
Автомобиль бөгөн беҙҙең тормошобоҙҙа бик кәрәкле лә, шул уҡ ваҡытта үтә хәүефле лә техник сараға әүерелде. Ҡала урамдарын һәм күп ҡатлы йорт алдарын ғына баҫып алманы улар, ҡала-ара иркен трассалар ҙа тар хәҙер автомобилселәргә, сөнки оло юлдарҙағы юл-транспорт ваҡиғалары арҡаһында йыл һайын тиҫтәләгән меңләп кеше ғүмерҙәре өҙөлә, күптәр мәңгелеккә ғәрип булып ҡала.
Мәғлүмәттәр буйынса былтыр Рәсәйҙә бөтәһе 116190 юл-транспорт ҡазаһына осрап, 12 748 кеше һәләк булған, шуларҙың 723-ө - балалар. Шуныһы күҙгә ташлана: транспорт төрҙәре буйынса ҡарағанда, юл һәләкәттәренең иң күбеһе еңел автомобилдәр һәм улар ҡатнашлығында килеп тыуа. Сағыштырыу өсөн түбәндәге мәғлүмәт-тәрҙе килтереү урынлы булыр ине: юл һәләкәте еңел автомобилдәрҙә - 96 032; йөк автомобилдәрендә - 15517; автобустарҙа - 6741; мотоциклдарҙа - 8727; мопед һ.б. - 4280; тракторҙарҙа - 498.
Ә инде юл-транспорт бәхетһеҙлегенә сәбәпселәрҙе йәше буйынса алып ҡарағанда, бындай хәл иң күбе 30 - 40 йәшлектәр араһында килеп тыуа, бөтөн ДТП-ның сирек өлөшө - 24 проценты тап улар ғәйебе менән ҡылына! Шуныһы ҡыҙыҡ: 18-21 йәшлектәр менән бындай осраҡтар күпкә кәмерәк - 5,8 процент тәшкил итһә, 70 йәштән өлкәндәр араһында ни бары 4,1 процент ҡына. Тимәк, үтә йәштәр менән үтә өлкән водителдәр юлда үҙҙәрен тәртипле һәм һаҡ тота һәм, бәлки, ғүмер ҡәҙерен башҡаларға ҡарағанда нығыраҡ аңлайҙарҙыр, тигән фекер тыуа, сөнки тәүгеләре әле йәшәй генә башлаған, ә икенселәре өсөн етмештән һуң тормош айырыуса ҡәҙерле була бара. Ә теге ҡыҙыу баштар - 30-40 йәшлектәр үҙҙәрен донъя хакимы итеп тоямы, әллә был донъяға мәңгелеккә килгәнбеҙ, тип уйлайҙармы - һәр хәлдә, улар үҙ-үҙҙәренә үтә ныҡ ышана, тиҙлекте ярата, руль артында төрлөсә "эксперимент"тарға юл ҡуя, шәплеге менән кемдәрҙелер таң ҡалдырырға теләй, күрәһең. Әйткәндәй, ғәйепле водителдәрҙе стаждары буйынса ҡарағанда ла руль артында 30 йылдан ашыу ғүмерен үткәргәндәр - иң күбе: 17,2 процент. Ә реаль ысынбарлыҡ күпкә етдиерәк һәм бындай еңел холоҡлоларға ҡарата аяуһыҙыраҡ та.
Әлбиттә, юл ҡазалары төрлө сәбәптәрҙән килеп тыуа, ләкин шулар араһында иң үкенесле һәм ғәфү иткеһеҙе - рулдәге кешенең машинаһына эскән килеш ултырып алыуы. Тағы ла һандарға иғтибар итәйек. Былтыр бөтөн булған юл ҡазаларының 11485-е иҫерек водителдәр арҡаһында килеп тыуған. Автоброкер клуб сайты анализы буйынса, былтыр Рәсәйҙең ун төбәге араһында иҫерек водителдәр ҡатнашлығында иң күп юл ҡазаһы Краснодар крайында (535) булып, Башҡортостан был исемлектә 8-се урында (291) торһа, уның ҡарауы, беҙҙең республика был күрһәткесте 2023 йылға ҡарағанда 26 процентҡа кәметеүгә өлгәшкән. Ә бит 2023 йылдың тәүге айҙарында иҫерек водителдәр арҡаһында ҡылынған авариялар буйынса Башҡортостан тәүге өс төбәк иҫәбендә булып, 135 иҫерек водитель теркәлгән булған. Был хаҡта БР Дәүләт автоинспекция эшмәкәрлеге буйынса былтырғы йылға йомғаҡлау сығышында идара начальнигы Владимир Севастьянов та телгә алып киткәйне. Ә шулай ҙа факт факт булып ҡала: былтыр иҫерек водителдәр ғәйебе менән республика юлдарында 100 кеше һәләк булған.
Эскән килеш ҡабат-ҡабат, хатта бишенсе тапҡырға машина йөрөтөп тотолған "ҡыйыуҙар" ҙа бар икән! Был нимә тураһында һөйләй? Сәбәп бер генә - ваҡытында бындай әҙәмдәргә тейешле яза сараһы күрелмәгән, тотолған хәлдә лә ул "еңелсә ҡурҡыу" менән сикләнгән, тимәк. Мәҫәлән, 31 йәшлек ир эскән килеш машинаға ултырғаны өсөн 4 тапҡыр (!) хөкөм ителһә лә, яза сараһы еңелсә булалыр, ахыры, ул бишенсе тапҡырға йәнә рулгә тотона. Был юлы суд ҡарары ғәҙел һәм ҡәтғи була: Салауат район-ара суд тарафынан иҫерек водитель 10 айға иркенән мәхрүм ителә һәм уға 6 йыл буйы машина йөрөтөү тыйыла. Суд бының менән генә лә сикләнмәй әле: хөкөм ителеүсенең автомобиле тартып алына. Бына ошондай ҡәтғи саралар ғына айнытһа, айныта инде эсеп алып, шәпләнеп машинала елдерергә яратыусыларҙы.
Һуңғы ваҡыт, ысынлап та, иҫеректәрҙең машиналарын конфискациялау йышыраҡ ҡулланыла башланы. Бер нисә ай ултырып сығыуҙан да бигерәк ҡиммәтле иномаркаһынан ҡолаҡ ҡағыу "текә" водителде бигерәк ныҡ айнытасаҡ, һүҙ ҙә юҡ. Былтыр, мәҫәлән, Бүздәк районынан берәүҙе эскән килеш машинала йөрөгәне өсөн тәүге тапҡыр административ яуаплылыҡҡа тарттыралар, ләкин был уға бер нисек тә тәьҫир итмәй. Ҡабатлап иҫерек килеш тотолғас, енәйәт яуаплылығына тарттырыла һәм уның Volkswagen Touareg машинаһы тартып алына. Ә бына 37 йәшлек Өфө кешеһе шулай уҡ ҡабатлап иҫерек көйө машина йөрөткәне өсөн ике йылға транспорт сараһы йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителә, ә "Рено Дастер" иномаркаһы полиция һәм суд приставтары тарафынан Махсус хәрби операция ихтыяжына оҙатыла.
Бөтөн был осраҡтарҙы теҙеп һанап тормайынса ла яҡшы аңлашыла торғандыр: бынан ары иҫерек водителдәр элекке кеүек штраф түләп кенә ҡотола алмаясаҡ, шул ҡылығын ҡабатлап эләккән хәлдә йә иркенән, йә машинаһынан яҙа. Сөнки БР ЮХХДИ башлығы Владимир Севастьянов һүҙҙәре менән әйткәндә, рулдәге иҫерек - потенциаль кеше үлтереүсе ул. Бындай әҙәмдәрҙе рулгә ултырыуҙан тыйып, уның яҡындары һәм таныштары ла кемдеңдер ғүмерен ҡотҡарып ҡалыуға булышлыҡ итәсәк. Шуның өсөн иҫерек водителдәргә ҡаршы йәмәғәтселек менән бергә көрәшеү тағы ла һөҙөмтәлерәк буласаҡ.
Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №13, 4 - 10 апрель 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА