
Ҡатын-ҡыҙҙың күңел донъяһы ҡырҡ яҡлы, ҡырҡ сыраҡлы, әгәр шуларҙың береһе һүнһә, ул икенсеһен, өсөнсөһөн ҡабыҙа, һәм үҙен генә түгел, башҡаларҙы ла яҡтырта, йылыта. Шуға ла эштә йөкмәтелгән бурыстарҙы башҡарыуҙан тыш, ғаиләлә хәстәрлекле әсәй, уңған хужабикә, кәрәк саҡта психолог булырға ла, шул уҡ ваҡытта ҡул эштәре менән булышырға, баҡса үҫтерергә лә, юғары вазифалар биләп, йәмәғәт эшмәкәре булырға ла көс-дарманы етерлек беҙҙең гүзәл заттарыбыҙҙың. Ошо һүҙҙәргә ҡеүәт булды ла инде Ейәнсура районы Кинйәбулат ауылында "Айыҡ ауыл" бәйгеһе сиктәрендә үткәрелгән "Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы" тип аталған күркәм сара, унда ойошторолған күргәҙмә.
Сара төрлө һөнәр эйәләре, Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарҙың яҡындары, ағинәйҙәр ҡатнашлығында түңәрәк ҡор артында фекер алышыу форматында үтте. Ҡатын-ҡыҙҙар бөгөн көнүҙәк булған мәсьәләләрҙе күтәрҙе, уларҙы хәл итеү юлдарын эҙләне. Килен-ҡәйнә мөнәсәбәтенә лә, тәрбиә темаһына лә туҡталдылар. Ҡатын-ҡыҙ сәләмәтлегенә ҡарата бик матур кәңәштәр бирелде. Ҡыҫҡаһы, аулаҡҡа йыйылып сер бүлешкәндәй итте ҡатын-ҡыҙҙар.
Әңгәмәгә Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байгусҡаров, Һүрәм ауыл биләмәһе башлығы Азамат Батыршин килеп ҡушылғас, гүзәл заттар етәксе, ғаилә башлығы, атай булараҡ, уларға ла һорауҙарын яуҙырҙы. Районда эш сәфәре менән булған Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, "Тамыр" балалар телевидениеһы етәксеһе Гөлназ Ҡолһаринаның да сараға ҡушылыуы уның мәртәбәһен тағы ла арттырҙы.
- Йөҙләп шишмәне төҙөкләндереүҙе маҡсат итеп ҡуйған ейәнсураларҙың тотош Ырымбур өлкәһен, ут күрше күреп, яҡын итеп аралашып йәшәүҙәренә һоҡландым, - тип һөйләне аҙаҡтан Гөлназ Фәрит ҡыҙы был осрашыу тураһында. - "Махсус хәрби операциялағы яугирҙарға ихлас күңелдән, йомарт ярҙам итеүҙәренә һоҡландым. Район етәксеһе Дәмин Марат улының эшлеклелегенә һоҡландым. Һәр халыҡ үҙ етәксеһенә лайыҡ, тиҙәр бит. Тимәк, Ейәнсура халҡы шундай булдыҡлы, хәстәрлекле, маҡсатлы, рухлы етәксегә лайыҡ.
Ә "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашҡан ҡурсаҡ өйө кеүек йыйнаҡ, матур Кинйәбулат ауылындағы "Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы" исемле түңәрәк ҡор бигерәк тә онотолмаҫ тәъҫораттар ҡалдырҙы. Бындай ҙа файҙалы, төптән уйланылған түңәрәк ҡорҙа күптән булғаным юҡ ине. Модераторҙар Резеда Хәйбуллина менән Сирень Насырованың әңгәмәне шул тиклем оҫта ҡороуына хайран ҡалдым. Ҡорҙа йолалар һағында уяу тороусы 83 йәшлек Люция инәй ҙә, күп балалы блогер ҙа, Махсус хәрби операциянан улдарын көткән әсәләр ҙә, уңышлы эшҡыуар-меценат та, ҡатын-ҡыҙҙар табибы ла ҡатнашты. Һәр береһе һорауҙарға һис сурытмай, өҙөп, еренә еткереп яуап бирҙе, тәжрибә уртаҡлашты. Күргәҙмәләре бик шәп ине. Ҡырылмаһы ҡырҡ эше ҡырылып ятҡан ауыл ҡатыны ҡайҙан ваҡыт табалыр ҡул эшенә - шаҡ ҡатырһың! Рәхәтләнеп йырларға, кинәнеп бейергә, ихласлап көлөргә көсө, дәрте булған ауыл ҡатындарына нисек һоҡланмайһың! Ысынлап та, ҡатын-ҡыҙҙың сырағы ҡырҡ шул инде!"
ӘЙТКӘНДӘЙ...
Бындай күркәм сараларҙан, осрашыуҙарҙан һуң гел бер төрлө йомғаҡ яһала: халыҡты тыңларға, уларҙың тәҡдимдәренә лә, кәңәштәренә лә ҡолаҡ һалырға кәрәк. Ә инде битараф булмаған кешеләр йыйылған сараларҙа уларҙы тыңлаусылары - әлеге осрашыуҙағы кеүек, район етәкселәре, депутаттар, журналистар ҙа булһа, бигерәк тә шәп. Шул саҡта ғына йыйылыш, осрашыуҙарҙың һөҙөмтәһе була. Республика "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашыусы Кинйәбулат ауылы халҡының әүҙемлеге, тыуған ергә битараф булмай, уны сәскә аттырыуға, йәшәтеүгә ынтылышы ла матур һөҙөмтәләр бирһен, тип теләргә генә ҡала.
С. МАНСУРОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №10, 14 - 20 март 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА