«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 


 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Республикалағы һаулыҡ һаҡлау торошо һеҙҙең тормошта нисек сағыла?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАЛЫ КЕШЕ - БАЙ КЕШЕ
+  - 


Ата-бабаларыбыҙ үҙҙәренән һуң һау-сәләмәт, көслө рухлы, абруйлы нәҫел ҡалдырыуға ныҡ иғтибар биргән. "Өйләнмәгән уйһыҙ булыр, донъяһы көйһөҙ булыр", тип, улдарына ваҡытында кәләш алып бирергә, ҡыҙҙарын кейәүгә бирергә тырышҡандар. Ҡатын-ҡыҙҙың иң маҡтаулы бурысы - әсә булыу, бала бағыу, ләкин ҡайһы бер осраҡтарҙа йәш ғаиләләр бындай бәхеттән мәхрүм булғандар. Элек медицина ярҙамы ла тейешле кимәлдә булмағанлыҡтандыр, ҡыҙылса ауырыуы йәки башҡа сәбәптәр менән йәш балалар араһында үлем ныҡ көслө булған. Ҡайһы бер ғаиләләрҙә балалар тыуып торған, үлеп торған, шуға ла ололар йәштәрҙе: "Балаң тыуғанына ҡыуанма, торғанына ҡыуан", - тип иҫкәрткән.

Борон балалары гел үлеп торған ғаиләләрҙә "Балаларҙы һатып алыу" йолаһын үткәргәндәрен, ҡорбан салдырғандарын, ҡыҙ бала тыуһа - ир балаға кәләш итеп бирергә, ир бала тыуһа - берәй ҡыҙ баланың бәхетенә йәшәп китер әле, тип инселәгәндәрен беләм. "Данлы уҙаман Уйылдан" исемле китабымда ла шундай ике осраҡты яҙғайным. Әле үҙем йәшәгән Ҡәйепҡолда (Учалы районы) ауылдаштарҙан "Бала һатып алыу " йолаһын беләләрме икән, тип һораштыра башланым. Улар: "Тегене һатып алғандар, быны һатып алғандар", - тип, теҙеп миҫалдар килтерә башланылар. Үҙебеҙ йәшәгән Ҡәйепҡол ауылында ла шундай хәл булған икән.
Дилара апай Мәғәсүмова ҡайнағаһы Мөхәмәт ағай Мәғәсүмовты һатып алыуҙары тураһында ошоларҙы бәйән итте: "Инә ҡаҙ ишек алдында ни эшләрен белмәй, ары һуғылып, бире һуғылып ҡаңғылдап йөрөй ине. Ҡәйнәм тәҙрәнән ҡараны ла сеңләп илап ебәрҙе: "Ҡаҙымдың туғыҙ бәпкәһе берсә үлде, әүрәп йөрөргә, исмаһам, береһе лә ҡалманы бит. Ҡайһылай ғына зарланып илап йөрөй. Минең дә туғыҙ балам тыуып торҙо, үлеп торҙо. Һәр баламды ерләгән һайын шулай, ошо инә ҡаҙ кеүек, әсе ҡайғыларымдан үҙемә урын таба алмай, зарығып, һарһылып илап йөрөй торғайным. Унынсы балам Мөхәмәтемде һатып алдыҡ, шунан Вәрисем йәшәп китте. Өйөбөҙ шул тиклем тынысһыҙ булды. Өйҙө күсереп һалырға ҡайҙа һуң аҡсаһы, етешһеҙ тормош ине бит..."
Мөхәмәт ағайҙың ҡатыны Рәшиҙә еңгә лә, һүҙгә ҡушылып китте: "Эйе, ҡәйнәмдәр менән бергә шул өйҙә йәшәп ятҡан саҡта беҙҙең дә тәүге балабыҙ ауырымай ҙа ине, шул тиклем ныҡ итеп иланы ла иланы. Аптырағас, больницаға алып барҙыҡ. Врачтар ҙа ярҙам итә алманы, бәпәйебеҙ үлеп ҡуйҙы. Ҡараһаҡ, ғәжәп иттек: арҡаһында биш бармаҡ эҙе тора ине. Икенсе балабыҙ тыуғас, бер йәше тулғансы, атай йортонда йәшәнем. Үҙем менән бәләкәй саҡта булған хәл тураһында атайым менән әсәйем һөйләгәне иҫкә килеп төштө. Элек ауылдың уртаһында йәшәй торғайныҡ. Атайым менән әсәйемдең, өйөбөҙ ныҡ тынысһыҙ булды, тип һөйләгәндәре хәтерҙә. Миңә бер йәштәр самаһы булғандыр, иртә һөйләшкәнмен. Бер ваҡыт төн уртаһында атайым әсәйемде: "Тор әле, тор, әллә нимә күкрәгемә баҫып, сәңгелдәккә ырғыны", - тип уятҡан. Әсәйем мине сәңгелдәктән алайым, тип эйелһә: "Ашай", - тип ҡысҡырып илап ебәргәнмен. Әсәйем тиҙ генә иҙән уртаһында дары быҫҡыта һалған. Мин ҡыуанысымдан ҡулдарымды сәпәкәйләп: "Үлде, бөттө", - тип, көлөп ебәргәнмен. Туғандарым һаташып ауырып киткән саҡтарында әсәйем артыш, дары быҫҡытыр, йә булмаһа, дарыны һөткә иҙеп, ҡултыҡ аҫтарына, устарына, табандарына һөртә торғайны".
Муса ауылы ҡыҙы Фатима Мөхәмәт ҡыҙы Нәбиуллина ла атаһы менән әсәһе үҙен "һатып алыуҙары" тураһында ошоларҙы һөйләне: "Әсәйем Зөлҡағиҙә Фәсхитдин ҡыҙы һәм атайым Мөхәмәт Ғәбит улы Нәбиуллиндәр бер ауылда тыуып үҫкәндәр, класташтар, бергә эшләгәндәр. Өйләнешеп, матур тормош ҡорғандар. Һандыҡ төбөндә ятҡан "Тыуыу тураһындағы таныҡлыҡ"тарҙан миңә тиклем Рафиҡ, Нәбирә, Гөлсирә, Рәйфә, Радик исемле туғандарым булғанын белдем, тик улар оҙаҡ йәшәй алмағандар, бер-бер артлы үлеп торғандар. Атайым менән әсәйем, Зәйтүнә әбей менән Зәйнулла бабай Джантаевтарға ат биреп, мине, яңы ғына тыуған баланы, тәҙрә аша "һатып алғандар", Фатима тип исем ҡушҡандар. Бәпәй сағымдан ете ҡат ҡатмарлы күлдәк тегеп кейҙергәндәр, тәңкәләр таҡҡандар. Башлығыма ла, күҙ теймәһен тип, ҡаҙҙың өрпәйеп торған йомшаҡ ерен ҡуйғандар. Мине ныҡ һаҡлап ҡына йөрөткәндәр. Тәүге сәсем дә алынмаған. Әсәйем: "Балам, һинең тәүге сәсең алынмаған, тәүге сәсе алынмаған кеше рәнйешле була, бер үк кешегә рәнйей күрмә, ипле бул, рәнйешең кешегә төшөп ҡуймаһын", - тип иҫкәртә торғайны. Мине "һатып алғандан" һуң беҙҙең ғаиләлә өс бала тыуып йәшәп киткән. Атайым менән әсәйемә үпкәләп: "Ниңә миңә Фатима, тип әбейҙәр исемен ҡуштығыҙ? Мәктәптә класташтарым мине "батый"тип ирештерәләр бит. Берәй матур ғына яңғырашлы заманса исем тапманығыҙмы ни?" - тип, илай торғайным. Атайым: "Ҡыҙ бала булып тыуғаныңа ҡыуан, исемең Фатима булғанға рәхмәт әйт. Малай булып тыуһаң, исемеңде Абдулла тип ҡушыр инек. Ул ваҡытта ла һине "Апуш" тип ирештерерҙәр ине", - тине. Балалары гел генә үлеп торған ғаиләләрҙә малай тыуһа - Абдулла, ҡыҙ тыуһа - Фатима тип исем ҡушҡандар икән. Юҡ, хәҙер улай исемемә заранмайым, минең исемем донъяла иң матуры".
Борон ололар балаларына исем ататыуға ла ҙур иғтибар биргәндәр, исем балаларҙың яҙмышында ҙур роль уйнай, тип иҫәпләгәндәр һәм мәғәнәлеләрен генә ҡушырға тырышҡандар. Күп кенә исемдәребеҙ Ҡөрьән-Кәримдән алынғанын беләбеҙ, баланың ғүмере оҙон булһын, ен-шайтандар әйтә алмаһындар, тип, Мөхәмәтғәли, Нәғимйән, Көнбикә, Хәбибьямал кеүек ҡушма исемдәр ҡушылған. Ен-зәхмәттәр баланың исеменән үк ҡурҡып торһон тигән маҡсатта Төлкөбай, Һеләүһен, Аҡкөсөк, Айыухан, Арыҫланғәли тигән исемдәр менән дә атағандар.
Мәләүез ҡалаһында йәшәүсе Хәмиҙә Бәҙеритдин ҡыҙы Фәйзуллина ла үҙенең иҫтәлектәре менән уртаҡлашты: "Ямашта (Бөрйән районы) өйөбөҙ бик тынысһыҙ булды. Өйҙөң бер түбә таҡтаһы төндә йөрөй, тип һөйләрҙәр ине. Мин иҫ белгәндә атайым иҙән уртаһында дары быҫҡытыр ине. Өй тыныс булһын өсөн, олатайымдан ниҙер өшкөртөп нигеҙҙәргә һалдылар. Яңы өй һалып сыҡҡас, атайым менән әсәйемдең минән һуң бер улы, ҡыҙы тыуып, ауырымай-нитмәй генә үлгәндәр. Мин, беренсе бала, Шәмсиямал өләсәйемдең өйөндә тыуғанмын, мулла Уйылдан олатайымдың тәрбиәһендә генә тере ҡалғанмындыр инде. Миңә ун йәш тулғанда ҡустым тыуҙы. Атайым инде донъяһын онотоп "байрам итеп" йөрөй. Уйылдан олатайым менән Шәмсиямал өләсәйемдең "Баланы һатып алырға кәрәк", - тип һөйләшкәне иҫтә ҡалған. Мин ҡустымды һатып ебәрәләр икән, тип аңлап, ҡайғыра башланым. "Ҡустыһыҙ ҡалам да баһа", - тип илайым. Күмәк балалы ғаиләләргә ҡарап ҡыҙыға торғайным. Шәмсиямал өләсәйем күп итеп ваҡ өшәләр, бәлештәр, бәрәмәстәр бешерҙе. Һарыҡ һуйҙылар. Шунан өйҙөң тәҙрәһенән алып, ҡустымды тәҙрә аша Уйылдан олатайым, Шәмсиямал өләсәйем, Фатима инәйем, Ҡанифа инәйем "һатып алдыҡ" тинеләр. Исемде лә Сынтимер тип ҡушып, бәпес туйы үткәреп таралыштылар. Биш йыл үткәндән һуң, тағы ла бер ҡустым тыуҙы, уға Биктимер тип исем ҡуштылар. Ышанырһыңмы, ышанмаҫһыңмы, бына бит ул элекке йолалар ниндәй булған!"
Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылынан Мәғрифә инәй Бикешева һөйләгәндәрҙән. Мәғрифә инәй менән Мөхәмәт бабайҙың ике ҡыҙы, ике улы, ата менән әсәне бала һөйөү ҡыуаныс-шатлыҡтарынан мәхрүм итеп, әсе ҡайғыларға һалып, тыуыу менән бер-бер артлы үлеп торалар. Аслыҡ, яланғаслыҡ, бөтә эштәрҙең дә ҡул көсө менән башҡарылыуы, иртәнән кискә тиклем ураҡ урыуҙар - бөтәһе лә балаларҙың үлеменә сәбәпсе булғандыр инде. Балаҡайҙары гел үлеп торғас, бишенсе бала, Гөлсөм апай, яҡты донъяға килеү менән ата менән әсә яңы тыуған баланы Хөснитдинова Хәкимә өләсәҙән "һатып алыу" йолаһын башҡаралар. Хәкимә өләсәй сабыйҙы тыуыу менән төрә һалып, алып ҡайтып китә лә, ҡулына ете бөртөк мәрйен тағып, тәҙрә аша һатып бирә. "Ҡулымда биш һум ғына аҡсам бар, ошо балам үҫеп етһә, үҙ көсө менән инәһенә күлдәк алып бирер, тип уйланым. Биш һум ғына аҡса, бер баҫма еп, бер метр аҡ ситса тауар бирҙем. Ҡыҙым ике балалы булғас, һатып биргән инәкәйенә күлдәк алып биреп, был нәҙерҙе үтәп ҡуйҙы", - тип һөйләгәйне Мәғрифә инәй.
Тормоштары ни хәтлем ауыр, етешһеҙ булһа ла, кешеләр тулы ғаилә булып йәшәргә тырышҡан. Ата-әсәләре үлеп, ҡарауһыҙ ҡалған етем туғандарын да тәрбиәгә алғандар, шунлыҡтан, элек илебеҙҙә балалар, ҡарттар йорттары булмаған. Беҙҙең быуын балаларының да күбеһе, барын да юғын да күреп, олораҡтары кесерәктәрен ҡурсалап, бәләкәйҙәре өлкән ағайҙары, апайҙарынан ҡалған кейемдәрен кейеп, ишле ғаиләләрҙә үҫте. Тормош етешһеҙ булһа ла, балалар баҡсалары, мәктәптәр бала-сағаларҙың шат тауыштарынан шау-гөр килеп торҙо. Атай-әсәйҙәребеҙ күмәк балаларын бер ҙә күпһенмәне:" Тауҙан таш артмай ул", - тип яратып торорҙар ине.
Хәҙерге ваҡытта Хөкүмәтебеҙ күп балалы ата-әсәләргә һәм шулай уҡ ҡарауһыҙ ҡалған балаларҙы тәрбиәгә алған ғаиләләргә ҙур ярҙам ҡулы һуҙырға ғына тора, төрлө саралар үткәрә: пособиелар арттырыла, Әсәлек капиталы бирелә һәм башҡалар, шуға ҡарамаҫтан, ауыл ерҙәрендә балалар һаны кәмей барыу сәбәпле, бынамын тигән итеп төҙөлгән балалар баҡсалары, мәктәптәр бер-бер артлы ябыла бара. Киләсәк нисек булыр икән? "Балалы кеше - бай кеше", тиҙәр. Тәрбиәле, тәрән белемле, күп һанлы йәш быуынлы ил бай ҙа, көслө лә була бит.

Шәһүрә ӘХМӘҘИЕВА,
Учалы районы.

"Киске Өфө" гәзите, №14, 11 - 17 апрель 2025 йыл

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 10.04.25 | Ҡаралған: 112

Киске Өфө
 

Яҡшы һүҙ әйтте, тип һөйөнмә, ихласлығын белмәйенсә, Яман һүҙ әйтте, тип көйөнмә, көнсөллөктән икәнен белмәйенсә.

(Башҡорт халыҡ мәҡәле).

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru