
Бөгөн электрон баҫмалар һәм мәғлүмәт сығанаҡтары ямғырҙан һуң ҡалҡып сыҡҡан бәшмәк рәүешле күп һәм төрлө булыуға һылтанып, ҡулына гәзит тотоп та ҡарамаған кешеләрҙең йәшәп ятыуына бик ғәжәпләнәм һәм был ғәрләндерә лә хатта.
Эйе, күптән аңлашылды инде: гәзит уҡыу бөгөн - ул һирәктәр шөғөлө, сөнки ул кешенең мәҙәнилек кимәленә бәйле һәм был гәзит уҡыусының донъяуи хәлдәр, халыҡ-ара сәйәсәт менән генә түгел, үҙ илендә булып ятҡан яңылыҡтар, тормош-көнкүреш мәсьәләләре менән дә ҡыҙыҡһыныуы, күңел зауыҡлығы, әйләнә-тирәһендәге ваҡиғаларға битараф булмауы, күберәк белергә ынтылыуы һәм быны үҙенең гражданлыҡ бурысы тип иҫәпләүе хаҡында һөйләүсе факт. Һәр кем дә тота килеп ҡулына гәзит алып уҡыуҙан мәхрүм дә әле бөгөн, сөнки ундайҙар үҙҙәрен былай ҙа күп белә тип уйлай, шуға күрә яҙма матбуғат сараларын һанламай, ә айырылмаҫ юлдашы - гаджеттарҙан сейле-бешле, икеле-микеле хәбәрҙәр уҡыуҙы мәртәбә күрә.
Дөрөҫөн һәм тураһын әйткәндә, уларҙың аң-зиһененә виртуаль бик ҡуйылған, улар шул тотҡонлоҡ ҡорбандарына әйләнгән. Икенсенән, гәзит бөгөн, әйтеүемсә, һәр кемгә лә эләкмәй ҙә әле, шуға күрә, иң яҡшыһы - үҙең теләгән, исмаһам, бер баҫманы булһа ла өйөңә алдырып уҡыу. Ауыл китапханалары бөгөн уҡыусылары менән йәнле генә саралар алып бара, шулар араһында гәзит йә журналды өйөнә яҙҙырып алырға хәленән килмәгәндәр китапханаға махсус килеп, гәзит уҡыған кешеләрҙе үҙем беләм, ә бына ҡала ерҙәрендә бындай хәлде күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын. Бер-ике пенсионер уҡыһа, уҡыйҙыр.
Әйткәндәй, ҡала урамдарында матбуғат киоскыларын табыуы ла ауырлашты хәҙер, улар ябылып бөтөп бара, сөнки кеше унда нигеҙҙә иң беренсе планда теҙелеп торған "Тройной", "Шипр" кеүек одеколондар, "Огуречный" лосьондарын, балалар уйынсыҡтары, ҡайсы-тараҡ кеүек ваҡ-төйәк тауарҙар һатып ала, ә тигеҙ рәт булып, һарғайышып, уҡыусыһын көтөп ятҡан гәзиттәрҙе күҙгә лә элмәй. Ә бит уйлап ҡараһаң, донъяла дөйөм тиражы йөҙәр млрд дана тәшкил итеүсе йөҙәр меңләгән атамала гәзит һәм журналдар баҫылып сыға тора. Әгәр уларға ихтыяж булмаһа, улар бөтөнләй нәшер ителмәҫ тә ине бит. Тимәк, бар әле һәм күп улар - гәзит дуҫтары: эшлекле даирәләр вәкилдәре, интеллигенция, яңылыҡтар менән хәбәрҙар булырға теләгән ябай замандаштарыбыҙ...
Иң тәүге гәзиттәрҙең әле Боронғо Римдә ҡулдан күсерелеп таратылған төргәктәр рәүешендә сығарыла башлауы кешелектең был донъяла мәғлүмәтһеҙ йәшәй алмауын раҫлап тора түгелме? Был ҡулдан эшләнгән мәғлүмәт саралары халыҡ өсөн дә, ил менән идара итеүсе власть өсөн дә бик кәрәкле булған. Унда Сенат ултырыштарынан отчеттар, ҡала, ил, күрше илдәр яңылыҡтары хаҡында уҡырға мөмкин булған. Үҙенең бына ошо төп функцияһына гәзиттәр бөгөн дә тоғро ҡала, ләкин заманалар үтеү менән гәзиттәрҙең формаһы ла, йөкмәткеһе лә, нәшер ителеү техникаһы ла күҙ эйәрмәҫ тиҙлектә алға китте. Баҫма матбуғатты ҡыҫырыҡлаусы онлайн мәғлүмәт сығанаҡтары менән сағыштырғанда, йөкмәткеһе буйынса һәм һәр мәҡәлә, мәғлүмәт өсөн ҙур яуаплылыҡ тойғоһо менән эш итеүсе гәзит-журналдар барыбер ҙә отошлораҡ хәлдә ҡала килә, тип уйлайым, сөнки баҫма матбуғат өсөн иң мөһиме - хәҡиҡәт, уҡыусы ышанысына ихтирам, бай тематика.
Ошо йәһәттән байтаҡ йылдар инде үҙем яратып уҡыған әсә телемдәге аҙналыҡ гәзит - "Киске Өфө" хаҡында әйтеп киткем килә. Был гәзит мине башҡа баҫмаларҙы һис ҡабатламауы, үҙенең йөҙөнә һәм һүҙенә генә хас материалдар эҙләп таба алыуы менән йәлеп итә. Эйе, "Киске Өфө"лә баҫылғанды хатта интернет материалдары араһынан да таба алмаҫһығыҙ, сөнки был гәзит күбеһенсә тәү сығанаҡтар менән эш итә, уның геройҙары ла, даими авторҙары ла күп һәм улар менән әңгәмәләр уҡыусы зиһенен ҡыҙыҡлы, мөһим мәғлүмәттәр менән байыта, рухын күтәрә. Тап шундай булырға тейеш тә инде заман башҡорто. Ниндәй рубрика хаҡында һүҙ барғанын аңлағанһығыҙҙыр: "Заман башҡорто"нда баҫылған һәр әңгәмәне көтөп алам, сөнки уның геройҙары араһында милләтебеҙҙең йөҙө тип хаҡлы рәүештә әйтергә мөмкин булған зыялылар: ғалимдар, эшҡыуарҙар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, үҙҙәре һайлаған һөнәри өлкәлә уңыш ҡаҙана башлаған йәштәребеҙ һәм башҡа шәхестәр сығыш яһай, бөгөнгөбөҙ хаҡында фекерҙәре менән уртаҡлаша, гәзит уҡыусыға яңы һүҙ еткерә.
Был гәзитте уҡыған мөхтәрәм замандаштарым яҡшы беләлер: "Киске Өфө"нөң ана шундай рухиәтебеҙҙе байытыусы, уның хазиналарын барлаусы, туған телебеҙҙе йәшәтеүгә, уны артабан үҫтереүгә ҙур өлөш индереүсе рубрикалары бик күп, шуға күрә лә ошо гәзитебеҙ хаҡында йөҙ тапҡыр ишеткәнсә, бер тапҡыр уны ҡулыңа тотоп уҡып сыҡсы, башҡортом! Иманым камил, уның йөҙөндә һин үҙеңә дуҫ, рухташ һәм фекерҙәш табырһың һәм артабан унан айырыла ла алмаҫһың. Шулай булһын!
Флүрә МЫРҘАГИЛДИНА,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.
"Киске Өфө" гәзите, №13, 4 - 10 апрель 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА