
6 апрелгә ҡарай төндә Киев режимы ҡарамағындағы территорияларҙа бер нисә тапҡыр һауа һөжүме хаҡында иғлан ителгән, Киевтың ҡайһы бер райондарында көслө янғындар сыҡҡан. Дошман тылына һөжүмгә РФ Хәрби-диңгеҙ флоты ла йәлеп ителгән: кораблдәр "Калибр" ҡанатлы ракеталар осорған; Ту-95МС алыҫ авиация көстәренең стратегик ракеталар йөрөтөүсе туғыҙ самолеты һауаға күтәрелгән.
Рәсәй ғәскәре тарафынан дошман тылына ракета һөжүме ҡулланыуҙың етди сәбәптәре бар: Киев режимы, энергетика объекттарына һөжүмде 30 көнгә туҡтатып тороу хаҡында ике яҡлы килешеүҙе күрәләтә боҙоп, беҙҙең энергетика объекттарына һәм граждандар инфраструктураһына туҡтауһыҙ һөжүм итә, тыныс ҡалалар өҫтөнә шартлатҡыстар яуҙыра. Былай ғына ла түгел, пилотһыҙ шартлатҡыс аппараттар һәм артиллерия уты ҡулланыуҙы арттырғандан-арттыра бара. 4 һәм 5 апрелдә генә лә Украина ҡораллы көстәре Брянск, Белгород, Смоленск, Липецк, Воронеж, Херсон өлкәләрендәге энергетика объекттарына төбәп, 14 тапҡыр һөжүм итте. Рәсәй һауа һөжүменә ҡаршы оборона көстәре Украина яғынан осоролған 107 дошман шартлатҡыс аппаратын юҡ итеүгә өлгәште.
Был осорҙа иһә АҠШ тарафынан индерелгән яңы пошлиналар донъя илдәре даирәһендә шау-шыу, хәүеф һәм ризаһыҙлыҡтар килтереп тыуҙырҙы. АҠШ президенты Дональд Трамптың ҡайһы бер илдәргә ҡарата иғлан ителгән "сауҙа һуғышы" дөйөм үҫеш һәм инвестициялар өлкәһендә прогресҡа аяҡ сала, тип белдерҙе Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының сауҙа һәм үҫеш буйынса Конференцияһы. Мәғлүм булыуынса, 2 апрелдә Дональд Трамп сит илдәрҙән индерелгән импортҡа үҙ-ара пошлиналар билдәләү хаҡында иғлан иткәйне. Юғары пошлиналар һалыныусы илдәр исемлеге лә пәйҙә булды: Камбоджа тауарҙарына ҡарата 49 процент, Вьетнамға - 46, Таиландҡа - 36, Ҡытайға - 34, Тайванға - 32 , Евросоюзға 20 процент пошлина ҡулланыласаҡ. Ҡытай властары тәүҙә ошо сәбәпле АҠШ менән сауҙа мәсьәләләрен көйләүҙә үҙ-ара һөйләшеп аңлашырға теләк белдергәйне, ләкин ҠХР Дәүләт советының тарифтар буйынса комиссияһы 10 апрелдән АҠШ-тан килтерелгән тауарҙарға ҡара-ҡаршы рәүештә шулай уҡ 34 процент пошлина һалынасағы хаҡында белдерҙе һәм Америкаға сығарылыусы һирәк осраусы металдар ҡулланып етештерелгән тауарҙарға махсус контроль булдырырға ҡарар итте. Ҡытай властарының был аҙымын Трамп, дөрөҫ булмаған уйын һәм паника, тип атаны. Трамп сәйәсәте арҡаһында килеп тыуған яңы донъяуи тәртип айҡанлы Европарламент та үҙ фекерен белдермәй ҡалманы. Европа халыҡ партияһы башлығы Манфред Вебер әйтеүенсә, АҠШ юғары импорт пошлиналары хаҡында белдергән көн - ул "ҡара көн"гә әйләнде, был хата аҙым, тине депутат һәм Евросоюзды Трампҡа ҡаршы башҡа илдәр менән сауҙа килешеүҙәре төҙөп, инициативаны ҡулға алырға саҡырҙы.
Әйткәндәй, Трамптың үҙен самаһыҙ иркен тотоп, бығаса күрелмәгән тәртиптәр булдырырға ынтылыуы һәм, ғөмүмән, уның эске һәм тышҡы сәйәсәте АҠШ-тың үҙендә лә ҙур ризаһыҙлыҡтар тыуҙыра. АҠШ Конгресының Демократтар партияһы алдағы 30 көн эсендә Трампҡа импичмент иғлан итергә йыйына, ләкин Рәсәй сенаторы Алексей Пушков әйтеүенсә, был ниәт барып сыҡмаясаҡ, сөнки импичмент белдереү өсөн Трампҡа тағырлыҡ ғәйеп юҡ. INTERFAX.RU хәбәренә ҡарағанда, АҠШ-тың 50 штатында ла һәм Европа илдәрендә Дональд Трамп сәйәсәтенә, шулай уҡ хөкүмәт һөҙөмтәлелеге департаменты етәксеһе Илон Маскҡа ҡаршы протест акциялары булып, унда миллиондарса кеше ҡатнашыуы хаҡында хәбәр ителә. Ризаһыҙлыҡ белдереүселәр араһында Республикасылар партияһы вәкилдәренең дә булыуы уғата һағайта. Хатта ки Трамптың уң ҡулы булған Илон Маск та президент сәйәсәтенә ҡарата ризаһыҙлыҡ белдереп, Евросоюз менән ирекле сауҙа зонаһы булдырыу фекерен яҡлауы хаҡында әйтте. Ә Дональд Трамп журналистарға иғлан иткән пошлиналарҙан баш тартырға уйламай, киреһенсә, ул тап ошо мәсьәлә буйынса Европа һәм Азия илдәре лидерҙары менән осрашып һөйләшеүе һәм партнерҙарының әлеге пошлиналар нигеҙендә сауҙа килешеүе төҙөргә риза булыуҙары хаҡында һөйләне. Ә бына АҠШ-тың үҙендәге Эшҡыуарлыҡ институты белдереүенсә, Трамптың пошлина формулаһында математик хата бар һәм ул пошлиналарҙы дүрт тапҡырға күтәреүҙә күренә, һөҙөмтәлә башҡа дәүләттәр тарафынан да ҡара-ҡаршы тарифтар юғары килеп сыға. Ҡыҫҡаһы, институт эксперттары белдереүенсә, Трамптың пошлина сәйәсәтендә иҡтисади мәғәнә юҡ. Өҫтәүенә, юғары пошлиналар иғлан иткәндән һуң шул уҡ көндө доллар арзанайҙы.
Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА.
"Киске Өфө" гәзите, №14, 11 - 17 апрель 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА