«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Республикалағы һаулыҡ һаҡлау торошо һеҙҙең тормошта нисек сағыла?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛА ЭШ МЕНӘН ҮҪҺӘ БӘХЕТКӘ ЮЛ АСЫЛА
+  - 

Хәйбулла районы Степной ауылынан ете бала тәрбиәләгән Ҡоҙашевтар ғаиләһе өсөн быйылғы йыл матур мәшәҡәттәрҙән башланып китте. "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2025" республика конкурсында ҡатнашып, Гран-при яуланы улар.

Атай менән әсәй үҙҙәре лә күп балалы ғаиләнән. Тимәк, ысын башҡорт ғаиләһе. Йәмил Йылайыр районының Һабыр ауылында етенсе бала булып донъяға ауаз һала. Степной ҡыҙы Альбина ла туғандары менән ғорурлана ала - туғыҙ балалы ғаиләлә үҫә ул. Ике йәш йөрәктең тормош юлдары бергә киҫешеүе һис тә осраҡлы түгел, маҡсаттары, донъяға ҡараштары уртаҡ уларҙың. 2000 йылда танышып, ғаилә ҡороп ебәрһәләр, инде һиҙҙермәй генә 25 йыл үтеп тә киткән. Ошо йылдар эсендә, тәбиғи, һынауҙар ҙа булғандыр, ләкин берҙәмлек, татыулыҡ булған ерҙә һәр саҡ тормош усағы гөрләй. Ҡоҙашевтар ғаиләһе тураһында шулай тип кенә әйтергә була: мөхәббәт, бер-береһенә ихтирам һәм һаҡсыл мөнәсәбәт. Ете баланы ла ошо рухта тәрбиәләйҙәр, ҡошсоҡтарының киләсәге яҡты булырына, йәмғиәткә, халҡына файҙалы булып үҫерҙәренә шикләнмәйҙәр. Ошондай юғары маҡсат менән йәшәгән Ҡоҙашевтарҙың конкурстарҙа ҡатнашыр көстәре лә, күрһәтер эштәре лә етерлек. Ғаилә башлығы менән әңгәмә ҡорабыҙ.

Йәмил, "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2025" конкурсында ҡатнашыу ҙур әҙерлек талап иттеме? Һеҙҙең өсөн көтөлмәгәнерәк булдымы әллә?

- Конкурста ҡатнашығыҙ әле, тигән тәҡдим килгәс, бер ҙә икеләнеп тормай, риза булдыҡ та ҡуйҙыҡ. Сөнки уға тиклем дә төрлө ярыштарҙа көс һынағаныбыҙ булды, ниндәйҙер тәжрибәбеҙ бар, тимәксемен. "Йәш ғаилә", "Супер ғаилә" һәм башҡа конкурстарҙа ҡатнашып, алдынғы урындарҙы яулай торғайныҡ. "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе - 2025", әлбиттә, уларҙан бер ни тиклем айырыла, шулай ҙа ғаилә көсөнә ышанғандар еңелеп ҡалмаясаҡ. Тәүге этапта әллә ниндәй оло тырышлыҡ һалдыҡ, тип әйтмәйем, бары тормош-көнкүрешебеҙ нисек, шуны асыҡ һәм теүәл итеп күрһәтергә тырыштыҡ, һәм тәүге турҙы еңел генә үттек тә киттек. Икенсе этапта ситтән тороп ҡатнашыу талап ителде. "Акъяр ТВ" хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт. Улар төшөргән ролик баһалама ағзаларына ебәрелде. Беҙҙең өсөн иң ғәжәбе шул булды - конкурста ҡатнашҡан 81 ғаилә араһынан беҙ беренсе урынды яуланыҡ. Шулай итеп, республика этабына үтеп тә киттек. 1 мартта иһә бөтөн ғаиләбеҙ менән Стәрлетамаҡ ҡалаһына юл алдыҡ. Ярыш юғары кимәлдә ойошторолғайны, ойоштороусылар тулы көстәренә эшләне, бай йөкмәткеле булды. Гран-приға беҙ эйә булырбыҙ ҙа, 100 мең һумлыҡ сертификат алырбыҙ, тип һис тә уйламағайныҡ. Хәйбулла районын танытыуыбыҙ, уның исеменән сығыш яһай алыуыбыҙ менән ғорурбыҙ. Район хакимиәтенә, мәғариф идаралығына рәхмәтебеҙ ҙур, айырыуса балаларыбыҙ өсөн ҡыуандыҡ. Улар үҙҙәрен һынап ҡараны, һәм еңеүселәр булып сығыш яһаны. Ошонан да оло бәхет бармы ни!

Ишле ғаиләнең хәстәре лә, мәшәҡәттәре лә етерлек. Бала тәрбиәләүҙә нимәгә нығыраҡ иғтибар итәһегеҙ?

- Альбина ла, мин дә ишле ғаиләлә үҫтек. Бындай ғаиләләрҙә балалар бер-береһенә терәк булып, ярҙамлашып, яуаплылыҡ алып үҫәләр. Шулай булғас, беҙ ошо сифаттарҙы үҙебеҙҙең балаларҙа ла күрергә теләнек. Тап балалар күп булғанда ғына "ғаилә" тигән һүҙ үҙенең ысын мәғәнәһен аса. Уҡыу мәлеме, каникулмы, беҙҙең ғаилә таң менән ҡуша тора. Иртән ашап алғас, һәр беребеҙ үҙ эшебеҙ менән булышабыҙ. Ике балабыҙ балалар баҡсаһына йөрөй, дүртәүһе - мәктәпкә. Өлкән улыбыҙ Аҡъяр тау колледжында уҡый. Төшкөлөккә дәррәү ҡайтып инәбеҙ, балаларҙы ашатабыҙ, унан ҡатын менән йәнә эшкә сығып китәбеҙ. Балалар инде дәрес әҙерләйҙәр, өйҙө йыйыштырып, мал-тыуарҙы ҡарап ҡуялар. Кис ҡайтыуға, бөтә нәмә әҙер, эшләнгән.
Иң мөһиме, балаларҙы хеҙмәт һөйөргә өйрәтергә кәрәк, бала эш менән үҫһә, сынығыу ала. Һәр эште дөрөҫ бүлеү тигән әйбер бар - һәр баланың үҙ бурысы булырға тейеш. Тәүге балабыҙ тыуғанда өләсәй-ҡәрсәй, ҡартатайҙарҙың ярҙамы ҙур булды. Унан инде үҙебеҙ ҙә тормош көтөргә оҫтарҙыҡ. Өлкән балалар бәләкәстәрен ҡараша, бик хәстәрлекле улар, кешегә ярҙам итергә генә торалар. Битараф түгелдәр. Өлкән улыбыҙ Арыҫлан туған-тыумасаларға бесән сабыша, мал ҡарашырға ярҙамлаша. Бәләкәстәре иһә уға оҡшарға тырышылар, шуға ла өлкәндәрҙең абруйлы булыуы мөһим.

Буш ваҡытығыҙҙы нисек үткәрәһегеҙ? Ҡайҙа ял итергә яратаһығыҙ?

- Беҙҙең ғаилә балыҡсылыҡ менән мауыға башланы әле. Йылға буйында бергәләшеп мәж килеү, шәп балыҡ ҡарпыр, тип ҡармаҡ тотоп ултырыу - бөтәһе лә күңелебеҙгә хуш килә. Шуныһы, нимә эшләһәк тә, беҙ бергәбеҙ. Йәй етһә, баҡса менән булышабыҙ, емеш-йәшелсәбеҙ күп. Алмағас, груша ағастары, виноград - бөтәһе лә бар. Һыйыр малы, йылҡы тотабыҙ. Яҙ етһә, 100 баш өйрәк, 30 ҡаҙ, 50 бройлер тауыҡ алабыҙ. Хеҙмәт - ул иң шәп ял. Ауылда барған төрлө эштәрҙән ситтә ҡалған юҡ. Районда үткән сараларҙа ла ҡатнашабыҙ. Балаҡайҙарыбыҙ беҙҙән күреп, шулай уҡ әүҙемселәр булып үҫәләр. Иң мөһиме, улар иҫән-һау булһындар. Һау-сәләмәт кеше генә ҙур эштәр атҡара, оло маҡсатар менән йәшәй һәм бүтәндәрҙе лә үҙе артынан эйәртә ала.

Фәрзәнә АҠБУЛАТОВА.
"Киске Өфө" гәзите, №14, 11 - 17 апрель 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.04.25 | Ҡаралған: 105

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 апрелдән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 872 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ. Ошо ун көнлөктә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru