
Үтеп киткән йылдың ноябрь-декабрь айҙарында дауахана тупһаларын байтаҡ тапарға тура килде. Бындай мохтажлыҡ ваҡыты-ваҡыты менән һәр кемдең алдына килеп баҫа - сир сараһыҙлаһа, йөрөмәй әмәлең юҡ шул.
Ҡайҙағы кеүек үк, медицина учреждениеларында ла күп осраҡта үҙеңде артыҡ тояһың. Сөнки бында һине көтөп тормағандарын теркәү бүлегендә үк бәләкәй тәҙрә уйымы аша аралашҡан аҡ халатлы туташ ҡәтғи интонацияһы, ҡырыҫ күҙ ҡараштары менән иҫкәртә. Әлбиттә, был - ҡағиҙә, тип раҫлау ысынбарлыҡты инҡар итеү булыр ине. Ғөмүмән алғанда, табиптар ауырыуҙарға йылы мөнәсәбәт күрһәтә, улар менән сабыр мөғәмәлә итә. Күрәһең, көсөргәнешле дөйөм кәйеф сирле кешенең мыжыҡлығы, үҙенә күберәк иғтибар талап итеүе, шик-шөбһәләр солғанышында булыуы менән аңлатылалыр. Дауаханаларға бит бер кем дә иреккәндән бармай.
Өфө эргәһендәге төҙөк, ҡараулы ҙур ауылдарҙың береһендәге поликлиникаға тәүләп инеүем. Кешеләр, бер-береһен белгәс, һаулыҡ һорашалар, хәлдәрен һөйләйҙәр, тормош тураһында ғәпләшәләр. Бәлки, шуғалыр, ҡырмыҫҡа иләүендәй ҡайнап торған баш ҡаланың ундай урындарынан айырмалы, бындағы мөхит ипле, ығы-зығыһыҙ.
Ошо урында, ауылдарҙағы дауаханаларҙың ябылыуын, хатта район үҙәктәрендә лә бик күп медицина учреждениеларының ҡыҫҡартылыуын иҫкә алып, халыҡтың, бигерәк тә оло быуын вәкилдәренең, социаль һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәләренә ҡағылған ниндәй мөһим дәүләт ҡурсалауынан мәхрүм ҡалыуын нығыраҡ кисерәһең. Элек минең тыуған ауылымда ятып дауаланыу өсөн дә шарттар бар ине. Бөгөн халыҡ алтмыш саҡрымға район үҙәгенә йөрөргә мәжбүр. Ә ауыр сирлеләрҙе тик ҡалала ғына ҡарайҙар...
Ауырыуым тәрәндә булғанға, ентекле тикшереү кәрәк икән. УЗИ аппаратында ҡаралыуға сират ҙур - ике аҙна көтөргә тура килде. Уны ҡала уртаһында урынлашҡан Өфө районы поликлиникаһында үттем. Баш ҡалаға терәлеп ятһа ла, район район инде - бина теге быуаттың 70-се йылдарынан ремонт күрмәгән һымаҡ тойолдо. Талонда билдәләнгән ваҡытҡа барһам да, ярты сәғәттән ашыуға һуңлап индем. Яҙылмай килгән ике-өс кешене, саҡырып, табип үҙе алдан үткәрҙе. Аппараттары ла иҫкергән, ахыры, төпкә төшөп ҡарай, сирле эске ағзаны ентекле тикшерә алманылар.
Магнит-резонанслы томография үтмәй булмаҫ, тине йүнәлтмә биргән участка табибы, бындай һөҙөмтәгә аптырай биреп. Тик МРТ тикшерелеүенә яҙылырға мөмкин булған мөҙҙәттәге көндәрҙең береһе лә буш түгел ине. Түләүле клиникаға мөрәжәғәт итеүҙән башҡа сара ҡалманы.
Сығып барғанда пенсия йәшендәге ике ҡатындың ошондай һөйләшеүе ҡолағыма салынды:
- Кемдә ҡаралдың?
- Фәлән Фәләновичта булдым...
- Ул биш минут ҡына ҡабул итә бит. Сирең тураһында яҡшылап төпсөнөп тә тормай...
- Һы... Зато сират юҡ - тиҙ генә инәһең дә, килеп тә сығаһың...
Эйе, дауаханаларҙа беҙҙе иң ҡурҡытҡаны - сират. Сират көтөп ултырыуҙан да бигерәк, уны һаҡлап тотоу, алдыңдан кемдеңдер "һорайым ғына" тип, табипҡа инеп китеүенә юл ҡуймау, һинән алдан һәм арттан баҫыусыларҙы кейеме, башҡа билдәһенән таныу зарурлығы быуынды ала.
Түләүле хеҙмәттең ниндәйе талап ителгәндә лә, йәштәр рекламаға ышанып бармай. Интернет селтәре аша тикшереп, тәҡдимдәр араһынан ыңғай баһаға лайыҡ булғандарын эҙләй. Ысынлап та, һайлап алыу мөмкинлеге унда бик киң. Мин иһә табип тәҡдим иткән телефондан шылтыраттым. Иң яҡын көнгә, үҙем өсөн ҡулайлы ваҡытҡа яҙылдым. Телефондың теге осондағы мөләйем тауыш тикшерелеүгә нисек әҙерләнеү кәрәкле тураһында аңлатмалар бирҙе. Көнө килеп еткәс, клиниканан тағы шылтыратыу булды, килеү-килмәүемде асыҡланылар. Аппарат бит буш тоторға тейеш түгел - ул аҡса сығанағы.
Урамдан тура яҡты һәм бөхтә ҡабул итеү бүлмәһенә эләгәм. Ингән урында ҙур һауыт менән бахилалар ҡуйылған (дәүләт медицина учреждениеларында 10 һумға һатып алырға кәрәк).
- Мин сәғәт өскә яҙылғанмын, - тием күкрәк бейеклегендәге барьер аша ултырған аҡ халатлы ҡыҙға.
- Рәхим итегеҙ... Өҫкө кейемегеҙҙе һалып, шкафҡа элегеҙ. Диванға ултырып, бер аҙ көтһәгеҙ, килешеү ҡағыҙы әҙер булғас, саҡырырмын, - тине ул.
Өс-дүрт кеше ултыра. Бүлмә йылы, таҙа. Телевизор эшләй. Арыраҡ эсәр һыу менән кулер тора.
- Килешеү әҙер. Рәхим итеп, танышығыҙ ҙа, ҡул ҡуйығыҙ, - тип өндәштеләр. Ҡағыҙ эше тамамланғас: - Әҙ генә көтөгөҙ, хәҙер һеҙҙе саҡырырҙар, - тине мөләйем ҡыҙ.
"Рәхим итегеҙ..." "Зинһар өсөн аҙ ғына көтөгөҙ..." - итәғәтле мөғәмәлә, аҙым һайын иҫкәртеп тороуҙары, нимәлер тәҡдим итеүҙәре, күрһәтеүҙәре, аңлатыуҙары, саҡ ҡына тотҡарлыҡ, килеп тыуған башҡа уңайһыҙлыҡтар өсөн (ҡырыҫ тормошҡа өйрәнгән кешеләр булараҡ, беҙ уларҙы, асылда, күрмәйбеҙ ҙә, тоймайбыҙ ҙа) ғәфү үтенеүҙәре... Ғөмүмән, бындай мөхит һинең үҙ баһаңды күтәрә, баҡһаң, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә лә мөнәсәбәттәрҙе бөтөнләй башҡаса ҡороп була ла баһа, тигән фекер тыуҙыра.
Шунан уйлап ҡуяһың: аҡсаһын түләгәс ней...
Был раҫлауҙа дөрөҫлөк тә, яңылышыу ҙа бар, әлбиттә. Сөнки дәүләт ҡарамағындағы дауаханаға барыу ҙа бушлай түгел. Тик был осраҡта аҡсаны, кеҫәнән сығарып, үҙебеҙ бирмәйбеҙ, беҙҙе ҡараған, тикшергән, дауалаған өсөн киткән сығымдарҙы мотлаҡ медицина страховкаһы ҡаплай. Йәғни медицина учреждениеһы һаулығыбыҙ өсөн күпме аҡса түккәнен һәм ҡайтарып алғанын белмәйбеҙ. Аҡса тынлыҡты ярата, тигәндәй, ул күҙгә күренмәй иҫәптән иҫәпкә күсә, тәғәйен еренә барып етә. Әйткәндәй, "Башҡортостан Республикаһының 2025 йылға, 2026 һәм 2027 йылдарҙың план осорона мотлаҡ медицина страховкаһы төбәк фонды бюджеты тураһында"ғы законына ярашлы, 2025 йылға 97,9 млрд һум аҡса ҡаралған. Аҙ сумма түгел был. Дүрт миллионлыҡ республика халҡының һәр кеменә 24,5 мең һум самаһы тура килә.
"Ике осраҡта ла медицина хеҙмәте аҡса менән баһаланғас, нишләп түләүле клиникалар менән дәүләт һаулыҡ һаҡлау ойошмаларында кешегә мөнәсәбәт төрлөсә?" - тигән һорау тыуа. Уға яуап табыуы еңел түгел. Бәлки, беҙ хоҡуҡтарыбыҙҙы белеп еткермәйбеҙҙер, етешһеҙлектәр тураһында ҡысҡырып бармайбыҙҙыр, ялыу менән мөрәжәғәт итмәйбеҙҙер. Закон буйынса, махсуслашҡан страховкалау ойошмалары медицина хеҙмәтенең сифатын һәм теүәл атҡарылыуын даими контролдә тота. Әгәр һәр етешһеҙлек тураһында мәғлүмәт уларға барып етһә, бәлки, хәл яҡшыға үҙгәрер ине.
Хәйер, сәбәптең тәрәнерәктә ятыуы ла ихтимал. Нисек кенә булмаһын, кеҫәнән сығарып үҙ ҡулдарың менән түләгән аҡсаның көсө барыбер ҙурыраҡ. Нишләп улай һуң? Бының нескәлектәрен, мәсьәләнең аръяғын һәр кем, урын-еренә еткереп, үҙе лә фаразлап ҡуя ала.
Рәсәй һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко 25 февралдә Дәүләт Думаһы депутаттары алдындағы отчет докладында, илдең һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында 23,3 мең табип һәм 63,6 мең урта медицина персоналы етмәй, тип белдерҙе. Тимәк, табиптар һаулыҡ һаҡлау учреждениеларындағы хәлдәр менән үҙҙәре лә риза түгел һәм күпләп эштән китә. Баяғы шәхси клиникаларға. Студент саҡта уҡ дауаханаларҙың эске хәлен белеп йөрөгән йәштәр ҙә, диплом алғас, халыҡ һаулығы һағына баҫырға ашыҡмай...
Һаулыҡ һаҡлау өлкәһе үҙенә етди иғтибар талап итә. Юғары трибунанан министр үҙе проблемаларҙы күтәреп сыҡҡас, был турала өҫтә беләләр, тигән уй өмөт уята.
Байгилде МОТАЛЛАП.
"Киске Өфө" гәзите, №13, 4 - 10 апрель 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА