
йәки Кеҫәгеҙҙә бәке йөрөтмәгеҙ, егеттәр!
Интернет селтәрен ҡарап ултырғанда яңылыш ҡына 1996 йылдың 13 декабрендә сыҡҡан 150-се һанлы Федераль Законды күреп ҡалдым. "Ҡорал хаҡында" (Об оружии) тип атала ул. Был закон мине бер ҡасан да ҡыҙыҡһындырғаны юҡ ине, әммә уның шул атамаһын уҡығас, студент сағымда үҙем менән булған бер ваҡиға иҫемә төштө. Бик ныҡ хәтеремдә ҡалған ул.
Медицина институтының икенсе курсын уҡып бөткәс, йәйге сессияның һуңғы имтиханын биргән көндө булды ул хәл. "Биохимия", "Нормальная физиология" һымаҡ ҡатмарлы ғына, (хатта "Научный атеизм" тип аталған, бөтөнләйгә кәрәкһеҙ) экзамендарҙы ла уңышлы тамамлау уңайы менән бер нисә егет йыйылышып алып, Салауат һәйкәле янына барып килергә булдыҡ. Хәҙер нисектер, белмәйем, әммә ул саҡ беҙ, студенттар, шул майҙанды "пятачок" тип атап йөрөттөк. Көн дә тиерлек кискә ҡарай шунда йыйыла инек. Республикабыҙҙың төрлө райондарынан килеп, баш ҡаланың уҡыу йорттарында уҡып йөрөгән йәш егеттәр, ҡыҙҙар һәйкәл майҙанында бер нисә урында төркөм яһап, гармунға, ҡурайға "ритайым" ойоштора…
Күпмелер бейегәс, ҡараңғы төшә башланы. Бер танышым менән дөйөм ятағыбыҙға ҡайтырға юлландыҡ. Фрунзе (хәҙерге Зәки Вәлиди) урамы буйлап килеп, институтыбыҙға яҡынлашҡас, күрәм: тротуар буйында бер нисә егет тора. Бер аҙ "төшөрөп" алғандары ла һиҙелә. Уларҙың береһе минең танышымдың танышы булып сыҡты. Тик… дуҫы түгел, ә, киреһенсә, ҡасандыр улар араһында ниндәйҙер конфликт булған. Ҙур ғына кәүҙәле әлеге егет танышымдың сәсенән эләктереп алды (ул саҡта йәш егеттәр ҙә оҙон сәс йөрөтә ине), икенсеһе уны дөмбәҫләй ҙә башланы. Мин, әлбиттә, түҙмәнем, танышымды яҡлашып, теге "амбал"ға барып йәбештем. Үҙенә һис ҡаршылышырға маташмаған иптәште ҡулынан ысҡындырҙы ла, был бәһлеүән миңә ташланды…
Шулай, беҙ айҡашып йөрөгән арала, ҡайҙандыр бер нисә дружинник килеп сыҡмаһынмы! Егеттәр барыһы ла күҙ асып йомғансы, тырым-тырағай таралышып, юҡ булды. Мин яңғыҙым ғына тороп ҡалдым. Дружинниктарҙан ҡасыуҙы кәрәк тип тапманым, хатта ҡыуандым ғына: "Ҡалай яҡшы, ваҡытында ғына килеп сыҡтылар!" Ысынлап та, ни өсөн уларҙан ҡасырға? Мин бит иптәшемде яҡлашып, хулигандарҙан зыян күреүсе кеше… Әлеге танышымдан да (дуҫым тиһәм, килешеп етмәҫ һымаҡ) елдәр иҫкәйне. Ул да һыпыртҡан. Ҡулдарында ҡыҙыл повязкалы кешеләрҙе бер милиционер оҙатып та йөрөй икән. Дружинниктар теге егеттәр артынан ҡыуырға ла уйламаны шикелле, уның ҡарауы, ғәжәпкә, минең ике ҡулымды артҡа шаҡарып, тотоп та алдылар!
"Кем һин, ҡайҙан?" тигәстәре, һис бер нәмә уйлап тормаҫтан, Медицина институтының студенты икәнемде әйтә һалдым. Уларҙың мине ысҡындырып ебәрәүҙәрендә шигем дә юҡ… Тик былар шулай уҡ ныҡ тотҡан килеш, мине милиция участкаһына алып китте. Шунда ғына үҙемдең ВУЗда уҡыуымдың ҡурҡыныс аҫтында ҡалыуы хаҡында уйлана башланым. Ҡайҙа уҡығанымды ла әйтеп өлгөргәс, һис шикһеҙ, институтҡа хәбәр итәсәктәр! Урам буйында һуғышып йөрөгән өсөн… Ниндәйҙер ашығыс сара күрергә кәрәк! Участкаға барғас, исмаһам, фамилиямды йәшерергә ине тип уйлайым. Кеҫәмдә документтарымды йөрөтә торған ғәҙәтем дә бар шул, уларҙы нишләтергә? Тикшерә башлаһалар, фамилиям фашланасаҡ! "Медик" икәнемде күптән белделәр… "Ленин скверы" аша сығып барғанда: "Егеттәр, срочно ғына бынау ҡыуаҡ артына инеп сығырға кәрәк!" - тип, хәжәт үтәргә тәҡәт итә алмаған кешегә һабыштым. Ҡараңғылыҡты файҙаланып, һиҙҙермәй генә, студент билетын, паспортымды кеҫәмдән сығарып, ҡыуаҡ төбөндәге үлән араһына төшөрҙөм, иркен тын алып ҡуйҙым.
Участкаға барғас, ысынлап та, кеҫәләремде тикшерә башланылар. Тик пиджагымдың кеҫәһендә… бәке ятҡан бит, ауыҙыңа май булғыры. Ятаҡ бүлмәһенең асҡысын юғалтып, ана шул бәке менән ишек йоҙағының телен шылдырып, асып йөрөй торғайным. Әлеге ҡыуаҡ араһында уны ташлап ҡалдырырға башым етмәгән!..
Дежурҙағы милиционер протокол төҙөй башланы. Фамилиямды Ҡәйүмов тип, исемем, атайымдың исемен дә башҡа итеп күрһәттем. Ышандылармы-юҡмы, әммә мин әйткәнсә яҙып ҡуйҙылар. Уларҙың иғтибарын, башлыса, бәке йәлеп итте, шуның буйынса һорау ала башланы дежурный. Ни өсөн "һалҡын ҡорал" алып йөрөүемде төпсөндөләр. Бөгөнгөләй хәтеремдә, һабы төлкө һүрәте менән биҙәлгән бәкемде алғас та "У задержанного отобран карманный нож "лиса"…" тип яҙып ҡуйҙылар протоколда. Үҙемде участканан сығарып ебәреүҙәрен көтөүем юҡҡа ғына булды.
- Бында төнәргә тура киләсәк, - тине дежурный. Кеҫәләге ҡалған нәмәләр араһында сәғәтемде ремонтҡа биргән квитанциям да ятҡан икән (унда фамилиям яҙылғайны). Дежурныйға һиҙҙермәй генә уны нәскейемдең эсенә тыҡтым… Ҡаҡ кушеткала төнәргә тура килде. Йоҡо ҡайғыһы булманы, әлбиттә. Сөнки әлеге дежурный миңә иртәгәһен прокурорға барасағыбыҙ хаҡында "һөйөнсөләгәйне". Бәке арҡаһында. Ентекләп тикшеренә башлаһалар, минең ысын исем-фамилиямды асыҡлау улар өсөн бер ни ҙә тормаҫын аңлайым. Сөнки студент-медик икәнде беләләр… Төнө буйы уйланып сыҡтым.
Иртәгәһен Карл Маркс урамындағы прокуратураға алып килделер. Прокурор ағай алай ҙа һәйбәт кенә башҡорт кешеһе булып сыҡты. Ни өсөн минең кеҫәмдә бәке йөрөтөүем хаҡында ентекләп һорашып, яҙып алды. Ишек аса торған бәке, тип, матур ғына итеп башҡортсалап һөйләп бирҙем. Артабан ни өсөн егеттәр менән бәйләнешеп киткәнем, нисек мине дружинниктар алып китеүе хаҡында ла бәйнә-бәйнә һөйләп биргәс, был ағай миңә ышанған һымаҡ тойолдо. Кешенең күҙ ҡарашынан да бәғзе ваҡыт һиҙелә бит уның ниндәйерәк икәнлеге.
- Ә һин яҡлашҡан теге "другың" ҡайҙа һуң?
- Әллә… Ул шунда уҡ юҡ булды. Ҡасып киткәндер…
Прокурор ағай ирендәренең сите менән серле генә йылмайып, башын сайҡап, телен шартлатып ҡуйҙы ла, башҡа бер ни ҙә өндәшмәне. Бына шулай, бик ипле генә һорау алғандан һуң, протокол төҙөп, уға ҡул ҡуйҙырҙы. Үҙемде иң борсоған һорауымды бирҙем:
- Ағай, минең хаҡта институтҡа хәбәр итмәҫһегеҙ ул?..
- Беҙ хәбәр итергә бурыслыбыҙ. Был бик етди осраҡ. Бәке алып йөрөгән өсөн законда статья бар.
- Мине институттан ҡыуып сығарһалар, әсәйем үлеп ҡуйыр тип ҡурҡам. Ул сирле, йөрәге ауырта…
Прокурор ағай, бер аҙ уйлап алғас, былай тине:
- Хәҙер мин һиңә квитанция яҙып бирәм. Банкҡа барып, 25 һум штраф түләргә кәрәк булыр. Һис кисектермәй түләп, бөгөн үк квитанцияңды алып килһәң, бәлки, хәбәр итмәҫбеҙ…
Мин, әлбиттә, бик ныҡ шатланып, прокуратуранан сығып киттем. Иң беренсе нәүбәттә, әлеге Ленин скверына барып, ағас төбөнә ҡалдырып киткән студент билетым менән паспортымды табып алдым. Алай ҙа берәү ҙә күрмәгән икән. Хәҙер бер проблемам ҡалды, ҡайҙан 25 һум аҡса табырға. Кеҫәмдә 3-4 тәңкә генә аҡсам ҡалған… Ауылға ҡайтып етерлек. Ә ул саҡтағы егерме биш һум ҙур ғына аҡса ине (яҡынса, бер гармун йә бер гитара һатып алып була ине ул аҡсаға). Башҡа таныш егеттәрҙең дә кеҫәләрендә ундай сумма һәр саҡ ҡына булмай. Үҙем менән бергә уҡып йөрөгән Юлай ағайыма мөрәжәғәт итергә шөрләңкерәйем. Үҙе бер ҡасан да башҡалар менән һуғышып йөрөмәгән, ифрат етди кеше ул ағайым. Белеп ҡалһа, минең тетмәмде тетәсәк. Әллә ни ғәйебем ҙур булмаһа ла…
Авиация институтында уҡыған класташым Абдуллин Исламдың дөйөм ятағына киттем. Алай ҙа ул бүлмәһендә булып сыҡты. Сираттағы имтиханға әҙерләнеп ултыра ине. Хәл-әхүәл һорашҡас, ситуацияны һөйләп бирҙем. Әмәлгә ҡалғандай, уның аҡсаһы ла бар икән. Кәрәк сумманы әлеге Ҡәйүмов исеменән банкка түләй һалып, прокурор ағайға квитанцияһын алып барып та бирҙем.
Ул саҡтарҙа, Советтар Союзында, тейешенсә рөхсәт ҡағыҙың булмаһа, шундай "һалҡын ҡорал"ды алып йөрөү закон тарафынан тыйылған (ст.218. УК РСФСР), хатта енәйәтсел яуаплылыҡҡа тарыуың ихтималлығы булған! Ә инде 1996 йылдың 13 декабрендә сыҡҡан 150-се һанлы Федераль Законға ярашлы, уның өсөн енәйәтсел эш ҡаралмай, әммә лезвиеһы билдәле бер оҙонлоҡтан ашҡан бәке, бысаҡ (икмәк киҫә торғандан тыш) алып йөрөгән кешене административ язаға тарттырыу һәм был "ҡорал" ды закон һаҡсылары тарафынан конфискациялап, тартып алыу тигән нәмә бар. Хәҙерге шул законға ярашлы, кеҫәлә алып йөрөй торған ябылмалы бәкенең лезвиеһы 150 миллиметрҙан, ә ябылмай торған бысаҡтыҡы - 90 милиметрҙан ашыу булырға тейеш түгел. Шунан ҙурыраҡтарына рөхсәт ҡағыҙы йөрөтөү кәрәк икән.
Бер уйлаһаң, урыҫ әйтмешләй, абсурд бит был: яуыз кеше 150, хатта 90 миллиметрлыҡ бәке менән дә әллә күпме яуызлыҡ ҡыла ала бит инде ул... Ә күптәр бит һис бер яуыз ниәтһеҙ йөрөтә бындай ҡоралды. Көнкүрештә бысаҡһыҙ тормош көтөүҙе лә күҙ алдына килтереп булмай. Тик, кемдер әйтмешләй, "Закон сеть - закон"… Һәр хәлдә, әлеге минең һымаҡ ситуацияға тарыған осраҡта, закон органдары алдында үҙеңдең "дөйә түгеллегеңде" иҫбат итеүҙәре еңелдән түгел. Шуға күрә лә, айырыуса йәштәргә бына шуны әйткем килгәне. Бик тә бик артыҡ ныҡ кәрәк булмаһа, бәке-маҙарҙы үҙең менән бөтөнләйгә йөрөтмәү хәйерлерәк. Ә инде, алып йөрөгән хәлдә, баяғыса ситуация килеп сыға икән, шунда уҡ был "һалҡын ҡорал"дан ҡотолорға тырышыу кәрәк. Бер ниндәй, хатта административ яза бирелмәгән хәлдә лә, кеҫәңдә йөрөткән ана шул бәләкәс кенә бәке хаҡында закон вәкилдәре менән "әңгәмәләшеү" ҙә бер килке нерв күҙәнәктәрен бөтөрә инде ул. Бына шул.
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
хәрби хеҙмәт ветераны.
"Киске Өфө" гәзите, №10, 14 - 20 март 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА