«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Республикалағы һаулыҡ һаҡлау торошо һеҙҙең тормошта нисек сағыла?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛА ҺӘМ УЙЫНСЫҠ
+  - 


Балалар уйынсыҡтары… Магазин кәштәләренә күҙ һалһаң, иҫ-аҡылың китерлек уйынсыҡтар бар хәҙер. Балаңды етәкләп инһәң, ул әле береһенә, әле икенсеһенә ынтыла. Барыһы ла матур, мауыҡтырғыс, ымһындырғыс. Уйынсыҡ етештереүселәр атай-әсәйҙең баланы ныҡ яратыуын, күңелен ҡыйырға теләмәгәнен, уның өсөн ҡулынан килгәнен дә, килмәгәнен дә эшләргә тырышып-ынтылып торғанлығын белә, шуның өсөн уйынсыҡтарға хаҡты самаһыҙ ҡиммәт ҡуя. Бала хаҡты белмәй, ҡыҙыҡҡан уйынсығын алдыра. Урам буйлап аяғы ергә теймәй ҡыуанып ҡайта. Шунан уның менән күп тигәндә ике-өс көн уйнай һәм танһығы ҡана.

Балаға уйынсыҡ алырға кәрәк. Ләкин ниндәйен? Әлбиттә, бала үҙ ҡулдары менән ниҙер яһап, теҙеп, үҙ хыялындағыса эшләп уйнарға ярата. Шуның өсөн ярым әҙер уйынсыҡтар алыу отошло. Ә ҡыҙ балаға бала ҡурсаҡтар алыу маҡсатҡа ярашлы була. Ғаилә, атай, әсәй, бала итеп сығарылған Барби, Кен уйынсыҡтары менән уйнаған ҡыҙ баланы күҙ алдына килтерәйек. Атай менән әсәй итеп яһалған ҡурсаҡтарҙы үҙ-ара нисек һөйләштерһен, кем итеп уйнатһын бала? Ҡыҙ бала нисә генә йәштә булһа ла ҡурсаҡтарҙы йә үҙенә тиң, йә үҙенән бәләкәй итеп уйнатырға ярата. Ул йә әсәй (әсәй булып йышыраҡ осрай), йә уҡытыусы, тәрбиәсе булып уйнай. Барби ҡурсаҡтарҙың бала аңына нисек тәьҫир итеүе тураһында уйлап та ҡарамай һатып алырға ынтылабыҙ. 1959 йылдан, бындай ҡурсаҡтар сығарыла башлағандан алып, барби ҡурсаҡтары хаҡында донъя кимәлендә бәхәстәр бара, ул бәхәстәр тынмаҫ та, туҡтамаҫ та. Америка кешеһе Рут үҙенең Барбара исемле ҡыҙының исемен, Кен исемле улының исемдәрен атап етештерә башлаған был ҡурсаҡтар киң таралды хәҙер. Уны етештереүҙе туҡтатмаҫ өсөн һәр ваҡыт заман талаптарынан сығып камиллаштырып торалар. Хәҙер иһә заман модаһы менән кейемдәр тегеп кейендерәләр. Матур һәм зауыҡлы итеп кейендерелгән был ҡурсаҡтар күҙ яуын алып тора, әлбиттә. Әммә ундай ҡурсаҡтарҙы фәҡәт баланы алдаштырыу, ваҡытын ниндәйҙер шөғөл менән тулыландырыу өсөн генә файҙаланырға мөмкиндер. Әлбиттә, баланы зауыҡлы кейенеү, мода айыра белеү яғынан ниҙер тәрбиәләй алалыр был ҡурсаҡтар. Ләкин бит ундай зауыҡ бала бәләкәй генә сағында һалынмай, үҫә килә тәрбиәләнә. Ә бала бәләкәй саҡта уға тышҡы түгел, ә күңел тәрбиәһе кәрәк. Күңел тәрбиәһен әҙер уйынсыҡтар түгел, ә баланың үҙ фантазияһын ҡушып бар иткән донъяһы ғына тәрбиәләй ала.
Бала өсөн уйынсыҡ нимә ул? Уйынсыҡ - ул баланың хыял донъяһын сағылдырырлыҡ мөхит бар итеү сараһы. Бала үҙ уйыны менән эске донъяһын аса. Бәләкәй генә итеп биләп алған күңел майҙанында уның хыял донъяһы урынлаша. Бала башкөллө ошо донъяға сума. Һөйләшеүгә ауыр, теле һуң асылған балалар ҙа, бик аралашып бармаған йомоҡ балалар ҙа ошо үҙ донъяһында ҡәҙимгесә һөйләшә, үҙе уйлап сығарған яҡындары менән аралаша. Баланың эске донъяһын белгең килһә, һиҙҙермәй генә уның уйынына күҙ һал да, һөйләшеүенә ҡолаҡ һал.
Шуның өсөн уйынсыҡтарҙы ялтырауыҡтан, тотош әҙер эшләнгәндән түгел, ә ярым яһалғанды алырға кәрәк. Ә инде, һис юғы, йәйге ял осоронда балалар менән тәбиғәткә сығып, тәбиғәт донъяһы менән аралашып, ағастан, япраҡтарҙан, таштарҙан, балсыҡтан һәм башҡа шундай һығылмалы, әүәләп тә, йомарлап та һәр төрлө ҡалыпҡа йәтеш кенә, тиҙ генә килтермәле нәмәләрҙән бала менән бергәләп төрлө уйынсыҡтар яһап аралашыу бала менән аралашыуҙың иң матур ысулы ул. Бала менән бергәләп яһалған хыялый мөхит уның фантазияһын үҫтереп кенә түгел, ә эске донъяһын өйрәнеп алыу өсөн атай-әсәйгә артабанғы тәрбиә эшендә ныҡ ярҙам итер ине.
Әлбиттә, йәйге ялдарҙан башҡа ваҡытта көнө-төнө эштә юғалған һәм кисен генә ҡайтып бала менән аралашырға форсат тапҡан заман атай-әсәйҙәренән дә; бергә йәшәрлек шарттар булмағанлыҡтан, айырым донъя көтөп, ейән-ейәнсәрҙәре менән бик һирәк кенә аралашыу форсаты тейгән өләсәй-олатайҙарҙан да тәрбиә эшендә әүҙем ҡатнашып китеүҙәрен өмөт итеү мөмкин түгел. Шуның өсөн баланың эске донъяһы менән таныш түгелбеҙ, уның холҡ-фиғеле ҡайһы йүнәлештә үҫешкәнен күҙҙән ысҡындырып ебәрәбеҙ, тәрбиә эшендә иң ҙур ярҙамсы булған туған тел һәм туған традицияларҙан мәхрүм ҡалыуын, сит-ят мөхиткә ылығып китеүен, хатта интернет аша аралашып та юлдан тайпылыуын һиҙмәй ҙә ҡалабыҙ. Бындай шарттар тыуҙырылыуға бер кем дә ғәйепле түгел. Аҙаҡ аҡланыуҙың, һылтаныуҙың, үкенеүҙең файҙаһы самалы ғына. Шуға күрә гәлсәр һауытыбыҙ ватылмаҫ элек уны һаҡлау сараһын күрәйек. Уның иң ышаныслы юлы - беҙ иғтибар итеп тә бармаған һәм ҡайһы бер атай-әсәйҙәрҙең бөтөнләй иғтибарынан ситтә тороп ҡалған уйынсыҡтар һәм балаларҙың сәхнәләштерелгән, йәғни үҙҙәре уйлап сығарған ғаилә, балалар баҡсаһы һәм башҡа уйындары аша уларҙың күңел донъяһын өйрәнеү. Бала үҙ уйынында ни тураһында хыялланғанын, ниҙәр борсоғанын, атай-әсәй яғынан ҡайһы осраҡта, ниндәй мәлдә хата ебәрелгәнен, уға ҡарата ғәҙел булмаған осраҡтарҙы, ниндәй осраҡта уны шатландырырлыҡ ваҡиғалар булғанын, атай-әсәйҙең үҙ-ара мөнәсәбәтен һәм башҡа, һәм башҡа ваҡиғаларҙы сағылдыра. Тик, әлбиттә, улар уйнатҡан ҡурсаҡтар үҙҙәренән бәләкәйерәк: йә бала, йә ҡусты, йәки һеңле булырға тейеш.
Ә ир балалар атай булып та, ғаилә ҡороп та уйнамай. Улар командир, шофер, летчик булып уйнаусан. Күп осраҡта атаһының һөнәрен ҡабатлаусандар. Ҡайһылай ғына булмаһын, уларҙың уйыны аша ла күңел донъяларын белеп була. Тик был серҙе аҙаҡ уларҙы сыбыртҡылау өсөн файҙаланырға түгел, ә үҙеңде атай-әсәй булараҡ тәрбиәләү, баланы артабан ниндәй йүнәлештә үҫтереү, ҡайҙа яңылышлыҡ ебәргәнеңде аңлау өсөн кәрәк. Бала һиңә асмаған серен уйынсыҡтарына нығыраҡ аса. Ул уйнағанда бөтөн эске донъяһын һинең усыңа һала. Өйрән генә.
Ҡыҫҡаһы, әйтергә теләгән фекерҙең әрәсәһе шунда: баланың эске донъяһын тәрбиәләү атай-әсәйҙең иң мөһим, мөҡәддәс бурыстарының береһе. Ә был донъяға инеүҙең иң ышаныслы юлы - бала күңелен аңлау. Бала күңелен аңлауҙың һыналған ысулдарының береһе - уның уйынына ҡарата иғтибарлы булыу. Һүҙ ыңғайында әйтеп китеү урынлы булыр: ғаиләлә ишле, тиңерәк үҫкән балалар үҙҙәре уйлап сығарған был донъяларында онотолоп-бирелеп уйнай һәм тап ошондай уйындар аша уларҙа татыулыҡ, ярҙамсыллыҡ, бер-береңде аңлау кеүек нотоҡ уҡып ҡына һеңдереп булмай торған ҡиммәттәр тәрбиәләнә.

Мәрйәм БУРАҠАЕВА.
"Киске Өфө" гәзите, №14, 11 - 17 апрель 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.04.25 | Ҡаралған: 57

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡалығыҙ! Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ, 2 апрелдән 13-нә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2025 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 872 һум 46 тингә яҙыла алаһығыҙ. Ошо ун көнлөктә гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер матур ғына китаптарға лайыҡ буласаҡ икәнен дә онотмағыҙ. Әйҙәгеҙ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru