«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Республикалағы һаулыҡ һаҡлау торошо һеҙҙең тормошта нисек сағыла?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КӘСЕП ИТМӘЙ, ТАБЫШ КИЛМӘЙ
+  - 

"Газпром" етәкселеген Рәсәй ҡулланыусыларына газдың арзан булыуы бошондора икән. Ошоға тиклем, арзанмы-ҡиммәтме, әллә ни ризаһыҙлыҡ тыуҙырмаған мәсьәлә бөгөн килеп Рәсәйҙә газға ағымдағы күмәртә хаҡы кимәленең газ инфраструктураһы үҫешен тотҡарлауы "асыҡланды". Был хаҡтағы "асыш"ты "Газпром" акционерҙар йәмғиәтенең бүлек начальнигы Алексей Сахаров аңғарып ҡалған, ти. Уның белдереүенсә, ошоноң менән бәйле, газды ташыуға тарифтарҙы күтәреү кәрәк.

РФ Хөкүмәте тарафынан 2022 йылдан алып граждандар өсөн газ хаҡтарын арттырыу һуңғы 10 йыл эсендәге иң ҙур рекордҡа тиң булды. Былтыр, мәҫәлән, ул 11,2 процентҡа, ә 2022 йылда тәүҙә - 3, декабрҙә 8,5 процентҡа ҡиммәтләнде. Быйыл иһә 1 июлдән башлап 10,3 процентҡа арттырыласаҡ һәм бөтөн был хаҡтарҙың артыу кимәле 37 процент тәшкил итәсәк. Бынан тыш, быйыл, етмәһә, электр энергетикаһы предприятиелары һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттары өсөн тағы ла күберәк - 21,3 процентҡа арттырыласаҡ. Ә был шулай уҡ барыбер ябай ҡулланыусы кеҫәһенә һуғасаҡ, сөнки ул киләһе йәйҙән алып электр энергияһына 12,6 процентҡа күберәк түләй башлаясаҡ. Яҙыуҙарынса, был "Газпром"ға 33 млрд һум өҫтәмә табыш килтерәсәк икән...
Бер һүҙ менән әйткәндә, ошо ҙур корпорацияның бөгөнгө санкция шарттары менән бәйле зыян күреүен халыҡ үҙ иңенә йөкмәргә тейеш булып сыға. Бынан тыш, Рәсәй властары "Газпром"ға һалымдарҙы байтаҡҡа кәметергә йыйына. Әйтерһең дә, ауырыу баланы бәпләйҙәрме ни! Етмәһә, корпорация файҙалы ҡаҙылдыҡ табыуға (НДПИ) тейешле һалымды ла түләүҙән туҡтаясаҡ икән. Бер яҡтан, аңларға ла була: Европа газ баҙарын юғалтыу корпорацияны миллиардтарса һум зыянға ултыртты. Бөтөн ил өсөн еңел булмаған бындай шарттарҙа, бәлки, "Газпром"дың үҙенә лә эске резервтарын файҙаланыу, йылына миллиардлаған һум эш хаҡтарынан баш тартып тороу кәрәктер? Билдәле булыуынса, компания үҙенең офисында ултырған 4 100 хеҙмәткәрҙең 1,6 меңен ҡыҫҡартырға йыйына, имеш, сөнки корпорация йыл һайын үҙәк офис чиновниктарына эш хаҡы түләү өсөн 50 млрд (!) һум күләмендә аҡса сарыф итә икән. Эйе, мул ашлы "кәритә" үҙ янына саманан тыш күп йыйған йылы урын яратыусыларҙы, әйтергә лә түгел. Юғары белемле бер ханымдың ошо йәһәттән, нисек итеп "Газпром"ға йыйыштырыусы булып урынлашырға икән, тип көнө-төнө хыялланыуы иҫкә килеп төшә... Әйткәндәй, штатты ҡыҫҡартыуҙан алынған аҡса һәм социаль түләүҙәр суммаһы, был хаҡта "Газпром" етәксеһенә күрһәтмә-хаттан күренеүенсә, эш урындарын һаҡлап ҡалған "персоналдың үҫешен һәм эшкә мотивацияһын күтәреү буйынса сараларға" йүнәлтеләсәк. Һорау тыуа: әгәр аҡса барыбер һанһыҙ хеҙмәткәрҙәр мәнфәғәтендә тороп ҡала икән, был ҡыҫҡартыуҙың ғилләһе ниҙән ғибәрәт буласаҡ һуң?
Халыҡты Рәсәйҙең тораҡ пункттарына газ үткәреү мәсьәләһе лә борсой, ә "Газпром"дың илдәге яңы төбәктәрҙе зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итеү һәм газ элек үткәрелгән урындарҙа газификацияны тамамлап ҡуйыу өсөн аҡсаһы етмәй. Шулай итеп, был йәһәттән дә торлаҡтарға газ үткәреү ҡулланыусыларҙың үҙ проблемаһы булып ҡаласаҡ. "Газпром" ғәйәт ҙур корпорация булһа ла, илдәге зәңгәр яғыулыҡ баҙарында берҙән-бер компания түгел. Уның иҫәбенә Рәсәйҙә табылған бөтөн газдың 56 проценты тура килә. Күләме яғынан икенсе урында булған "Новотэк" (13 процент) табылған газдың күп өлөшөн сит илгә оҙата, ә бына "Роснефть", "Лукойл", "Сорғотнефтегаз" компаниялары эске баҙарға эшләй. Илдә тағы ла зәңгәр яғыулыҡ табыусы бәләкәйерәк күләмдәге 140-лап фирма бар һәм уларҙың бөтәһе лә магистраль газ үткәргесе хужаһы "Газпром"ға аҡса түләй. Тап ана шул магистраль үткәргес менән файҙаланғандары өсөн бойондороҡһоҙ етештереүселәргә лә "Газпром" тарифтарҙы күтәрергә уйлай. Элек улар 100 км өсөн 62,2 һум түләһә, киләсәктә хаҡ 109-170 һумға артыуы мөмкин...
Ә шул арала эксперттар быйыл "Газпром"дың триллионға яҡын зыян күрәсәген фаразлай. РФ менән гигант газ үткәргесе аша бәйләнгән Европа Рәсәйҙән энергия сығанаҡтары ҡабул итеүҙе туҡтатасаҡ. Шуға ҡарамаҫтан, "Төрөк юлы" менән "Балҡан юлы" аша Рәсәй Румынияға, Грецияға, Сербияға һәм Венгрияға йылына 15 млрд куб. зәңгәр яғыулыҡ ебәреүен дауам итә, ләкин был йылына элекке 180-200 млрд куб. менән сағыштырырлыҡ та түгел. Коммерсант.ру яҙыуынса, "Газпром" Европа кимәлендә элекке кеүек әһәмиәткә эйә була алмаҫ, ахыры, сөнки континент шыйыҡлатылған тәбиғи газ (СПГ) менән ер аҫты һаҡлағыстарындағы (ПХГ) зәңгәр яғыулыҡ запасына иҫәп тота.
Хаттин ашыуҙың барыбер бер сиге була, ти торғайны өлкәндәр. Ләкин ил байлығына хужа булып алған берәмектәр аптырап ҡалмаҫ: халыҡ бар бит, халыҡ күтәрер, халыҡ түләр. Тик был ғәҙелме? Сағыштырыу өсөн нефть һатыуҙан килгән аҡсаны граждандарына бүлеп биреүсе илдәрҙе атап китәйек, булмаһа: Берләшкән Ғәрәп Әмираттары, Кувейт, Катар һәм АҠШ-тың Аляска штатында нефть һатыуҙан килем, 13-сө эш хаҡы һымаҡ, йылына бер тапҡыр урындағы халыҡтың банк иҫәбенә күсерелә килә. Бынан тыш, ғәрәп илдәрендә нефть килеме иҫәбенә бушлай белем алыу һәм медицина хеҙмәтләндереүе, төрлө пособиелар, түбән процентлы кредиттар, торлаҡ һатып алыуҙа дәүләт ярҙамы, арзан бензин менән тәьмин итеү бойомға ашырыла.

Фирүзә ИШБИРҘИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №13, 4 - 10 апрель 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.04.25 | Ҡаралған: 62

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 апрелдән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 872 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ. Ошо ун көнлөктә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru