҡҡа юл ҡуя. Бөгөнгө киң мәғлүмәт саралары, кинофильмдар бер сер ҡалдырмай был юҫыҡта, урыҫса әйтһәк, "вседозволенность"ты алға һөрә, уны тәбиғи тип бара. Шуға ла сараһыҙҙан өйләнешкән йәш ғаиләләр барлыҡҡа килә, әммә ундай парҙар оҙаҡламай тарҡала. Сөнки үҙаллы тормош йөгөн тартырға әҙер булмай сығалар.
Йәш ғаилә бит яңы бөрөләнгән үҫенте кеүек, һаҡлауға, яҡлауға, ҡурсалауға мохтаж. Төрлө ҡапма-ҡаршылыҡтар, урынһыҙ әйтелгән һүҙ, үҫкән мөхиттең, ғөрөф-ғәҙәттәрҙең төрлөлөгө, дин, тел айырмаһы ла йәштәргә яраҡлашып китеү өсөн кәртә булып тора. Эйе, әгәр мөхәббәтегеҙ барыһына ла ҡаршы торорҙай көслө икән, һеҙгә бер нәмә лә кәртә була алмай. Һәр кем күрәсәген күрә, әммә ҡатнаш никахта нимә көткәнен алдан белеү яҡшыраҡ.
Үҙ ғүмеремдә төрлө яҙмышлы кешеләрҙе күрҙем. Сит милләт, сит мөхит, сит йолалар, дин, тел айырмаһы, тарих ҡапма-ҡаршылығы арҡаһында күҙ алдымда күпме айырылышыу булды, яҙмыштар селпәрәмә килде. Ғүмер буйы ҡатын-ҡыҙҙар һаулығын һаҡлау өлкәһендә эшләү тәжрибәмә таянып, үҙемде өлкән йәштәге милләт инәһе итеп тойғанға яҙам быларҙы.
Бер ни тиклем сик һаҡлаһаң, ара тотһаң, башҡа халыҡтар бына тигән ул. Улар менән дуҫлашабыҙ, бергә эшләйбеҙ, күрше булып йәшәйбеҙ. Барыһы ла яҡшы, тик ғаилә ҡорғанда түгел. Сөнки өй эсендә сиктәр юҡ. Йәш ир йәки ҡатын партнерының тормошона бөтөнләйе менән инә, уның ата-әсәһен, туған-тыумасаһын нисек бар, шулай ҡабул итә, ул яратҡанды яратырға, ул ынтылғанға ынтылырға теләй. Былар ҡан ҡәрҙәштәр өсөн бер ҡыйынлыҡ та тыуҙырмай. Ә һеҙ сит мөхитте, сит телде нисек яратырһығыҙ, уларҙың быуаттар буйы һаҡланған беҙҙең халыҡҡа булған ҡарашын нисек ҡабул итерһегеҙ? Беҙ, башҡорттар, ябайбыҙ, күңелебеҙ киң (ныҡ толерантлыбыҙ). Башҡаларға яраҡлашырға, ярарға тырышып торһаҡ та, күп нәмәне күңел барыбер ҡабул итмәй. Һөҙөмтәлә ғаиләлә ҡаршылыҡтар үҫә, аңлашылмаусанлыҡ артҡандан-арта бара. Белемле, матур холоҡло башҡорт ирҙәренең икенсе ҡәүем ҡыҙына өйләнеп әсенгәненә күп тапҡырҙар шаһит булғаным бар.
Шуны ла белеү кәрәк: һеҙҙең балаларығыҙ башҡа милләтте тулыландырасаҡ. Әсә теле - туған тел. Әлбиттә, башҡа милләттән булған әсә лә балаларының уның телендә һөйләшеүен теләйәсәк, башҡорт теле, мәҙәниәте улар өсөн ят буласаҡ. Балаларығыҙҙың насар ғәҙәттәре булһа, "атаһына оҡшап", тип кәмһетерҙәр, ә яҡшы яҡтары гел уларҙыҡы булыр...
Башҡа милләт ҡыҙы йә егете менән дуҫлашып йөрөй икәнһегеҙ, улар менән мөнәсәбәтегеҙҙе өҙөгөҙ, тип өндәмәйем. Килен йәки кейәү булырға яҙһа, атай-әсәйҙәрегеҙ һеҙ һайлағанды яратып ҡабул итер. Һеҙ яратҡас, улар ҙа яратыр. Әммә атай-әсәйегеҙ, яҡын туғандарығыҙ һеҙгә ҡыҙғанып, йәлләп ҡараясаҡ. Ғаилә - ул бәхәс яланы түгел, ә бәхет сығанағы. Ашыҡмағыҙ, яҡындарығыҙ менән кәңәшләшегеҙ, уларҙың ҡарашын, фекерҙәрен белегеҙ, улымдың йә ҡыҙымдың бәхете булмай инде, тиеп, ҡайғыға ҡалмаһын яҡындарығыҙ.
Егеттәр һәм ҡыҙҙар, тормошоғоҙҙо икеләтә ауыр итергә ашыҡмағыҙ, бәлки, һеҙҙең үҙ йәрегеҙ, тик һеҙҙең өсөн генә тыуған ҡыҙ йә егет үҙ арағыҙҙа йөрөйҙөр. Бәлки, ул да һеҙҙе эҙләйҙер. Һеҙ ниндәй булһағыҙ ҙа, беҙҙәнһегеҙ, сөнки һеҙҙе беҙ үҫтерәбеҙ, тәрбиә бирәбеҙ, күп нәмәне беҙ ҡорған мөхиттән алаһығыҙ. Бәлки, үҫкәндә, атай-әсәйҙәрҙән, өлкән инәй-олатайҙарҙан һеҙгә еткереп етмәгән аҡыл, әйтеп бөтмәгән фекер ҙә булғандыр, бәлки, иғтибар ҙа етеңкерәмәгәндер. Ғәйеп тик һеҙҙә генә түгел, тип әйтмәксемен.
Бөгөн илебеҙ ауыр юғалтыуҙар кисерә. Ил именлеге өсөн сит ерҙәрҙә көрәш бара. Күп милләттәштәребеҙ ошо Махсус хәрби операцияла ҡан ҡоя. Илебеҙҙең киләсәге һеҙҙең ҡулдарҙа, егеттәр һәм ҡыҙҙар. Булмышыбыҙға ҡайтайыҡ, башҡорт ғаиләләрен арттырайыҡ, милләтебеҙҙе юғалтмайыҡ!
Фәрҙиә ЮНЫСОВА,
Башҡортостандың атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре.
Сибай ҡалаһы.
"Киске Өфө" гәзите, №10, 14 - 20 март 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА