«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Республикалағы һаулыҡ һаҡлау торошо һеҙҙең тормошта нисек сағыла?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЯМАН ШЕШТӘН ҠУРҠЫП ЙӘШӘМӘ, ЙӘШӘҮ РӘҮЕШЕҢДЕ СӘЛӘМӘТЛЕККӘ КӨЙЛӘ!
+  - 


Гәзитебеҙҙең бөгөнгө әңгәмәсеһе - Хәйбулла егете, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Республика клиник онкодиспансерында хирург-онколог вазифаһында эшләүсе Замир Сәлих улы АБДУЛЛИН.

Хөрмәтле Замир Сәлих улы, әңгәмәбеҙ башында үҙең хаҡында бер кәлимә һүҙ әйтеп үтһәң, урынлы булыр ине...

- Мин Хәйбулла районының Ғәлиәхмәт ауылында тыуғанмын. Нәҫелебеҙ Үҫәргән ырыуына ҡарай. Атайым ырыуыбыҙ, нәҫәл-нәсәбебеҙ тураһында бик күп мәғлүмәт туплап, ғаилә шәжәрәһен 27 быуынға тиклем асыҡланы. Миңә 5 йәш тулғас, ғаиләбеҙ Сиҙәм ҡасабаһына (Целинный) күсеп килде, 11 йәшем тулғансы ошо ҡасаба мәктәбендә рус телендә уҡыным. Шунан һуң имтихандар биреп, Өфөләге Башҡорт-төрөк лицейына уҡырға индем. Был мәктәптең үҙенсәлеге шунда булды - математика, физика, химия фәндәре инглиз телендә уҡытылды, шулай уҡ башҡорт теле һәм әҙәбиәте, төрөк теле дәрестәре лә мотлаҡ уҡыу предметтары ине. Күп телдәрҙе белеү бик һәйбәт, һәм, әлбиттә, туған телеңде белеү ҙә үтә мөһим. Мин бәләкәй сағымдан русса уҡығас, башҡорт телен насарыраҡ белә инем, әммә үҙем бик теләгәс, һәйбәт кенә һөйләшергә өйрәнә алдым. Ә бына Сиҙәм мәктәбендә уҡытыусыбыҙ Гүзәл Кашаф ҡыҙы инглиз телен беҙгә бик һәйбәт өйрәтте, быны Өфөгә килгәс кенә аңланым: башҡорт-төрөк лицейында класташтарымдың, хатта элегерәк Өфө мәктәптәрендә уҡығандарҙың да, инглиз телен белеү кимәле минекенән күпкә ҡайтышыраҡ ине.
Әйткәндәй, атайым география уҡытыусыһы булһа, әсәйем врач-педиатр ине. Атайым географ булғас, төрлө илдәр буйлап сәйәхәткә сығып китә инек. Венала, Стамбулда, Ҡаһирәлә булдыҡ, хатта Ҡырғыҙстан менән Ҡытай сиктәрендә булып, Тянь-Шань тауҙарын да барып күрҙек. Сәйәхәткә сығыр алдынан барасаҡ илдәр тураһында күберәк уҡып, билдәле бер мәғлүмәткә эйә булырға тырышыла ине.

Мәктәптә уҡыған йылдарыңда ниндәй фәндәр күңелеңә иң ныҡ оҡшағаны булды?

- Ғөмүмән, мин уҡырға яраттым, барса предметтар ҙа ҡыҙыҡлы тойола торғайны. Әммә тарих дәрестәре барыһынан да нығыраҡ оҡшай ине. Боронғо замандарҙа кешеләр нисек йәшәгән, ниндәй күренекле шәхестәр, тарихи ваҡиғалар булған - былар халҡыбыҙға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уята, рухи тәрбиә нигеҙен булдыра. Бына, мәҫәлән, бер үк тарихи ваҡиға хаҡында төрлө китаптарҙа төрлөсә яҙалар, шунан ҡайҙа дөрөҫлөк, хәҡиҡәт, ә ҡайҙа уйҙырма икәне хаҡында уйлана башлайһың. Мин тағы ла химия фәнен үҙ иттем. Бында уҡытыусыбыҙ Лиза Ҡыям ҡыҙының роле бик ҙур булды. Ул балаларҙа үҙе уҡытҡан фәнгә ҡарата шундай ҡыҙыҡһыныу уята алды: уның һөйләгәнен, аңлатҡанын мөкиббән китеп тыңлайһың, ғәжәпләнәһең, һорауҙар бирәһең. Шуға күрә лицейҙы тамамлауға химия фәне буйынса белемебеҙ сифаты бик юғары булды.

Тимәк, юғары уҡыу йортон һайлағанда икеләнеп тормағанһыңдыр?

- Баштан уҡ йә табип, йә иһә химик-технолог һөнәрен һайлармын тип уйлай инем. Лицейҙы тамамлағас, БДУ-ның химия факультетына уҡырға инергә теләнем, әммә медицина университетына ла документтар тапшырҙым. Һабаҡташ дуҫым да шулай итте. Аҙаҡ икәүләп һөйләштек тә, медуниверситетҡа инергә ҡарар иттек.

Хәҙерге медицинала онкология өлкәһе иң ҡатмарлыларҙан һанала, ул табиптан, теорияны белеүҙән башҡа, ғәмәли тәжрибәне, оҫталыҡты талап итә. Ни эшләп онкология өлкәһен үҙ иттең?

- Тәүҙә эндокринолог һөнәре буйынса әҙерлек (специализация) үтергә уйланым. Биология, биохимия фәндәре, кеше организмының гормональ торошон өйрәнеү миңә үтә ҡыҙыҡлы ине. Эндокринология кафедраһына барып, теләгемде белдерҙем. Тик унан мине кире бороп сығарҙылар: "Беҙгә ҡыҙҙар ғына кәрәк, ә һин егет кеше бит, хирургияға бар", - тинеләр. Ул саҡта ғаиләбеҙ Воркута ҡалаһына күсеп киткәйне, шуға күрә интернатураны ошо ҡалала үттем. Интернатурала уҡығанда торакаль хирургия (күкрәк ағзалары), ҡан тамырҙары хирургияһы менән ҡыҙыҡһына инем. Өфөгә ҡайтҡас, ошо йүнәлеште һайларға, ординатурала уҡырға теләнем. Билдәле онколог Шамил Хәнәфи улы Ганцев ярҙамы менән теләгем тормошҡа ашты: ул мине ординатураға уҡырға алды. Шулай итеп, онкология өлкәһен ентекләп өйрәнә башланым. Шамил Хәнәфи улы республикабыҙҙа онкология буйынса иң көслө теоретиктарҙан һанала, ә хирург-онкологтың эш итеү алымдарын практик рәүештә башҡаларҙан өйрәнәһең.
Ординатурала уҡығанда уҡ торакаль хирургия бүлегендә эшләй башланым - ҡыҙыл үңәс, үпкә, йөрәк һәм башҡа күкрәк ағзаларындағы онкологик сирҙәрҙе хирургик юл менән дауалау бүлеге ул. Уны талантлы хирург, БАССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре докторы Рәшит Ғәзиз улы Баҙыҡов етәкләй ине. Ул минән хирургия өлкәһендә ниндәй операциялар эшләй алыуым тураһында һорашты, ә бер айҙан һуң ошо бүлеккә ярты ставкаға эшкә алды. Миңә тиклем 15 йыл дауамында бүлеккә йәш табиптарҙы алмағандар, сөнки бында эшләү өсөн ҙур тәжрибә туплау мотлаҡ. Әйтергә кәрәк, бында, башлыса, олораҡ быуын хирургтары эшләй ине. Бүлеккә килеү менән тәүҙә хирургтың ассистенты рәүешендә операцияларҙа ҡатнаша башланым. Чижиков Валерий Федорович, Лобода Владимир Витальевич, Сафиуллин Рим Вәли улы кеүек үҙ эшенең оҫталарынан бик күп нәмәгә өйрәндем. Ғөмүмән, теләһә кем хирург була алмай, уның өсөн оло теләк, белем һәм тәжрибә булыуы мотлаҡ.
Хирург өсөн бер яҙылмаған ҡағиҙә бар: операцияны мөмкин тиклем аҙыраҡ ваҡытта һәм уңышлы тамамлай алыу фарыз. Операция ваҡытында сирлегә наркоз бирелә, ул ни тиклем оҙаҡ бара, шул тиклем күберәк наркоз талап ителә, ә был кеше организмына зыян да килтерә. Шуға күрә оҙайлы операцияларҙы үҙһенмәйем.

Башҡортса "яман шеш" тип аталған мәкерле сирҙең башҡа телдәрҙәге атамалары ла бар, улар, башлыса, ҡыҫала тигән һүҙҙе аңлата: русса - рак, грекса - карцивос, латинса - канцер. Был сир ни сәбәпле шулай атала башлаған?

- Берҙән, был сир кешенең ағзаларын ҡыҫала һымаҡ ҡыҫып алып бара, шеш, туҡтауһыҙ ҙурая барып, билдәле бер ағзаның эшмәкәрлегенә зыян килтерә, нормаль күҙәнәктәрҙе ҡыҫырыҡлай һәм юҡҡа сығара. Икенсенән, боронғо Греция табибы Гиппократ (б.э. тиклем 470 - 360 йылдар), яман шеш һәм уның янындағы ҡуҙғыған урындың крабҡа оҡшауына иғтибар итеп, ошо сирҙе грекса "карцинома", йәғни "ҡыҫала шеше" тип атай. Шул уҡ табип "онкос" атамаһын да индерә, ул шеш мәғәнәһен белдерә. Әммә хәҙерге онкологияла яман шеш сирҙәренең барыһы өсөн дә бер карцинома термины ғына ҡулланылмай, был атама ағзаларҙың эпителиаль күҙәнәктеренең шешенә ҡарай; унан башҡа лимфома, саркома һәм лейкоз тип аталған яман шеш сирҙәре билдәле.

Яман шеш сиренең асылын, уның биогенетик механизмдарын ғалимдар нисек аңлата?

- Ниндәйҙер бер сәбәптәр арҡаһында кеше организмының ҡайһы бер күҙәнәктәрендә биологик тайпылыштар хасил була, образлы итеп әйткәндә, уларҙың бүленеү, үрсеү механизмы дөрөҫ эшләмәй башлай. Башлыса, һәр күҙәнәктең йәшәй алыу оҙайлығы була, иҫкергән күҙәнәк юҡҡа сығып, яңыһы менән алышына, ул фәндә апоптоз тип атала. Бындай процестар генетик яҡтан программаланған, үлгән күҙәнәктең ҡалдыҡтары макрофагтар, йә иһә күрше күҙәнәктәр тарафынан "йотолоп", юҡҡа сыға. Был иммун системаһы өсөн бик мөһим, сөнки боҙолған, гендарында мутация барлыҡҡа килгән күҙәнәктәр организм өсөн үтә хәүефле. Яман шешкә сәбәп булған күҙәнәктәрҙә уларҙың нормаль бүленеше юҡҡа сыға, улар бер нисек тә көйләнмәгән, сикләнмәгән рәүештә, туҡтауһыҙ үрсей башлай, шеш барлыҡҡа килеп, үҫә, ҙурая бара. Яман шеште астрономияла ҡулланылған "ҡара тишек" менән сағыштырып була: ул организмдың барса биологик ресурстарын үҙенең контролһеҙ үҫеше өсөн бер туҡтамай һурып алып тора, сирле кеше ябыға, иммун системаһы бындай күҙәнәктәргә ҡаршы тора алмай.

Яман шешкә килтереүсе төп сәбәптәр тураһында аңлатма биреп китһәгеҙ, урынлы булыр.

- Был сирҙең барлыҡҡа килеүенең сәбәптәре күп төрлө. Уларҙың иң хәүефлеләренән генетик сәбәптәрҙе билдәләп үтергә кәрәк. Кеше организмының гендары үҙгәрмәй тормай, әммә кеше геномында төрлө мутациялар башланыуы мөмкин. ДНК сылбырҙарынан хасил булған хромосомаларҙың да төҙөлөшөндә төрлө сәбәптәр арҡаһында мутациялар башлана. Уларҙың ҡайһылары организмдың биологик ритмына зыян килтерә, яман шештең теге йә иһә икенсе бер формаһына сәбәп булып тора.
Иң боронғо кешеләрҙең, бынан 40 - 50 мең йыл әүәлерәк һәм унан да алдараҡ йәшәгән әҙәми заттарҙың ғүмере оҙайлы булмаған: уртаса алғанда, таш быуатында кеше - 20, тимер быуатында 30 йыл тирәһе генә йәшәй алған. Европала хатта ки XVI - XVIII быуаттарҙа ла уртаса ғүмер оҙайлығы ни барыһы 30 - 40 йыл ғына тәшкил иткән. Кешеләр, башлыса, аслыҡ, киң таралған үлемесле инфекциялар, һуғыштарҙың күп булыуы һөҙөмтәһендә күпләп үлеп торған. Әлбиттә, ул замандарҙа ла яман шеш ауырыуы була, әммә ул әллә ни күп осрамай, сөнки ошо ҡыҫҡа ваҡыт арауығында кеше организмында генетик мутациялар күп тупланып өлгөрмәй.
Беҙ - XXI быуат кешеләребеҙ, уртаса ғүмер оҙайлығы күпкә артты, мәҫәлән, Гонконгта, Японияла, Сингапурҙа, Швейцарияла, Финляндияла ҡатын-ҡыҙҙар 85 - 89, АҠШ-та, Европаның алға киткән илдәрендә ирҙәр 80 йәштән уҙып китһә, Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙар ғүмеренең ошо мөһим күрһәткесе 79, ирҙәрҙең 69 йәш. Шул уҡ ваҡытта иҡтисади яҡтан алға киткән илдәрҙә лә кешеләрҙең ваҡытынан алда вафат булыуының сәбәбе, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәренән ҡала, яман шеш менән бәйле. Ни өсөн шулай килеп сыға һуң? Бер яҡтан ҡараһаң, сирле кешеләргә медицина ярҙамы күрһәтеүҙең ыңғай йоғонтоһон күрмәйенсә булмай: хәҙер инфекцион һәм инфекцион булмаған, шулай уҡ хроник ауырыуҙарҙы ваҡытында дауалау мөмкинлектәре күпкә артты, яңы дауаханалар, поликлиникалар, ФАП-тар асыла, заманса техник саралар, приборҙар, инструменттар ҡулланыла, бик күп төрлө дарыуҙар бар. Икенсе яҡтан, граждандар күп төрлө дарыуҙарҙы үҙҙәре һатып ала, шул уҡ антибиотиктарҙы, гормональ препараттарҙы кәрәккәндә лә, кәрәкмәгәндә лә күпләп ҡуллана. Дарыуҙарҙы файҙаланыуҙың билдәле бер нормалары, сиктәре булыуына иғтибар етмәй, уны табип ҡына билдәләй ала. Антибиотиктарҙың һәм башҡа төрлө дарыуҙарҙың файҙаһы менән бергә билдәле кимәлдә зыяны булыуын оноторға ярамай. Улар ҙа ҡайһы бер яман шеш ауырыуҙарына сәбәпсе булыуы мөмкин.

Генетика фәнендә кешеләр йәшәгән мөхиттең таҙа булыуына, экологияның кеше организмына кире йоғонто яһауы менән бәйле проблемаларға иғтибар ҙур. Йәмғиәттә, ғәҙәттә, онкологик сирҙәрҙең күбәйеүен экологияға ла бәйләйҙәр...

- Эйе, Башҡортостан экологик яҡтан хәүефле төбәктәр иҫәбенә инә. Әйтергә кәрәк, РФ төбәктәре араһында республикабыҙ һауаға сығарылған зарарлы матдәләр буйынса етенсе урынды биләй: йылына 560 мең тоннанан ашыу химик матдә кешеләр һулаған һауаны бысрата.
Беҙ бер кире ҡаҡҡыһыҙ ҡағиҙәне танырға мәжбүрбеҙ: мөхит экологияһы ни тиклем насарыраҡ, онкологик сирле кешеләр ҙә шул тиклем күберәк. Беҙҙең ҡалаларҙа тирә-яҡ мөхитте бысратыусы предприятиелар байтаҡ, улар һәр саҡта ла экологик ҡануниәт талаптарын теүәл үтәй, тип әйтеп булмай. Шулай уҡ хәҙерге ҡала урамдарында автомобиль хәрәкәте уғата көсәйҙе, машина моторҙарынан сыҡҡан төтөн һәм газдар ҡала һауаһын бысратыусы төп факторға әйләнде. Шуға күрә яман шеш ауырыуҙары Салауат, Күмертау, Межгорье, Стәрлетамаҡ, Өфө ҡалаларында йәшәүсе кешеләрҙә, башҡа төбәктәр менән сағыштырғанда, күберәк теркәлә.
Миҫал өсөн 2023 йылда Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор биргән мәғлүмәттәргә иғтибар итәйек. Республикабыҙҙа онкологик сирҙәр буйынса 100 меңдән ашыу пациент диспансер иҫәбендә тора, 14 544 кешелә яман шеш булыуы тәүләп теркәлгән, уртаса күрһәткес - 100 мең кешегә 2355,7 сирләүсе. Иң юғары күрһәткес Салауат ҡалаһында - 3 057,8 кеше, унан һуң Күмертауҙа - 2970,9, өсөнсө урында Межгорье - 2 806,3. Яман шеш иң аҙ теркәлгән райондар - Әбйәлил (1215,8) һәм Баймаҡ (1237,9).

Нисек уйлайһығыҙ, ни өсөн Башҡортостандың Кушнаренко һәм Балтач райондарында онкологик сирҙәрҙең сағыштырмаса кимәле хатта шул уҡ Салауат, Күмертау ҡалаларындағынан байтаҡҡа артып киткән. Унда зыянлы завод-фәләндәр юҡ та инде?

- Быны аңлай, асыҡлай алыр өсөн ғилми тикшеренеүҙәр уҙғарыу талап ителә. Бәлки, ошо райондарҙағы эсәр һыуҙарҙың химик составында канцероген матдәләр күберәктер. Тағы ла бер факторҙы билдәләмәй булмай: элегерәк райондарҙа яман шеш сирҙәрен тәүләп асыҡлау бик һуңлап ғәмәлгә ашырылһа, хәҙер граждандарҙы дөйөм диспансеризациялау күпкә алдымыраҡ, шуға күрә был фактты ошо сәбәп менән дә бәйләп аңлатырға мөмкин.

Башҡортостанда ниндәй онкологик сирҙәр өҫтөнлөк итә?

- Пациенттарҙа тәүләп табылған яман шештәр исемлеге ҡатын-ҡыҙҙарҙың һөт биҙҙәре шеше менән башланһа, икенсе урында - ир-аттарҙың простата биҙе шеше, өсөнсө урында - үпкә шеше, дүртенсеһендә - тән тиреһе шеше, бишенсеһендә -йыуан эсәк шеше.

Кешеләрҙең яман шеш сиренә дусар булыуының күп кенә башҡа сәбәптәре лә булыуы билдәле.

- Дөрөҫ, барыһын да бер экология торошо менән генә бәйләп булмай. Бына үпкәнең яман шеше сағыштырмаса күп теркәлә. Әлбиттә, ошо яман сир ирҙәрҙә ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда 7 - 10 тапҡырға күберәк. Сәбәбе - беҙҙең тәмәке тартыусы ир-аттарыбыҙ тиҫтәләрсә йылдар дауамында үпкәләрен көслө канцерогендар менән ағыулай. Тәмәке төтөнөнә спектраль анализ үткәреү унда 50-гә яҡын канцероген матдә булыуын асыҡланы. Әгәр тәмәке тартмаусыларҙа үпкә яман шеше 100 мең кешегә 3,4 осраҡ булһа, ошо уҡ нисбәт көнөнә ярты ҡап сигарет тартыусыларҙа 51,4 кеше, 1 -2 ҡап тәмәке тартыусыларҙа - 143,9-ға тиклем етә, ә инде көнөнә 2 ҡаптан артыҡ тартыусыларҙа үпкә яман шеше күрһәткесе 217,3 тәшкил итә. Был, дөрөҫөн әйткәндә, үҙеңә үҙең күпмелер ваҡытҡа кисектерелеп торған үлем ҡарары сығарыуға тиң.

Ә беҙ көн һайын ҡулланған аҙыҡ-түлектең дә сифаты һәр осраҡта ла яҡшы тип әйтеп булмай. Ашҡаҙан-эсәк юлдарының яман шеше ошо факт менән бәйле булыуы күптән билдәле бит инде.

- Был да бик дөрөҫ һығымта. Бына беҙҙә көнбағыш майын бик күп ҡулланалар, унда холестерин юҡ тип, төрлө ашамлыҡтарҙы табала ҡыҙҙыралар. Әммә ҡыҙҙырып әҙерләү өсөн таҙартылған (рафинированный) үҫемлек майҙарын (зәйтүн, авокадо) ғына ҡулланыу фарыз, сөнки таҙартылмаған майҙарҙы ҡыҙҙырғанда трансмайҙар барлыҡҡа килә, улар канцероген матдәләр иҫәбенә инә. Табип-онкологтар хайуандарҙың эске майынан әҙерләнгән туңмайҙарҙың кеше организмы өсөн файҙалы булыуын асыҡланы.
Йәнә беҙҙең магазиндарҙа ыҫланған ит аҙыҡтары, синергетик эсемлектәр, ГМО-лы ашамлыҡтар күпләп һатыла, консерваланған ризыҡтарҙы оҙаҡ һаҡлау маҡсатында уларҙың составына төрлө химик консерванттар ҡушыла - былар барыһы ла кеше организмы өсөн үтә зарарлы. Бындай аҙыҡтарҙы күпләп һәм даими ҡулланғанда уларҙың канцероген йоғонтоһонан ҡотолоп булмай.
Алкоголле эсемлектәр ашҡаҙан, эсәк, ашҡаҙан аҫты биҙе, бауыр өсөн үтә зарарлы, улар ошо ағзаларҙа яман шеш булдырыусы факторҙарҙың беренсе рәтендә тора. Ә был ағзаларҙы дауалау бик ҡатмарлы һәм оҙайлы ваҡыт талап итә. Бына беҙҙә һыраны самаһыҙ күп эсеүсе кешеләр был эсемлекте үҙҙәре өсөн зарарһыҙ, тип иҫәпләй. Ә ул бауырҙың май менән ҡапланыуына, циррозға алып килеүенә сәбәпсе икәне күптән билдәле бит инде, сөнки уның составында канцероген матдәләр етерлек. Ҡыҙғаныс, һыра һөйөүселәрҙе хатта кәүҙәләрендә ҡатын-ҡыҙҙарға хас физик сифаттар хасил булыуы ла туҡтатмай.

Яман шеш сиренә дусар булмаҫ өсөн замандаштарыбыҙға ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?

- Улар хәҙер киң билдәле, сөнки илебеҙҙә лә, Башҡортостанда ла онкологик сирҙәрҙе профилактикалау программалары эшләп килә. Иң элгәре организмға ҙур зыян килтергән йәшәү рәүешенән, алама ғәҙәттәрҙән арыныу, ваз кисеү фарыз. Улар иҫәбендә - тәмәке тартыуҙан, хәмерле эсемлектәр ҡулланыуҙан баш тарта алыу. Ашап-эсеүҙә, төрлө ризыҡтарҙы ҡулланыуҙа биологтар, табиптар, диетологтар кәңәштәрен үтәргә тырышыу, йәшелсә-емештәргә өҫтөнлөк биреү, һаулыҡ өсөн файҙалы дарыу үләндәрен даими ҡулланыу кәрәк. Артыҡ ныҡ һимереү үтә зыянлы, аш өҫтәленән туйыр-туймаҫ китеү хәйерлерәк. Кеше организмында торғонлоҡ, ҡатып ҡалғанлыҡ булмаһын, ағзалар саф һауа менән даими тәьмин ителеп торһон тиһәк, хәрәкәт итергә, физик күнекмәләр эшләргә, тәбиғәт ҡосағына йышыраҡ сығырға кәрәк.
Һаҡланғанды Аллаһ үҙе һаҡлай, тиҙәр. Ғөмүмән, яман шештән ҡурҡып йәшәүҙән фәтеүә юҡ, ундай сир, башлыса, кешенең физиологик һәм психологик халәте менән бермә-бер бәйле. Айыҡ, сәләмәт йәшәү рәүешен үҙ итеү, үҙ организмыңа үҙең ышанып, оло йәштәргә тиклем иҫән-һау йәшәй аласығыңды маҡсат итеү бик тә урынлы. Минең практикамда шундай бер ғәжәп хәл булды: бер ҡатын-ҡыҙҙа яман шеш булыуын фаразлап, беҙҙең онкоүҙәккә йүнәлтмә биргәндәр. Диагноз дөрөҫләнде. Әммә был пациент: "Миндә бер ниндәй ҙә яман шештең булыуы мөмкин түгел, мин быға бөтә йәнем-тәнем менән ышанам!" - тип, дауаланыуҙан баш тартты. Бер нисә айҙан ошо ҡатын беҙҙә яңынан диагностика үтте. Ни күҙебеҙ менән күрәбеҙ - уның организмында бер ниндәй ҙә яман шеш күрһәткестәре табылманы. Был кеше психикаһының, уның үҙаңының ни тиклем ҡеүәтле көс була алыуына дәлил. Кешенең иммун системаһы көслө булһа, ул яман шеште лә юҡ итә ала. Әммә ир-аттарға ла, ҡатын-ҡыҙҙарға ла, бигерәк тә 50-60 йәштән һуң йылына иң кәмендә ике мәртәбә терапевтҡа барып тикшерелеү, диспансеризация үтеү мотлаҡ. Юғиһә, беҙҙең онкоүҙәккә килеүселәр уғата һуңлай - уларҙың яртыһынан күберәгендә яман шеш 3-сө - 4-се стадияға еткән була. Ә сир ваҡытында билдәләнһә, уны дауалау уңышлыраҡ була, кеше ғүмере байтаҡ йылдарға оҙайтыла.

Шулай итеп...
Халҡыбыҙ нисек дөрөҫ әйткән: "Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух". Әҙәм балаһының йән һәм тән сәләмәтлеге - уның иң ҙур байлығылыр, сөнки һәр кемдең тормош бәхете уның таҙалығы, иҫәнлек-һаулығы менән бермә-бер бәйле.

Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ
әңгәмә ҡорҙо.

"Киске Өфө" гәзите, №13, 4 - 10 апрель 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.04.25 | Ҡаралған: 77

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 апрелдән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 872 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ. Ошо ун көнлөктә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru