
Сәйәси мәғлүмәт үҙәгенең "Рәсәй төбәктәрен Махсус хәрби операцияға йәлеп итеү" тип аталған докладында ил төбәктәренең МХО-ға ярҙам итеү буйынса әүҙемлеге баһалана. Унда иң әүҙемдәр рейтингына 15 төбәк индерелгән. Лидерҙар иһә - Мәскәү һәм Мәскәү өлкәһе, Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе, Башҡортостан.
РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Закир улы Байғусҡаров республикабыҙҙың шундай юғары баһа алыуы айҡанлы үҙ фекерен еткерә:
- Башҡортостан 1557 йылда үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылғандан алып дөйөм Ватаныбыҙҙы һаҡлау буйынса үҙ иңенә алған йөкләмәһен намыҫ менән үтәй. 1812 йылда Наполеонға ҡаршы һуғышта башҡорттар 28 полк ҡуя. Ҡыйыулыҡтарына, уҡтан мәргән атыуҙарына хайран ҡалған француздар ата-бабаларыбыҙҙы "Төньяҡ амурҙары" тип хайран ҡала. Ватансылыҡ бурысына тоғро Башҡортостан халыҡы 1941 - 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы осоронда фронтта һәм тылда баһалап бөткөһөҙ ҡаһарманлыҡ күрһәтә. 112-се Башҡорт атлылары дивизияһы дошман тылдары буйлап рейд менән үтә, Рәсәй Геройы генерал Шайморатов башын һалған Украина ерҙәрен азат итеү өсөн батырҙарса алыша. Бөгөн дә, илебеҙ хәүефһеҙлеге өсөн көрәшкә күтәрелгән бер мәлдә, Башҡортостан юғары әүҙемлек күрһәтә. Республикала генерал Шайморатов, Салауат Юлаев, Доставалов һәм башҡа геройҙар исемендәрен йөрөткән батальондар төҙөлдө. Яҡташтарыбыҙ алғы һыҙыҡта, яугирлыҡ рухына тоғро ҡалып, Ватаныбыҙ мәнфәғәттәрен яҡлап, батырҙарса һуғыша.
Башҡортостан үҙенең яугирҙарына һәм уларҙың ғаилә ағзаларына даими ярҙам күрһәтә. Дөйөм алғанда, республикала 40-тан ашыу ярҙам саралары законлаштырылған. Улар иҫәбендә - мәктәпкәсә йәштәге балалар, уҡыусылар һәм студенттар өсөн льготалар, белем алыу һәм профессиональ үҫеш, социаль хеҙмәттәр, ял һәм сәләмәтләндереү өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр, көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам. МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары өсөн төбәк шифаханаларында бушлай һаулыҡтарын нығытыу ҙа ҡаралған. Махсус хәрби операция зонаһына гуманитар конвой оҙатыу ныҡлы юлға һалынған. Республиканан ошо көнгә, һәр ҡаланан, һәр райондан киткәндәренән тыш, барлығы 144 конвой ойошторолдо. Был эштә шулай уҡ бөтә йәмәғәт һәм дини ойошмалар ҙа әүҙем ҡатнаша, һәр ауылда маскировка селтәрҙәре үрәләр, окоп шәмдәре ҡоялар, быҡтырылған ит, бауырһаҡ, сәк-сәк бешереп әҙерләйҙәр.
Башҡортостандың МХО-ға иң әүҙем ярҙам иткән өс төбәк иҫәбенә инеүендә ярҙам сараларын ойоштороуҙа яҡындан тороп ҡатнашҡан республика Башлығы Радий Хәбировтың роле ҙур. Ул Рәсәй төбәктәре етәкселәре араһынан тәүгеләрҙән булып 2022 йылдың мартында гуманитар конвойға фатиха бирҙе. Үҙе даими Махсус хәрби операция зонаһында була, хәрбиҙәргә наградалар тапшыра. Дөйөм сығымдар ҙа башҡаларға ҡарағанда беҙҙә тосораҡ. Контракт төҙөгәндәр республиканан 60 мең һум өҫтәмә түләү ала. Мин үҙем яугирҙар менән даими аралашып торам. Улар яҡташтарынан килгән ярҙам менән бик ҡәнәғәт, башҡа подразделениеларҙың хәрбиҙәре беҙгә көнләшеп ҡарай, тиҙәр.
Башҡортостан Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһын шефлыҡҡа алған. Әле унда 114 объект тергеҙелгән, юлдар һалына, социаль инфраструктура яңыртыла.
Ғөмүмән алғанда, республикабыҙ МХО-ға иң әүҙем ярҙам иткән лидер төбәктәр араһына хаҡлы рәүештә инә. Халыҡтың шундай берҙәмлеге, хәлде аңлап ҡабул итеүе ҡыуандыра. Сөнки алғы һыҙыҡҡа тылдан ярҙам булмаһа, Ватаныбыҙ хәүефһеҙлеген һаҡлаусыларға ауырға тура килер ине. "Тыуған яҡтан кәрәк әйберҙәрҙең килеп тороуы күңелдәрҙе йылыта. Тимәк, унда беҙҙе онотмайҙар, хәлебеҙҙе белеп торалар, беҙҙең менән теләктәштәр. Был беҙгә көс бирә", - ти егеттәр аралашҡанда.
"Киске Өфө" гәзите, №10, 14 - 20 март 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА