
(Эссе)
Яҡынса б.э.т. 576 - 496 йылдарҙа йәшәгән Пифагор кем булған һуң? Уның исеме мәктәп фольклорына ла инеп киткән бит әле: "Пифагорҙың ыштаны барса яҡтан тип-тигеҙ" (бында һүҙ ике катеты тигеҙ булған тура мөйөшлө өсмөйөш өсөн а2 + b2 = с2 формулаһын квадрат фигуралары төшөрөп иҫбатлау хаҡында бара). Тик шуныһы ҡыҙыҡтыр: б.э.т. Европа халыҡтары скифтар тегеп кейгән ыштан хаҡында бер ни ҙә белмәгән. Хәҙерге заманда уның исеме менән аталған теореманы урта мәктәптә уҡыған һәр бала белгән хәлдә лә, бынан 2 500 йылдар әүәлерәк йәшәгән бөйөк математик, барса йыһанды һандар гармонияһы менән аңлатырға ынтылған антик донъя философы хаҡында мәғлүмәттәр бик наҡыҫ.
Ул хәҙерге Грецияның Самос утрауында, бай сауҙәгәр ғаиләһендә тыуып үҫеп, философ һәм космолог Ферекидтан һабаҡтар алып, Боронғо Мысыр жрецтарынан - математика, Яҡын Көнсығышта финикий һәм халдей ғалимдарынан - астрономия фәндәрен, Вавилон магтарынан мистикаға өйрәнеп, үҙ илендә танылыу таба. Тиран Поликрат менән бәхәскә инеп, тыуған утрауынан ҡыуып ебәрелә, әммә Боронғо Элладаның Кротон колонияһында (Хәҙерге Италияның Кротоне ҡалаһы) йәшәп, пифагорсыларҙың дини-философик йәшерен мәктәбен нигеҙләй. Урта быуаттар һәм хәҙерге заман астрономдары һәм физиктары Николай Коперниктың, Иоган Кеплерҙың, Исаак Ньютондың һәм хатта Альберт Эйнштейндың тикшеренеүҙәренә Пифагорҙың сфералар гармонияһы һәм донъяның гелеоцентрик системаһы хаҡындағы тәғлимәте ыңғай йоғонто яһай. Пифагор мәктәбенә ҡараған философтарҙың донъяға ҡарашында һандар мистицизмына һәм кеше үлгәндән һуң уның йәненең ҡабаттан икенсе бер кешегә күсә алыуына (метемпсихозға) ышаныу сағылыш таба.
"Бәхет артынан ҡыума: ул һәр саҡта ли һинең үҙеңдә". Ошо фекерҙе лә Пифагорҙан ҡалған, тип иҫәпләйҙәр. Ысынлап та, бәхетле кеше булғанмы икән ошо антик донъя ғалимы? Ул ҡартайған көнөндә Кротонда үҙенә һәм үҙенең философик мәктәбенә ҡаршы күтәрелгән бунттан ҡасып китеп, ситтә аслы-туҡлы йәшәй һәм хәйерселектә үлә. Шулай ҙа б.э.т. 5-се быуатҡа виртуаль ҡараш һала алһаҡ, беҙ Пифагорҙың үҙен бик бәхетле кеше итеп тойғанын белер инек: ул, заманының бөйөк ғалимы булараҡ, үҙенең математика өлкәһендәге асыштарының һәм философик ҡараштарының күп быуаттар дауамында кешелеккә файҙалы буласағын күҙаллағандыр.
Ә беҙ, үкенескә ҡаршы, XXI быуат кешеләре, Пифагорҙың кеше бәхете хаҡындағы фекеренең ни тиклем фәһемле булыуын аңлаған хәлдә лә, уны һәр кемебеҙҙең тормош юлын билдәләүсе принцип итеп ҡабул итмәйбеҙ һәм ҡәҙимге йәшәйешебеҙҙә ҡулланмайбыҙ.
Әлеге һығымтаға килтереүсе сәбәптәр етерлек. Иң әүәл бәхет төшөнсәһенең асылын уның бар тәрәнлегендә аңлай алмай интегәбеҙ: һәр кеше уны үҙенсә күҙ алдына килтерә, үҙенсә һиҙә, кисерә. Әйткәндәй, талантлы совет яҙыусыһы Аркадий Гайдар "Чук һәм Гек" повесының иң һуңғы һөйләмендә кеше бәхетенең ниҙән тороуын бик ябай итеп аңлата алған: "Нимә һуң ул бәхет - быны һәр кем үҙенсә аңлай ине. Әммә кешеләр барыһы бергә намыҫлы йәшәү, күп эшләү һәм Совет иле тип аталған мөһабәт һәм бәхетле ерҙе ныҡ итеп яратыу һәм һаҡлау зарурлығын белә һәм аңлай ине".
"Бәхетле бала саҡ" тигән төшөнсә барыбыҙға ла билдәле. Бала бәхете ниҙә һуң? Әлбиттә, уны һөйөп-яратып үҫтергән ата-әсәһендә, яҡын туғандарында, тыныс һәм етеш тормошло ғаилә мөхитендә. Балаға дөрөҫ тәрбиә биреүҙең иң отошло юлы - ололарҙың бала күңелен аңлай, тоя белеүе. Балалы йортта ата-әсәнең үҙҙәрен бер ни тиклем кимәлдә балаларса тота белеүе лә үтә мөһим. Һәр баланың теләгәне, тәмле-томлонан башҡа, уйындыр: үҙҙәре менән ихлас, шаярып-көлөп уйнаған оло кешене, ул хатта балаға туған булмаған хәлдә лә, балалар һис ятһынмай, үҙһенеп, яҡын итеп ҡабул итә. Әйткәндәй, япон ғаиләләрендә 5 йәшкә тиклем балаға күп нәмә, әгәр ул бала һаулығына зыян килтермәй икән, рөхсәт ителә. Тап ошондай ғаиләләрҙә бала даими һөйөү тулҡынында тәрбиәләнә, ә был уның күңеленә ихласлыҡ, яғымлылыҡ, изгелек орлоҡтарын сәсә. Шул уҡ Пифагорҙың тағы ла бер фекере ошоға дәлилдер: "Балаларҙың күҙ йәштәрен һаҡлағыҙ, улар һеҙҙе һуңғы юлға оҙатҡанда кәрәк булыр".
Мөхәбәтле кешеләр, улар ниндәй генә йәштә булмаһын - бәхетле заттарҙан. Йәшлек мөхәббәте, ата-әсә булыу шатлығы, бала-сағаңды, ейән-ейәнсәрҙәреңде һөйөү, олоғайған көндәреңдә һәр даим һине ҡайғыртып, хәстәрләп тороусы кешең булыуы - былар барыһы ла һис бер бүҫкәрмәҫ бәхет сығанағы. Шулай булғас, үҙеңде бәхетле кеше иткәндәрҙе лә бәхетле итә алыу бурысын йәшәйешебеҙҙең изге бер күренеше итеп ҡабул итәйек.
Күптәребеҙ һөнәрен, хеҙмәтен, көн һайын эшкә йөрөү бурысын бер оло мәшәҡәт итеп ҡарарға күнегеп киткән. Шундай көнгә төшмәҫ өсөн ни эшләргә кәрәк һуң? Бер генә юл - башҡарған эшеңдең һөҙөмтәләренән, хеҙмәти ғәмәлдәреңдән эске ҡәнәғәтләнеү таба белеү. Һин башҡаларға кәрәкле, файҙалы кешеһең - шуны хәтереңдән сығармау фарыз. Ә хеҙмәтең сиктәрендә ижад итә алаһың икән, йә иһә төп эшеңдән башҡа үҙеңә генә тәғәйен ижади донъяң бар икән - һин ысынлап та бәхетле кеше!
Әҙәбиәт, сәнғәт донъяһы, радио-телевидение, шәп фильмдар, гүзәл шиғырҙар һәм йырҙар, халыҡ моңдары - ниндәй күркәм рухи мөхиттә йәшәйбеҙ! Китап, гәзит-журналдар уҡыу зиһенебеҙҙе биләй, күңелебеҙ күген яҡтырта, нурлай, бөтмәҫ-төкәнмәҫ хыялдарға сумдыра, саф хис-кисерештәребеҙҙе тергеҙә. Уйлап ҡараһаң, был да бит беҙҙе күпкә бәхетлерәк итә.
Ғөмүмән, әҙәм балаһын тыуғандан алып бар ғүмере буйына бәхетле итә торған сығанаҡтар бихисап, тик уларҙы күрмәй, иҫәпкә алмай, һанға һуҡмай йөрөгән кеше генә үҙен бәхетһеҙҙәр иҫәбенә индерә. Әлбиттә, донъялыҡта ауырлыҡтар ҙа, трагик хәлдәр ҙә, алама ғәмәлдәр ҡылған кешеләр ҙә етерлек. Әммә шуларҙы ғына күреп, шуларҙы ғына хәтереңдә тотоп йәшәйһең икән - үҙ-үҙеңде бәхетһеҙлеккә дусар итәһең.
Пифагор бик шәп әйткән бит: бәхет сығанағы үҙеңдә. Мин Пифагорҙың бәхет теоремаһын ошолай итеп нарыҡлар инем: әгәр ҙә һәр кем үҙ бәхетен ишәйтеп, башҡаларҙы ла бәхетле итергә тырышһа, барса халыҡ бәхетле йәшәр ине.
Бәхеттән һис бер ҡасан өмөтөбөҙҙө өҙмәй йәшәү кәрәктер. Шәхсән таң тыуған мәлде, шулай уҡ киске шәфәҡте, усаҡта янған утты, төнгө йәшенле ямғырҙы рәхәтләнеп күҙәтергә яратам, ошо мәңгелек тәбиғәт күренештәре фонында йәшәп ятыуымдан йәм табам, үҙенә күрә бәхетле минуттар кисерәм. Шул хаҡта уйланғанымда билдәле яҙыусыбыҙ Әнүәр Бикчәнтәевтың "Яр буйы малайҙары" повесының геройы, Азамат исемле етем малай иҫкә килеп төштө, ул да таң атыуын ҡаршылағанда үҙен бик бәхетле итеп тоя:
"Офоҡ сите саҡ ҡына аллана башланымы, сигнал бирәләрме ни: Азамат гәрәбәләй күҙҙәрен аса ла ебәрә:
- Ҡалай шәп! Мин ваҡытында уяндым, - тип ҡыуана ул. - Һаумы, Ҡыҙыл шар! Әйҙә, дуҫҡай, тәгәрәй тор. Мин хәҙер..."
Йәнә, йөрәгендә тыуған еренә, халҡына, туған теленә ҡарата оло һөйөү һаҡлаған бөйөк Рәмиҙең шиғыр юлдары әлеге уй-кисерештәремә өр-яңы бер биҙәк өҫтәп торған кеүек тойола:
"Бәхет - һәр саҡ һуңлап килер ҡунаҡ,
Килеп инә табын таралғас!..
Тик көтәһең, көтөп арығас та,
Бәхет өсөн генә яралғас".
Бәхетле булайыҡ, дуҫтар! Һәр таң атыуына, һәр яңы көнгә аяҡ баҫыуыбыҙға шөкөр итеп йәшәргә яҙһын барыбыҙға ла.
Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №10, 14 - 20 март 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА