«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27  |  28  |  29 
Август
   30  |  31  |  32  |  33  |  34 
Сентябрь
   35  |  36  |  37  |  38 
Октябрь
   39  |  40  |  41  |  42  |  43 
Ноябрь
   44  |  45  |  46  |  47 
Декабрь
   48  |  49  |  50  |  51 

2026

Ғинуар
   01 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ир-егет ниндәй сифаттарға эйә булырға тейеш тип уйлайһығыҙ? Ул сифаттар һеҙҙең үҙегеҙҙә бармы? Уларҙы нисек тәрбиәләргә?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҒӘЙБӘТ ҺӨЙЛӘМӘЙЕК
+  - 

Һыҙланма, дуҫ, ғәйбәт оҙон телле,
Әммә ҡыҫҡа уның ғүмере.
Күрмәйһеңме, ғәйбәт ҡапсығының
Йөҙө ҡара, биле көм(ө)рө,
- тип яҙа Зәйнәп Биишева үҙенең "Һыҙланма, дуҫ" тип аталған шиғырында. Ысынлап та, кемделер сәйнәү, уның етешһеҙлектәре хаҡында һөйләү, тикшереү, йәғни ғәйбәт - киң таралған иң ҙур кәмселектәрҙең, боҙоҡлоҡтарҙың, гонаһтарҙың береһе. Ҡайһы берәүҙәр ғәйбәттең насар икәнен белә тороп та, унан ҡотола алмай. Сөнки ул - нәфескә кинәнес килтергән, ялған илһамланыу, дәрт биргән ағыулы ләззәт. Ул имандың зәғиф, йә бөтөнләй булмауы билдәһе.

Аллаһы Тәғәлә ғәйбәт тураһында Ҡөрьән Кәримдә: "Әй, иманлы кешеләр! Уйҙырмаларҙың (ғәйбәт, имеш-мимештәрҙең) күбеһенән ваз кисегеҙ. Уларҙың байтағы гонаһ. Кешенең серен һатмағыҙ, шымсылыҡ ҡылып, бер-берегеҙҙең ғәйебен (тырнаҡ аҫтынан кер) эҙләмәгеҙ. Берегеҙ икенсегеҙҙең артынан (яман) һөйләп ҡалмаһын. Үлгән туғанының итен ашап, кеше тәм табырмы? Был нәжес бер ғәмәл булыр ине. Шулай булғас, (был харамдарҙы ҡылып, гөнаһҡа батыуҙан) Аллаһтан ҡурҡығыҙ. Шик юҡтыр, Аллаһ тәүбәләрҙе ҡабул итә һәм ярлыҡай"(49:12), - тип әйтә.
Мөхәммәт бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм ғәйбәттең аңлатмаһын аныҡ итеп аңлатып ҡалдырған беҙгә. "Беләһегеҙме ғәйбәттең нимә икәнен?" тип һораған ул сәхәбәләренән. "Аллаһ һәм Уның Рәсүле яҡшыраҡ белә", тип яуаплаған улар. "Ғәйбәт - ҡәрҙәшең тураһында уға оҡшамаясаҡ итеп һөйләү (телгә алыу)". Бер кеше: "Әгәр минең әйткәндәрем ул кешелә ысынлап та булһа?" - тип һораған. Аллаһ Рәсүле: "Әгәр ҡәрҙәшеңдә булған (әммә ул был турала һөйләүҙәрен теләмәгән, уға был оҡшамаған) нәмә хаҡында һөйләһәң, һин уның турала ғәйбәт һөйләнең килеп сыға. Ул кешелә булмаған нәмә хаҡында һөйләһәң - ул саҡта уға яла яҡтың тигән һүҙ", - тип яуап биргән.
Ғәйбәт һөйләү менән яла яғыусылар үҙҙәрен ике донъяла ла ҙур ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Кешенең итен ашау сирҡанысмы? Аллаһы Тәғәлә тарафынан кешене ашаусылар ниндәй оло язаға тарттырыласағын күҙ алдына килтереүе лә ауыр. Ә бит Мөхәммәт бәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм ғәйбәт һөйләүҙе үлгән кешенең итен ашау менән юҡҡа ғына сағыштырмаған. Шуға күрә, кеше булмағанда уның тураһында, уның тышҡы ҡиәфәте, кейеме, йөҙө, сығышы, тәртибе, һ.б хаҡында, ул кеше ишеткәндә оҡшамаясаҡ барлыҡ һүҙҙәрҙән, әңгәмәләрҙән, серләшеүҙәрҙән таҙарынырға тырышайыҡ.
Йыш ҡына беҙ үҙебеҙҙең һәр хәрәкәтебеҙ, ҡылығыбыҙ, шул иҫәптән һүҙҙәребеҙҙең фәрештәләр тарафынан яҙылыуын һәм Ҡиәмәт көнөндә үҙебеҙгә ҡаршы ҡулланыласағын онотабыҙ. Ғәйбәт кеше хоҡуҡтарын сикләү менән бәйле гонаһтарҙан һанала. Йәғни, күп гонаһтарҙы эшләп, һуңынан ихлас тәүбәгә килһәң, Аллаһы Тәғәлә уларҙы ғәфү итә. Был осраҡта, Аллаһы Тәғәлә генә түгел, һинең телеңдән, ҡулыңдан, власыңдан зыян күргән кеше шәхсән рәүештә ғәфү итергә тейеш. Әгәр ғәфү итмәһә, ғәйбәтсенең (залимдың, күп кешеләрҙе алдаусының һәм башҡа кешеләрҙең өлөшөнә хаҡһыҙ рәүештә инеүсенең) изге ғәмәлдәре тартып алынасаҡ һәм уның теленән (ҡулынан, власынан) зыян күреүселәргә алып биреләсәк. Ә изге ғәмәлдәре бөткәс, ул теге кешенең гонаһтарын үҙ өҫтөнә аласаҡ. Ғүмер буйы ғибәҙәттәрҙе үтәй килеп, Аллаһы Тәғәләгә имандан ситкә китмәйенсә лә, телеңде, ҡулыңды, тойғоларыңды тыя белмәһәң, бер нимәһеҙ тороп ҡалыу ҡурҡынысы бар.
Ғәйбәт һатыу, яла яғыу йыш ҡына кеше тойғоларына буйһонмаған ҡылыҡтар ул. Шуға ла кешегә даими рәүештә камиллашыу, үҙ әхлағын яҡшыртыу йүнәлешендә эш алып барырға кәрәк. Шулай уҡ үҙең хаҡында ғәйбәт һөйләүселәрҙе ғәфү итергә, нәсихәтләргә, әммә ләкин улар кимәленә төшөп, яуап итеп, улар хаҡында ғәйбәт һөйләүгә тиклем төшөргә ярамай.

Арыҫлан ИСКӘНДӘРОВ әҙерләне.
"Киске Өфө" гәзите, №10, 14 - 20 март 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 13.03.25 | Ҡаралған: 266

Киске Өфө
 
Эрнест Хемингуэй "Бәхет - ул ныҡлы һаулыҡ һәм насар хәтер" тигән. Ысынлап та, беҙ йыш ҡына үткәндәге уңышһыҙлыҡтар, үпкәләүҙәр, ҡурҡыуҙар һәм тулҡынланыуҙар тураһындағы хәтирәләр менән йәшәйбеҙ. Әйҙәгеҙ, яңы йылда күңелдәрҙән был хәтирәләрҙе сығарып ташлайыҡ, Яңы йылда тормошобоҙҙа ла, күңелдәрҙә лә барыһы ла көйләнәсәк һәм яҡшырасаҡ, тигән өмөт, ышаныс менән йәшәйек.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2026 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru