«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Республикалағы һаулыҡ һаҡлау торошо һеҙҙең тормошта нисек сағыла?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАҘАРҘЫ. ТАҘАРТЫЛМАНЫ.
+  - 

Һәр яҙ тотош илдә, шул иҫәптән беҙҙең баш ҡалабыҙҙа ла йыйыштырыу-таҙалау өмәләре ойошторола. Өфө халҡы берҙәм булыуы менән айырылып тора. Быға тиклем үткән өмәләрҙә мәктәп уҡыусылары, студенттар, төрлө ойошма хеҙмәткәрҙәре ихлас ҡатнашты. Эштәр ҙә гөрләне, музыка яңғыраны, йәнле аралашыу ҙа барҙы, хатта элекке замандарҙағы кеүек туҡланыу нөктәләре ойоштороп ебәрелде.

Ҡала бермә-бер таҙарып ҡалды. Шулай ҙа өмәгә лә, ҡаланың таҙалығына ла төкөрөп ҡараусы шәхси ойошмаларҙың булыуы күңелде ҡыра. Мәҫәлән, Аксаков паркына ҡаршы бейек йорттоң беренсе ҡатында урынлашҡан төрлө шәхси ойошмалар алдындағы ҡыш буйына йыйылған сүп-сар шул килеш ятып ҡалды. Бындай тәртипһеҙлеккә юл ҡуйырға ярамай - әгәр ҙә шунда эшләйһең, ниндәйҙер хеҙмәттәр күрһәтәһең икән, тимәк, ул тирәне ялтыратып тоторға тейешһең.
Мин, Башҡорт дәүләт медицина университеты студенты булараҡ, Телеүҙәктән уҡыу йортона көн дә йәйәү йөрөйөм. Һәм бына нисә йылдар буйы Гоголь һәм Карл Маркс урамы араһында урынлашҡан ойошма һәм магазиндарға илтеүсе баҫҡыстарҙың ҡот осҡос хәлдә булыуын күреп күңелем ҡыйыла. Ҡаланың тарихи үҙәгендә урынлашҡан, көнөнә меңәрләгән кешенең күҙенә бәрелеп ятҡан ошо емерек баҫҡыстар хатта үҙҙәре лә илай төҫлө. Быйыл ҡышын уларҙы бөтөнләй таҙартыусы кеше булманы, магазинға күтәрелергә теләүселәрҙең нисек ыҙалауҙарын күреп-аңғарып йөрөнөм. Кемдең яуаплылығындалыр был баҫҡыстар, кем уларҙы төҙөкләндерергә һәм кем ҡышын ҡарҙан таҙартырға тейештер - белмәйем, әммә ҡалабыҙҙың йөҙөнә ҙур ҡыҙыллыҡ килтереп тора улар.
Шулай уҡ мине ҡалала сүп-сар һауыттарының бик әҙ булыуы борсой. Шул уҡ ҡаланан ситтәге автобус туҡталҡалары янында ла улар юҡ кимәлендә. Ни өсөн матур, ныҡ сүп-сар һауыттары ултыртып бөтмәҫкә һәм уларҙы даими таҙалап тормаҫҡа һуң? Был бит беҙҙең көндәлек тормошобоҙға тура йоғонто яһай.
Ыңғай күренештәр ҙә бихисап баш ҡалала. Мәҫәлән, Өфө урамдары буйлап хәҙер ҙур, таҙа автобустар елдерә. Һәм уларҙың ҡайһы берҙәренең тематик йәһәттән биҙәлеүен күреү миңә бик оҡшай. Күптән түгел генә Өфөлә Башҡортостандың Милли музейы бренды аҫтында йөрөгән автобусты күрҙем. Был, берҙән, музейға иғтибарҙы арттыра. Икенсенән, автобус үҙе лә йәнләнеп ҡалғандай. Ошондай брендланған автобустар күберәк булһын ине ҡала урамдарында. Шулай итеп, ҡаланың үҙендә өмәләр үтте, таҙартылды, йыуылды, тигәндәй. Ә хәҙер ҡаланан әҙ генә ситкә сығып ҡарайыҡ: трасса буйҙары, ауылдарға илткән юлдар, автобус туҡталҡалары янында сүп-сар өйөмдәре ята әле...

Алмаз ЙӘНБИРҘИН.
"Киске Өфө" гәзите, №14, 11 - 17 апрель 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.04.25 | Ҡаралған: 51

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 апрелдән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 872 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ. Ошо ун көнлөктә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru