
Курскиҙың сик буйҙары райондарында һаман булһа һуғыштар дауам итә. Дошман беҙҙең ергә теше-тырнағы менән йәбешеп ята һәм Курскиҙың Гуево районында һәм Рәсәй менән сик буйҙарында бөтөн булған хәрби көстәрен тупларға маташа, һәр бер метр ер өсөн тартҡылаша. Украина хәрби көстәре төнгө ваҡыттарҙа FPV-дрондарын хәрби сәптәргә генә тоҫҡап ҡалмай, аңлы рәүештә уларҙы тыныс объекттарға ла осора.
Рәсәй Ҡораллы көстәренең "Төньяҡ" хәрби төркөмө Курскиҙың Горналь, Гуево һәм Олешня тораҡ пункттарында нығытма ҡорған боевиктарҙы ҡыҫырыҡлай, Украина ғәскәренең тере көстәре һәм техникаһына ерҙән дә, һауанан да ут асып, тәүлек эсендә 200-ләп оккупантты юҡ итте. РФ Оборона министрлығының 30 марттағы хәбәре буйынса, Рәсәй осоусылары ҡеүәтле Ми- 28НМ вертолетында дошман позицияларына ут яуҙырып, Украина хәрби көстәренең бронетехникаһын һәм тере көстәрен ҡыйратҡан. Рәсәй хәрби хеҙмәткәрҙәре 30 мартҡа ҡарата Донецк Республикаһының Запорожье пунктын тулыһынса азат иткән.
Был ваҡытта АҠШ президенты Дональд Трамп Гренландияны Америкаға ҡушыу хыялы менән яна. "Гренландия беҙҙеке буласаҡ, 100 процент ышаныс менән әйтәм",- тип белдерә ул. Бының өсөн беҙгә көс ҡулланыу ҙа кәрәкмәйәсәк, ти ул, ләкин, әгәр кәрәк була икән, хәрби көс ҡулланыу ҙа күҙҙә тотола. Был ниәтен Трамп, йәнәһе лә, милли һәм халыҡ-ара хәүефһеҙлек тәьмин итеү өсөн кәрәк, тип аңлата. Шул уҡ ваҡытта ул был йәһәттән Гренландия халҡының фекерен белмәүен таныны, ләкин уларҙы Америка граждандары өгөтләргә тейеш, тип белдерҙе.
Бынан тыш, АҠШ Украинаға ер аҫты ҡаҙылмалары буйынса өҫтәмә шарттар менән тулыландырылған яңы проектты тапшырҙы. Был документ бөтөн файҙалы ҡаҙылдыҡтарҙы, шул иҫәптән, нефть менән газды ла, үҙ эсенә ала. Тәүге документтың күләме ни бары дүрт бит булһа, яңыртылған вариант... 18 бүлектән тора. Киевтың күпселек чиновниктары Америка тарафынан ҡуйылған бындай шарттарға ризаһыҙлыҡ белдерә. Әгәр был Килешеүгә ҡул ҡуйыла ҡалһа, Киев тулыһынса Вашингтон контролендә ҡаласаҡ. Өҫтәүенә, был Килешеү ваҡыт яғынан сикләнмәгән. Ҡаҙылма байлыҡтарҙан алынған табыш шунда уҡ валютаға әйләндерелеп, Украинанан ситкә сығарыласаҡ. Бының менән Трамп хакимиәте Украина конфликты башланғандан алып уға АҠШ тарафынан күрһәтелгән хәрби һәм иҡтисади ярҙамды түләтеү рәүешен күҙҙә тота. Украинаның Рада депутаттары ҡыйын хәлдә ҡалды: уларға парламент кимәлендә был Килешеүҙе ратификацияларғамы, юҡмы? "Был бит Украинаны күрәләтә резервация йә колония хәлендә ҡалдырыу буласаҡ",- ти Юғары Раданың элекке депутаты Владимир Олейник. Британияның The Telegraph гәзите яҙып сығыуынса, президент Трамп Украинаны АҠШ сәнәғәтенең ресурс биҫтәһенә әйләндерергә теләй; был Зеленскийҙың башына пистолет терәү менән бәрәбәр буласаҡ.
Америка Японияға ла барып етеште. АҠШ хәрбиҙәре Япониялағы үҙ көстәрен хәрби командование кимәленә үҙгәртеп, Токио менән хеҙмәттәшлекте көсәйтергә ҡарар итте, сөнки Дональд Трамп хакимиәте Ҡытай Халыҡ Республикаһын Тайванға һөжүмдән тотҡарлап тороуҙы үҙенең төп маҡсаты тип иҫәпләй, гәрсә был бәләкәй генә ил менән Ҡытай араһы әлегә тыныс һәм Тайвандың кемдәндер ярҙам һорап яу һалғаны юҡ. Тайванда Америка базалары булмаһа ла (әлегә), был бәләкәй ил хәрбиҙәре баштан-аяҡ АҠШ ҡоралы менән ҡоралланған. Дөрөҫөн әйткәндә, Тайвань Америка өсөн Ҡытайға баҫым яһау сараһы булып хеҙмәт итә.
Ә бына бәлә-ҡазаға юлыҡҡан илдәр ниңәлер АҠШ-ҡа түгел, Рәсәйгә мөрәжәғәт итә. Ошо көндәрҙә 7,1 магнитудалы көслө ер тетрәүҙән зыян күргән Мьянма властары Рәсәйҙән ярҙам һораны һәм беҙҙең 120 белгестән торған ҙур төркөм, шул иҫәптән ҡотҡарыусылар, табиптар, кинологтар бәләгә ҡалған ил халҡына ярҙамға ашыҡты. Өҫтәүенә, беҙҙең МЧС самолеты бортында урынлашҡан аэромобиль госпиталь шулай уҡ Мьянма еренә килеп төштө. Рәсәй ҡотҡарыусылар төркөмө менән бергә бында тағы ла Ҡытай, Һиндостан, Сингапур, Таиланд белгестәре лә эшләй. Беларусь Республикаһының "Зубр" махсус ҡортҡарыусылар отряды иһә бөтәһенән дә алдараҡ килеп төшкәйне, тип хәбәр итә RT мәғлүмәт сығанағы. Илдәр араһында бына шулай бер-береңде "стена аша күренгән бүре"нән түгел, ә кәрәк саҡта стихия бәлә-ҡазаларынан һаҡлау һәм ҡотҡарып ҡалыу өсөн барлыҡ тыныс, гуманлы саралар менән көрәшеү генә үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләй һәм емешле хеҙмәттәшлекте нығытыуға ярҙам итә, илдәрҙе һәм халыҡтарҙы бер-береһе менән дуҫлаштыра, туғанлаштыра.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №13, 4 - 10 апрель 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА