«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Республикалағы һаулыҡ һаҡлау торошо һеҙҙең тормошта нисек сағыла?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СИРҘЕ ИҪКӘРТЕҮ ӨСӨН...
+  - 

Республика Медицина иҫкәртеүе һәм йәмәғәт һаулығы үҙәгенең баш табибы, медицина фәндәре кандидаты Алиса МАМАЕВА хәүефле сирҙәрҙе иҫкәртеү өсөн даими рәүештә ниндәй анализдар тапшырыу кәрәклеге хаҡында һөйләне.

- Физик әүҙемлек һәм эш һәләтлеген һаҡлау өсөн даими табипҡа күренеп тороу һәм 18 йәштән 39 йәшкәсә - өс йыл һайын, ә инде 40 йәштән һуң йыл һайын диспансеризация үтергә кәрәк. Түбәндәге анализдарҙы тапшырып тороу ҙа файҙалы булыр: холестерин - йыл һайын (атеросклероз, инфаркт, инсульт хәүефенә контроль йәһәтенән), глюкоза - йыл һайын (шәкәр сирен иҫкәртеү өсөн), ҡанға дөйөм анализ - 40 йәштән һуң - йыл һайын (елһенеү күренештәрен иҫкәртеү, аҙ ҡанлылыҡ), йәшерен ҡанға тиҙәк - 40 йәштән һуң ике йылға бер тапҡыр (эсәк яман шешенә скрининг), С гепатитына антитела - 25 йәштән һуң 10 йылға бер, өҫтәмә анализдар (АЛТ, АСТ, креатинин һ.б.).
Алиса Мамаева әйтеүенсә, күп кенә етди сирҙәр, шул иҫәптән, йөрәк-ҡан тамырҙары, диабет һәм яман шеш үҙе хаҡында белгертмәүе мөмкин. Шуға күрә, сир ихтималлығын ваҡытында асыҡлау һәм уларҙы иҫкәртеү өсөн был анализдарҙы тапшырыу бик мөһим. Был йәштәр өсөн дә кәрәк. Ике йылға бер флюорография үтеп тороу мотлаҡ. Ҡатын-ҡыҙҙар 18 йәштән гинекологта ҡаралырға, УЗИ йә маммография үтергә тейеш. Ғөмүмән, 40 йәштән һуң һаулыҡҡа иғтибарҙы көсәйтеү зыян итмәҫ ине. Ирҙәргә иһә 45 йәштән һуң простат-специфик антиген (ПСА) анализын биш йылға бер тапшырып тороу мотлаҡ тәҡдим ителә. Унан һуң 39 йәшкә тиклем - өс йылға бер тапҡыр, ә 40 йәштән һуң йыл һайын терапевҡа күренеү ҙә зыян итмәйәсәк. Был организм торошон күҙәтеп торорға һәм сир хәүефен ваҡытында иҫкәртеүгә булышлыҡ итәсәк.
Табиб әйтеүенсә, ир-егеттәр, ғәҙәттә, үҙҙәренең һаулыҡ торошо хаҡында әллә ни хәстәрлек күреп бармай, шуға күрә уларға ҡайһы бер сирҙәрҙән һаҡланыу буйынса ябай ғына кәңәштәр биреү артыҡ булмаҫ ине. Әйткәндәй, ирҙәргә лә үҙҙәренең бил үлсәмен күҙәтеп барыу кәрәк. Әгәр был күрһәткес күләме 94 см-ҙан артып китә икән, туҡланыу рационын үҙгәртеү һәм әүҙем тормош рәүешенә күсеү кәрәк. Иммунитетты нығытыу һәм аш һеңдереү эшмәкәреген көйләү өсөн көнөнә 400 г йәшелсә һәм емеш-еләк ашарға кәрәк. Даими йоҡоһоҙлоҡ кәүҙә ауырлығы артыуына һәм йонсоуға килтерә, шуның өсөн яҡшы елләтелгән бүлмәлә 7-8 сәғәт йоҡо тейеш. Алкоголь, тәмәке, вейп һәм кальян үпкәгә, йөрәккә, ҡан тамырҙарына ғына зыян килтереп ҡалмай, дөйөм һаулыҡ һәм кәйеф торошон да ағыулай. Аҙнаһына 150 минутлыҡ һәүетемсә физик көсөргәнеш кәрәк. Бының өсөн хәлдән тайғансы ауыр эш башҡарырға йә спортзалда тир түгергә лә кәрәкмәй, тышта йөрөү, йөҙөү, велоспорт, йога йә бейеү менән шөғөлләнеү ҙә ярап ҡалыр ине.

"Киске Өфө" гәзите, №13, 4 - 10 апрель 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 03.04.25 | Ҡаралған: 67

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 апрелдән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 872 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ. Ошо ун көнлөктә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru