
Әҙәм балаһының фани донъяға тыуыуы, ғәҙәттә, уның ата-әсәһе, олатай-оләсәйҙәре, башҡа яҡын туғандары өсөн көтөп алынған, ҡыуаныслы һәм үҙенә күрә бик тә күркәм ваҡиға.
Әлбиттә, инә ҡарынында малай яраламы, йә иһә ҡыҙмы, ул ата-әсә теләгенән тормай, сөнки был биогенетик феномен. Илаһыбыҙҙың мәңгелек йәшәйеш ҡанундары әҙәми заттың яралыуын, үҫеүен, кеше булараҡ формалашыуын уның биологик асылын хасил иткән геномы, йәғни нәҫел материалы аша билдәләй. Ул шул тиклем ҡатмарлы, хатта иң юғары кимәлдә тип һаналған IT-технологияларға нигеҙләнгән яһалма интеллект та ошондай биологик системаны ҡора алмаҫ ине. Ҡыҫҡаса әйткәндә, 22 аутосома, 2 енси хромосома (X һәм Y) һәм митохондриаль ДНК кешене кеше иткән 3 миллиард 99 миллион 734 мең 149 пар гендан тора. Эмбрионға атаһынан Y, әсәһенән X хромосома бирелһә - малай тыуа, ә XX парлы хромосома уны ҡыҙ бала итеп яралттыра.
Ир бала менән ҡыҙ бала үҫешендә айырмалар ҡасан һәм нисек барлыҡҡа килә икән? Әлбиттә, уларҙы көнө-төнө балаларын бәпләп, ҡарап үҫтергән ата-әсәләр ғәмәли рәүештә күрә-белә һәм малайҙарында ир-атҡа, ҡыҙҙарында ҡатын-ҡыҙға хас сифаттарҙы тәрбиәләргә тырыша. Әммә ошо проблема ғилми яҡтан да тикшерелеп, билдәле бер һығымталар эшләнгән. Ошондай мәғлүмәттәр уҡыусыларыбыҙҙа ла ҡыҙыҡһыныу уятыр, тибеҙ.
Ғәҙәттә малайҙар ҡыҙҙарҙан әҙме-күпме эрерәк кәүҙәле, ауырыраҡ булып тыуа. Имсәк балалығы осоронда улар араһында һиҙелерлек айырма булыуы тойолмай, әммә ҡыҙ балаларҙың һөлдә һөйәктере үҫеше малайҙарҙыҡынан алдараҡ барыуы, хәрәкәт итеүҙәренең әүҙемерәк, тән тиреһенең һиҙеү кимәле юғарыраҡ булыуы билдәле. Табиптар, физиологтар, неврологтар имсәк балалары менән 1 йәшкә тиклем үк төрлө физик күнегеүҙәр үткәреүҙе хуплай, сөнки был уларҙың хәрәкәткә ҡарата ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә, эмоциональ үҫешен әүҙемләштерә.
Малайҙар, аяҡтарына баҫып йөрөй башлауҙарына күп тә үтмәй, үҙҙәрен башҡаларға ҡарата агрессивыраҡ тота башлай. Күрәһең, тәүтормош замандарынан бирле формалашып нығынған ир-ат психологияһы уларҙың нәҫелдән бирелә торған сифаттарына тап ошондай йүнәлеш бирәлер. Был иң элгәре малайҙарҙың ниҙелер теләүенә ҡаршылыҡ булғанда, йә иһә улар һораған нәмәне бирмәгән саҡта йышыраҡ күҙәтелә. Шәхси тормошомдан бер миҫал килтерәйем. Тәүге улыбыҙ һимеҙ булып үҫте, артыҡ хәрәкәтсән түгел ине. Бер көндә, магазинға ингәнебеҙҙә (уның теле асылмаған саҡ), ул минең ҡулымда ине. Витринала үҙен ҡыҙыҡтырған нимәнелер күреп ҡалып, ым-хәрәкәте менән ошо әйберҙе ҡулына алырға теләгәнен белдерҙе. Әммә мин боролоп китә башлағас, ныҡ асыуланып тороп, бармаҡтары менән битемдән бороп алғаны хәтерҙә ҡалған.
Билдәле булыуынса, балаларҙың телмәре бер тигеҙ формалашмай. Ҡыҙ балалар малайҙарҙан иртәрәк һөйләшә башлай. Был, күрәһең, кеше мейеһендә телмәр үҫешенә нигеҙ булған Брок һәм Вернике зоналарындағы нейрон системаларының үҫеше менән бәйле. Нисек кенә булмаһын, йәш балаларға улар тыуғандан алып һәр даим тыуған телеңдә өндәшеү, уларға йүнәлтелгән һүҙҙәрҙе наҙлап-иркәләп әйтеп тороу фарыз. Тап ошо рәүешле бала мейеһенең сенсор (кеше телмәрен һиҙеү-тойоу) зоналары әүҙемләшә, беренсел вербаль нейрон системаларының нигеҙе формалаша. Әйтергә кәрәк, мәктәпкәсә йәштәге балаларға туған телде өйрәткәндә төрлө вербаль уйындар, мультфильмдар, шиғырҙар, әкиәттәр һәм йырҙар ҡулланыу яҡшы һөҙөмтә бирә. Күренекле совет психологы Лев Выготский балаларҙың 1 йәштән башлап бер юлы ике телде үҙләштерә алыуы хаҡында ғилми мәҡәлә лә яҙып ҡалдырған.
Ғилми тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә, 8-10 йәш самаһында малайҙар математик арауыҡ төшөнсәләрен ҡыҙҙарға ҡарағанда тиҙерәк үҙләштерә, арифметик ғәмәлдәрҙе башҡарыу, логик мәсьәләләр сисеү яғынан да алдымыраҡ була. Ҡыҙҙарҙың да, малайҙарҙың да үҫешеп килгән аңы предметтарҙы иҫәпләй алыу, һандарҙы ҡулланыу, логик-арифметик мәсьәләләрҙе сисергә өйрәнеү мөмкинлектәрен бирә. 4 йәшендә үк хәреф танып, уҡырға өйрәнгән улым менән шөғөлләнгәндә артабан, ҡушыу, алыу, ҡабатлау, бүлеү ғәмәлдәренән башҡа, тиҫкәре һандар төшөнсәһен, квадратҡа күтәреү һәм квадрат тамырын табыу кеүек абстракт ғәмәлдәр менән эш итергә өйрәтеп була икәненә инандым. Йәнә япон педагогы һәм психологы Масару Ибуканың 90-сы йылдарҙағы ҡанатлы һүҙҙәре иҫтә ҡалған: "Баланы 3 йәшенән алып ҡына уҡыта-өйрәтә башлау һуң була!"
Мәктәптә уҡыған йылдарында телмәр үҫеше яғынан ҡыҙҙар алдымыраҡ булһа, үҫмер малайҙар-ҙың математик һәм логик фекерләүе юғарыраҡ кимәлдә була. Әммә заманса уҡытыу технологияларын ҡулланыу барса өлкәләрҙә тиерлек ҡыҙҙар һәм малайҙарҙың интеллектуаль үҫешен тигеҙләй ала. Айырым, махсус һәләттәр үҫешенә иғтибар итһәк, бында бөтөнләйгә тиерлек айырмалар юҡҡа иҫәп: физкультура һәм спорт, сәнғәт, әҙәбиәт һәм шиғриәт менән мауыға башлау, ижади һәләттәренең үҫешә барыуы малайҙарҙа ла, ҡыҙҙарҙа бер үк йәштә күҙәтелә. Шул уҡ ваҡытта, "Атанан күргән - уҡ юнған, әсәнән күргән - тун бескән" тигән әйтемгә ярашлы, малайҙарҙы ир-ат, ҡыҙҙарҙы ҡатын-ҡыҙҙар башҡарған һөнәрҙәргә йәштән үк өйрәтеп өлгөрөү мөһим.
Әле әйтелгәндәрҙән бер һәйбәт һәм фәһемле һығымта эшләү фарыз: балаларыбыҙҙың физик, интелектуаль һәм рухи-әхлаҡи үҫеше бик бәләкәй саҡтарынан уҡ улар өсөн ҡыҙыҡлы булған ғәмәлдәр менән мауыҡтыра алыу, аң-белем көҫәүгә, ижадҡа йүнәлеш биреү, ватансыллыҡ, халҡыбыҙға, телебеҙгә, ғәрәф-ғәҙәттәребеҙгә ҡарата һөйөү тәр-биәләү менән бермә-бер бәйле. Шулай булһа, нәҫелебеҙ ҡоромаҫ, ул-ҡыҙҙарыбыҙ йорт-илебеҙҙең ныҡлы терәге, халҡыбыҙҙың матур шәхестәре булып үҫеп етер.
Вәлиәхмәт БӘҘРЕТДИНОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №14, 11 - 17 апрель 2025 йыл
КИРЕ СЫҒЫРҒА